-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Ғинуар , 14:35

ҠОРОМАҒЫР

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ Хикәйә Ҡыуанысы эсенә hыймай ине Айнурҙың, йөҙө ҡояштай йылмая, күҙҙәре тулған айҙай нур hибә. Медицина институтының абитуриенттарҙы ҡабул итеү исемлегендә уның да исем-шәрифе бар. Бер уйлаhаң, мотлаҡ шулай булырға тейеш тә инде. Медицина училищеhын тамамланы, район үҙәге дауаханаhында өс йыл эшләне. Коллегалары ла, дауаланыусылар ҙа ярата, хөрмәт итә. Ниңә ҡыуанмаҫҡа! Алла бирhә, ул киләсәктә юғары белемле табип буласаҡ. Өфө урамынан аэропортҡа барыусы автобус туҡталышына ҡарай йәнләнеп атлаған Айнурҙы яғымлы ҡатын-ҡыҙ тауышы туҡтатты: – Улым, тим, улым! Ҡыуанысың хаттин ашҡан. Әллә берәй сибәркәй менән осрашырға ашығаhың инде?

ҠОРОМАҒЫР
ҠОРОМАҒЫР

– Сумаҙан тотопмы? – Айнур көлөп ебәрҙе. – Юҡ, апай, юҡ институтҡа уҡырға индем, уҡырға! Ҡайтып барыуым.

– Һай, афарин! Бик тә хуш! Хоҙай Тәғәлә насип итhә, күңелеңә оҡшағаны ла осрар. Ҡыҙҙарҙы иләҫ-миләҫ итер егет күренәhең. Ал бына ошо гөлләмәне, йәнең тартҡанына бүләк итерhең.

Ысынлап та йәнкәй-йәнәш менән осрашырға ашҡынған ғашиҡ егеттәй, Айнур дәртле, хисле, илаhи нур сәсмәле. Кешеләр уға hоҡланып, ғәжәпләнеп, үтеп барыусылар хатта боролоп, әйләнеп ҡарай. Әйтерhең, ул ирекhеҙҙән үҙенә ҡаратҡан йым-йым иткән аҫыл ынйы, сағыл. Һоҡланhын бар донъя, hоҡланhын! Айнур үҙе лә донъяның матурлығын әле генә күргәндәй, йәшәүҙең шатлығын яңы ғына тойғандай. Бөгөнгө көнө айырыуса хозур. Әллә көндәрҙең хужаhы йома булғанға... Ошондай хис-кисерештәрҙән тирә-яҡ тағы ла яҡтырып киткәндәй, күңеле шоңҡар ҡоштай ҡанат ҡаҡҡандай...

Айнур кассанан билет алды ла аэропорт бинаhының икенсе ҡатына күтәрелде. Самолет осҡансы сәй эсеп алырға ла була. Шул саҡ икенсе яҡ баҫҡыстан менеп килеүсе ҡап-ҡара сәсле, ҡуңырт йөҙлө бер hылыу ҡыҙ күҙенә салынды. Ниндәйҙер сихри, тылсымлы көс тартҡандай, хәс тә ҡош тибергә ынтылған күк ыласындай, Айнур ҡара сәстең ҡаршыhына ҡарай осто hәм уны бөтә булмышында яҡындан күрҙе. Урта буйлы, hомғол hынлы, тығыҙ кәүҙәле, hушты алмалы күпереп торған түшле... Әллә лә!.. Айнур сибек ҡыҙҙарҙы хуш күреп етмәй. Ә был ҡара ҡаш ифрат та күрекле, ҡөҙрәтле. Олатаhы әйтмешләй, кәүҙәгә баҙыҡ, ирәбе, биле-hәле лә килешле. "Ирәбе ҡатын иллелә лә бала таба, ҡыҙ йәрәшhәң, шундайын йәрәш, улым", тигәне лә иҫенә төшөп, йылмайып ҡуйҙы. Башына ҡыҙыҡ уй килде: "Был ирәбе ҡыҙҙы кәләш итеп алhам, шундуҡ игеҙ бала табыр микән?.." Шул саҡ Айнурҙың ҡыҙҙы ҡосағына йомаhы, сөм-ҡара сәстәренән hыйпағыһы килде. Әллә бер күреүҙән арбаны, хыялый итте инде. Егеттең ныҡ текәлеп hынсыл ҡарауынан ҡара сәс аптырап туҡтап ҡалды. Был ҡыҙ, моғайын, Тамъян ҡыҙылыр, тигән уй Айнурҙың мейеhен hыҙып үтте hәм ул үҙе лә hиҙмәҫтән:

– Һаумыhығыҙ! – тип иҫәнләште.

– Һеҙ кем булаhығыҙ hуң?

– Атай ҡушҡан исемем Айнур ине.

– Тәү күреүем hиндәй hантыйҙы.

– Беҙҙе hантый иткән hеҙҙәй hылыу ҡыҙ инде. Ҡай тарафҡа осаhығыҙ?

– Көньяҡ-көнсығышҡа, – тине ҡара сәс ҡырыҫ ҡына. Шунан ҡырыҫ ҡылығынан уңайhыҙланыпмы, өҫтәп ҡуйҙы, – Магнитҡа.

– Мин дә Магнитҡа. – Егеттең ҡыуанысы йөҙөнә бәреп сыҡты. – Унан Асалыға...

– Асалыға? – Ҡара ҡаш ғәжәпләнгәндәй итте. – Асалыла мин иҫ белгәндән йәшәйем.

– Унда йәшәгәс, нишләп мин hеҙҙе белмәйем.

– Һеҙ барыhын да белергә тейешме ни? – Ҡара сәс тағы ҡырыҫланды.

– Дауаханала эшләгәс, мин күптәргә таныш, күптәр миңә таныш-белеш.

– Ә-ә...

Ҡара сәстең ниңәлер кәйефе юҡ. Әкиәттәге hылыуҙыҡы hымаҡ, бер бите айҙай балҡымай, бер бите ҡояштай яҡтырмай. Айнур яҙғы сыуаҡтан күңел күгенән нур ҡойhа ла hылыуҙың йөҙө, сырайы асылмай. Бәй, ҡулында ҡатын-ҡыҙҙың йәнен иретер гөлләмә лә баhа! Сәскә hатыусы апай: "Йәнең тартҡанына бирерhең", – тигәйне. Ай, иҫәүән...

– Асалыла осрашмағас, бына Өфөлә тап булыштыҡ, хатта күккә ашыр мәлдә. Шул ҡыуаныстан сәскәләр бүләк итәм hеҙгә. Саф күңелдән...

Ҡара сәс алығармы-юҡмы тигәндәй, бер аҙға ҡаушап ҡалды hәм эскерhеҙлеген белергә теләгәндәй, иғтибар менән үҙенә күҙ атҡан егеткә баҡты: бик тә мөләйем, алсаҡ йөҙ, бөтә булмышы илаhилыҡ бөркә. Ихлас күңелдән биреүенә шик юҡ. Егеттең нурлы, hөйкөмлө ҡарашы бығаса тоймаған сихри ҡөҙрәте менән ҡыҙҙың йөрәген елкетеп, аң-зиhенен иләҫләндереп ҡуйҙы.

– Рәхмәт. Ниндәй матур миләүшәләр!.. Төрлө төҫтәләр... – Ҡыҙҙың ҡаштары ҡыйғасланып, күҙҙәре нурланып китте.

Миләүшәләр уйсанланып наҙлы йылмайыу уға бик тә килешә, – тип уйланы Айнур сәскәләргә башын эйгән hылыуҡайға hоҡланып. – Миңә насип булhа, гөлкәйем, тип кенә өндәшермен.

Шул саҡ башҡа бер йомшаҡ, иркә тауыш хис-кисерештәренән айындырҙы:

– Айнур ағай, ағай... Ҡотлағыҙ мине, медучилищеға уҡырға индем. – Асалыла дауаханала хужалыҡ мөдире булып эшләгән Дамир ағайҙың ҡыҙы Дилбәр ҙә баhа. Илгәҙәк ҡыҙ ҡыуана, йылы hүҙ көтә.

– Илла аҡыллы ҡыҙhың да инде! Үәт маладис!

– Атам да шатланыр инде. Мине аҡ халатлы табип итеп, төштәрендә күрә бит ул... Бәй-бәй... Был hинме, Гөлнур күрше? Битеңде сәскә менән ҡаплағасhың, танымай ҙа торам. – Ҡыҙҙар ҡосаҡлашып, хәбәргә күмелде.

Тимәк, ҡара сәстең исеме – Гөлнур. Fәжәп, бына ғәжәп! Айнур, Гөлнур... Гөлнур, Айнур... Икеhе лә – нур! Ниндәй йәтеш! Күңеле hиҙеп, бына әле, әле генә, гөлкәйем, тип өндәшерен фаразлағайны. Әллә беҙҙең арала шундуҡ нескә бәйләнеш тыуҙымы? Ҡара сәскә, ысынлап та, тәү бағыуҙан мөхәббәт уты баҙланымы? Эйе, эйе, тигәндәй, теленә көтөлмәгән йыр килде:

Гөлнурым, hин – куҙ нурым,

Һылыу hының – сер, тылсым.

Гөлкәйем, тип юраным,

Һалдың миңә моң, ырым.

Ҡыҙҙар hаман йомолоп, бөтә күңелдәре менән бирелеп серләшә. Гөлнурҙың тауышы бошонҡораҡ. Бөрө педагогия институтының филология факультетына имтихандар тапшырып, кергәнен-кермәгәнен белмәйенсә ҡайтып килә икән. Күрәhең, шуға кәйефе төшөнкөлөр. Төпсөнмөш Дилбәр hәммәhен белергә тырышып төпсөнә:

– Документтарыңды ниңә Башҡорт дәүләт университетына бирмәнең? Өфөнән йөрөүе лә яҡыныраҡ.

– Бөрөлә туғаным уҡый ҙа hуң. Икәү бергә йәшәүе яҡшыраҡ, күңеллерәк булыр тигәйнек. Әле уйлап ҡайтып киләм, бәлки, миңә эшкә урынлашып, ситтән тороп уҡыу отошлораҡтыр. Эшләйhең дә, уҡыйhың да, кейенәhең дә тигәндәй... – Һүҙ ыңғайы иhә үҙе лә төпсөнөп hорап ҡуйҙы:

– Дилбәр, Айнур тигәнең ниндәйерәк егет ул?

– Атайым уны бик маҡтай, кешеләргә ныҡ алсаҡ, яғымлы, ундай егеттәр ғәйәт hирәк, ти. Уның яҡшы мөнәсәбәтенән, йылы hүҙҙәренән генә лә ауырыуҙар шәбәйә лә китә, ти. Бала-сағалар ҙа hис ятhынмай уға ылыға ла тора, ти...

– Һәләк hоҡланып hөйләйhең. Әллә ул hиңә оҡшай инде?

– Оҡшай ҙа бит. Әммә Айнур ағай миңә hеңлекәштәргә ҡараған hымаҡ ҡына ҡарай. Саҡ ун бишем тулды шул. Ә hин бына уны ғишыҡ утына hалырҙай hылыуhың.

Шул саҡ Магнитҡа осоусыларҙың билеттарын теркәү башланыу тураhында иғлан яңғыраны. Айнур егеттәрсә иғтибар күрhәтеп, йәhәт кенә ҡыҙҙарҙың сумкаларының икәүhен тотоп алды. Осҡосҡа күтәрелер алдынан стюардесса билеттарҙы ҡарап, hәр кемгә тәғәйен урынды әйтте. Гөлнур менән Дилбәрҙең урындары йәнәш икән. Айнур Дилбәрҙең ҡолағына: "Минең урынға ултыр, йәме", – тип шыбырлап өлгөрҙө.

Гөлнур hыр бирмәгән була, иллюминатор аша түбәндә ҡалған донъяны күҙәтә. Йөҙө уйсан, hаман да етди. Ауыҙға hыу ҡапҡандай ултырыуҙы уңайhыҙ күреп, шаярынҡырап, Айнур:

– Мәктәптә уҡығанда мин Самрау тигән күк батшаhының ҡыҙы Һомайға хайран инем. Көндөҙ ергә нур hипкән, кисен айға нур биргән Һомайҙы бер күрhәң ине тип хыяллана торғайным, – тине. – Ниhайәт, уны күреү бәхетенә ирештем, ул йәнәшемдә ултыра. Мәгәр уның йөҙөнән ниңәлер сихри нур түгелмәй...

Гөлнур башын диуанаға hалған был ниндәй йүләр тигән hымағыраҡ ғәжәпләнеп, егеткә боролоп ҡараны, сәстәренең, ҡаштарының ҡараhы, еңелсә йылмайған күҙҙәре йылылыҡ hирпелдергәндәй итте. Был сағылыш Айнурҙың күңелендә өмөт йәйғорон балҡытты. Егет ҡыҙҙың күңелен нығыраҡ йомшартырға, иретергә, уны шулай әүрәтергә теләп, кинәйәле итеп өндәште:

– Ә беләhеңме, Тамъян ҡыҙы ниндәй була?

– Ниндәй икән? Әлләсе...

– Көмөш тәңкәләрҙән, ҡыҙыл мәрйендәрҙән типселгән ҡашмау кейгән hылыу hәм дә зирәк, зиhенле. Аҡыллы, зирәк булғанға ҡойған ул серле йомаҡ. Бер сәсән шулай тигән:

Биҙәр-биҙәр, биҙәр йомаҡ,

Биҙәрләнеп торған йомаҡ.

Тамъян ҡыҙы ҡойған йомаҡ,

Табын ҡыҙы тапҡан йомаҡ.

Гөлнур, hин үҙең дә бит хәс тә йомаҡ, мин тапҡан йомаҡ!

– Улай бик зиhенле булғасhың, әйт йомағыңды?

– Һиңә лә йәбешкән, миңә лә йәбешкән, муллаға ла йәбешкән, донъяға ла йәбешкән.

– Беләм инде, беләм. Исем!

– Ә быныhы ни! Ике пипылдыҡ, ике мимылдыҡ, арҡа терәште, бергә булышты.

– Шундай йомаҡ буламы? – Гөлнур тыйыла алмай пырх итеп көлөп ебәрҙе.

– Була. Ул hинең ирендәрен, Гөлнур. Йә, йәнә бер йомаҡты юрап ҡара: яраhы юҡ – ауырта, төтөнө юҡ – яна.

– Белмәйемсе...

– Йөрәк, ул – минең йөрәк, Гөлнур...

Шулай йәшерен мәғәнә hалып, уратып әйтеп, кинәнес табып килә торғас, бер сәғәт ваҡыт hиҙелмәй үтеп тә киткән. Самолет Магнитогорск аэропортына тып итеп килеп тә төштө. Ҡунаҡ ҡаршыларға килгән бер таныш ағай Гөлнур менән Дилбәрҙе машинаhына ултыртып алды. Айнурға урын етмәне. Егет башы етеп, сумаҙанын йәhәт кенә Гөлнурға тапшырҙы:

– Бөгөн үк килеп алырмын.

Ҡайтып еткәс, билдән сисенеп, hалҡын hыу, еҫле hабын менән йыуынды, тәне сафланып, кәйефе тағы ла күтәрелеп китте. Салбарын ентекләп үтекләп, байрамдарҙа ғына кейгән аҡ күлдәген кейеп алды. Көҙгөгә ҡарап сәстәрен тараны ла дәртләнеп йырлап ебәрҙе:

Аҡ тулҡындар,

Аҡ тулҡындар,

Уйнай ҡояш нурында.

Эй ҡара күҙ, эй матур ҡыҙ,

Күҙем төштө hиңә,

Башҡорт ҡыҙына.

Айнур күкрәгенән йөрәге атылып сығырҙай булып тышҡа атлыҡты. Дамир ағайҙың өйөнөң ҡайҙалығын яҡшы белә. Ҡасабаның үҙәгенән ситтәрәк, әммә әллә ни алыҫ түгел. Бына ул йәшеллеккә күмелгән йәшел сирәмле урам, йәшел ҡапҡалы йорт. Гөлнурҙарҙың өйө ҡайhы яҡтан икән? Һулда – ике ҡатлы кирбес йорт. Уңдағы ағас йорттор, моғайын. Егет ҡапҡаны йөрәкhенеп асып, ихатаға атланы hәм аллы-гөллө веранда тәҙрәhе ашаhында таныш hынды шәйләне. Эскә үткәс, ҡыҙҙы бөтөнләй яңы ҡиәфәттә, төҫтә күреп, хайран ҡалды: ҡыйғас ҡаштары тағы ла ҡыйылыбыраҡ киткәндәй, күлдәй күҙҙәре йымылдай, иренгенәләре тулышып бешкән сейәләй, бит алмалары таң шәфәғеләй, йөҙө яңы сыҡҡан ҡояштай көлгәндәй... Әүәлге моңhоу Гөлнурҙы ен алмаштырып ҡуйған тиерhең. Шишмәләй cылтыраған тауышы наҙ булып аҡты:

– Шундай мөхәббәтле итеп, йоторҙай итеп ҡарайhың, оҡшайыммы әллә?

– Оҡшайhың, иҫ киткес ныҡ оҡшайhың. Киске уйынға кил, Гөлнур. Көтәм...

Ҡыҙ сөм-ҡара күҙҙәрен йылмайтып, бит уймаhын уйнатып, тертәйеп, дертләп торған түштәрен тулҡынландырып, сыңлатып көлөп ебәрҙе:

– Мин Гөлнур түгел дә ул, иҫәүән. Мин – уның туғаны!

Шул хәтлем дә туған туғанына оҡшар икән! Егет ни тиергә лә белмәне, бөтөнләй телдән яҙҙы. Быныhы ла hушты алмалы hылыу! Ҡаушауынан ни өсөн килгәнен дә онотоп, Гөлнурҙы ла күрмәйенсә, мөйөштә торған сумаҙанын да алмайынса, Айнур урамға hыҙҙы. Уны ҡыҙҙың көмөштәй саф, яғымлы тауышы оҙатты:

– Саҡырғасың ни, ниңә бармаҫҡа. Үҙем булhа ла барырмын...

Егет киске уйын мәлен еткерә алмай бер булды. Уҡып та, ятып та ҡараны. Киске уйынға тиклем дүрт сәғәттән ваҡыт дүрт көндәй тойолдо, пар алмалай ике hылыу күҙ алдынан китмәне. Осрашырға килерме Гөлнур? Әллә ҡарлуғастай етеҙ hәм дә шат, шаян туғанымы?.. Айнур башҡаса түҙеп тора алмай, Асалының зифа ҡайындар үҫкән ял баҡсаhына ҡарай ашҡынып атланы. Fишығы ныҡтың йәне тынысhыҙ инде, мөхәббәте күңеленә hыймай, hөйгәне йәненән артыҡ тойола. Ҡайындар араhында Гөлнурҙы уйлап йөрөй торғас, эңер етеп, мәҙе лә төштө, бейеү майҙансығында уттар ҡабынды, парк йәш-елкенсәк менән тулды. Егет ҡара ҡашын hурып алырҙай булып көттө. Ана, киләләр, икәүләп киләләр! Айнурҙың уларҙан күҙе китмәй, икеhе лә күңеленә ятышлы. Шуға ла ул уңайhыҙланып ҡына:

– Хәйерле кис, ҡыҙҙар, – тигән булды.

– Хәйерле кис. Мин – Гөлназ, йәнәшемдә – Гөлнур. Беҙ – игеҙҙәр, мин бер нисә минутҡа ғына кесемен hәм төҫкә ағыраҡмын. Башҡаса бутама беҙҙе, еҙнәй, – тине лә юҡ та булды шаталаҡ ҡыҙ.

Айнур Гөлнурҙы әйләнеп тә, тыпырлатып та бейергә саҡырҙы, шунан вальсҡа әйҙәне. Икеhенең дә торошо, йөрөшө килешле. Ашыҡмай ғына әйләнәләр талғын көйгә. Fашиҡтарға вальс йәтеш. Гөлнурҙың йылымыс ҡулы Айнурҙың бөтә тәненә иҙрәткес рәхәтлек бирә, сәстәренән аңҡыған хушбуй еҫе күңелен ләззәткә талдыра, томбойоҡтай түштәренең ҡағылып китеүе әллә нишләтә, телhеҙ итә. Һөйөү наҙын hүҙhеҙ ҙә тойоп, hоҡланғыс пар булып, моң, иҫерткес хис тулҡынында йөҙәләр ҙә йөҙәләр. Һөйгәненә бағып, онотолоп, мөхәббәт сәхрәhендә таң тыуғансы гиҙергә ине лә Гөлнур иҫкә килтерҙе:

– Айнур, ҡайтайыҡ. Әсәйем төн уртаhына тиклем йөрөгәнде яратмай, бик уҫал.

Ихатаға ингәс, егет йәhәт кенә йәренән айырылырға теләмәне, уның ҡулын ҡыҫыбыраҡ тотто. Ышанырғамы-ышанмаҫҡамы, ҡаршыhында – йәннәт хурылай hылыу, hөйкөмлө ҡыҙ. Төндәй ҡара сәстәр, нур сәскән күҙҙәр, тамылйып бешкән сейәләй ирендәр... Ах, был ирендәр! Ай яҡтыhында, әйтерhең, ҡәҙимге ер ҡыҙы түгел, ожмах фәрештәhе тора. Егет тамам сихырланып, хискә тулышып, "фәрештә"не ҡосағына тартты, илекhеп, ләззәтләнеп, тамылйыған "сейәләр"ҙе татыны hәм "Мин hине үлеп яратам, мин hине бер кемгә лә бирмәйем, гөлкәйем", тип бышылданы. Күҙҙәре лә, күңеле лә hөйә уның. Гөлкәйе быны тойҙо. Ҡош – аяғынан, ҡыҙ ирененән эләгә, тигәндәй, үҙе лә егеткә hырыҡты. Шул ваҡыт төн тынлығын ярып, веранданан ризаhыҙ тауыш яңғыраны:

– Башында уҡыумы тиhәм, уйын да егет. Ҡор-р-оғор!..

– Әс-с-әйем... – "Фәрештә" ҡосаҡтан ысҡынып, йылп итеп ҡалды.

* * *

Һай, ваҡыттың елдәй иҫкәне. Ете йыл ете көндәй ҙә тойолмай үтеп тә бара. Айнур медицина институтын тамамлап, Урал ҡасабаhында гөлкәйе менән күк күгәрсендәрҙәй гөрләшеп донъя көтә. Уның менән осрашҡан мәлдә: "Был кәүҙәгә баҙыҡ ҡыҙҙы кәләш итеп алhам, шундуҡ игеҙ бала табыр микән?" – тип юрағаны юш килде, Гөлнуры, күҙ нуры, ул да, ҡыҙ ҙа тапты. Аллаhы Тәғәлә теләгән кешегә ҡыҙ балалар, теләгән кешегә ир балалар бирермен, тигән. Ул иhә Гөлнур менән Айнурға икеhен бер юлы бирҙе. Сабыйҙар тәбиғи аҡ (hөт) эсеп, теремек вә сәләмәт булhын, нығынhын, утыҡhын тип, Айнур ҡалаға юлланмай, ауыл ерен, ҙур хужалыҡ үҙәген hайланы, hауын hыйыр hатып алды. Аллаға шөкөр, игеҙҙәр туп hымаҡ тәгәрәп, hикереп үҫеп килә. Инә ҡулы – им, тип, Гөлнурға ғына бәпестәрен бәпләү өсөн институтта ситтән тороп уҡыуын бер аҙға кисектереп торорға тура килде. Бына әле йәйге имтихандарҙы бирергә барырға саҡырыу килде.

Ни эшләргә? Гөлнур уйға ҡалды. Донъя ҡарарға кеше кәрәк. Һыйыр hауырға, бер саҡрымдай ергә көтөүгә ҡыуырға, балаларҙы туйындырырға, йыуындырырға, кейемдәрен йыуырға...

Дауахана эшенән бушамаған иренә бер үҙенә генә ауыр буласаҡ. Әсәйҙе саҡырырға тура килер, моғайын. Ләкин килерме икән? Килмәhә... Бер ай элек кенә асыуланып ҡайтып киткәйне.

Гөлнурҙың да хәстәре күп. Мәктәп хәстәре, донъя мәшәҡәте, ығы-зығыhы. Балалар уҡытыу, дәрестәргә әҙерләнеү, дәфтәр тикшереү хәлде ала. Өй эштәренә ваҡыты ла етмәй, күңеле лә төшмәй ҡуя. Әсәhе иhә ороша:

– Уҡытыусы кешенең өйө ошолай буламы? Һис күңелгә ятмай. Йәм, күркәмлек юҡ. Әйбер-ҡараң ипләп hалынмаған, hауыт-hабаң hарғайған, ашлы hыуың түгелмәгән... Әйләнгән hайын ниндәйҙер кәмселек, етешhеҙлек таба ла тора. Мендәр, юрған тыштарын йыуып элгән дә тағы битәрләй:

– Әпсәң алтмышҡа етhә, ҡол кәрәкмәй, тиеүҙәре хаҡ икән. Донъяңды мин килеп ипләгәнде көтөп ятаhың. Мин йәш саҡта барыhына ла өлгөрә торғайным.

Ныҡ әрләгәс, тамам йәненә тейгәс, Гөлнур түҙмәне, әйтте лә hалды:

– Әсәй, hин беҙҙә ятып ялҡып, ейән-ейәнсәреңдән йонсоп, биҙрәп киттең шикелле. Бында янып-көйөп йөрөгәнсе, ҡайт Асалыңа, үҙ өйөңдә hәйбәтерәк булыр.

Әлбиттә, әсәhе ныҡ үпкәләне. Баланың буйын ғына түгел, аҡылын да үҫтереү мөhимлегенә ишараланы. Әйбер-hәйберен йыйғас, Гөлнур ишетерлек итеп, әҫәрләнеп әйтте:

– Һин, кейәү, белеп тор, уңған ҡәйнәләрҙән hәлкәү, hәпрә ҡыҙҙар тыуа. Шуға ла бисәңде әрләгәнгә аптырама. Этеп-төртөп тормаhаң, бөтөнләй аламаhына батыуы ихтимал...

Бына хәҙер шелтәләгән, битәрләгән әсәhе кәрәк, бик тә кәрәк. Икеле-микеле уйҙар менән Гөлнур Асалыға шылтыратты:

– Әсәй, иҫәнме.

– Иҫән, иҫән... Иҫеңә төштөммө ни?

– Дорфа hөйләшә, hаман кисермәгән, – тип эстән генә уйланы Гөлнур.

– Әсәй, әсәй, ярай инде, ғәфү ит. Мин бер айға сессияға китәм. Кил, донъяға күҙ-ҡолаҡ булып тор.

– Әпсәңде тыңламай, уҡып бөтмәй, ниңә кейәүгә сыҡтың? Бейә кешнәмәйсә, айғыр тешләмәй. Ваҡыты еткәс кешнәр инең. Үҙегеҙ табыштығыҙ, ҡауыштығыҙ, донъяғыҙҙы ла үҙегеҙ көтөгөҙ. Хуш!

Уҫал, hай, уҫал әсәhе. Әйтhә, үҙәккә үткәргәнсе әйтә лә ҡуя. Ҡыҙҙарын яңғыҙы үҫтергәс, уларға ҡаты ҡул, сәнскәкле тәрбиә сараhы кәрәк тип уйланы, буғай. Ҡарға ла балаhына "аппағым", терпе лә "йомшағым" ти. Әсәhенең дә әсе теллелеге ғәмәлдә тышҡы бер сағылыш ҡына. Йыш ҡына тыртайhа ла ысынында ул ҡыҙҙарына рәхимле, Айнур кейәүенә айырыуса итәғәтле, сөнки кейәүе hәр саҡ асыҡ сырайлы, көләс, илгәҙәк. Шуға ла кисен Гөлнур иренең ҡылын тартты:

– Гөлкәйеңә сессияға китергә ваҡыт етте. Бөгөн төштән hуң әсәйемә шылтыратҡайным, тырҫ-мырҫ килә, кирле-мирле hөйләшә. Килмәҫ, моғайын. Ни хәл итәбеҙ инде, Айнур?

– Нишләп килмәhен, ти, килер, кейәүе саҡырғас. Ҡайҙа, үҙем hөйләшеп алайым әле, – тип, Айнур сәмләнеп китте:

– Хәйерле кис, ҡәйнәм. Беҙ hеҙҙе hағынып бөттөк. Ул балалар көн hайын, өләсәй ниңә килмәй, ти ҙә тора. Йәмле йәй көндәрен бергәләп үткәрәйек. Һеҙhеҙ донъя йәмhеҙ, ҡәйнәм.

– Ай-hай, хәйләкәрhең дә инде, кейәү. Ауырhынып торам бит әле.

– Дауаларбыҙ. Мин табип та hуң. Атлап түгел, осоп йөрөрhөң, ҡәйнәм.

– Сир-hәрҙе имләрhең дә ул, ҡалған хәтерҙе ҡайтарыр йүнең бармы икән? Ҡатын-ҡыҙҙың "айт" тигәненә гелән "тайт" тиергә ярамай ир кешегә...

– Насар ишетелә, ҡәйнәм. Ай, шул телефонды...

– Гөлкәйем дә гөлкәйем, тип ниңә йомшаҡлыҡ күрhәтәhең, ҡатыраҡ тот...

– Бөтөнләй ишетелмәй, ҡәйнәм. Иртәгә Уралтауҙа ҡаршы алам. Уралтауҙа!..

Гөлнур йылмайҙы:

– Илла хәйлә тоҡсайыhың да инде, Айнур. Әсәйемдең йәнен иреттең, буғай.

Fөмүмән, Айнур тартынып тормай, ҡәйнәhе менән мәрәкәләп hөйләшә. Кейәүен көйлө күргәнгәме, ул уға hис тә үпкәләмәй. Бәлки, йола буйынса кейәү кеше әүәл-әүәлдән хандай hаналғанғалыр, ҡәҙер ителгәнгәлер. Бер мәл шулай ҡәйнәhе алдан белгертмәй, шыпырт ҡына килде лә төштө. Айнур иhә уйынсалап:

– Ҡәйнәм, әллә ут алырға ғына килдеңме, сәй ҙә эсеп тормайhыңмы? Усаҡта ҡуҙыбыҙ баҙлап, шауҙырлап ята былай, – тип ҡаршыланы.

– Ҡуҙығыҙҙы ҡуҙғытмам, йә ҡулым бешер, уты өҫтәмә төшөр, – тине ҡәйнәhе кинәйәне төшөнөп. – Сәйегеҙҙе лә әсәм, ашығыҙҙы ла ашайым, мунса ла төшәм, бер-ике аҙна рәхәтләнеп ҡунаҡ булып ятам, ҡыуандырам hеҙҙе, кейәү.

– Һай, әллә кемдең ҡәйнәhе! Гөлкәйем, сәйнүгеңде гөжләтеп ебәр әле, әсәң сарсап килгән бит.

Ҡәйнәhе ҡулдарын сайып, күстәнәстәрен сығарҙы, йәhәт кенә сынаяҡтарҙы өҫтәлгә теҙҙе, үҙ өйөндәге кеүек hамаҡлап, ашҡа ҡыҫтаны:

– Көҙгө ҡатыҡ, көмөш ҡашыҡ – кейәүем менән ҡыҙыма, яҙғы ҡатыҡ ярыҡ ҡашыҡ – киленем менән улыма. Йә, кейәү, hөйләп ебәр, мин килеүгә ҡәйнәләр тураhында тағы ниндәй мәҙәктәр әҙерләп ҡуйҙың?..

Мәгәр үҙе лә hиҙмәҫтән ҡыҙының ҡуҙын ҡуҙғыта, осҡонон өҫтөнә осора ла ҡуя шул...

* * *

Уралтау буйы hоҡланғыс. Тирә-йүн шундай хозур, шундай төлөк. Йәнгә лә, тәнгә лә сихәт ҡарағай ылыҫы еҫе бөркөлөп тора. Тын алышы иркен. Һауа hулап туйғыhыҙ. Хоҙай Тәғәләнең йәннәте бындалыр, моғайын... Әкиәт донъяhын hыҙғыртҡыс сың менән hиҫкәндереп, Сибай-Өфө поезы килеп туҡтаны. Гөлнур ҡайнар ирендәрҙән айырылып: "Ярар, имен-аман ғына тороғоҙ", – тип, етенсе вагонға ҡарай йүгерҙе. Шул саҡ Айнурҙың ҡаршыhында ғына торған өсөнсө вагондың ишеге асылды hәм тамбурҙа сумаҙанын hул ҡулына тотҡан ҡәйнәhе пәйҙә булды. Ул тейен етеҙлеге менән ергә төшөп, яҫы сағыл ташҡа менеп, hаулыҡ та алмай телдәрләнде:

– Йәмле кәкүк айҙарында тыуған еркәйеңдән айырылып, йөрәгең ҡабынып, сит илдәргә сығып кит инде, әйтәгүр. Үҙ өйөмдә үҙ көйөм ине. Йөрө инде яманhыулап, эсең бошоп, башыңды эйеп, ҡәҙер ебәреп...

Ялҡынын сығара ҡәйнәм. Күрәhең, йәне көйөп, янып килгән, тип уйланы Айнур.

– Ҡәйнәм, тим, ҡәйнәм! Үҙең әйтмешләй, ҡаҙандарҙа ҡайнап, hыу ҡуйырмай. Әйҙә, ҡайтайыҡ. Ашығыс ярҙам машинаhы көтөп тора.

– Ашығыс ярҙам миңә түгел, hеҙгә кәрәк, – тип hаман дөрләне ул. – Ҡайҙа Гөлнурың?

– Ана, вагон тәҙрәhенән ҡул болғай.

– Йылмайған була иш-ш-еү! Ҡор-р-оғор!..

* * *

Таң hыҙылып килгәндә Айнурҙың ҡолағына биҙрә шалтырауы салынды. Ҡоштар менән бергә уянырға күнеккән ҡәйнәhе hыйыр hауырға сыҡты. Ярым йоҡоло Айнур тағы серемгә талды. Иртәнге йоҡо бик тәмле була шул, күҙҙәргә төйөлә лә тора. Тағы күпме ятҡандыр, йоҡо аралаш ҡәйнәhенең еңелсә генә өҙөк-өҙөк өндәшеүен тойҙо:

– Кейәү... Кейәү, тим. Һыйырҙы ҡыуырға ваҡыт.

Йоҡо бүлмәhенә инмәй генә hүҙ ҡата, эскә үтергә ҡыймай. Ҡәйнәм үҙе эшкә шәп, тормай ҙә ҡуяйым, тип уйланы hәм тауыш бирмәне кейәү, йоҡлағанға hалышты.

– Иҫ белмәй йоҡлай, ныҡ арыған, күрәhең. Ярай, ял итhен, үҙем ҡыуайым бөгөн.

Ишек шығырлап ябылғас, Айнур hикереп тороп, тәҙрәгә баҡты. Ҡәйнәhе hыйыр менән башмаҡты сыбыҡлай-сыбыҡлай "Һәш-hәш! Һәш-түкә!" тиеп урамға сығарҙы. Күршеләрҙең дә ҡапҡалары асылды. Айнурҙарҙың hыйыры башҡаларға сәләм биргәндәй, моңло ғына итеп мөңрәне. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа иҫәнләшеп, ниҙер hөйләшә-hөйләшә мал-ҡараны көтөү тупланған урынға әйҙәне. Икенсе, өсөнсө көндө лә кейәү бер ни белмәй иҙрәп йоҡлаған булып, ятып ҡалды. Ҡәйнәhе уны үҙенсә аҡланы: – Табип кеше, түрә кеше, мәртәбәhен төшөрөп, бисә-сәсә, әбей-hәбей менән hыйыр hәүкәшләп йөрөмәҫ инде.

Бына шулай гөлкәйенең "уҫал" әсәhе бер нисә көндә мал әйҙәргә күнде hәм күнекте лә ҡуйҙы. Иң мөhиме: был шөғөл уның күңеленә бик тә хуш әхирәттәр менән аралашыу сараhына әйләнде. Иртәнге хозурҙа рәхәтләнеп, саф hауа hулап, әйләнә-тирә менән танышып, эйәләшеп, лабырлашып бара, ҡайта, күмәкләшеп әңгәмәләшеп ултыра. Күрше-күлән кейәүе менән ҡыҙын маҡтап бөтә алмай:

– Биғәйәт матур, көйлө, татыу йәшәйҙәр. Бер йән булып, hандуғастар көнләшерлек итеп.

– Эйе, шулай, – тип икенсеhе йөпләп ебәрә. – Өй сатын бергә тотоп, башҡаларға үрнәк күрhәтеп донъя көтәләр. Кейәүең – йорттоң терәге, ҡыҙың – биҙәге, тигәндәй. Яҡшы hүҙҙәре – йәнгә рәхәт. Бәхет асҡыстары – шулдыр, тим.

– Бәхет ҡошо татыуҙарға, тырыштарға ҡуна инде ул.

Һоҡланып hөйләгәстәре, ҡыҙы менән кейәүе өсөн әүәл үҙе hиҙеп етмәгән ғорурлыҡ тойғоhо кисерҙе әсә. Ҡәрҙәштәр уларҙы hанлай, хөрмәтләй, башҡаларға им күрә. Тимәк, ҡыҙы ул уйлағанса, ҡотhоҙ түгел, ә ырыҫлы, инабатлы. Гөлнур өйҙә юҡта үҙен хужабикә итеп тойоуҙан, ир кешенең, йәғни кейәүенең тамағына әҙерләй алыуҙан да кинәнес кисереп, күңеле бөтәйеп, асылып китте уның. Ейән, ейәнсәренең наҙлы итеп "өләсәй" тип өндәшеүҙәре лә хис-тойғоhон йомшартты, уй-фекерен үҙгәртте hәм, ниhайәт, ҡыҙына үпкәhен онотторҙо. Ҡыҙының балалары гөлдәй үҫеп килә. "Улар минең нәҫелем, дауамым бит", – тип ихлас ҡыуанды hәм көн hайын балаларҙың баштарынан hыйпап, арҡаларынан hөйҙө өләсәй.

* * *

Гөлнур имтихандарын уңышлы тапшырып, бүләктәр, күстәнәстәр тейәп, йылмайып ҡайтып төштө. Әсәhенә күҙҙең яуын алып торған ҡупшы күлдәк кейҙерҙе. Бик килешә үҙенә, күҙенә ҡыуаныс йәштәре тулды. Айнур өсөн дә, балалары өсөн дә өй йәмләнеп, йәнләнеп китте. Ҡатының алсаҡ, hылыу булhа, ожмах кәрәкмәй инде. Айнурға – Гөлнур ожмах! Өҫтәүенә өҙөлөп hағынған, йәне-тәне тилмергән. Ошо йәннәт донъяла уға бик хуш, бик рәхәт. Мәгәр ваҡытты туҡтатып булмай. Тыуыусы көн Айнурҙы йәннәттән айырҙы. Уятҡыс сыңынан hиҫкәнеп, Гөлнуры ҡосағынан hурылды. Һомғол hынын ысҡындырмаҫҡа иткәйне лә кәләше теләгенә ирек ҡуйманы. Бер аҙҙан уның иртәнге hалҡындан hалҡынайған ҡулы иренең йылымыс тәненә ҡағылды:

– Айнур... Айнур... Малды ҡыу!

– Йоҡом туйманы әле.

– Тор! Ятма иркәләнеп. – Гөлнур өҫтөнән йоҡа юрғанын hыпыра тартып алды. – Мин hыйырҙы hауҙым.

– Гөлнур, мин ҡәйнәмде өс көндә мал ҡыуырға өйрәтеп алдым. Һине лә...

Шул саҡ ҙур бүлмәнән ҡәйнәhенең тауышы ишетелде:

– Дөр-р-өҫ, кейәү! Үҙе ҡыуhын, ҡор-р-о... Ҡор-р-ромағыр!..

Ҡайтыр саҡта ҡәйнәhе Айнурға шыпыртын ғына шыбырланы:

– Ҡош әйләнеп тураға төшкән hымаҡ, hин дә әйләнеп ҡулға төшмә, кейәү, йәме.

Әммә ныҡ ярата шул Айнур Гөлнурын. Бер нисә көндән ул йәнә hәүетемсә генә hыйыр hәүкәшләй ине.

Фото: https://de.pinterest.com/

Автор:
Читайте нас