– Бөгөн клубта уйын буламы? – Күңел асыуға дәртле Хәлиҙәгә клуб ҡына бир. – Иҙәндәрен һындырғансы бейеп китергә ине.
– Белмәйем, үҙем дә кисә генә ҡайттым бит.
Күршем туҡтала алмай эштәге мәҙәк-ҡыҙыҡтарын, йәй Рәзиләләрҙә булыуын, Өфөлә ауылдаш йәки класташтарҙан кемдәрҙе күреүен һөйләне-һөйләне лә:
– Ярар, әйҙә, ауыл әбейҙәре һымаҡ ҡапҡа төбөндә ләстит һатмайыҡ. Күреп ҡалһалар, өҙмәҫтәр ҙә ҡуймаҫтар. Беҙ баш ҡала хеҙмәтсәндәре бит әле, – тип эре генә әхирәтенә боролдо. – Ә һеҙгә инәбеҙ, Шатморат, ҡотолдом быларҙан тип уйлама. Сәйеңде ҡайната тор.
– Инегеҙ, сәй һәр саҡ өҫтәлдә.
– Шулаймы? – Күршем бөтөнләй йәнләнеп китте, кире боролдо хатта. – Улай маҡтанғас, давай, һеҙҙә йыйылышып ултырайыҡ бөгөн. Халыҡ байтаҡ ҡайтты бит ҡаланан. Илдар, берәй нимә уйлашырға кәрәк булыр, тип һөйләнә ине. Тик уға, үҙең беләһең, ышаныуҙары ауыр.
– Әллә тағы, әсәйгә әйтеп ҡарармын.
– Кит бынауҙы, кәләш әйттерер ваҡыты еткән, оялмай ҙа әсәйгә әйтеп ҡарармын тип тора. Беҙҙә лә ултыра алыр инек, минекеләрҙең мыжыҡлығы бар, ә һинекеләрҙе ризалатып була. Һөйләшә тор, үҙем дә инеп юхалашырмын.
Ҡыҙҙар көлөшө-көлөшө, һөйләшеүҙән ҡәнәғәт булып юлдарын дауам итте.
Хәлиҙә тормоштоң ваҡ ығы-зығыһына әллә ни ҡайғырып йәшәй торғандарҙан түгел, киреһенсә, һәр нәмәнән кескәй генә ҡыуаныс табып, шуға шатланып, шуға риза булып, үҙе әйтмешләй, шөкөр итеп йәшәргә өйрәнгән. Бына әле лә эсендәге бар хәбәрен бушатып, ялға ҡайтҡан арала ла йыйылышып ултырыу, күңел асыу, клубҡа барып бейеү тураһында хәстәрләп елкенә. Шул яғы менән оҡшай ҙа ул миңә.
Эш барманы. Түмәрҙәр ҙә уйлағандан әҙерәк ярылды, йәшелсә баҡсаһындағы бесән кәбәненең дә ҡары яртылаш ҡына көрәлде, ҡапҡа алды ла таҙартылып бөтмәне. Нимәгә генә тотонһам да, ҡунаҡ ҡыҙыҡайҙың йомро ғына аҡ йөҙө, йылмайғанда ике битендәге соҡорҙары, оҙон керпекле ҙур зәңгәр күҙҙәре, маңлайына һибелгән аҡһыл бөҙрә сәстәре күҙ алдында тик торҙо. Быға ҡәҙәр бер генә ҡыҙға ла әлеге шикелле аптырағаным-һоҡланғаным юҡ ине әле...
Тегендә-бында төртөлөп урамда бер аҙ йөрөгәс, өйгә индем дә һүҙ араһында ғына әсәй менән өләсәйгә бөгөн йәштәр, класташтарҙы саҡырып һөйләшеп ултырырға теләк барлығын әйттем. Дөрөҫөрәге, рөхсәт һораным: ҡыҙҙар алдында эшкинмәгән булып ҡалаһы килмәй бит инде. Бар уй-хыял Хәлиҙәләрҙе ситкә ебәрмәү. Өләсәйем, бөгөн нисәһе әле, тип белеште лә, мин числоны әйткәс, теүәл бер ай элек булған икән шул тыуған көнөң, әллә бөгөнмө тип торам, тип ҡуйҙы. Миңә ни шул етә ҡалды: ҡайҙа, ул саҡта тыуған көндө байрам итеү ҡайғыһы булдымы, имтихандар бирҙем бит, тип һалдым. Әйҙә шуны байрам итеп ҡуяйыҡ, тип асыҡтан-асыҡ әйтмәһәм дә тел төбөм аңлашыла ине. Берауыҡ тын торғас, улар бер-береһенә ҡарашты, унан – миңә. Нимә уйлағандарын белеүе ҡыйын. Минең уҡырға инергә имтихандар биргәндәге борсолоуҙарын хәтерҙәренә төшөрмәнемме икән?..
Өләсәйем дә, әсәйем дә кеше күңелле кешеләр: улар бер ҡасан да күңел ҡырып һүҙ әйтмәҫ, ҡаршы төшмәҫ. Шуға күрә ризалыҡтарын ҡараштарынан аңлағайным инде. «Ярар һуң әтеү», – тине әсәйем. Өләсәйем, нисәләп кеше булыр икән, тип һораны. Хәҙерҙән үк аш һалырға, билмән әҙерләргә булдылар. Миңә мул ғына итеп ит, утын индерергә, унан ит турарға ҡуштылар.
Һөйләшеп бөтөп кенә сығып бара инем, шаулап Хәлиҙә килеп инде.
– Һаумыһығыҙ әле, күршеләр! – Ул етеҙ генә ишекте япты, бер мәлгә генә туҡталып барыбыҙға ла ҡарап алды, пальтоһын, быймаһын систе, унан өләсәйем менән әсәйемә ҡул биреп күреште.
– Иҫәнбеҙ, иҫәнбеҙ. Үҙең ни хәлдә һуң? – тине әсәйем. – Күптән ҡайтҡаның юҡ.
Әсәйемдең асыҡ-ярыҡ һәм алсаҡ Хәлиҙәне үҙ иткәнен мин белә инем.
– Эш бит, эш. Үҙебеҙсә тырышып йөрөгән көн. Ҡайтып булмай шул йыш. Ә малайҙар, ҡыҙҙар ҡайҙа? Әсҡәт ағай ҙа өйҙә юҡ, ахыры?
– Балалар мәктәптә. Аталары ла үткән йәкшәмбе уҡыуына киткәйне. Өфөгә. Ситтән ятып уҡып йөрөгән була бит.
Хәлиҙә көлөп ебәрҙе.
– Ситтән ятып тейсе, ситтән тороп тиң. Ҡартайып бөткәс уҡып йөрөмәһә. Мулла булырға уйламайҙыр бит? – Шаяртыу килеп сыҡмағас, Хәлиҙә. – Бер студент киткән, икенсеһе ҡайтҡан икән, – тип өҫтәп ҡуйҙы.
– Бер башлағас бөтөрөп ҡуяйым, тип йөрөгән була инде шунда.
Саҡ ҡына һүҙ туҡталып торҙо. Хәлиҙә стенаға эленгән фотографияларҙы, һеңлекәш, ҡустыларҙың китап-дәфтәрҙәрен, расписаниеларын ҡарап йөрөгән кеше булды ла мейес яғына сыҡты.
– Нимә йүгерешәһегеҙ? Ҡунаҡ-фәлән килергә тейешме әллә? – тип һалды, бер килке тапанып йөрөгәс. Үҙе миңә күҙ ҡыҫа, йәнәһе баяғы һөйләшеү буйынса минекеләрҙе «юхалай».
– Бына Шатморат класташтар менән ултырып алайыммы әллә, тип йөрөй. Шуға аш-маҙар ҡуяйыммы тим. – Әсәйем эшенән туҡтамай ғына шулай тип яуапланы.
– Бәй, ысынмы? – Тамам аптырауға һалышты күршем – әсәһе менән өләсәһен күндергән икән был тип уйланы, ахыры. – Мин класташың булмаһам да саҡыраһыңмы? Күрше хаҡы – тәңре хаҡы, тиҙәр. – Хәлиҙә шат ине. Ни әйтһәң дә уның хыялы – күңел асып ултырыу – тормошҡа аша бит.
– Әлбиттә.
– Улай булғас мин хәҙер үк Рәзиләне ебәрәм. Ярҙамлашһын. Аш-һыуға зерә егәрле ҡыҙыҡай ул.
– Кемде тиң? – Әсәйем аңлап етмәй ҡабатлап һораны.
– Әхирәтте. – Хәлиҙә шулай тип кенә әйтте лә ҡабаланып сығып та китте.
– Кемде һөйләй ул, шуның хәбәрен бер ҙә аңлай алмайым. Ауыҙы эсенән мөгөрләй ҙә, – тине өләсәйем, ҡәнәғәтһеҙ генә.
Мин йылмайып ҡуйҙым.
– Иптәш ҡыҙын алып ҡайтҡан, бергәләшергә шуны ебәрәм ти.
– Бер ҙә үҙем киләм тимәй икән.
Оҙаҡламай Рәзилә килеп инде. Оялсан ғына иҫәнләште, ғәфү үтенде, тартынып ҡына Хәлиҙәнең ебәреүен әйтте. Өләсәйем менән әсәйем бер-береһенә ҡарашып алды – йылмайҙылар, аптыраштылар. Шаталаҡ күршенең хәбәрен ысынға алмағандарҙыр, ахыры. Әсәйем:
– Әйҙә үт, үҙебеҙ ҙә өлгөрөр инек, икәүбеҙ бит, Шатморат та ярҙамлаша, – тине уңайһыҙланғандай.
– Хәлиҙә үҙе килмәйме ни, – тине өләсәйем.
Рәзилә яурынын ғына һелкте. Ә мин көйөнөү ҡатыш һөйөндөм: яңы ғына ҡапҡа тышында торған ҡыҙ өйгә инһен дә шулай һин дә мин һөйләшеп, бергәләшергә килеүен әйтеп торһон, имеш. Ул өҫтөн һалды, миңә мөләйем генә йылмайып, өйгә үтте. Ғәжәпләнәһеңдер инде, тигәндәй һораулы ҡараш ташланы. Биленә алъяпҡыс быуҙы, һаман йылмайышып ҡарап торған әсәйем менән өләсәйемдән ниҙәр эшләргә кәрәклеген һораны. Шунан үҙе, яуап та көтмәй, плитәлә ултырған ҡаҙанды алып йыуырға-сайҡарға кереште. Аптырашҡан әсәйем менән өләсәйем дә уға эйәреп эшкә тотондо. Оҙаҡламай, тегеһен былайтһаҡ арыу булмаҫмы, тегеләй итһәк лутсыраҡ түгелме, тип һөйләшәләр, эш бүлешәләр, кәңәшләшәләр ине инде. Унан үҙҙәре, бер-береһенә күтәрелеп ҡарап, йылмайышып ҡуя. Көлгө лә килә, сәйерһенәм дә. Ара-тирә өләсәйемдең һынаусыл ҡарашын тоям: ҡунаҡ йыйыу ҙа, был ҡыҙҙың килеп ярҙамлашып йөрөүе лә, Хәлиҙәнең инеп сығыуы ла һинең генә этлегеңдер әле, тип әйткән һымаҡ ҡараштары. Ә шулай ҙа күңелемә еңел һәм рәхәт. Рәзиләнең алсаҡлығы, әсәй, өләсәй менән тиҙ арала уртаҡ тел табып һөйләшеп китеүе ҡыуандыра.
Ишек төбөндә бер аҙ тапанып торғас, өйҙә үҙемдең артыҡлыҡты һиҙеп, урамға сыҡтым. Иҫ киткес бер күтәренкелек менән апаруҡ утын ярып ташланым, кәбәнде лә ҡарҙан таҙарттым, тап-таҡыр итеп ҡапҡа алдарын, юлды көрәнем. Шунан өйгә утын индерҙем, бәләкәй санаға фляга ултыртып, Еҙемгә һыуға барып килдем. Бар эш күңелле, уйнап ҡына эшләнә ине. Өйгә ингеләгән саҡтарҙа Рәзиләнең әсәйем менән ихлас әңгәмәләшеүен, үҙенең ата-әсәһе, тыуған яғы тураһында һөйләгәнен ишеттем. Һирпелеп-һирпелеп үҙемә ҡарағылап алғанын да тойҙом, һөйләшергә-серләшергә һүҙ ҙә, мөмкинселек тә юҡ, оялдыра, ә ҡараштар күптән серләшә-һөйләшә ине инде.
Аш ҡуйылып билмәнгә ит үткәрелгәс, Рәзилә флягалағы һыуҙы өйҙәге биҙрәләргә бушатты, иҙәнде йыуып алды. Өй эсе яҡтырып байрам төҫөнә инде, тәмле еҫтәр менән тулды. Бер сама эш йомғаҡланып сәйгә ултырғас, Рәзилә бөтәбеҙҙе лә аптырашта ҡалдырып, ҡайтып китте. Әйтеп-әйтеп ҡараныҡ, күндереп булманы.
– Ҡалай йәпһеҙ булды әле, – тине өләсәйем уның артынан ишек ябылып аҡ томан мейескә бәрелгәс, – эшләттек-эшләттек тә сәй ҙә эсерә алманыҡ бисараға, әллә нимә уйлап киткәндер әле.
– Ашыҡты бит, һүҙ әйтеп торорҙар тинеме икән? – Был хәл әсәйемде лә борсоуға һалғайны.
Мин өндәшмәнем. Ысынлап та, күңелһеҙ килеп сыҡты шул. Тауыш-тынһыҙ апаруҡ ваҡыт үтте. Өләсәйем йәнә һүҙ башланы:
– Ҡасан да булһа барыбер килен алырға, эҙләйһе юҡ, үҙе килеп инде, – тине шаяртып. – Шунда рәхәтләнеп һыйларһың сәйең менән.
Әсәйем тәүҙә миңә, шунан өләсәйемә ҡарап көлөмһөрәне.
– Ундай килен төшһә...– тине хискә бирелеп.
– Алып ҡалайыҡмы һуң? Хәлиҙә ҡалдырам тине бит.
Уйын-көлкө менән башланған һүҙҙе шул рәүешле дауам иттереү теләге менән мин:
– Ҡалығыҙ, – тинем, үҙемдең бик иҫ китмәгәнде күрһәтеп.
Әсәйемдең күҙҙәре дүрт булды:
– Ә уҡыуың нишләй? Атайың ни әйтер бит. Ҡайтһын әле. – Уның һөйләшеүҙе ысынға алыуы күренеп тора ине.
Өләсәйем йәнә мут ҡына йылмайып ҡуйҙы.
– Ул ҡалыр, мин уҡырға китермен.
– Юҡ, улай тырым-тырағай йәшәү йәшәү түгел инде ул, – тине әсәйем, сынаяғын өҫтәлгә ултыртып.
Һүҙ ошонда туҡталып торҙо, һәр кем үҙ уйына сумып сәйен эсте.
* * *
Ҡышҡы көн ифрат ҡыҫҡа. Яңы ғына утын ярам, тип урамға сыҡҡайным, арлы-бирле иткәнсе тирә-йүнгә ҡараңғылыҡ ҡоршауы ла төшә башланы. Әсәй менән өләсәй аш-һыу менән булашҡансы, мин малды ҡараным, күршеләрҙән өҫтәл, ултырғыстар алып килдем, йәнә һыуға барҙым. Унан ауылдағы, тегенән-бынан каникулға, ялға ҡайтҡан класташтарға өндәшеп сыҡтым. Ауыл буйлап йөрөп ҡайтышлай Хәлиҙәләргә һуғылып, уларға ла әйттем.
Әйтелгән ваҡытҡа барыһы ла килеп етте. Йәш елкенсәккә ни күңел асырға сәбәп кенә булһын. Иҫләгәндәре һораша-белешә ҡотлаған булды, белмәгәндәре йыйылышып ултырабыҙ икән тип кенә уйланы. Ә мәжлес йыйыуҙың сәбәбен мин үҙем генә белә инем.
Хәлиҙә үҙен хужаларса тота – күрше бит! Күрһәтмәләр биреп кенә йөрөй, ә Рәзилә алъяпҡыс быуып алды ла эшкә тотондо: өҫтәлгә ниҙәр ултыртырға, ташырға, кисәне үткәреүҙең рәт-сираты менән ҡыҙыҡһынды, һораны, төпсөндө. Ҡыҫҡаһы, уға ла, миңә лә йәйелеп ултырырға тура килмәне – ҡунаҡтарҙы урынлаштырҙыҡ, ризыҡ ташыныҡ. Был эш уны ла, мине лә ауырһындырманы. Беҙҙең эйәртенешеп йөрөгәнде күҙәтеп ултырғандар оялтып та бөттө, был мәжлес ҡәҙимге ябай мәжлескә оҡшамаған, туйға тартым, әллә, ысынлап, туйға әйләндерәйекме, йәнәһе. Бындай төртмәс хәбәрҙәрҙе тыңлауы тәүҙә уңайһыҙыраҡ булһа ла тора-бара күнектек – уны уйын-көлкөгә әйләндереп ыңғайҙарына һыпырҙыҡ.
Байтаҡ ваҡыт һөйләшеп-көлөшөп, ашап-эсеп ултырғас, түр яҡтан әсәйем сыҡты ла аяҡсының ҡолағына нимәлер әйтеп китте. Класташым Ирек йылмайып баш ҡаҡты. Унан саҡ ҡына уйланып ултырҙы, һағайышҡан ҡунаҡтарҙы аптыратып һүҙ башланы:
– Иптәштәр, ашайбыҙ ҙа ашайбыҙ – ярты тана бөткәндер инде хәҙер. Әммә ләкин бер нәмәне йәшерҙегеҙ: иң ҙур өлөш кемгә сыҡты?
Ҡунаҡтар ашауҙан туҡтаны. Ҡайһылары оялып ситкә боролдо, икенселәре йылмайып башын түбән эйҙе, аптырап күршеһенә ҡараны.
– Әйт, зарыҡтырма, оялтаһың бит халыҡты.
– Йәтәс кемгә сыҡты? – тине Ирек.
Халыҡ тәүҙә аңламайынсараҡ торҙо.
Шаярыу һымаҡ ҡабул иттеләр, шикелле. Шуғамылыр береһе:
– Тананың йәтәсе буламы ни? – тип көлдөрҙө.
Китте тел сарлау, көлөшөү.
– Хәҙер таналар, бәлки, йәтәслелер.
– Туҡтағыҙ, туҡта. – Ирек яңынан һүҙ алды. – Табылһа, кем йәтәсе икәнлеген асыҡлауы ҡыйын булмаҫ, хәҙергә шул әйберҙең кемгә эләгеүен генә әйтегеҙ. Йотмағанһығыҙҙыр бит.
Барыһы ла тәрилкәләренә эйелде. Кеше ыңғайына мин дә үҙемдекен ҡараным: ҡыҙғанысҡамы, әллә бәхеткәме йәтәс миңә сыҡмағайны.
– Миндә, – тине шул саҡ Рәзилә. Бите ҡыҙарҙы, тауышы ла сығыр-сыҡмаҫ яңғыраны.
Өй эсе геү итеп ҡалды – ағасҡа ҡорт күсе килеп ҡундымы ни. Барыһы ла еңел тын алып көлөргә кереште, әйтерһең, Рәзилә барыһын да ауыр эштән ҡотҡарҙы.
– Мәмдүҙә апай кемгә һалырға белгән шул.
– Еңеүсегә өҫтәмә рәүештә тағы бер тәрилкә аш!
– Ныу мутһың да инде, әхирәт, бәхетең прәме тәрилкәңә төшкән. – Быныһы күршем тауышы. – Хәйерлегә булһын!
– Хәйерлегә булһын, имеш. Уны ниңә бәхеткә генә юрайһығыҙ, киреһенсә килеп сығыр, бәлки.
– Ошо Илдар юҡ-бар һөйләр ҙә ултырыр. – Ҡыҙҙар бер тауыштан икенсе класташыма ҡаршы төштө.
Ирек йәнә аяғына баҫты.
– Бәхетһеҙ тауыҡтың йәтәсе Рәзиләне бәхетле итте. Эйе, эйе, бәхетле итте. Ул – ҡунаҡ. Ҡырылмаһа ҡырҡ ата балаһы йыйылған ошо ят ерҙә йәтәстең тап уға сығыуы шатлыҡлы хәл. Ул миңә лә, Фәймәгә лә, Ләләгә лә, Илдар һиңә лә, хатта Шатморатҡа ла түгел, ә Рәзиләгә сыҡҡан. Мәмдүҙә апай, ҡунаҡҡа махсус йәки юрамал һалмағанһыңдыр бит? – Ирек ҡунаҡтарҙың шик-шөбһәләрен һиҙеп, был хәлдең осраҡлы булыуын әсәйемдән әйттерергә теләне шикелле.
– Ю-у-ҡ, нишләп...
– Ишеттегеҙме? Ә ҡунаҡҡа ниндәй шарт ҡуябыҙ һуң?
– Әллә тағы. Сыҡҡан кешеһенә эш-маҙар ҡушырмын, тип уйламағайным. Көҙҙән үк бер тауыҡ ҡалғайны, ҡыҙыҡ булһын әле тип шуны һалдым да ебәрҙем. Бәхет юрағайным, бәхете үҙе менән йөрөһөн!
Өҫтәл йәнә шау-шыу килде.
– Ай-һай, белеп һалғанһығыҙҙыр.
– Күңеле тартҡан кеше менән айырһын.
– Давай...
– Әйҙә Шатморат менән. – Быныһы тағы күршем тауышы. – Еңелһә – бында ҡала, еңһә – алып китә.
– Кемде? Шатмораттымы, әллә йәтәстеме?
– Былай хәл итәйек. Хәлиҙә әйткәнсә, әйҙәгеҙ, йәтәсте Рәзилә менән Шатморат айырһын. Береһе – ҡунаҡ, икенсеһе – хужа. Шартын уйлашайыҡ. – Буласаҡ әҙәбиәт һәм тел уҡытыусыһы Ирек һөйләргә оҫта ине. Мәжлес алып барыуҙы, телмәр тотоуҙы уға ҡуш та ҡуй. – Мин былай уйлайым: Шат отһа, Рәзилә бында тағы килә, Рәзилә отһа, Шат уларға ҡунаҡҡа бара. Ризаһығыҙмы?
– Ризабыҙ.
– Туҡта, үҙҙәренән һорарға кәрәк.
– Ниңә ул үҙе генә бара, барыбыҙ ҙа күреп ҡайтайыҡ.
– Мин әхирәтте йәтәсһеҙ ҙә алып ҡайта алам, – тип һүҙ ҡыҫтыра күршем – Рәзиләнең бында ултырыуында үҙенең ҡатнашлығы барлығын белдергеһе килде шикелле.
– Ул хәҙер һеҙгә түгел, тура бында киләсәк шул, – тип ирештерҙе Илдар.
– Килһә, моғайын беҙгә лә керер, – тигән булды Хәлиҙә.
Иректең ишараһы буйынса беҙ урындарҙан торҙоҡ. Рәзилә йәтәстең бер яғын ике бармағы менән генә эләктерҙе лә икенсе яғын миңә һондо. Мин дә – быға тиклем бер ҙә уйнап ҡарағаным юҡ ине – тоттом һәм беҙ һөйәкте һаҡ ҡына ике яҡҡа тарта башланыҡ.
– Ныҡмы?
– Әрәм итмәй, иҫтәлеккә генә ҡалдырығыҙ ҙа ҡуйығыҙ!
Төртмәле һүҙҙәр, көлөшөү китте. Тарта торғас, һөйәк һынды. Рәзилә шунда уҡ:
– Ҡайҙа, кемдәгеһе оҙонораҡ икән, –- тип үҙендәгеһен миңә тотторорға уйланы.
– Иҫемдә! – Мин алып үлсәгән булдым да кире бирҙем.
– Иҫемдә!
Йәштәр йәнә көлөшөп алды.
– Ҡара һин уларҙы, былай рәт-сиратын беләләр икән!
Ошо минуттан Рәзилә уйынға бирелде. Әллә отоу өсөн, әллә шаярып, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә ҡалаҡ, сәнске, ашап ултыр, тигән булып икмәк йәки бүтән ашамлыҡ тотторҙо ла тотторҙо. Уның ыңғайына ярыш ҡомарына бирелгән мин дә «иҫемдә»не иҫемдән сығарманым. Был ваҡытҡа уға тамам өйрәнеп, бик оялмай-тартынмай йөрөй башлағайным инде.
Ә мәжлес үҙ ыңғайына бара бирҙе. Йырлашып та алдыҡ, пластинкалар тыңланыҡ, бейештек, мәҙәк хәбәрҙәр, ҡыҙыҡ хәлдәр һөйләнде, мәктәп йылдары, уҡытыусылар иҫкә алынды. Байтаҡ ултырғас, әсәйем, билмәнде һалырға ваҡыттыр инде, тип соландан һелкәүесте индерергә ҡушты. Сығып, һелкәүескә теҙелгән билмәндәрҙе алып мейес яғына килгән Рәзиләгә тотторҙом. Шул мәл уйын иҫкә килеп төштө лә теге аңына килгеләгәнсе:
– Йәтәс! – тип һөрәнләп тә ебәрҙем.
Ҡапыл ҡысҡырып тертләттем шикелле, ул ҡулындағы һелкәүесте төшөрҙө лә ебәрҙе – таш кеүек туңған билмәндәр тубырлашып иҙәнгә ҡойолдо. Ҡот осто үҙемдең дә. Тиҙ генә Рәзиләгә, унан плитәгә утын өҫтәп йөрөгән өләсәйемә күҙ һалдым. Эйелә һалып билмәндәрҙе өргөләп-һыпырғылап һелкәүескә тултырҙым.
– Әллә нишләнемсе, – тине Рәзилә уңайһыҙланып. – Ҡулайһыҙ.
– Бынау һөнәрһеҙен әйт әле һин уның, тапҡан уйнар ваҡыт. Кеше эш менән була, ә ул... – Өләсәйем мине орошорға тотондо. Рәзилә күтәрелеп ҡараны һәм йылмайып бармаҡ янаны, йәнәһе, ишеттеңме, ҡайҙа етте шунда уйнап йөрөмә. Үҙемә лә ҡыйын булып китте – уйындан уймаҡ сығыр тип кем уйлаһын инде – шатлыҡ-ҡыуаныс һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты.
Рәзилә билмәндәрҙең яртыһын ҡаҙанға һыпырып төшөрҙө, бик күп яһағанһығыҙ икән, бөтәһен дә һалмайыҡ, быларын кире сығар тип һелкәүесте кире миңә тотторҙо. Уны-быны уйлап өлгөргәнсе:
– Йәтәс! – тип шыбырланы.
Минең асыҡ ауыҙлыҡтан иң ныҡ ҡыуанғаны өләсәйем булғандыр, моғайын.
– Йәтеш итте, харап маҡтана инең, шул кәрәк һиңә, – тип һөйләнде көлә-көлә.
Теге яҡтағылар ҙа беҙҙең шаулашҡанды ишетте.
– Эләгәме?
– Мейес артында уйнарға ярамай, бында сығығыҙ!
Ошо хәлдән һуң уйынды икебеҙ ҙә бер килке онотоп йөрөнөк. Ҡулыбыҙға байтаҡ әйбер, һауыт-һаба, ашамлыҡ тотторһаҡ та өндәшмәнек, бер-беребеҙҙең хәтерен һаҡланыҡ. Күҙҙәребеҙгә ҡарашып йылмайышыр ҙа ҡуйыр инек. Ә ҡараштар берәйһенең осло күҙенә салынһа, эй, уның ҡайғыһымы, онотола бит, тормош яңы башлана, уйнап бөтөрбөҙ әле тип шаярттыҡ.
Ҡунаҡ таралыр алдынан ғына тағы бер отолоп ҡуйҙым: билендәге алъяпҡысын сисеп бирҙе. Миңә баяғы һымаҡ йәнә ҡыйын булып китте. Байрам бөттө, ул хәҙер ҡайтып китәсәк, тип күңелһеҙләнә башлаған саҡта уйын ҡайғыһымы? Эсем бошоп, уға ҡараным, әммә мин уйлағанса шат түгел ине Рәзилә. Икегә бер, тимәк, тинем. Өндәшмәне, һағышлы ине уның ҙур зәңгәр күҙҙәре. Әсәйем, өләсәйем менән йылы ғына хушлашып сығып китте.
Клубҡа ла барып бейенек Хәлиҙә бик өгөтләгәс. Һыуыҡ булһа ла урамда ла йөрөнөк. Рәзиләне һуң ғына оҙатып ҡуйҙым. Ҡапҡа төбөндә көтөп торған Хәлиҙә:
– Туңдым, ниңә оҙаҡлайһығыҙ, яңғыҙ ни йөҙөм менән керәйем өйгә, – тип беҙҙе әрләп бөттө.
Тегене берсә юхалап, берсә:
– Иртә ҡайтып киткәнһең, – тип үҙен ғәйепләп саҡ тынысландырҙыҡ.
– Һеҙгә барып көтөп ултырырға кәрәк булған да бит, – тип көлә үҙе.
Иртәгәһенә үҙемә урын таба алмай йөҙәнем. Сыҡһам да, керһәм дә ике күҙ һәм күңел күршеләр яғында ғына булды. Эшкә ҡул барманы. Тегеләр мунса яғып керҙе, өс тапҡыр икәүләп Еҙемгә һыуға барып килделәр. Инмәнеләр. Үҙем дә уңайһыҙландым, Хәлиҙә өндәшмәһә лә ата-әсәһе әллә нимә уйлауы бар. Төшкә табан күрше, ҡуҙғалабыҙ, китмәһәң, исмаһам хушлашып ҡал, тигәс керҙем. Урамда – егеүле ат. Хәйбулла бабай автобусҡа – күрше ауылға тиклем алып барырға ниәтләгәндер инде. Иҫәнләштек, бер- беребеҙгә оҙаҡ ҡына ҡарашып та алдыҡ. Рәзиләнең йоҡараҡ кейенгәнен күреп йәһәт кенә ҡайтып атайымдың толобон килтерҙем.
– Йәтәс!
Рәзилә тертләп китте. Уңайһыҙланды, ҡыҙарҙы. Бит остарын соҡорайтып һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә йылмайғандай итте.
– Ярай әле ҡулда һелкәүес юҡ, – тине шунан.
Мин көлөп ебәрҙем – билмән ваҡиғаһы бөгөн мәрәкә генә хәл булған да ҡалған икән. Ләкин ҡыуанысым оҙаҡҡа барманы, сумкаһын санаға урынлаштырып йөрөгән Хәлиҙә ҡашын емерҙе лә:
– Ныу мәҙәкһең дә инде, Шат. Маладис яҡтарың бар, ә балалығың һаман сығып бөтмәй үҙеңдән. Кеше бөгәсә йоҡламай сыҡты, ә һин һаман уйнауыңды беләһең.
– Хәлиҙә...
Йәтәсем йәнә урынһыҙ әйтелде. Мин нисек тә һүҙ ялғау, кәйефен күтәреү өсөн тырышҡайным, киреһенсә килеп сыҡты. Бүтәнсә өндәшмәнем.
Ауыл осона ҡәҙәр оҙата барҙым. Ҡул биреп хушлаштыҡ. Ат боролошто үтеп, яртылаш ҡар күмгән муйыл, балан ағастарына ышыҡланғансы, сана табандарынан йылтырап ҡатҡан юл өҫтөндә баҫып торҙом. Рәзиләнең дә күҙҙәре миндә һымаҡ ине. Күңел болоҡһоу. Хәлиҙәнең урамда әйткән һүҙҙәре хаҡында ла уйландым, үҙемде лә нимәләлер ғәйепле һиҙҙем. Ниндәйҙер билдәһеҙлек һәм һағыш солғап алды мине: кеше юҡтан ғына, бер ниндәй сәбәпһеҙ йоҡламай ятмаҫ, бойоҡ ҡына хушлашмаҫ.
Ошо көндән башлап каникулдың рәте китте. Үҙем уҡып сыҡҡан мәктәптәге осрашыу ҙа, күрше ауылда йәшәгән апай менән еҙнәләргә барыу ҙа бушап ҡалған күңелде тултыра алманы, киреһенсә, бүтән кешеләр менән аралашҡан-һөйләшкән һайын, Рәзиләнең юҡлығын нығыраҡ һиҙҙем, юҡһыныу көсәйә генә төштө, һағышҡа әйләнде. Күңелдән уның һәр һүҙен ҡабатланым, хәрәкәттәре, ҡарашы күҙ алдынан китмәне. Өйҙәге ул ҡағылған һәр әйбер уны иҫкә төшөрҙө, төшкә инеп бөттө.
Баҡсалағы бесәнде лапаҫ башына ташлап, утынды ярып бөтөп өйҙөм дә, атайыма ваҡ-төйәк, ашанты кәрәктер тип әсәй менән өләсәйгә китергә уйлауымды әйттем. Тегеләр, ғәҙәттәренсә, бер-береһенә ҡарашты: йөҙҙәренән ҡәнәғәтһеҙлектәре күренеп тора ине. Улар йылмайышты, тамаҡ ҡырып көрһөндө. Юлланырға уйлауымдың төп сәбәбе ул түгеллеген һиҙәләрҙер инде.
– Йәтәс бөтмәнеме ни әле? – тине өләсәйем, төртмә телләнеп. Шул турала берәй һүҙ әйтеүҙәрен көтһәм дә былай уҡ туранан-тура һорарҙар тип башҡа ла килтермәгәйнем. Оло кешеләр, барыһын да аңлап торалар, йөҙҙән алмаҫтар тип уйлағайным. Битем янды, уңайһыҙланғанымды күрһәтмәҫ өсөн тәҙрәгә ҡараным, әммә өндәшмәнем. Әсәйем йүнәтеп, йүнләп ял да итмәнең дәһә, ни эшләйһең, китәһең инде тигәс кенә эскә бер аҙ йылы инде.
* * *
Өфөгә киске поезд менән килдем дә, әйберҙәрҙе ҡалдырып, Рәзилә янына йүгерҙем. Ятаҡтарын тиҙ таптым. Керҙем дә бүлмәһенең һанын әйтеп биш кенә минутҡа үткәреүҙәрен һораным. Ҡабаланмай ғына сәй эсеп ултырған йыуан әбей стеналағы сәғәткә ишараланы ла, төн уртаһында ни эшләп һине ҡыҙҙар ятағына индерәйем, тип ҡырт киҫте.
– Ашығыс йомошом бар, – тип хәйләләгән булдым.
Ышанманы, киреһенсә туҙып китте. Беләм, йәнәһе, мин һеҙҙе, бер-ике килеп йәш ҡыҙҙарҙы алдайһығыҙ ҙа, «йомошоғоҙ» бөткәс ҡойроҡто һыртҡа һалаһығыҙ. Шунан табып ҡара һеҙҙе, елғыуарҙарҙы. Әбейҙе күндереүе мөмкин түгеллеге күренеп тора ине. Кәйеф ҡырылып, асыу килеп өҫтәл янынан киттем. Һуңлап булһа ла берәйһе ҡайтып инмәҫме, саҡыртыр инем тип кеше көтә башланым. Юҡ, кәрәк саҡта буламы ни ул, ҡайтыусы күренмәне, барыһы ла өйҙә ултыраларҙыр. Байтаҡ ҡына ваҡыт үрле-ҡырлы йөрөгәс, әбейҙең нимәлер тип өндәшеүен ишетәм – күңелһеҙлегем йөҙөмә сыҡҡандыр инде – кемгә килеүемде һораны ла, ыңғыраша-ыңғыраша урынынан ҡалҡынып, эргәләге бүлмәнән бер ҡыҙҙы сығарып, өҫкә мендереп ебәрҙе. Эскә йылы керҙе.
Бер аҙҙан ишек шаҡыған тауыш ҡолаҡҡа салынды. Аяҡ тауышы яңынан ишетелә башланы. Уның артынса уҡ тигәндәй уға икенсе аяҡ тауышы ҡушылды. Ул тәүгеһен ҡыуып етеп уҙып китте – ашыға, йүгерә, талпына. Аяҡ тауышы менән бергә уның йөрәк тауышын да ишетәм һымаҡ. Үҙемдеке лә сығырҙай булып тибә...
– Килдеңме? – Рәзилә әбей янынан етеҙ генә үтте лә яныма килде. – Каникулың бөттөмө ни? – Уның беренсе һүҙе шул булды. Иҫәнләшмәне, әммә был һүҙҙәр ун иҫәнләшеүҙән дә артығыраҡ ине. Түңәрәк аҡ йөҙө мөләйем, саф, ҙур зәңгәр күҙҙәре нур һәм наҙ менән тулы.
– Юҡ, – тинем көскә, тын алырға һауа етмәгәндәй.
– Бөгөн килдеңме?
– Әле.
– Толобоң өсөн рәхмәт. Йылыла ғына килдем теге көн. Өйҙә нисектәр һуң?
– Арыуҙар. Сәләм әйтеп ҡалдылар, – тип хәйләләнем. – Йәтәсте уйнап бөтөрөргә ҡуштылар.
– Ысынмы? – Ул йылмайҙы, шунан минең ҡулдан тотоп ишек яғынараҡ, мөйөшкә алып китте – бынан әбей күренмәй икән. Халат кеҫәһенән йәтәстең яртыһын килтереп сығарҙы. Мин дә үҙемдәгеһен күрһәттем.
– Иҫәрбеҙ ҙә инде, – Рәзилә бер аптырап, бер көлөп ҡуйҙы.
– Ул һәр саҡ минең менән йөрөйәсәк. Урамға сығайыҡмы? – тинем, түҙемһеҙләнеп. Минең Рәзилә менән икәүҙән-икәү ҡалғым, бынау һоро стеналарҙан, йүткереп-көрһөнөп ҡуйғылаған әбейҙең һынаулы ҡарашынан ҡотолғом килде.
– Белмәйем, сығармаҫ ул, бигерәк һуң бит, – Рәзилә ынтылып өҫтәл яғына ҡараны. – Дежурный ҡыҙыҡай күренмәй былай. – Ул әбей янына барҙы ла тегенең ҡолағына ниҙер шыбырланы. Әбей тәүҙә үҙе һымаҡ йомро сәғәткә күҙ һалды, йөҙөн ҡырыҫландырып баш сайҡаны, унан, ярай тигәнде белдереп, ҡул һелтәне. Рәзилә минең янға килеп хәҙер тигән ишара яһаны ла ашығып баҫҡыстан менеп китте һәм бер нисә минут үтеүгә кейенеп тә төштө. Һаубуллашҡанда әбейгә күҙ һалдым – ул баяғы кеүек бик уҫал күренмәй ине инде.
Тағы шуныһына ҡыуандым: Рәзилә ниңә улай иртә килдең тип ныҡыманы, сәбәптәрен һорап күңелде ҡырманы, барыһын да күҙҙәремә ҡарап аңланы. Бит остарын соҡорайтып йылмайҙы ла өшөгән ҡулдарымды ҡыҫты.
Урамға сыҡҡас, Рәзилә мине ҡултыҡлап алды. Икебеҙҙең дә тәүге тулҡынланыу үткәйне – ҡысҡырып һөйләшә-һөйләшә, урам буйлап атланыҡ. Тап-таҡыр итеп көрәлгән тротуарҙа кеше әллә ни күп түгел, осраһа ла беҙҙең кеүек йәштәр генә осрай. Мәжлестәге мәҙәктәрҙе иҫкә төшөрөп көләбеҙ, минең класташтарҙы һөйләйбеҙ. Рәзилә ҡусты-һеңлекәштәр, әсәй-өләсәй менән ҡыҙыҡһына, атайым тураһында һораша.
Оҙаҡ йөрөп булманы: Рәзилә, әбей асыуланыр, бүтән сығармаҫ, ҡайтайыҡ, тигәс кире боролдоҡ.
Кәйеф иҫ киткес һәйбәт ине. Бәхетле инем мин. Ятаҡҡа осоп-талпынып ҡайттым – вахтер әбейҙең һуҡраныуына ла әллә ни иҫ китмәй шаяртып ҡына ҡуйҙым. Рәзилә янына иртәгәһенә лә, иртәнән һуңына ла килдем. Ул икенсе сменаға күскәс, иртәнсәк «йөрөнөм» – каникулдың икенсе аҙнаһы Рәзилә менән бергә үтте. Талпыныулы уй-хыялдар, мөхәббәт менән генә йәшәгән көндәр ине был. Каникулға тиклем бер нәмәгә лә ваҡыт еткерә алмаған мин хәҙер уҡыуға ла, саңғы секцияһына йөрөргә лә, комсомол комитетынан ҡушылған-йөкмәтелгән төрлө йәмәғәт эштәрен башҡарырға ла өлгөрөр булып киттем. Йор һүҙлегә, хатта шаянға өйләндем. Был үҙгәрештәргә мин үҙем генә түгел, курсташ, бүлмәләш егеттәр ҙә аптырай ине. Барыһы ла Рәзилә арҡаһында. Ул ғына минең тормошҡа йән индерҙе, йәм өҫтәне, уйһыҙ малайлыҡтан егет ҡорона сығарҙы.
Уҡыуҙар башланып, көндәр яҙға тартылғас, бер осрашҡаныбыҙҙа йөрәгемде астым, һәр ваҡыттағыса ятағынан бик йыраҡ китмәй урам буйлап йөрөй инек. Көләбеҙ, шаярабыҙ. Аяҡ аҫты суғырмаҡланып туңған.
– Өшөмәйһеңме?
– Юҡ, һинең менән йылы миңә, теге көндәге кеүек. Барыһы ла төш һымаҡ ҡына. Төш... уны бер генә тапҡыр күрәләр ҙә бүтән күрмәйҙәр – бер төш ике тапҡыр ҡабатланмай, – ти Рәзилә сәйер генә.
– Аңламаным, ниндәй төш хаҡында һөйләйһең? – тим.
– Юҡ, былай ғына, хәйер, төш тураһында...
– Осрашыуҙар бер ҙә төш түгел, ул – ысынбарлыҡ. Мин... яратам һине, Рәзилә.
Мин бар ҡайнарлығым менән уны ҡосаҡлап алдым, ашығып битенән, йәшле күҙҙәренән, ирененән үптем. Ул мине тыйманы. Бейәләйен систе лә бармаҡтары менән иренемә ҡағылды.
– Шатморатым, ниңә элегерәк осрашманыҡ икән? Эх, ниндәй үкенесле был тормош. – Ул минең ҡосаҡтан ысҡынды. – Хуш, Шатморат, – ҡулын бирҙе. – Йәтәс!
– Иҫемдә! Һәр саҡ иҫемдә!
– Тағы кил, иртәгә лә кил, иртәнән һуң да – уйын бөтмәгән әле. Ярай, мин инәйем, әбейем асыуланыр. – Ул ҡулымдан ысҡынды ла йүгереп кереп китте. Тәҙрәнән уның вахтер әбей ҡолағына ниҙер әйтеүен һәм ҡосаҡлап битенән үпкәнен, күбәләктәй талпына-оса коридор буйлап атлағанын ҡарап торҙом.
Тик аҙна-ун көндән араға ниндәйҙер күләгә ятыуын тойҙом. Рәзиләнең холҡонда, үҙ-үҙен тотошонда, хатта һөйләшеүендә үҙгәрештәр яралды. Ул иғтибарһыҙға, уйсанға өйләнде, аҙ һөйләште, көлөүе лә тәүге көндәрҙәге шикеле саф, эскерһеҙ һәм ихлас түгел ине. Йыш ҡына урамда йөрөүҙән йәки киноға барыуҙан баш тартты, кәйефе юҡлығына һылтанды, ә һуңғараҡ өйҙә булмай башланы. Тора-бара, уҡыуыңа зыян килтереп йөрөйһөң бит, тип тә ысҡындырҙы. Аптыраным. Үҙгәреүенең сәбәптәрен эҙләп баш ваттым. Бер көн тоттом да, билдәһеҙлектә күпме йәшәргә мөмкин тип, нимә борсоғанын һораным. Ул һүрән генә көлөмһөрәне.
– Бер ни ҙә булманы, мин элеккесә.
– Юҡ, һин элекексә түгел шул, – тип ныҡыштым. – Көндән-көн үҙгәрәһең.
Бындай һорауҙы күптән көтөп йөрөгәндер инде үҙе лә, әллә ни аптыраманы. Башын аҫҡа эйеп байтаҡ ҡына һөйләшмәй килгәс, мине шаҡ ҡатырып:
– Беҙгә бүтән осрашырға ярамай, – тине.
– Ниңә, ни булды?
Тағы байтаҡ ҡына ваҡыт яуабы булманы.
– Мин һиңә тиң түгел, Шатморат. Ғәфү ит, һине... алдап йөрөнөм. Мин бит кейәүҙә булдым. – Ул ҡапыл ғына туҡтап башын минең күкрәккә һалды ла илап ебәрҙе. Оҙаҡ иланы. Тыйманым. Шаярталыр, һынап ҡарарға ғына ниәтләнәлер тип тә уйланым. Улай тиһәң, бындай һүҙ менән шаяралармы? Бына ни өсөн һуңғы ваҡытта күңелһеҙ йөрөгән икән. Ниңә элегерәк әйтмәгән? Ҡурҡҡанмы, оялғанмы, әллә шулай үткәреп ебәрергә уйлағанмы? Мең уй, осона сығып ҡара һин уның. Бындай боролошҡа мин бөтөнләй әҙер түгел инем, шуға күрә был һорауҙарға ошо мәлдә генә яуап табыуы ифрат ауыр ине.
– Бер йыл йәшәнек. Эсте, көн һайын тиерлек эшенән һуңлап ҡайтты. Түҙмәнем, киттем. Бер ҡайҙа сыҡмай бикләнеп тигәндәй йәшәнем ай буйы. Хәлиҙә, онот шул нәмәңде, әйҙә беҙгә барып ҡайтайыҡ, тигәс киттем дә барҙым. Уйҙарымдан арынырмын, тынысланырмын тинем. Һине осраттым. Ҡорғаҡһыған күңелем хискә бирелде. Үҙемде тыйып, һине оноторға тырышып та ҡараным, булманы. Һине осратмаһам яратыуҙың нимә икәнлеген дә белмәҫ инем. Ғәфү ит, Шатморат, күҙеңә төшкән бер сүп булдым инде. Оят, әсәйең, өләсәйеңдән оят. Барыуыма үкенеп бөтә алмайым хәҙер. Ниңә өндәшмәйһең? Исмаһам берәй һүҙ әйтһәңсе, – Рәзилә тынды, күҙҙәремә ҡараны.
Өндәшмәнем. Нимә әйтәйем инде. Бар зиһен алынып, баштар шаңҡыған саҡта һүҙ әйтеп буламы? һөйләшә алмай айырылыштыҡ ул көн. Әйтерһең, ролдәр алмашынды: Рәзилә ошоға тиклем үҙе күтәреп йөрөгән йөктө минең елкәгә һалды. Яҡты донъя бер ҡараңғыланды, бер сыуаҡланды.
Шулай аңҡы-тиңке йөрөп аҙна үтте. Түҙмәнем, барҙым янына. Көттөрөп кенә төштө. Нисектер, һурылып, ябығып ҡалғандай ине ул. Йөҙөндә нур юҡ, ҙур зәңгәр күҙҙәре тағы ла ҙурайып киткән.
– Мин барыһын да уйланым, – тинем урамға сыҡҡас. – Һин әйтмәнең, мин ишетмәнем был хәбәрҙе. Килештекме? Теге көндәге көсһөҙлөгөм өсөн ғәфү ит. Ҡапылыраҡ әйтелгәс, бер аҙ юғалып ҡалдым...
– Шул-шул Шатморат, юғалып ҡалдың... Күңелдән юйыла торған әйбер түгел ул. Йөрәгеңде ашап йөрөр-йөрөр ҙә бер килтереп әйтерһең. Мин ни эшләрмен? Һуңынан үкенеп йәшәгәнсе, уйынды туҡтатайыҡ, Шатморат
– Уйынды? Ниндәй уйынды? Ә йәтәс... Мин уйнамайым...
– Мөнәсәбәттәр олоға китмәһен – дуҫтар булып ҡына ҡалайыҡ. Беренсе курста ғына уҡыйһың. Аҡылыңа кил. Ҡамыт булаһым килмәй. Мин ябай эшсе генә бит.
– Бәй, мин дә дуҫ булайыҡ тим бит. Һин миңә бер ниндәй ҙә ҡамыт түгелһең. Шулай булғас һинең эшләп йөрөүеңдең, минең уҡыуҙың ни ҡыҫылышы бар? Ә һин килмә, тиһең. Быны нисек аңларға?
– Нисек аңлағанһың шулай, иң тура мәғәнәлә...
– Онот ул һүҙҙәреңде, үткәнеңде лә башыңдан сығар. Тормошта унан да яманыраҡ хәлдәр була.
– Онотоп булһа икән...
Юҡ, барыбер бер һүҙгә килә алманыҡ: ул үҙенекен тылҡыны, мин – үҙемдекен. Шунда беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙың үҙгәреүсән, үҙ һүҙле икәнлеген һынаным. Миңә ул сифаттарҙы асыу ғәжәп тә, аяныс та ине. Ә бит Рәзилә быға ҡәҙәр йыуаш, аҡыллы, оялсан һымаҡ күренгәйне. Беләм, һынаным, тип әйтмә икән ҡатын-ҡыҙҙы – кәбеҫтә шикелле ҡатлы-ҡатлы икән ул...
Ике көндән тағы килдем. Апаларына китте, тинеләр бүлмәләш ҡыҙҙары. Иртәгәһенә лә тап итеп булманы. Йән көйөп аҙна буйы күренмәнем. Түҙмәнем оҙаҡ, йәнә юлландым. Икенсе сменала эштә булып сыҡты. Мин уның «юғалыуының» сәбәбе төҙөлөштәге эше йәки туған-тыумасаларына йөрөү менән генә бәйләнмәгәнен аңлай башлағайным инде. Сәбәбе билдәле – яйлап һыуындырыу. Шулай итеп, араға ваҡыт күләгәһе ятты. Бындай осраҡта ул үтә ҡурҡыныс әйбер икәнлеген байтаҡ ваҡыт үткәс кенә аңланым. Утыны янып бөткән яландағы усаҡ һымаҡ икән ул: усаҡҡа бит һәр саҡ ҡоро-һары өҫтәп торманыңмы, һүнеүен көт тә тор...
* * *
Ҡыш үтте, яҙ килде. Гөрләүектәр аҡты, ҡоштар ҡайтты. Шашып килгән яҙ шикелле күңел дә үрһәләнде. Хәйер, уның тынып торған сағы булдымы икән? Ул һыҡрай, өҙгөләнә, көтә, өмөтләнә...
Май байрамдары алдынан тағы киттем Рәзилә янына. Тура килмәһә килмәй бит – өс отгулы бар ине, шуны байрамдарға ҡушты ла кисә кис ауылына ҡайтып китте, тип тора Хәлиҙә. Үҙем дә һиҙмәҫтән күршегә, һин ҡотортаһыңдыр, ни эшләп ҡасып йөрөй ул, тип асыуланып ташланым. Үҙем дә аңламайым инде уны, ти күршем, һине лә онота алмай өҙгөләнә, беҙгә барғанына, һеҙгә кергәненә, ошоға тиклем һиңә әйтмәй йөрөгәненә үкенә. Күрше бригадала эшләгән ире икенсе ҡаттан йығылып төшөп, больницаға кергәс, шуның янына барып йөрөй...
Оҙаҡламай йәйге сессия башланды. Ул бөткәс, студенттарҙың төҙөлөш отрядына киттем. Колхоз. Уҡыу. Рәзилә менән яңынан осраша алмауымды, осрашҡан хәлдә лә ҡауышыу өсөн булмаясағын аңлаһам да, күңелдә һаман өмөт бар ине әле. Ниндәйҙер мөғжизәгә ышанып йәшәнем мин. Хәлиҙәне осраҡлы ғына автобуста тап итеп йөрәк яраһын яңынан асып ебәрҙем: ире больницанан сыҡҡан, ә Рәзилә һаман тегенең янына барып ҡарап-тәрбиәләп йөрөй икән. Асыу килде. Иренә лә, үҙенә лә. Мөнәсәбәттәрен аңлай алманым. Хәйер, бәләгә тарыған кешегә ярҙам ҡулы һуҙыу насар эшме ни...
Оҙаҡламай Рәзиләне бөтөнләй юғалттым. Күршем дә кейәүгә сығып ҡайҙалыр ғәйеп булды – күпме йорт төҙөп тә, һаман дөйөм ятаҡта йәшәйһе килмәгәндер. Болоҡһоған саҡтарҙа барғанда әлеге йыуан әбей генә сәй эсеп ултырыр ине. Ә бәхет ниндәй яҡын ине: бер генә отаһы ҡалғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уйын уйналып бөтмәне, йәтәстең яртыһы миндә, икенсе яртыһы Рәзиләлә ҡалды...
– «Йәтәс!»
– «Иҫемдә!» һаман да иҫтә.
Владимир Жнаов һүрәте.