-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Ғинуар , 12:10

ҮСЕККӘН ҠАТЫН

Ләйсән Ҡорманова(Хикәйә)Иртәнсәктән уңманы был көн. Йоҡонан уянып күҙҙәрен асҡанда уҡ кәйефһеҙ ине Зәлифә. “Бөгөн планерка... Балалар баҡсаһына биш йөҙ һум ҡалдырырға... Ял көндәре баҙарға сығып ит алырға кәрәк, юғиһә бер аҙнанан хаҡтар күтәреләсәк” тип уйланды ҡатын ҡараңғыла һәрмәнә-һәрмәнә бүлмәнән сығып барғанда. Ултырғыста элеүле халатын эләктерәйем тип тырыша торғас, бармаҡтары бер кейем осмотон тотоп алды: ”Уф, Азаттың күлдәге лә баһа! Онотҡанмын, кистән үк үтекләп ҡуйырға бөтөнләй онотҡанмын...”Аяҡ аҫтында нимәлер уфылданы, һыҙғырып ебәрҙе. “Айбулаттың уйынсыҡ өкөһө” тигән уй үтте башынан. “Кистән әйттем бит инде уйынсыҡтарҙы йыйып ҡуйығыҙ тип, күпме әйттем! — тип эстән генә мыжыны Зәлифә иренең күлдәген, үтекте электәреп сығып барышлай. – Барыһына ла бер үҙем”.

ҮСЕККӘН ҠАТЫН
ҮСЕККӘН ҠАТЫН

…Ҡатын бер ҡулы менән иренең күлдәген үтекләне, икенсеһе менән бутҡа бешерҙе, ул арала борхолдап сәйнүк ҡайнаны. Тәҙрә артындағы ҡараңғылыҡ, шыйығая төшөп, тора-бара күкһел томанға әүерелде.
– Хәйерле иртә! – иренең йоҡоло тауышы ҡатындың зитына тейҙе.
– Хәйерле... – тип үсекләне уны ҡатыны. – Йоҡоң туйҙымы һуң?
– Юҡ!
– Йоҡоң туямы һуң инде һинең берәй ҡасан? – үтектең ҡырына тейгән бармаҡ осо ҡара янды, бүлтеү ирендәр турһайҙы, аҡһыл йөҙҙө тимгел таптар сыбарланы.
– Бупылдаҡ! – Азат Зәлифәнең сикәһенән үпте лә һыны ҡатып көлөп йыуыныу бүлмәһенә инеп китте.
Наҙланып ҡына йоҡлап ятҡан баланы уятып, торғоҙоп, кейендергәнсе ахмалға төштө ҡатын. Бала туҡтауһыҙ мыжыны, ниҙер таптырҙы, бүлмә уртаһына ятып тыпырсынып иланы.
– Айбулатҡа өҫкө кейемен кейҙерә тор әле? – тип һөрән һалды Зәлифә сынаяҡтарҙы сайған арала.
– Әү! – тип ҡысҡырҙы уға ире икенсе бүлмәнән.
– Кейендерә тор Айбулатты! – ҡатын өҙә-йолҡа сәсен тараны, битенә кершән яҡты, фатир буйлап йүгереп сумкаһын эҙләне.
– Шарфы ҡайҙа ул?
– Өҫкө элгесте ҡара...
– Ә бейәләйҙәре?
– Тартмала йә кеҫәһендә.
Зәлифә сумкаһын табып, кәрәкле ҡағыҙҙарын тултыра башланы, асҡысын, телефонын, башҡа кәрәк әйберҙәрен барланы.
– Улар унда юҡ!
– Нисек инде юҡ?
– Зәлифә, мин һуңлап барам...
– Улайһа бар, йүгер!
– Шылтыратырмын, йәме! – Азаттың яңғырауыҡлы тауышы ишеккә ҡыҫылып тороп ҡалғандай булды. Ҡатын тәҙрәгә моңһоу ғына ҡараш ташланы: тумалаҡ ҡына ире алпан-толпан баҫып автобус туҡталышына йәһәтләй ине.
...Көрт йырып сана һөйрәп китеп барған ҡатындың йөрәге янды. Үтек эҙенән янған яра ише һулҡылдай ине ул. “Бөтә нәмәгә шул бер мин, – тип йәнә мыжыны Зәлифә эсенән генә. – Иттең бөтөп барғанын да һиҙмәй, миңә генә кәрәкме шул ит?! Мин магазин тауығына ла риза. Картуфты ла ҡолаҡ итен өс көн ашағас ҡына алып ҡайта. Картуф ашамаһам да күңелем тыныс. Миңә кәрәкме ни ул?..” Саналағы кескәй Айбулаттың көйләй-көйләй, уймаҡ ирендәре менән иҫнәп, бармаҡтары менән уйнап китеп барғанын ишетмәне лә, күрмәне лә Зәлифә. Күҙен күтәрмәй бер туҡтауһыҙ атланы ла атланы үсеккән ҡатын.
Ярһып илаған баланы тәрбиәсегә тоттороп сығып абына-һөрөнә йүгергәндә эшенә етәрәк көҙгө ише ялтырап ятҡан боҙ тротуарҙа тайып йығылды. “Ниндәй көн булды һуң был!?” тип үрһәләнде аҡһай-туҡһай баҫҡыстарҙан күтәрелгән ҡатын.
“Заманова һаман эшкә һуңлай!“ – тип шелтәләп ҡаршы алды уны етәксеһе. Зәлифә иһә ҡып-ҡыҙыл булып ни тиергә белмәй торған ҡатындың һаулығын да алмай, кабинетына инеп китте лә ишеген шарт япты, хатта фойе тәҙрәләре сыңлап ҡуйҙы.
Хәле бөтөп, тамам ҡара тиргә төшөп урынына ҡунаҡланы йәш ҡатын.
– Барығыҙ ҙа планеркаға!
...Планерканың аҙағына тиклем саҡ түҙеп ултырҙы Зәлифә. Бармағы ла, аяғы ла түҙгеһеҙ булып һыҙлай ине уның. Өҫтәүенә, әллә арыуҙан, әллә эсе бошоуҙан йөрәге сәнсеп ауыртты. Ҡатын һаман да иренә үсекте, һаман да улын кейендерешеп, ярҙам итмәгәнен кисерә алманы. Көндәлек арыу-талыуҙар, өлгөрәм, еткерәм тип йүгерекләүҙәр тау кеүек ишелде лә төштө бисара ҡатынға. “Күпме егеттәр арттан йөрөнө, ә мин, иҫәр, шул бәндәне һайлағанмын. Һуҡыр! Алйот! Үҙе матур ҙа түгел бит әле, исмаһам, ҡәҙимге, белеме лә юҡ, буйы ла. Етмәһә, нимә әйтһәң дә иҫәр кеше кеүек көлә лә йөрөй. Хәҙер, планерканан сыҡҡас та, шылтыратам, ҡаты һөйләшәм, баҙарға барып килһен, Айбулатты баҡсанан алһын, ашарға бешерһен...”
Планерка тамам булғас, Зәлифә йүгерә-атлай кабинетына йомолдо, хатта аяғы ауыртыуы ла бер мәлгә онотолоп торҙо. Сумкаһын аҡтарыпмы аҡтарҙы, аптырағас, өҫтәлгә бушатты – телефоны өйҙә тороп ҡалған бит һуң! Ҡатын уртын сәйнәне, кабинетында яралы януар ише бәргеләнде. “Ул бит һаңғырау ише бер нәмә лә күрмәй ҙә ишетмәй ҙә! Нимә әйтһәң дә үҙе, ярай, ти, үҙе бер нәмәһен дә эшләмәй, һүҙен үтәмәй. Баланы бар тип тә белмәй, баҡсаға барып урағаны ла юҡ!” Зәлифә кабинетынан паровоз ише фырылдап сығып китте, дөрләне, төтәне! “Берәйһенән телефон һорап торайым да шылтыратайым әле! Нимә уйлағанымды әйтәм дә һалам. Маҡтанып йөрөмәһен! Балаға түгел, миңә бер иғтибары юҡ, тунын да үҙем алдым, алтын алҡаларын да!” Әллә нимәләр уйлап бөттө Зәлифә, уйҙары ҡара болот һымаҡ башына ишелеп төштө.
Етәксеһе йөҙө ҡара янып телефон теләнселәп йөрөгән ҡатынды кабинеттарҙың береһенән эҙләп табып алды.
– Понимаешь, һеҙ что себе позволяете? Ҡасан йүнләп эшләй бшлайһығыҙ? Һеҙ ҡасан... Марш бынан, Заманова...
Иренең телефон номерын инде йыйып бөттөм, шылтыратыу ебәрҙем тип торғанда Зәлифәгә аппаратты кире коллегаһына биреп, етәксеһе артынан күндәм генә эйәреп сығып китергә тура килде.
“Нервыны ашаны был ир! – тип уйланды Зәлифә етәксе нотоҡ уҡыған арала. – Әллә Интернет аша хат ебәрәйемме икән? Ул бит төшкө аш мәлендә сайтта ултыра! Былай булмай, гел генә түҙеп, өндәшмәй нисек йәшәмәк кәрәк?” Ҡатын йәһәт кенә компьютерҙы тоҡандырҙы, кәрәкле сайтты эҙләп тапты. “Яҙам, – тип уйланы ул ҡәтғи генә. – Ундай ялҡау, яуапһыҙ кешегә минең янда урын юҡ, тип яҙам. Әйҙә үҙең йәшәп ҡара, үҙең ашарға бешер, үҙең кейемеңде үтеклә, үҙең баҙарға барып ит һайла! Арыным, ялҡтым, башҡаса...” Илһамланып хат яҙған ҡатын ишек асылып ябылғанын да, йыйыштырыусының мыштым ғына иҙән йыуа башлағанын да шәйләмәне. Ярым һуҡыр әбейҙең галоштары иҙәндә аунап ятҡан пилотҡа эләгеүе электр утын һүндерҙе лә ҡуйҙы: Зәлифәнең көнө буйы ҡаш төйөп йөрөүҙән шешмәкләнеп киткән күҙҙәре мониторҙың “былт” итеп һүнеүенән тертләп китте...
“Булманы, – тип уйланы Зәлифә автобус тәҙрәһенә башын терәп балалар баҡсаһына китеп барған килеш. – Шылтыратып та, хат яҙып та булманы. Ярай, ҡайтҡас һөйләшермен”. Уның нескә бармаҡтары туңған тәҙрәлә кескәй генә түңәрәк уйымдар яһаны. Ҡатын көн дауамында ап-аруҡ тынысланғайны, ҡапыл күкрәген бөрөп алған асыуы һүрелә төшкәйне. “Бер уйлап ҡараһаң, Азат матур итеп әйткәнде лә аңлай инде ул. Мине лә, Айбулатты ла ярата. Беҙ тип үлеп тора барыбер. Миңә бер яман һүҙ әйткәне, бармаҡ менән дә тейгәне юҡ. Ә мин, иҫәр, дыуамал, үсексән бисә...” Үҙ уйҙарынан үҙе йылмайҙы ҡатын, автобуста бәүелеп килеп ойоп киткәнен дә һиҙмәгән.
...Балалар баҡсаһына килеп еткәнсе ап-аруҡ йоҡлап килгән һәм тыныслана төшкән ҡатындың түңәрәк матур йөҙө яҙылып, алһыуланып киткәйне. “Беҙгә күберәк ял итергә кәрәк, – тип һәүетемсә генә уйланды йәш ҡатын. – Әллә ниндәй тормош менән йәшәйбеҙсе. Бер күтәрелеп күккә ҡараған юҡ, әйтәгүр. Ығы-зығы ялҡытты, ваҡытты дөрөҫ бүлергә өйрәнергә кәрәк”. Зәлифә алланып ултырған ҡышҡы миләштәргә, күп йыуылыуҙан уңа яҙған яулыҡты хәтерләткән күк йөҙөнә баҡты.
– Әс-сәй!
Ҡаршыла туптай кейенгән Айбулатты санаға ултыртып алған Азат күренде.
– Өшөнөк, арыныҡ, асыҡтыҡ! – тип һөрән һалды ире һәм артынса балалар кеүек шарҡылдап көлөп ебәрҙе. – Бөгөн Айбулатты алырға мин килдем, телефоның яуап бирмәй...
Сабый бала ише тәтелдәгән иренә ҡарап торған ҡатын бөгөн тәүгә йылмайҙы, уның йылмайыуынан хатта күк йөҙө лә яҡтырып, таҙарынып киткәндәй булды. Үсеккән, талсыҡҡан ҡатын, гүйә, юҡҡа сыҡты, иренең бер көлөүенән моңһоу уйҙар һыпырып алғандай юҡ булды, күҙҙәрҙе ҡамаштырған ҡара болоттар таралып киткәндәй тойолдо...
– Иртәгә баҙарға барайыҡтар, – тип өндәште иренә Зәлифә иркә тауыш менән.
– Барайыҡтар һуң, ит алайыҡтар, – уйнап һөйләшкән ир йәнә күңелле итеп көлөп ебәрҙе лә үҙенә һыйына төшкән ҡатынының ҡулынан етәкләне.

Фото: shutterstock.7eer.net

Автор:
Читайте нас