-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Ғинуар , 11:35

Унынсы малай

Сәүиә ЗАКИРОВА Хикәйә Хөрмәткә  һуғыштың тәүге айында  уҡ повестка тотторҙолар. Ул разведкаға тәғәйенләнде. Һуғыш бөтөүгә барғанда, ҡамауға эләгеп, өс иптәше менән үлемесле йәрәхәтләнеп, иҫһеҙ хәлдә әсирлеккә эләкте. Һәр әсиргә төшкән тотҡонлоҡ ғазаптарына ул да дусар булды, нисә үлеп, нисә терелде, ике тапҡыр ҡасырға ла маташты, ләкин тағы ла нығыраҡ язалап, баракка керетеп ташланылар. Түҙгәс түҙә икән әҙәм балаһы, Аллаһы Тәғәлә биргән ғүмер бөтмәһә, тәндән йән сыҡмай икән.

Унынсы малай
Унынсы малай

Ҡоро һөйәккә ҡалған Хөрмәт башҡа әсирҙәр менән эшкә сыҡҡанда, кискеһен баракка әйләнеп  ҡайтманы. Иҫһеҙ йығылды. Уны үлеккә һанап, иғтибар итмәнеләр. Төнөн ҡойоп яуған ямғырҙан иҫенә килеп, күҙҙәрен асты. Ҡараңғыла һәрмәнеп көс-хәлгә ҡалҡынғайны, үҙенең тупраҡ араһында ятҡанын аңланы. Мейеһен йәшен тиҙлегендә ҡасыу уйы телеп үтте. Сама менән ниндәйерәк йүнәлешкә икәнен фекерләп алды ла, бар көсө менән алға шыуышты.

- Тиҙерәк! Тиҙерәк! Әйҙә! - тип үҙен ҡеүәтләне.

Офоҡта таң һыҙылыуға, сыҡмаған йәне генә ҡалған әсир урман төпкөлөндә туҡтаны. Яҡын-тирәнән ашарға яраҡлы үләндәрҙе йолҡоп ауыҙына ҡапты, сатнап кипкән тамағын япраҡ сәйнәп ебетте. Ҡараңғы төшкәс, юлын тағы дауам итте. Бәләкәй генә йылғаға тап булып, кинәнеп һыу эскәс, хәл кергәндәй булды. Шул көс менән байтаҡ юлын ыратты. Офоҡта таң һыҙыла башлағанда, бер эҫкертте хәленсә өңөп, көндө шунда үткәрергә уйланы. Аслыҡтан  бороп эсе ауырта, телен әйләндерерлек тә хәле ҡалмағайны. Талсыҡҡан тән ойоп китте.

Төш күреп, бер килке уяна алмай ятты. Бына ул һарай башында бесәнлектә йоҡлап ята, иртәнге ҡояш уны рәхәт иркәләй, ҡуйынында иркә кәләше. Һәм ул Гөлнисаһын ҡосағына алырға итһә, урыны буш. Ә-ә-ә, ана бит, һыйырҙарҙы һауа, имеш. Күҙҙәрен асыр-асмаҫ уяулы-йоҡоло ятты, ҡолағына ҡатын-ҡыҙҙар тауышы салынғандай тойолдо. Ҡапыл тертләп уянып китте. Туҡта, был бит ферма яны булған, ҡатын-ҡыҙҙар көңгөр-ҡаңғыр һөйләшеп, һыйыр һауалар, феләк ҡапҡастары шылтырай, биҙрә ҡылылары бәрелеп сылтырай. Талсыҡҡан, асыҡҡан Хөрмәт тын алырға ла ҡурҡып ята торғас, йәнә ойоп киткәндәй булды.

Ҡабырғаһына ҡаты ғына нимәлер төртөүгә ауырлыҡ менән күҙҙәрен асты, эҫкертенең  асығыраҡ еренән Хөрмәткә аптыраулы ике күҙ төбәлгәйне. Байтаҡ ваҡыт бер-береһенә төбәлгән һораулы ла, ғәжәпләнгән дә ҡараштар аңлаштылар. Һәнәк  менән һалам аҡтарған ҡатын тауыш сығармаҫҡа ишаралап, бармаҡтарын ирененә ҡуйҙы. Әхирәттәре ҡайтырға ҡуҙғалғансы, яйлап арбаһындағы феләктәр менән булған булды. Ҡатындар күҙҙән юғалыуға, Хөрмәтте арбалағы һөт феләктәре араһына урынлаштырҙы: ауыр эштә сынығып үҫкән украин ҡатынына  ҡураныс ҡына, ҡоро һөйәк һәм тирегә ҡалған Хөрмәтте арбаға күтәреп һалыу әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Феләктәр араһына ла, өҫтөнә лә мул ғына итеп һалам тейәне, үҙе киң итәген йәйә биреп, Хөрмәттең тәненә  ауырлыҡ төшөрмәҫкә тырышып, өҫтөнә ултырҙы. Ауылға етәрәк эшлекле ҡиәфәттә полицай туҡтатты, арбаға типкесләп нимәлер тикшерҙе, һаламға ҡаҙаулы торған һәнәкте алып, бер нисә ергә сәнсеп алды. Шикләнерлек бер ни ҙә һиҙмәгәс, ҡатынға юлыңда бул,  тип ҡулын иҙәне.

    Ауыл ситендә яңғыҙы ғына йәшәй икән Валя. Хөрмәтте арбанан күтәреп тиерлек төшөрҙө лә, һалам түшәп, һарайына ҡалдырҙы. Ферманан эшен тамамлап ҡайтҡас, өйөнә индерҙе, ҡаҙанда һыу йылытып, өҫтөндәге алам-һалам кейем йораттарын һалдырып йыуындырҙы, һуғышта үлеп ҡалған иренең кейемдәренән ярарҙайын һайлап кейендерҙе. Былай ҙа ыҡсым ғына һынлы Хөрмәткә бәһлеүән ирҙең кейемдәре әллә ни килешле үк булмаһа ла, донъялағы иң затлы кейем булып тойолдо. Яңы һауылған йылы һөт тә эсеп алғас, инде нисәмә йылдар йомшаҡ яҫтыҡ   күрмәгән Хөрмәт яңы тыуған сабыйҙай кинәнеп йоҡлап китте. Хатта һыҙланыуҙарын да тойманы.

Валя май-сыр заводында һөт ташыу эшендә, шуға  көн дә һөтөн алып ҡайта, сырҙан да өҙмәй, хәрәм тип тормай, сусҡа майынан да баш тартманы Хөрмәт. Яйлап талсыҡҡан тәненә көс инде, биттәренә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. Валя уны кеше күҙенә күрһәтмәй аяҡҡа баҫтырҙы.

Йәш ир менән тол ҡатын араһында ниндәйҙер бер-береһенә тартылыу хистәре ҡабынды, әлбиттә, бының мөхәббәт түгеллеген икеһе лә аңлай ине.

Артабан да Хөрмәткә бында ҡалыу икеһе өсөн дә ҡурҡыныс ине. Бер ҡараңғы, ямғырлы төндә ул хәрәкәт итеүсе берәй часҡа тап булырға тип, юлға әҙерләнде. Валя күңелһеҙләнде, шулай ҙа хәлде аңлай. Ҡул осонда булған ризыҡтарын төйнәштереп, күңеленең ниндәйҙер урынын биләп алған Хөрмәткә хәйерле юлдар теләп, оҙатып  ҡалды. Һағыш тулы күҙҙәрен төбәп:

- Харитон, мин һине юҡһынырмын...

Хөрмәт үҙен ғәйепле кешеләй тойҙо, уға ҡатын бик тә йәл, тик ни эшләйһең - һуғыш...

- Ҡабат килерһеңме, Харитон? - Ир яуап бирмәне, нимә әйтһен һуң - тере ҡалһа, өйҙә өҙөлөп һөйгән Гөлнисаһы көтә. Валяға хөрмәт тулы күҙҙәре менән ҡараны, йәлләй ҙә, үлемдән йолоп алып ҡалғаны өсөн рәхмәтле лә ине...

Хөрмәт ҡатынға үҙенең исем-фамилияһын, өй адресын яҙып тотторҙо. Алда ни булырын кем белә, ни тиһәң дә һуғыш заманы.

- Имен ҡалһам, һуғыштан һуң килеп сығырмын, - тип ҡосаҡлап, сәстәренән һыйпаны. Рәхмәт йөҙөнән генәме, әллә йәлләпме, вәғәҙә бирҙе. Валя ҡараңғылыҡҡа инеп юғалғансы ҡул болғап ҡалды.

Мең михнәттәр менән ауылына әйләнеп ҡайтты һалдат. Ҡайтты, тип әйтеүе генә рәхәт - күпме йәбер, күпме тикшереү, күпме мыҫҡыллауҙар, кәмһетелеүҙәр төштө уның иңенә? Иләүҙән  иләнеп, һелкәүестән һелкенеп ауылына ҡайтып килгәндә, уны тағы сираттағы һынау һеңгәҙәтә һуҡты. Район үҙәгендә тамаҡ ялғап, әҙерәк хәл алырға  ашханаға инде. Еңелсә генә шау-шыу араһында таныш тауыш ҡолағына салынғандай булды, нисәмә йылдар һағындырған яҡын, йомшаҡ тауышты бер кемдеке менән дә бутап булмай - кәләшенең тауышы. Хөрмәт  тауыш яғына яйлап ҡына башын борҙо һәм ҡатып ҡалды. Арғы өҫтәлдә уның яратҡан кәләше - Гөлнисаһы һуғыштан ғәрипләнеп ҡайтҡан ауылдашы Кәрим менән ултыралар. Хөрмәтте күргән Гөлниса аптырап ҡалды. Кәрим, бер ни булмағандай, ҡоласын йәйеп урынынан торҙо ла:

- Үәт, осрашыу! - тип тамаҡ төбөнән гөрөлдөк тауышы менән һөйләнде. - Бына, кәләш менән ваҡ-төйәк йомоштар менән килгәйнек. Донъя бит, тегенеһе лә кәрәк, быныһы ла, тигәндәй. Бик шәп, теп-теүәл ҡайтып киләң, аяғың-ҡулың теүәл...

Хөрмәт менән Гөлниса уның ни һөйләгән ишетмәне, үҙ уйҙары менән ҡараштар аша һөйләште:

- Ни булды был, Гөлниса? - ти ир ҡарашы.

- Ғәфү ит, Хөрмәт, һинең хәбәрһеҙ юғалыуың тураһында ҡағыҙ килеүгә лә байтаҡ ваҡыт үтте. Ниңә тере булыуыңды аңғартманың, ниңә хат ебәрмәнең?

- Мине тиҙ оноторһоң тип уйламағайным, Гөлниса?

Ә Кәрим һаман үҙенекен һөйләй:

- Сәпсим бер яраһыҙ, әй, ҡорҙаш, шә-ә-әп. Бына мин генә ҡулымдың өс бармағын ҡалдырып ҡайттым. Нишауа, главный теребеҙ. Әле кантурға инеп сыҡтым, әртилгә эшкә яҙҙылар. Шут тартырға бармаҡтарымдың ҡалғаны ла етә ул, хисапсы булам инде. Һин, ҡорҙаш, зәрә ҡайғырма, ауылда тол ҡатындар быуа быуырлыҡ, йәш ҡыҙҙар ҙа буй еткереп торған. Беҙгә, фронтовиктарға, теләгәнен һайлап алырлыҡ.

- Ниңә үҙең һайлап алманың, кеше баҡсаһына үрелдең? - тип әйтергә уҡталды ла, Хөрмәт тыйылып ҡалды. Гөлнисаһына уңайһыҙлыҡ тыуҙырмайым, бөтәһенә лә һуғыш ғәйепле тип уйланы.

- Бәхетле булығыҙ! - тине лә, сығыу яғына уҡталды. 

Артылыш тауынан ауылға аҡшам мәлендә, әлә-һәлә эңергә килеп төштө. Һирәкләп кенә ҡырпаҡ ҡар бөртөктәре иркә генә итеп уның биттәренә, керпектәренә ҡуна.  Ана, атай нигеҙе  хужаларын юҡһынып, меҫкен генә моңайып ултыра. Ҡабыҡ ҡыйыҡ өҙгөсләнгән, тәҙрәләр ҙә өңшәйгән, ел ҡапҡа бау менән бәйләнгән. Уныһы инде ҡапҡа булған өсөн генә, сөнки кәртәләр сереп ҡойолоп бөткән, урам ҡола ялан хәлендә ине.

Хөрмәт махоркаһын төрөп, яңы тормошто нимәнән башларға тип, уйға сумды. Шул саҡ кемдеңдер аптырау ҡатыш шат тауышын ишетте:

- Атаҡ, Хөрмәт, әллә һинме, әллә енме? Үәт һин, ҡарасы, теп-тере Хөрмәт ҡәйнешкәйем! Әйҙә, юлдан килгәнһең, арығанһыңдыр, ин беҙгә. - Был ике туған ағаһының ҡатыны ине.

Хужабикә ах та ух килеп өтәләнде, тимер мейесенә ут  яғып ебәрҙе,  сәйгә һыу ҡуйҙы. Һуҡыр шәменең филтәһен күтәрә биргәс, өй бөтөнләй яҡтырып, йәмләнеп китте. Күрше  әбей менән бабайҙы саҡырырға киткән улы ингәс тә, оло ҡунаҡ йыйғандай йомоштарын ҡушты. Был хәбәрҙең дөрөҫлөгөнә тиҙерәк шаһит булырға тип килгән күршеләр, хәлдәренсә күстәнәстәр алып ингәс, өй эсе байрам төҫө алды ла ҡуйҙы.

- Бына бит, ғүмерең бөтмәгәс әйләнеп ҡайттың, улым.

- Һине инде юғалтып бөткәйнек.

- Үәт Аллаһтың ҡөҙрәте!

- Эсер һыуың, ейер ризығың бөтмәгән булған, шөкөр...

- Ә атай-әсәй ҡасан? - Хөрмәт һораулы ҡарашын күтәрергә ҡыйынһынды.

- Һине көттөләр, үлгәнеңә ышанманылар. Атайың мәрхүм, зауытҡа күмер яндырырға барғандан миктәп ҡайтты ла, шунан аяҡҡа баҫманы. Әсәйеңде ҡайғы бөктө, бер-бер артлы китеп барҙылар.

- Ағайың ҡайтып, аҙна-ун көн торҙо ла, ҡалаға китте, фрунтта бергә булған иптәше эшкә саҡырған. Шулайыраҡ хәлдәр балаҡай.

Сәй эсеп, байтаҡ гәпләшеп ултырғас, бабай:

- Ярай, килен, рәхмәт, бик мәслихәт. Беҙ ҡайтайыҡ. Хөрмәт улым, әйҙә беҙгә, иртәгәнән өйөңдө рәткә килтерә башларбыҙ, - тип уны үҙҙәренә саҡырҙы.

Көндәр  һыуыҡҡа тарта, йылғала боҙ туңды. Хөрмәт ныҡлы һыуыҡтарға тиклем донъяһын бөтәйтеү менән мәшғүл. Ҡыйшайған ишек яҡтарын, салшайып киткән иҙәнен дә рәтләштерҙе, мейестең дә ярылған урындарын балсыҡ менән мул ғына һылаштырғас, Йәмилә әбей аҡ балсыҡ менән ағартып та ҡуйҙы. Байтаҡ ғүмер  моңайып торған мейес нурланып, көлөп ебәргәндәй булды.

Бөгөн  Хөрмәт бәләкәй сана менән утын ташый, бабай менән кисә ҡоро-һары әҙерләп ҡуйғайнылар. Бына, ҡараңғы төшкәнсе, һуңғы йөгөн һөйрәп һыу буйына төштө. Шул саҡ әллә ни арала аяғы аҫтындағы боҙ уйылды ла китте. Секунд эсендә: “Йә, шул һынлы тамуҡ эсенән имен сығып, бер мәғәнәһеҙгә һыу төбөнә китергәме?” - тигән шомло уй йүгереп үтте. Ир нисек тә сығырға, боҙ ҡоршауынан ҡотолорға тырышты. Шул саҡ ярҙан кәртә һөйрәп йүгергән ҡатын күренде. Хөрмәт кәртәнең осона тотондо, боҙло һалҡын һыу ҡулды ҡурып өшөткән, бармаҡтар тыңлашырға теләмәй. “Ут-һыуҙы кискән һалдатмын бит, бирешмәҫкә!” - Ир үҙен шулай дәртләндерергә тырышты. Көс-хәл менән боҙ өҫтөнә сығып тәгәрәне. Ҡатын уға:

- Әйҙә, беҙгә инә һал, ҡоро кейем кейергә кәрәк, - тип үҙҙәренә йәһәтләне.

Өй йыйнаҡ ҡына йыйыштырылған, һикелә биш-алты йәшлек ҡыҙ бала һалабаштан яһалған ҡурсағы менән уйнап ултыра. Ҡатын һандыҡтан кейем-һалым эҙләп сығара башланы, шаршауҙы тартып, алыштырып кейергә ҡушты.  Шул арала тимер мейескә утын өҫтәп, сәйнүген эҫетергә ҡуйҙы.

- Әйҙә, эҫе генә итеп мәтрүшкәле сәй эсеп ебәр, еләк ҡағым да бар, - тип өтәләнде.

Баҡһаң, улар ҡыҙы менән киске сәй эсергә ултырғанда боҙға уйылып төшкән Хөрмәтте күреп ҡалып, ярҙамға ашыҡҡан.

Мансур бабай менән Йәмилә әбей Хөрмәттең был фажиғәнән имен ҡалыуына бик шат булды, ҡотҡарыусы киленгә рәхмәт уҡып бөтә алманы. 

Күрше райондан килен булып төшкән Хәбирәнең ире һуғышта һәләк булған. Ата-әсәһе үҙҙәренең яғына алып ҡайтырға димләһәләр ҙә, бәлки, ирем терелер, бер көн ҡайтып төшөр тигән өмөттә үҙҙәренең нигеҙендә йәшәүен дауам итә икән.

Яҙҙың матур көнөндә, Еңеү байрамында, йәштәр бергә донъя  көтә башланы. Ауырлыҡтар аша килгән бәхет бик татлы булды - гөрләшеп йәшәп, 9 малайға ғүмер бирҙеләр, матур тәрбиә ҡылдылар. Өлкән ҡыҙҙарын да Хөрмәт үҙ балаһы шикелле яратты. Хәҙер үҙ ҡанаттары үҫеп, ситкә таралышып бөттөләр инде. Бер көндө Хөрмәт ҡарт Хәбирәһенә:

- Ҡарсыҡ, ҡартайҙыҡ бит, тиҫтәгә тултырырға бер генә малай етмәне, - тип мәрәкәләп алды.

Ярата Хөрмәт бабай яҙҙарҙы. Бөтә ауыл ап-аҡ байрам төҫөнә биҙәлә, алмағастар, муйылдар, сирендәр тәмле еҫтәре менән танауҙы ҡытыҡлай. Һуңғы ваҡыттарҙа йыраҡлаша  барған  һуғыш йылдарын иҫкә төшөрә. Үҙен ҡотҡарыусы Валя-Валюшаны ла матур хәтирәләр менән телгә алғыланы, үҙен уның алдында ғәйепле кеүек тоя ине.

Бөгөн дә, ғәҙәттәренсә, әбейе менән сөкөрләшеп ситән буйында эскәмйәлә ултыра инеләр. Ауыл осонан саң борҡотоп ауыл хакимиәте башлығының машинаһы улар яғына табан елдерә.

- Ашығыс йомоштары барҙыр, - тип гәпләште ҡарттар. 

Машина тып итеп улар эргәһенә килеп туҡтаны, унан башлыҡ килеп төштө. Ололар менән ике ҡуллап күрешкәс, бер аҙ, ни әйтергә белмәй, ыҡ-мыҡ итте, унан кабинаға ымлап:

- Хөрмәт бабай, Хәбирә әбей, һеҙгә тип төбәп килгән ҡунаҡ бар бит әле минең менән, - тине. Бер аҙ, торғас, - Украинанан, - тип өҫтәп ҡуйҙы.

Кабина ишеге асылыуға мыҡты кәүҙәле, 50 йәштәр самаһындағы ир күренде. Хөрмәт бабай юғалып ҡалғандай булды, унан яйлап ҡына урынынан ҡалҡынды:

- Үәт бит,  һы... -  Шулай һамаҡлап ҡунаҡҡа табан ынтылды, уныһы бабайҙы ихлас ҡосаҡлап алды.

Хәбирә әбей эштең ҡайһы юҫыҡҡа тәгәрәүен  ҡатын-ҡыҙ  тойомлауы менән тиҙ төшөндө.

-  Бына бит, ҡарт, тиҫтәгә тултырҙыҡ, унынсы малайыбыҙ ҙа ҡайтып төштө, - тип йылмайҙы. -  Здравствуй, сынок!           

 

Автор:
Читайте нас