Кис атайҙың эштән ҡайтҡанын түҙемһеҙлек менән йоҡламайынса көтөп алдым. Сәй эсеп ултырғанда, ер башын күргем килә, тип теләк белдерҙем. «Иртә тора алһаң, алып барам»,- тине, атайым. Бәләкәй тау артынан атылып сыҡҡан тәүге нурҙар менән бергә уянып, юлға сыҡтыҡ. Яңы ҡалҡҡан ҡояш күҙҙе сағылдыра, соҡор-саҡырлы юл тракторҙы арыу ғына һикертә. Түҙеп барам, ер башын күреү теләге көслө. Бер аҙ барғас, тау итәгенән аҫтараҡ урынлашҡан тип-тигеҙ итеп күпертеп һөрөлгән, күҙҙе ҡамаштырырлыҡ сөм-ҡара баҫыу ситенә килеп туҡтаныҡ.
«Бына ошо була инде ер башы, улым», - тип, атайым, мине күтәреп алып, яурынына ултыртты. Унда иһә икһеҙ-сикһеҙ киң баҫыу йәйелеп ята. Иртәнге ҡояшҡа монарланып, боҫорап, тағы ла алыҫтараҡ күкшелләнеп күренгән офоҡ сите үҙенә саҡырып ымһындыра. Атайҙың көслө яурынында ултырыу ышаныс, ҡыйыулыҡ өҫтәй, күңелгә шатлыҡ, аңлата алмаҫлыҡ бәхетле хис-тойғоһо бирә.
Эйе, алда - беҙҙе туйындырған, кейендергән, күҙ күреме барып етмәҫ киңлеккә тоташып, ысын Ер башы йәйелгән ине.
Фото: ru.freepik.com