– Әсәй, нишләп атайҙы гел әрләйһең? – тип әйтеп ҡарай ҙа, ҡайҙа инде ишетеү! Үҙ туҡһаны туҡһан.
– Шым тор, хәсрәт! – тип йәнә сәсрәп сыға ҡатыны. – Мине тыйырға һин кем әле, маңҡа? Тиктомалдан шунса мең һум аҡсаны тоттороп ҡуяйыммы? Һеҙгә рәхәт! Ашау – байҙан, үлем – Хоҙайҙан. Бына мин ҡырҡҡа ярылырҙай булам…
Улы башҡаса һүҙ ҡатмай. Уға ла ҡыйын. Сабый ҙа әсәһенә ҡаршы нимәлер әйтеүҙең мәғәнәһе юҡлығын аңлай.
Фәриҙә йәнә гөлтләп ҡабына, бына нисәнсе көн инде бер үк һүҙҙе тылҡый:
– Нимә тип кенә шуға йоғондоң, ә? Хәҙер ҡалай ҡотолорға был яфанан? Малды бирмәйем. Өйгә яңы телевизор кәрәк. Ҡайҙан аҡса табайым? Хәстрүш! Харап, берәү ауыл халҡы алдында шәп булып ҡыланған, имеш. Ғүмер буйы теңкәмде ҡороттоң! Ыштанһыҙ! Үҙең кеүек берәй асыҡ ауыҙ тура килһә, килештерер инегеҙ. Тамағың ашҡа туймай үңәсеңде һуҙып йөрөр инең. Шул айыу үҙеңде генә ботарлаһа икән дә! Һинең һыйырыңды ашағанмы ни?!
Хәсән:
– Фәриҙә! – тип нимәлер әйтергә, аңлатырға уҡтала ла, ҡайҙа уны ишетеү.
– Фәриҙә лә Фәриҙә! Әллә минең исемде тәүгә ишетеүеңме?! Үҙем өйҙә булһам, ике аяғыңдың береһен урманға баҫтырмаҫ инем, иблис! Йә, шулай-шулай бит әле, тип кәңәшләшеү юҡ, рөхсәт һорау юҡ, шул һәүеректәргә эйәреп кит тә бар! Үҙең сәсрәмәгәйе шунда! Был тиклем дә расхудҡа батмаҫ инек, бетең менән түләмәксе булаһыңмы? Һиңә ни бешкән дә төшкән. Ҡайҙан килгән, ҡайҙа киткәнен белгән юҡ. Хәҙер ауыл кешеһенә үсәргә, теше ҡойолғансы һөйләргә бер нәмә була инде. Ҡайҙан ғына ҡайта күрҙек ошонда. Йүнле ир булһаң, ҡалала фатир алып, шунда ғына йәшәр инек. Арттарын асып көләләрҙер инде. Былай ҙа күрә алмайҙар. Имеш, донъябыҙ матур, теге лә был. Как будты мин ошо донъяны урлап ҡорғанмын. Минең кеүек улар ҙа эшләһен, шунан булыр...
Хәсәндең башҡаса ҡатынын тыңлар түҙеме ҡалманы. Ҡолағында ҡатынының дошманыңа ла теләмәҫ һүҙҙәре бер туҡтауһыҙ яңғырап торҙо. "Иблис!.." "Иблис!.." "Иблис!.. "Үҙең сәсрәмәгәйе!.." "Үҙең сәсрәмәгәйе!.." “Үҙең сәсрәмәгәйе!.." Хәсәндең ҡолағы зыңлап, күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Ул башын тотоп ергә сүгәләне. "Үҙ балаһының атаһын нисек шундай һүҙҙәр менән ҡарғарға мөмкин?! Шул тиклем насар кешеме икән мин?! Былай эт ишетмәгәнде ишетеп йәшәгәнсе, йәшәмәүең мең артыҡ". Ул шулай шаңҡып күпме ултырғандыр, ҡапыл һикереп торҙо ла, аласыҡта торған бауҙы алып, ашығып сығып китте. Юл ыңғайы магазиндан бер ярты һатып алды ла Йәнекәй тауы итәгендәге сабынлыҡҡа юл тотто.
Уйлай-уйлай ҙа, ҡатынының холҡон бөтөнләй аңлай алмай Хәсән. Әллә етешмәйме икән тип тә уйлап ҡуя. Уның арҡаһында хәҙер туған-тыумасалары менән дә аралаша алмай. Үҙен генә түгел, туғандарын да әрләп бер була, уларҙан бер матур сифат тапмай. Имеш, туғандарың былай, туғандарың тегеләй. Һарандар, йүнлеһе бармы ни?! Бар белгәндәре йыр ҙа бейеү. Бер көн телевизорҙан тапшырыу бара. Йыр конкурсында беренсе урынды алған ике туған һеңлеһен күрһәтә башлауы менән телевизорҙы шарт барып һүндермәһенме!
– Тапҡандар шайлы кешене күрһәтергә! Йырлай, имеш. Уның кеүек эт һымаҡ кем оломай?! Шәп булғас, ауылға ҡайтып йәшәһен!
Ярата ошо сабынлыҡты Хәсән. Үләндәр матур итеп баш ҡалҡытҡан. Балан ҡыуаҡлыҡтары ап-аҡ сәскәләргә төрөнгән. Әкрен иҫкән ел менән танауына хуш еҫ килеп бәрелде.
Ҡалҡыу урында булғас, бынан ауыл ус төбөндәге кеүек күренә. Ошонда рәхәтләнеп бесән әҙерләйҙәр ине. Ә бөгөн бында ул үҙенең ғүмерен ҡыйырға килде. Хәсән муҡсайынан шешәһен сығарып, рюмкаға һалып, уртлап ебәрҙе… “Их, ауылға ҡайтмаһам, тормошом, бәлки, былай ҙа килеп сыҡмаҫ ине”. Ә бит уның ауылда йәшәү уйында ла юҡ ине.
Был сабынлыҡты ла шырлыҡ, урманды ботап, атаһы менән икәү эшләнеләр.
– Ярай, һин ҡалала йәшәйһе кеше, – тине атаһы. – Ағайың этләнмәһен тим. Үҙемә бер ярҙамсы булманы.
Моғайын, бәләкәйҙән сәхнәнән төшмәгәс, атаһы ла уның ҡалала йәшәр, йырсы булыр, тип уйлағандыр.
Хәсән хәҙер тормошон икегә бүлеп ҡарай – өйләнгәнгә тиклем, өйләнгәндән һуң. Уйлай-уйлай ҙа, ғәжәп итә ул, гүйә, башлы-күҙле булғас, бөтөнләй икенсе донъяла йәшәй башлаған кеүек. Тап Фәриҙә уның быға тиклемге бәхетле, йырлы-моңло тормошон ботарлар өсөн юлында осраған айыу ҡиәфәтендә күҙ алдына килеп баҫты.
ххх
Һуңғы осорҙа Хәсән бала сағы, ата-әсәһе, туғандары менән йәшәгән күңелле осор хаҡында йыш уйлай. Бигерәк матур йәшәгәндәр, бәхетле булғандар икән. Радионан бейеү көйө яңғыраһа, атаһы иҙән тирәләй бейергә төшөп китә. Таҡмаҡҡа маһир әсәһе шуны ғына көткәндәй ҡулдарын сәпәкәйләй-сәпәкәйләй һамаҡлай ҙа башлай.
Төш тә бейе, төш тә бейе.
Аҡылдарың бер төрлө.
Аяғыңдағы итегең
Африканский икән
Һикереп-төшөп бейеүҙәрең
Һайыҫҡанский икән.
Күңеле булғансы, танһығы ҡанғансы бейей атаһы.
Өйҙә был хаҡта һөйләшмәһәләр ҙә, атаһы менән әсәһен димләп ҡауыштырғандарын ишеткәне бар. Уларҙың икеһенең дә бала, үҫмер саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килгән. Әсәһе — өс, атаһы бер класс ҡына уҡый алған. Үлер хәлгә етеп ғашиҡ булышып та, матур һүҙҙәр һөйләп тә йөрөмәгәндәр, ғаилә, нисек йәшәү хаҡында төрлө китаптар уҡып та ултырмағандар. Уларҙың бер-береһенә хөрмәтен күҙ ҡарашынан аңларға була ине. Берәй нәмә эшләргә булһалар, әсәһе һәр ваҡыт иң тәүҙә атайҙарынан рөхсәт һорарға ҡушыр ине:
— Атайығыҙ нимә тип әйтер?
Ҡушылған эште саҡ ҡына онота башлаһалар ҙа, атайҙарын иҫкә төшөрөр булды:
– Атайығыҙ асыуланыр ҙаһа!
Ҡайһы ваҡыт, аталары өйҙә юҡ саҡта, нимәнәндер риза булмай:
– Эй, ошо атайымды, – тиһәләр, әсәләре шунда уҡ:
– Атайығыҙға һүҙ әйтмәгеҙ, – тип киҫәтә. – Атайығыҙҙың бала сағы еңел булмаған. Мин ҡайһы бер бисәләр кеүек сей утын яғып толланманым, урам буйлап аҡса теләнселәп тә йөрөмәнем. Атайығыҙ тапты, тырышты, аҙып-туҙып йөрөмәне.
Хәсән ҡатынын әсәһе урынына ҡуйып ҡарай ҙа, тағы бер шаҡ ҡата. Халыҡ әйтмешләй, бисәһе әсәһенең киҫеп ташлаған тырнағына ла тормай. Фәриҙәһенең был тиклем шашыуына, бәлки, үҙе ғәйеплелер. Йомшаҡлыҡ күрһәткәндер. “Мәмәй!” Хәсән үҙенә шулай тине лә, серт төкөрөп ҡуйҙы...
Өйҙәрендә күҙгә ташланырҙай бер нәмә лә юҡ ине. Бәләкәй генә телевизор... Ошо уҡ өйҙә ашайҙар, ятып йоҡлайҙар. Атаһы ла, әсәһе лә бигерәк киң күңелле булғандар. Ауылда зыярат уларҙың эргәһендә. Һәр йома һайын әбейҙәр зыярат эргәһенә килеп аят уҡый. Моғайын, ҡайһыһының улы, ҡайһыларының ире һуғышта үлеп ҡалғандыр. Әсәһе һәр ваҡыт уларҙы саҡырып, сәй эсереп ҡайтарыр ине. Ә бөгөн уларҙың ялан кеүек өйөнә кергән-сыҡҡан кеше юҡ. Ҡатыны арҡаһында хәҙер атай-әсәйе лә, туғандары ла уларға килмәй. Дуҫтары ла күптән биҙеп бөттө. Биҙер ҙә шул. Кеше ҡапҡанан килеп инеү менән ҡаршы йүгереп сыға ла: “Нимә кәрәк?” – тип төпсөнә башлай.
Ҡарамалыла йөҙҙән ашыу өй бар. Хәҙер уның яртыһында ғына тиерлек кеше йәшәй. Өлкәндәр үлә бара, йорттар ҙа бушай бара. Бынан утыҙ йыл элек кенә балҡып торған ауыл күҙ менән ҡаш араһында тигәндәй ҡотһоҙланды. Ауыл тирәһендәге баҫыуҙар ҙа буш ята хәҙер. "Алға" колхозының бер бригадаһы булған ауылда һыйыр, сусҡа фермалары гөрләп торор ине. Үҙгәртеп ҡороу башланғас, шул малдар әллә ҡайҙа ғәйеп булды. Ә бына тигән ҡураларҙы нигеҙенә ҡәҙәр соҡоп алып бөттөләр. Ғәжәп: емерергә тигәндә колхоз өсөн арҡырыны буй һалмағандар йылдамыраҡ булып сыҡты. Ауырыйым, ана үләм, бына үләм тигәндәр ҙә терелеп сыҡты. Ә уларҙы күреүсе лә, белеүсе лә, тыйыусы ла булманы. Ә бында малдарҙы ҡырған айыуға атҡан өсөн олоғара тауыш ҡупты. Шуныһы ҡыҙыҡ: булғанын емереп бөттөләр ҙә хәҙер йәнә ферма төҙөргә кәрәк тип зыҡ ҡубалар.
– Әлдә колхоз бөттө лә, иркенгә сыҡтыҡ, – ти ауыл халҡы хәҙер. Ысынлап та, шулай. Элек берәр һыйыр ғына тотһалар, хәҙер уңғандар өсәр, дүртәр һыйыр аҫрай, башмаҡтары, быҙауҙары йыйылып китә. Бесән тип тау араларында соҡсоноп йөрөйһө түгел. Элекке көтөүлектәрҙә, баҫыуҙарҙа трактор менән рәхәтләнеп бесән сабалар.
Бер ҡараһаң, бөтә кеше лә мал тотоп ҡына йәшәй алмай. Йәштәр тыуып үҫкән еренән ҡаса. Хәҙергеләрҙе элекке һымаҡ паспорт бирмәйенсә ауылға бәйләп ҡуйып булмай шул. Ярай ҙа улар ата-әсәһенең йорт-ҡураһын тәрбиәләп, буяп тотһалар. Ҡайһылары ни өйөн һатмай, ни ҡайтып ҡарамай, кәртә-ҡуралары ауып, буяуҙары ҡубып, ауылдың йәмен ебәрә. Ауылға ҡунаҡ-фәлән килһә, кешенән оят.
ххх
Йыр… Ҡасандыр күктәргә әйҙәгән, бәхеттең етенсе ҡатына мендергән йыр уны бәхетле итеүсе лә, бер аҙҙан ошо бәхетен тартып алыусы ла булды. Йырланмаған йырҙар ҡалды… Ә бит уға барыһы ла ҙур өмөттәр бағлай ине…
Бәләкәйҙән йырларға яратты Хәcән. Ауыл, район сәхнәләрендә йырлап, хатта телевизорға төшөп, районда артист булып танылды. Өфөлә үткән төрлө байрамдарға ла йыш йөрөттөләр. Ҡайһы бер кешеләр уны күреп ҡалыу менән:
– Ана беҙҙең әртис килә, – тип ҡупайтып та ебәрә торғайны. Шуға ла бөтә кеше уға йырсы яҙмышы юраны. Ә инде һигеҙенсе класты тамамлағас, йыр уҡытыусыһы Ханнан Закир улы:
– Һинең урының сәхнәлә, әйҙә сәнғәт училищеһына алып барам, – тип, үҙе үк документтарын хәстәрләп, Өфөгә алып китте.
Һәр ваҡыттағыса йыр бүлегенә конкурс ҙур ине. Тәүҙә Хәсәндән халыҡ йырын башҡарыуын һоранылар. Егет көр тауышы менән “Томан”ды һуҙып ебәрҙе.
Иртә лә генә томан, кис тә томан,
Был томанҡайҙарға ни булған?
Тауға ла менеп, ташҡа баҫып,
Һин ҡарарһың, йәнем, мин булмам.
Бишмәтеңдә һинең биш төймә,
Шул бишмәткәйеңде күп кеймә.
Кисен генә ятһаң, иртә торһаң,
Һағынырһың мине, мин булмам.
Саҡыра ла кәкүк, һайрай былбыл.
Талдар араһында ҡағынып.
Ауырып та ятып һарғайманым,
Мин һарғайҙым һине һағынып.
Ҡабул итеү комиссияһында ултырыусылар Хәсәндең йырын ҡымшанмай ҙа тыңланы. Егеттең моңо, йырҙың бар мәғәнәһен йөрәгенән кисереп башҡарыуы уларҙы әсир иткәйне. Бындай йәштәр булһа ла, һирәк килә. Шулай ҙа һуңынан үҙ-ара кәңәшләшкәндә Зәримә Мөхәмәтовна тигән уҡытыусы:
– Егеттең тауышы әлегә ултырып бөтмәгән. Был йәштә йырлау зарарлы, һуңынан бөтөнләй тауышһыҙ ҡалыуы бар, алмай торорға кәрәк, – тип әйткәйне лә, күпселек егетте яҡлап сыҡты.
– Шундайын егетте кире ҡайтарып ебәреү гонаһ булыр. Күптәр кире килмәй торған. Унынсыны бөткәнсе ҡараштары үҙгәрә. Өсөнсө йылда шулай бер егетте кире бороп ҡайтарғайныҡ, быйыл килерме икән тиһәм, төҙөлөш техникумына барған. Ҡойоп ҡуйған сәхнә кешеһе, ул буй-һын, ул тауыш, моң ине, – тине республикаға билдәле икенсе бер педагог. Уны танылған йырсылар, сәнғәт әһелдәре әҙерләгән уҡытыусы Йәүҙәт Мусин да хупланы:
– Юҡ, был егетте юғалтырға ярамай. Халыҡ йырын был тиклем дә йөрәккә үткәреп йырлай торған йәштәр һирәк хәҙер. Егеттә тәбиғи һәләт бар. Тауышы яңы төҫ алыу осоро тамамланмаған әле, йырға мөкиббән икәнлеге һиҙелеп тора. Йырсы йырҙы яратырға тейеш. Ә ул ярата. Үҙе өсөн генә йырлаусылар ҙа бар. Ә сәхнәгә сыҡҡан кешегә уның эсендә ҡайнарға кәрәк. Был егет тап шундайҙарҙан. Мин уны күреп торам – ул халыҡтың яратҡан йырсыһы буласаҡ. Ундайҙарҙы һаҡларға, үҫтерергә кәрәк.
Педагогка ҡаршы килеүсе булманы. Егетте Йәүҙәт Юнир улы үҙенә алырға хәл итте. Хәсән билдәле педагогта уҡыясағына сикһеҙ шат ине. Шулай итеп, уның бәләкәйҙән хыялланған ниәте тормошҡа ашты. Ул атай-әсәһенең, ауылдаштарының ҡыуаныуы! Ауылдан йәштәр төрлө уҡыу йорттарына күпләп инһә лә, сәнғәт тирәһенә баҙнат итеүселәр юҡ ине әлегә.
– Үҙеңде телевизорҙан ҡарап ҡына ултырырбыҙ әле, – тине уның уҡырға инеүенә сикһеҙ ҡыуанған Ханнан Закир улы.
Әлбиттә, музыка белеме булмаған егеткә тәүҙә ауыр булды, ғүмерендә ишетмәгән сольфеджио фәнен аңлай алмай хитланды.
Вокал дәрестәре башҡа дәрестәрҙән күпкә айырыла. Педагог һәр уҡыусыһы менән айырым шөғөлләнһә лә, бөтәһен дә бер кабинетҡа йыйып ала. Һәр уҡыусыны янына сығарып, барыһы алдында үҫтереүсе күнекмә, 15 минут распевка эшләтә.
Төркөмдә Хәсән – иң кесеһе. Тәүҙәрәк, әллә үҙенән өлкәндәр араһында уңайһыҙланыуҙанмы, распевкаһы килеп сыҡмай ҙа ҡуя ине. Шулай ҙа тәжрибәле педагогтың тырышлығы, егеттең дә ныҡышмаллығы бушҡа китмәне. Хәсән күҙ алдында үҫә, тауышы асыла башланы. Быға айырыуса үҙе шат ине, сәнғәткә килеүенә үкенмәне.
Бына, ниһайәт, ике ай уҡығас, тәүге имтихан бирер ваҡыт етте. Училищеның концерт залына бөтә уҡытыусылар, уҡыусылар йыйылды. Академик концерт тип атайҙар уны. Башҡарған йырҙары беренсе курс студенты өсөн ярайһы ҡатмарлы булһа ла, уңышлы сығыш яһаны Хәсән. Егет тәүге имтиханда уҡ уҡытыусыларҙы ла, студенттарҙы ла хайран ҡалдырҙы. Уҡыусыһының уңышы өсөн айырыуса Йәүҙәт Юнир улы ҡыуанды.
Бына күрҙегеҙме, яңылышмағанмын бит тигәндәй, башҡа уҡытыусыларға ҡарап, башын юғары күтәреп, галстугын рәтләп ҡуйҙы. Шулай ҙа студентына иҫкәртеп ҡуйырға ла онотманы:
– Осоноп китмә, ҡайһы берәүҙәр тәүге уңышынан һуң йондоҙға әүерелеп, үҙ өҫтөндә эшләргә һәлкәүләнә. Хоҙай ниндәй генә һәләт биреп тә, тырышмайһың икән, артабан үҫешә алмаясаҡһың.
Ошонан һуң педагогтар, студенттар араһында Хәсәндең абруйы күтәрелде. Уҡытыусының талапсанлығы, кәрәк ваҡытта дәртләндереп ебәрә белеүе егеттең күңелен үҫтерҙе. Ул бар тырышлығын һалып шөғөлләнде. Өсөнсө курсҡа еткәс, Йәүҙәт Юнир улы:
– Тауышың ултырҙы, һиңә хәҙер тулы көскә шөғөлләнеү мотлаҡ. Ариялар, халыҡ йырҙарын ныҡлап өйрәнергә кәрәк. Һин ысын йырсы булырға тейеш. Ысын йырсы үҙ эшенә бирелеп, үҙе өсөн генә түгел, ҡаршыһында ултырған тамашасы өсөн дә йырлаусы, үҙ өҫтөндә эшләүсе, яңылыҡ эҙләүсе артист булырға тейеш, – тип иҫкәртте.
Тиҙҙән Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика йырсылар конкурсы үтәсәге билдәле булғас, уҡытыусыһы Хәсәнгә унда ҡатнашырға тәҡдим итте. Егеттең, әлләсе, тип бер аҙ икеләнеүенә:
– Һин хәҙер күп нәмәне үҙләштерҙең. Һиңә ышанам. Бәлки, лауреат та булырһың әле, – тигәс, студенттың шикләнеүҙәре юҡҡа сыҡты. Педагог уҡыусыһына мөмкинлеген күрһәтерҙәй етди программа һайларға ярҙам итте, конкурсҡа ныҡлап әҙерләнә башланылар.
Ысынлап та, тырышлыҡ бушҡа китмәне, Хәсән уңышлы сығыш яһаны. Әлбиттә, һәр уҡытыусы үҙенең уҡыусыһы еңеүсе булыуын теләй. Жюри ағзалары араһында ҡайһы берҙәре Хәсәндән етешһеҙлек табырға маташты. Айырыуса бығаса гел үҙенең уҡыусыларын шундай конкурста еңеүсе итергә тырышҡан, филармонияла эшләгәндәренә маҡтаулы исемдәр алып бирергә көсөн ҡыҙғанмаған Мәйсәрә Кәримовна риза булмай маташты.
– Һүҙ юҡ, егет матур йырланы, – тип башланы ул һүҙен. – Шулай ҙа бындай мәртәбәле ярыштың еңеүсеһе булырға иртәрәк әле. Әлегә уға диплом да етеп торор. Икенсе юлы тағы ҡатнашыр. Ана, өсөнсө тапҡыр рәттән килгәндәр бар. Минеңсә, тәүге урынға Айназ Аҡылов лайыҡ.
Шул мәл һәр ваҡыт үҙенең бөтә нәмәгә ғәҙел ҡарауы, тура һүҙе менән хөрмәт ҡаҙанған Флүрә Абдуловна ултырған урынынан ярһып килеп баҫмаһынмы!
– Мәйсәрә Кәримовна, мин һеҙҙе бөтөнләй аңламайым! Нисек инде һәр ваҡыт һеҙҙеңсә булырға тейеш! Егет шәп сығыш яһаны, беренсе тапҡыр ҡатнаша тип уға тәүге урынды бирмәһәк, был ҙур ғәҙелһеҙлек буласаҡ. Шулай итеп, беҙ йәштәрҙең тәүге уңышынан уҡ ҡанатын һындырабыҙ. Бындай ҡараштан һуң икенсе юлы килмәйәсәк тә ул. – Педагог, һеҙ нисек ҡарайһығыҙ, тигәндәй бүтәндәргә ҡараш ташланы.
– Дөрөҫ әйтәһегеҙ, – тине икенсе жюри ағзаһы ла. Уны бүтәндәр ҙә йөпләне.
Шулай итеп, халыҡтың алҡышлауы, абруйлы жюри рәйесенең һуңғы һүҙе бәхәсте уңышлы хәл итте. Хәсән конкурстың лауреаты булды. Ә инде институт уҡытыусыһы, данлыҡлы профессор Гөлсөм Фәйзулла ҡыҙы егетте училищенан һуң, һис шикһеҙ, үҙенә уҡырға саҡырҙы.
Тәүге еңеүенән һуң Хәсәндең даны тиҙ таралды – телевизорҙан күрһәттеләр, гәзит-журналдарҙа, йыр сәнғәтендә яңы йондоҙ ҡабынды, тип маҡтап яҙҙылар. Тиҙҙән бер нисә клип та төшөрҙөләр. Хәҙер уны йырсы булараҡ танып, һаулыҡ, һүҙ ҡуша башланылар. Ҡайһы берәүҙәрҙең урамда, транспортта күреп ҡалыу менән уға иғтибар итеп, текләп ҡарауҙарын тойоу Хәсәнгә рәхәт тә, ҡыҙыҡ та ине. Эргә-тирәһендә уралыусы, уның менән дуҫлашырға теләүсе ҡыҙҙар күбәйҙе. Берәүҙәре йомош тапҡан булып бүлмәһенә үк килеп инә, икенселәре ниндәйҙер ярҙам һораны. Үҙҙәре үк билет алып, әхирәтем бара алмай, билет яна, тип театрға саҡырыусылар ҙа булды. Әлегә үҙенең ысын мөхәббәтен тапманымы, әллә ҡыҙҙарҙың ниәтен аңламанымы, уларҙың иғтибары яуапһыҙ ҡалды.
– Мәмәй, мәңге өйләнә алмаҫ ул, – тип ҡыҙҙар үҙ-ара серләште.
Эстрада йырҙарын башҡарыусылар араһындағы конкурс Хәсәнгә айырыуса танылыу килтерҙе. Шығырым тулы халыҡ. Дәртле көйгә Хәсәндең килешле итеп бейей-бейей йырлауы бөтәһен дә әсир итте.
Гармун телдәренә һалам
Йөрәгемдең моңдарын;
Улар урап кире ҡайтыр
Йәшлегемдең йылдарын.
Бармаҡтарым көйҙө һайлай,
Түгелә һағыштарым;
Шул моңдарҙан ишетәм мин
Саҡырыу тауыштарын.
Оноторға тырышһам да
Иң һағышлы ул йырҙы,
Гармуным уйнай ҙа уйнай
Йәшлектә ҡалған йырҙы.
Был тиклем дә күңелле көйгә тамашасылар үҙҙәре лә урындарында түҙеп ултыра алмай бейергә төштө. Сығышынан һуң халыҡ гөрләтеп ҡул сапты, үҙҙәренең алҡыштары менән ҡабат-ҡабат сәхнәгә сығарҙылар. Ошонан һуң егетте, студент ҡына булһа ла, танылған артистар үҙҙәренең концерттарына саҡыра башланы. Бер аҙҙан “Йәшлек” гәзитендә “Минең кумирым” тигән конкурс иғлан ителде. Унда күпселек ҡыҙҙар үҙҙәренең кумиры тип Хәсәнде атап, уның хаҡта нәҫерҙәр, шиғырҙар яҙғайны. Шулай ҙа редакция коллективы Бөрйәндән Сәлимә исемле һылыуҙың эшен иң яҡшыһы тип баһаланы. Еңеүсе ҡыҙ менән уның кумирын редакция кафеға ҡунаҡҡа саҡырҙы…
ххх
Юлында ҡапыл Хәсәндең осрауы Фәриҙәнең йөрәк яраларын бер аҙ онотторғандай булды. Уның күңелендә сәм уянды. Шуға ла был көндәрҙә ул әллә ерҙән, әллә күктән йөрөнө. Бына хәҙер ул Ғәзизгә күрһәтәсәк. Күрһәтәсәк! Әтеү ни үҙ-үҙенә ҡул һалырҙай булғайны. Ул ваҡыттар иҫенә төшһә, әле лә күңеле өшөп, ытырғанып китә. Шул тиклем хәлдән, башынан көлөүҙәренән нисек иҫән ҡалды икән?! Ул саҡта кисергәндәрҙе белһә, бер Хоҙай ғына беләлер. Ярай ҙа ул, серен берәйһенә һөйләһә, еңел булып ҡалыр ине. Эсендәге утында бер үҙе дөрләне. Әхирәттәре, бергә эшләгән ҡыҙҙары берүк һиҙеп ҡалмаһын. Бөтә донъяға ғәйбәт таралыр, ауылға, атай-әсәйҙәренә барып етер. “Яҡшы хәбәр ергә һеңә, яманы алтмыш ауыҙлы, алтмыш аяҡлы, алтмыш ҡуллы була”, тип өләсәһе йыш ҡабатлай торғайны. Эйе, хыянаттың асыһын үҙ башына төшкәндәр генә белә.
Улар осраҡлы ғына танышты Ғәзиз менән. Фәриҙә Талбазыла автобустан төштө лә Өфө яғына киткән юлдағы туҡталышта попутка көтә башланы. Йәкшәмбе көнө булғас, халыҡ күп. Бер нисә машина килеп туҡтағайны ла, алыҫтараҡ торғас, аңшайып тороп ҡалды. “Асығауыҙ, йоҡлап торһаң, шулай була инде”. Ҡыҙ үҙен үҙе әрләне.
Тағы ла апаруҡ ҡына ваҡыт үтте. Бер мәл уның эргәһенә гөжләтеп бер машина килеп туҡтамаһынмы! Был юлы ҡыҙ ауыҙ асып торманы, тейен етеҙлегендә машинаға инеп тә ултырҙы. Уның артынан тыпылдашып йүгереп килгән тағы ике-өс ҡыҙ ишеккә тотондом тигәндә, машина ҡуҙғалып та китте.
– Шундай сибәр ҡыҙ барында башҡаларға бында урын юҡ. – Егет Фәриҙәнең һораулы ҡарашына шулай яуапланы.
Фәриҙә менән егеттең мут күҙҙәре осрашты. Килешле күҙлек кейгән, сәсен артҡа тараған, һыҙылып киткән ҡарашлы, тура танаулы был егет, моғайын, берәй урында эшләйҙер тигән уй үтте башынан ҡыҙҙың.
– Танышайыҡ, мин Ғәзиз булам, – тине егет. – Ә һеҙҙең исемегеҙ нисек?
– Фәриҙә!
– Ҡайһылай матур исем! Шундай сибәр ҡыҙҙың башҡа төрлө исемле булыуы мөмкин түгел. Ҡайҙа эшләйһегеҙ?
– Һатыусы!
– Ниндәй магазинда?
– Аҙыҡ-түлек магазинында.
– О-о-о, бөгөнгө заманда бигерәк шәп һөнәр! Әтеү һинең менән дуҫлашырға була. Бынан һуң колбаса кәрәк тип эҙләп йөрөргә тура килмәҫ. – Егет йәнә мут йылмайҙы.
Һөйләшеп килеп Өфөгә еткәндәрен дә һиҙмәй ҡалғандар. Ғәзиз алсаҡ, һүҙгә әүәҫ булып сыҡты. Бер заводта инженер булып эшләй икән. Дүрт-биш йыл элек кенә нефть институтын тамамлаған. Ул Фәриҙәне фатирына уҡ килтереп ҡуйҙы лә хушлашҡанда ҡулынан үбеп:
– Һин миңә оҡшайһың, әйҙә осрашып торайыҡ, – тине.
Бер көндө ул Фәриҙәне шашлыҡҡа саҡырҙы. Парлы-парлы булып дуҫтары ла килгәйне. Ошонан һуң улар йыш осраштылар. Иптәш ҡыҙҙары ауылға ҡайтып киткәндә, Ғәзиз ҡуна ла ҡалды... Егет буш ваҡыттарында ул эшләгән магазинға ла йыш һуғылды. Фәриҙә уға талонлап ҡына һатылған колбаса, башҡа аҙыҡтарҙы алдан пакетҡа һалып әҙерләп ҡуйҙы. Бындай ваҡытта ҡыҙ һөйгәненә изгелек эшләй алыуына үҙен сикһеҙ бәхетле тоя ине.
Ниндәй ҡыҙ сәскә, иғтибар яратмаһын инде? Егеттең: “Яратам, һинһеҙ йәшәй алмайым”, – тигән һүҙҙәре Фәриҙәне күктәргә мендерҙе. Хәҙер уны көн һайын көтөп алыр булды. Әле Ғәзиз өйләнешеү хаҡында бер ни әйтмәһә лә, Фәриҙә күптән уны үҙенең тормош иптәше, балаларының атаһы итеп күрә.
Был көндәрҙә сикһеҙ бәхетле ине Фәриҙә. Әхирәттәренә эс серҙәре, ҡыуанысы менән уртаҡлашты.
– Хоҙай үҙе бүләк итте миңә матурымды. Тәү күреүҙән ғашиҡ булыштыҡ, – тип Ғәзиз менән осрашыуҙарын тәмләп-тәмләп һөйләне ул. – Ғашиҡ булыу ҡыҙыҡ икән ул, дуҫтар! Иртән таң менән торам да, биҙәнеп алам, элеккесә сәсте ҡойроҡ итеп кенә йыйыу ҡайҙа – ярты сәғәт буйы төрлөсә итеп ҡыландырам.
Яңы йыл байрамын улар бергә ҡаршыланылар. Шул ваҡыттағы кисергән хистәрҙе Фәриҙә бер нисек һөйләп тә аңлатырлыҡ хәлдә түгел ине. Ҡыҙ матур хыялдарға бирелде. Тиҙҙән уларҙың туйҙары гөрләп үтер. Бер-береһенә үлеп ғашиҡ булған йәштәр матур кейемдәрҙә никах һарайына барыр. Юҡ, юҡ, башҡалар кеүек һөрһөп бөткән ауыл клубына түгел инде. Фәриҙә күптән хәл иткән: улар бер-береһенә тоғролоҡ балдағын Өфөнөң М. Ғафури урамындағы никах йортонда кейҙерәсәк. Уларҙың сикһеҙ мөхәббәте тап шунда мисәтләнергә тейеш. Унан һуң Салауат Юлаев майҙанына барырҙар. Шунда улар тағы әп итешеп, бер-береһенә вәғәҙә бирерҙәр.
– Мин һине яратам!
– Мин дә һине яратам!
– Беҙҙең мөхәббәтебеҙ аҡҡоштарҙыҡы кеүек ғүмерлек буласаҡ.
– Эйе, йәнем...
Бер көн шулай ял көнө Фәриҙә юл ыңғай магазинға инергә булды. Инеү менән түрҙә эленеп торған туй күлдәктәре күҙенә салынды. Уларҙың матурлығына күҙе ҡамашты. Ул шунда уҡ һатыусынан күлдәкте кейеп ҡарарға рөхсәт һораны.
– Бына ошоноһо тап һеҙҙең өсөн генә тегелгән, тиерһең. Һеҙҙе нәзәкәтле лә, һөймәлекле лә итә, – тип улар иң матур күлдәкте алырға тәҡдим итте.
Бер фатирҙа йәшәгән ҡыҙҙар күлдәктең матурлығына ах итте.
– Беҙҙе лә туйығыҙға саҡырырға онотмаҫһың инде.
– Һеҙ ҡала булаһығыҙмы! Иң яҡын әхирәттәрем һеҙ бит.
Шул мәл Гөлсирә:
– Ә туйығыҙ ҡасан була һуң? – тип һораны.
– Әлегә белмәйем.
– Нисек белмәйһең? – Ҡыҙҙар бер-бер артлы аптырап һораны.
– Ҡыҙыҡ, үҙең туй күлдәге алғанһың, үҙең туйығыҙҙың ҡасан булырын да белмәйһең.
– Әле ул хаҡта һөйләшмәгәнбеҙ.
– Туй күлдәген егет алып бирергә тейеш түгелме ни? – Быныһын Зөһрә төпсөндө.
– Юҡ-бар һорауҙарығыҙ менән башымды ҡатырмағыҙ әле! – Фәриҙә, ирендәрен турһайтып, тупаҫ ҡына яуапланы. – Бер ерҙә лә күлдәкте егет алып бирергә тигән закон юҡ әле.
Ҡыҙҙар башҡаса өндәшмәне.
Фәриҙә бер аҙҙан туй балдағы ла алды... Әммә бәхеткә сорналып йөрөгән мәле берҙән-бер көндө бер минутта иҙәнгә төшөп ватылған сынаяҡ кеүек селпәрәмә килде.
Көндәрҙең береһендә Фәриҙәне ауылдашы тыуған көнөнә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ҡанатланып барҙы байрамға ул. Һөйләр сере лә күп йыйылған. Күптән күрешкәндәре юҡ. Егеттәр, ҡыҙҙар килде. Күңелле гармун моңона рәхәтләнеп бейеп тә алдылар. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Бына хушлашыр ваҡыт та етте. Ҡыҙҙар дөйөм ятаҡ кухняһында һауыт-һаба йыуа башланылар. Шул мәл Фәриҙә коридорҙа бала күтәреп йөрөгән Ғәзизде күреп, тораташтай ҡатты ла ҡалды. Хатта тәрилкәләре ҡулынан төшөп киткәнен дә һиҙмәне. Ғәзиз дә бындай осрашыуҙы көтмәне, шикелле.
– Фәриҙә, һинме?
– Күреп тораһың.
– Ни эшләп бында йөрөйһөң?
– Ауылдашыма ҡунаҡҡа килдем.
– Кем ул ауылдашың?
– Ғәлиә.
Ғәзиз, тауыш-тын сыҡмаһын типтер инде, Фәриҙәне аулаҡ урынға саҡырҙы:
– Һинең менән һөйләшәһе һүҙ бар ине.
Артабан Ғәзиз менән нимә һөйләшкәнен урыҡ-һурыҡ ҡына хәтерләй Фәриҙә. Башҡалар был хаҡта белеп ҡуймаһын, ғәрлеге ни тора, тип, тауыш та күтәрмәне.
– Үҙең күрәһең, мин өйләнгәнмен, балам бар...
– Шулай булғас, ни эшләп мине алдап йөрөнөң? – Фәриҙә нәфрәтле күҙҙәре менән Ғәзизгә ҡараны.
– Мин һине лә яратам. Ә уға яратып өйләнмәнем. Миңә ауырға ҡалып сыҡты, ваҡытында аборт эшлә тип әйттем, тыңламаны. Һин миңә оҡшайһың, ғашиҡ булдым һиңә. Әйҙә ташлашмайыҡ. – Фәриҙә башҡаса Ғәзизде тыңларлыҡ хәлдә түгел ине. Ул әхирәтенең тәпешкәһен генә кейгән килеш йөрөүен дә, сумкаһының да тороп ҡалыуын онотоп дөйөм ятаҡтан сығып йүгерҙе.
Ямғырлы көҙгө төн. Фәриҙә ҡайҙа йүгергәнен үҙе лә хәтерләмәй. Үкһей-үкһей йүгерҙе лә йүгерҙе. Бына бер мәл нимәгәлер эләгеп, дөрҫ итеп ҡаҡ асфальтҡа барып төштө. Аяҡ-ҡулдары һыҙырылды. Торайым тип ынтылғайны ла, быуынһыҙ булып, тағы ергә ҡоланы. Фәриҙә үҙе лә һиҙмәҫтән:
– Әсәй, әсәй, үләм! – тип ярһып илап ебәрҙе.
Шулай күпме ятыр ине – паркта йөрөгән милиция хеҙмәткәрҙәре тауыш килгән яҡҡа йүгереп килеп етте.
– Гражданка, һеҙгә нимә булды? Берәйһе ташландымы? – Илауҙан буҫығып бөткән Фәриҙә яуап бирерлек хәлдә түгел ине. – Гражданка тороғоҙ. Нимә булды? – Милиция хеҙмәткәрҙәре икеһе ике яҡтан ҡыҙҙы ҡултыҡлап торғоҙҙо. Улар күҙендәге косметикаһы битенә ағып буялып бөткән ҡыҙҙың йөҙөнә аптырап ҡарап торҙо. Унан, араҡы еҫе борхоп торғанын да һиҙеп ҡалып, документтарын күрһәтеүен һоранылар. Ахырҙа, ҡыҙҙы милиция бүлегенә алып китеп, унда нимә булғанын энәһенән-ебенә тиклем төпсөнөп, таңға тиклем бүлектә ҡалдырҙылар.
Фәриҙә бер аҙна буйы эшкә сыға алманы. Аяҡ-ҡулдары ауыртып, йөҙө күм-күк булып карауатында тик ятты. Ярай әле иптәш ҡыҙҙары таныш врачтары аша больничный астырып, барыһын яйлап ҡуйҙылар. Юғиһә, сәбәпһеҙгә эшкә сыҡмай тип ҡыуып ҡуйыуҙары ла көн кеүек асыҡ ине.
Ошо хәлдән һуң бөтә ир заттары Фәриҙәгә тик алдаҡсы, хыянатсы кеүек күренә башланы. Күңеле ҡатты. Әйтерһең, бығаса ярһып-шашып аҡҡан күңел даръяһы мәңге иремәҫ боҙ менән ҡапланды. Хатта “яратам”, “матурым” кеүек һүҙҙәр бары кеше алдау, хистәрен, йәшлеген аяҡ аҫтына һалып тапай торған алдаҡсы һүҙҙәр кеүек тойолдо. Берәй егет һүҙ ҡушһа ла, тупаҫ яуап ҡайтара башланы...
Әкренләп йөрәк яралары ла баҫыла башлағандай тойолдо. Әхирәттәре Фәриҙәнең нисек тә күңелен күрергә тырышты. Театрҙарға, концерттарға алып барҙылар. Әммә күрәһеләре уның менән генә бөтмәгән икән шул.
Ул көндө Фәриҙә сменаһының бөтөүен көскә көтөп алды. Көн буйы башы әйләнде, магазиндағы һәр еҫ танауына бәрелеп, күңеле болғанды. Иртәгеһенә ял көнө булғас, ҡайтышлай аптекаға инеп, дарыуҙар алып, өйҙә генә дауаланып ятырға уйланы. Әммә дарыуҙар һис ярҙам итмәгәс, дауаханаға барып, больничный алырға булды.
– Ҡайһы ерегеҙ ауырта? – Терапевт иң тәүҙә ҡан баҫымын, тән температураһын үлсәп ҡараны. Унан ҡыҙҙың тормошта булыу-булмауын һораны ла ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына йүнәлтмә яҙып бирҙе.
“Нимә булырға мөмкин икән?” Фәриҙә борсоулы уйҙар менән табипҡа барып инде. Өлкән генә йәштәрҙәге ханым Фәриҙәне креслоға ятҡырып ҡарағандан һуң, йылмайып, уға боролдо.
– Ҡотлайым, матурым, һеҙ бәпәй көтәһегеҙ! Борсолмағыҙ, барыһы ла һәйбәт. – Унан табип яҙыуҙарына эйелде: – Һеңлем, был һеҙҙең теләп, көтөп алған баламы?
Был минутта мейеһендә мең һорау ҡайнаған Фәриҙә күҙен ситкә бороп, “юҡ” тигәнде аңлатып башын һелкте...
Был көндәрҙә Фәриҙә аңҡы-тиңке йөрөнө. Ирекһеҙҙән бала сағы иҫенә төштө лә торҙо. Эх, бәхетле бала саҡ! Бер ниндәй хәсрәтһеҙ, ҡайғыһыҙ бала саҡ. Бөгөн килеп кенә аңланы атай-әсәй ҡосағында ни тиклем бәхетле, яҡлаулы булғанын. Уның да тиҙерәк үҫеп, ҡалаға сығып китергә, ҡала кешеләре һымаҡ матур кейенеп йөрөргә хыяланнып, тиҙерәк мәктәпте тамамлайһы килде. Бына һиңә, ҡала! Күрһәтте күрмәгәнен! Гүйә, Фәриҙәнең өҫтөнә тауҙар ишелде. Ишелде лә уның мәңге тора алмаҫлыҡ итеп иҙгеләне. Был тиклем афәттән нисек аяҡҡа баҫыр? Кеше күҙенә нисек күренер?
Бер ҡараһаң, бер Фәриҙә генә түгел шулай алданған. Берәү ҙә урамға сығып йә кешегә, мине алданылар, тип яу һалып, һөрәнләп йөрәмәй. Ундайҙар элек тә булған, әле лә күп. Фәриҙә үҙен шулай тынысландырҙы. Шулай ҙа йөрәген мыжғып торған әллә ниндәй ҡорттар кимерҙе. Атайһыҙ бала, тыума, уйнаштан тыуған... Нимә тип кенә атамайҙар бахыр сабыйҙарҙы! Йә, был донъяға килеүендә уларҙың ни ғәйебе бар?
Фу, башына әллә ниндәй насар уйҙар килә лә тора. Атаһы менән әсәһе нимә тип әйтер?! Юҡ, юҡ, нимә генә булһа ла, табасаҡ ул балаһын. Үлтерһәләр ҙә, аҫһалар ҙа сабыйынан баш тартмаясаҡ. Уның бәпәйе була, сабыйы тыуа. Бер ул ғына ирһеҙ бала тапмай бит. Ана, ауылдарында һуғыштан һуңғы осорҙа әллә күпме ҡатын ирһеҙ бала тапҡан. Бер ерҙәре лә ҡойолоп ҡалмаған.
Ә бит күпме кеше ошондай бәхетте татыр өсөн ниҙәр генә ҡылмай. Ике туған апаһының кейәүгә сығыуына 10 йыл үтһә лә, һаман балалары юҡ. Икеһе лә һәйбәт, аҡсалы эштә эшләй. Юҡ, Хоҙай бирмәһә бирмәй икән. Бармаған шифаханалары, йөрөмәгән әбейҙәре ҡалманы. Ул ЭКО тигәндәрен әйтеүе генә анһат. ЭКО-ға барғайны, тәүгеһе лә, икенсеһе лә төштө. Ә ул юҡтан фажиғә яһап ултыра. Киреһенсә, ҡыуанырға ғына кәрәк. Хоҙай уны әйтеп тә аңлата алмаҫлыҡ ҡыуаныстан мәхрүм итмәгән. Үҙен шулай йыуатты Фәриҙә...
ххх
Хәсәндең уйҙары йәшлек йылдары буйлап йүгерҙе. Училищела тырышып уҡыған егетте йыш ҡына бүтәндәргә өлгө итеп ҡуйҙылар. Күп кенә тиҫтерҙәре ҡыҙҙар менән сыуалһа ла, Хәсән уҡыуҙан башҡаны белмәне. Уның менән дуҫлашырға теләгән ҡыҙҙар ҙа булды, егет әллә ни иғтибар итмәгәс, бер ни ҡыла алманылар.
Йәүҙәт Юнир улы ла талапсан, илке-һалҡы йөрөргә юл ҡуймай.
– Тырышлыҡ, тырышлыҡ һәм тағы бер тапҡыр тырышлыҡ. Һайлаған һөнәреңде яратыу мөһим. Шунһыҙ уңышҡа өлгәшеү мөмкин түгел. Сәнғәт кешеһе һәр яҡтан үҙен шәхес итеп үҫтерергә тейеш, – тип өйрәтә килде педагог. Шуға ла көн дә тиерлек опера тыңларға, балет ҡарарға йөрөнөләр.
Ә Фәриҙә менән танышыуҙары ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты. Бөгөн шул мәлде уйлай-уйлай ҙа, уларҙың танышыуы ла, өйләнешеүе лә һис тә бығаса уҡыған китаптарҙа булғанса түгел кеүек. Әҫәрҙә генә ул егет ҡыҙҙы күреп ҡала ла үлә яҙып ғашиҡ була. Әммә тегеһе егетте оҡшатһа ла, имеш, һис кенә ыҡҡа килмәй, инәлтә, ялбарта, битенә сабып ҡыуып ҡайтара. Бисара егет шул ҡыҙ тип кенә йәшәй, ҡулына эш бармай, төштәрендә күреп һаташа. Ашауҙан яҙа, ҡаҡ һөйәккә ҡала, хыялыйға әйләнә.
– Әкиәт! – Хәсән асыуынан сертләтеп төкөрөп ҡуйҙы. Бөтә нәмәне ҡыҙҙар үҙҙәре хәл итә, теләһә ҡарата, теләһә үҙенә өйләндерә, бының өсөн шәп әмәлен дә таба...
Хәсән ауылға ҡайтыр булғас, күстәнәс-фәлән алырға тип, яҡындағы магазинға йүнәлде. Ә унда һыу буйы сират теҙелгән. Тимәк, берәй йүнлерәк нәмә һаталар! Яҡыныраҡ барып ҡарағайны – һинд сәйе! Егет сират кеүек нәмәлә торорға яратмаһа ла, баҫты. Әсәһенең күңеле булыр. Әммә сәй уның сираты етеүгә генә бөттө лә ҡуйҙы. Хәсән ауыр уфтанды. Хатта ышанмайыраҡ:
– Бәй, бөттөләме ни? – тип һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
Шул мәлдә уға үрелеп ҡараған һатыусы ҡыҙ, ҡаршыһында бөтә ҡыҙҙарҙы ғашиҡ иткән йәш йырсыны күреп, ҡаушап ҡалды. Уның “йондоҙҙо” буш ҡул менән ебәргеһе килмәне. Фәриҙә егеткә:
– Халыҡ таралғанын саҡ ҡына көтөгөҙ, – тине. Уларҙың прилавка артында таныш-белешкә һәр саҡ запасы була.
Бер аҙҙан Хәсәндең пакетына биш әсмуха һинд сәйе төшөп ятҡас, уның күҙе дүрт булды. Тиҙ генә иҫәпләшкәс:
– Рәхмәт! Әсәйем ҡайһылай ҡыуаныр инде, – тине ҡыҙға матур итеп йылмайып.
– Рәхмәтте кеҫәгә һалып булмай. – Һатыусы ла яуапһыҙ ҡалманы.
– Әжеренә үҙеңде театрға алып барырмын.
– Вәт был, исмаһам, егеттәрсә.
Ауылдан килгәс, Хәсән тағы ла Фәриҙә эшләгән магазинға барғайны, ҡыҙ:
– Ҡасан киноға барабыҙ? – тип мут йылмайҙы. – “Родина”ла шәп кино бара. Кисә беҙҙең ҡыҙҙар ҡараған.
– Әйҙә һуң, бөгөн барайыҡ.
Кинотеатр алды тулы халыҡ. Фәриҙә шундай егет эргәһендә барыуына үҙен сикһеҙ бәхетле тойҙо. Ике йәш йөрәктең ғазаплы мөхәббәте хаҡындағы һинд фильмы бөтәһенә лә оҡшаны. Залда мыш-мыш илаған тауыштар ишетелде. Фәриҙә лә күҙ йәштәренә төйөлдө. Хәсән ҡыҙҙы фатирына тиклем оҙатып, хушлашып ҡайтырға уйлағайны ла ҡыҙ:
– Әйҙә, сәй эсеп сыҡ, – тип егеттең күҙенә наҙлы ҡараш ташланы. Ошо көндән һуң Хәсәндең күңеле үҙенән-үҙе Фәриҙә йәшәгән фатирға тартыла башланы. Әхирәттәре тиҙ генә табын ҡороп ебәрә. Барыһы ла эшләгәс, аҡсалары ла бар. Өҫтәлдә нимә генә юҡ. Студент аҡсаһына таҡы-тоҡо йәшәп, уҙа барһа вермишель бешереп ашауҙан артмаған Хәсәнгә ҡыҙҙарҙағы муллыҡ үтә лә оҡшаны. Өҫтәлдә тәмле-татлы күп. Күңелле, шаяралар, көләләр. Хәсәндең йырлауын һорайҙар. Ә уға нимә? Рәхәтләнеп йырлай.
Көндәрҙең береһендә Фәриҙәнең тыуған көнөн үткәрҙеләр. Табын мул булды, әсе-сөсөһө лә бар ине. Күңел асып ултыра торғас, үтә һуң булып китте. Хәсән сәғәтенә ҡараны ла:
– Ҡайтырға кәрәк, ятаҡты бикләп ҡуймаһындар, – тип йыйына башланы. Әммә ҡыҙып алған ҡыҙҙар уны бер ҙә ебәргеһе килмәне. Уйынлы-ысынлы итеп:
– Ҡунып ҡайт та ҡуй, – тиештеләр.
– Шулай шул, – тип уларҙы йөпләне Фәриҙә. – Нисек инде бынау төн уртаһында бер үҙеңде ҡайтарып ебәрәбеҙ.
– Урам тулы хулигандар.
Ҡыҙҙар төрлө һылтау менән икенсе бүлмәләргә таралыштылар. Был төндө Хәсән Фәриҙәнең ҡосағында уянды. Егет тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙ наҙын татыны… Бынан һуң Хәсәндең Фәриҙә янына килгеһе килеп тик торҙо, йыш ҡуна ҡала башланы. Хатта дәрестәренә бармаған саҡтары ла йышайҙы...
ххх
Һуңғы араларҙа Йәүҙәт Юнир улын уҡыусыһының дәрестәргә илке-һалҡы йөрөүе борсой башланы. Әллә йондоҙлоҡ ауырыуы йоҡтомо икән? Булыр ҙа. Конкурстарҙа бер-бер артлы еңеүҙәр яуланы. Телевизор экрандарында йыш ҡына уның йырҙарын бирә башланылар. Бер көн кафедрала радионы ҡабыҙғайны, халыҡ йырҙарын башҡарыусылар концерты бара. Бер аҙҙан алып барыусы: “Хәсән Вәлиев башҡарыуында “Илсе Ғайса”ны тыңлағыҙ”, – тигәс, барыһы ла һағайып ҡалды. Йәүҙәт Юнир улы радионың тауышын нығыраҡ асты. Хәсән йырлауында был йырҙы ишеткәне бар ине. Бөгөн нисек йырлар икән?
Аҙаштырған болан балаһылай,
Яңғыҙ башым ситтә интегәм.
Көндәрен дә төнөн йөрәгем яна,
Иҫемә төшһә тыуған илгенәм.
Йүгереп кенә мендем тау башына,
Ултырҙым да ҡара ташына.
Һау-сәләмәт ҡайтһам Уралыма,
Тарих яҙыр инем ташына.
Ҡара ҡытат елән, ай, иңемдә,
Ҡара ебәк билбау билемдә.
Башҡайҙарым ситтә йөрөһә лә,
Күңелдәрем тыуған илемдә.
Айҡай ҙа ғына сайҡай, таштар вата,
Һай кем, таштар вата,
Каруан да ғына һарай, ай, һалырға,
Һай кем, ай, далала.
Уҡыусыһының йырҙы урыны-еренә еткереп йырлауына ғорурланып ултырҙы Йәүҙәт Юнир улы. Йырҙы тыңлап бөткәс:
– Егет оҫтара бит, – тине Зәримә Мөхәммәт ҡыҙы. – Йәшермәйем, теге ваҡыт мин уның был кимәлгә етеүенә шикләнгәйнем. Тауышы асылған. Бына бит кеше иткәнһең.
– Рәхмәт! Мин ул йырлап ебәргәндә үк тәбиғи тауышы барлығын тойғайным. Уҡытыусы өсөн иң кәрәкле сифат – уҡыусының тәбиғи тауышын табыу. Тәбиғи тауыш юҡ икән – йырсы юҡ, – тине үҙенән шаҡтай йәш уҡытыусыға тәжрибәле педагог.
Шулай ҙа Йәүҙәт Юнир улының күңеле тыныс түгел. Тәүге курстарҙа аҡыллы ғына йөрөгән егеттәр аҙаҡҡа табан ысҡына башлай. Сәнғәт тормошо үҙенсәлекле шул. Бәғзеләре телевизорҙан күренеп, кеше иғтибар итә башлаһа, гастролдәргә сыға, уҡыуын онота. Әбйәлилдән Сәғит исемле шәп егет бар ине. Тик шул концерт менән мауығып, ҡыуылып ҡуйҙы. Һуңынан бөтөнләй уҡырға килеп торманы. Ниндәй талант әрәм булды.
Дәрестәре тамамланғас, Йәүҙәт Юнир улы училище ятағына барып, студентының хәлен белергә булды.
Тышта йәмле май айы. Бөтә тәбиғәт йәшеллеккә күмелгән. Ыуыҙ ғына ағас япраҡтарынан хуш еҫтәр аңҡый.
Күпте күргән уҡытыусы булараҡ яҙын йәштәрҙең һүлпәнләнеүен, дәрестәрҙе йыш ҡалдырыуын үҙ тәжрибәһенән белә.
Хәсән бүлмәһендә юҡ ине. Бергә йәшәгән егет:
– Ул бер нисә көн ҡайтҡаны юҡ, – тигәс, Йәүҙәт Юнир улы:
– Ауылға ҡайтып киттеме әллә? – тип төпсөндө. Егеттәр “белмәйбеҙ” тигәнде аңлатып, баш һелкте.
– Бына нимә, егеттәр, – тине уҡытыусы егеттәргә етди ҡарап. – Нисек инде бер бүлмәлә йәшәгән дуҫығыҙҙың ҡайҙа булыуын белмәйһегеҙ? Бәлки, уға берәй ярҙам кәрәктер? Бәлки, дауаханала яталыр. Былай ярамай, хәҙер үк эҙләргә сығығыҙ, табығыҙ. Бына нисәнсе көн дәрескә йөрөмәй. Был бик насар хәл, алда зачеттар, имтихандар тора. Иртәгә мотлаҡ дәрескә килһен.
Әлбиттә, бүлмәләш егеттәре Хәсәндең ҡайҙа йөрөүен белә ине. Тик нисек инде оялмай, ул бер ҡыҙ менән дуҫлашты, тип әйтәһең. Иртәгеһен Хәсән училищеға барғас, тура уҡытыусыһының кабинетына инде. Үҙенең ғәйебен белгәнгә лә ишетелер-ишетелмәҫ һаулыҡ һорашты.
– Әйҙә, ултыр, Вәлиев, һинең менән егеттәрсә һөйләшеп алаһы бар, – тине Йәүҙәт Юнир улы Хәсәнгә ҡарап. Хәлдәр нисек? – Уҡытыусы тәүҙә атай-әсәһе, ғаиләһе менән ҡыҙыҡһынды. Егеттән ыңғай хәбәрҙәр ишеткәс: – Яҡшы, тимәк, һинең һәйбәт уҡыуың өсөн барлыҡ шарттар бар, борсолорлоҡ урын юҡ, – тине. – Шулай булғас, һин ни эшләп дәрестәрҙе йыш ҡалдыраһың? Башҡа уҡытыусылар ҙа зарлана. Бының берәй сәбәбе бармы әллә?
Хәсән апаруҡ ҡына өндәшмәй ултырҙы ла:
– Мин өйләнергә булдым, – тине. – Был мәлдә егет үҙе уңайһыҙланыуҙан ҡып-ҡыҙыл булды. Баҫалҡы, бығаса уҡыусыһының ҡыҙҙар менән сыуалғанын күрмәгән уҡытыусы был һүҙҙән, әллә яңылыш ишеттәме, тигәндәй, аптырап ҡалды.
– Өйләнәһең? – тип ҡабатлап һораны. – Ярай, өйләнәһең, ти, әле берәүгә лә өйләнгәс, дәрескә йөрөмәҫкә тигән ташлама юҡ. Өйләнәм, тиһең инде? Әле һиңә нисә йәш әле?
– 19
– Ҡабаланаһың түгелме? – Уҡытыусы Хәсәнгә киҫәтеүле ҡараны. – Һиңә әле училищены бөтөргә, һуңынан институтҡа инергә кәрәк. Ярай әле яңғыҙ башың. Ә бит өйләнгәс, мәшәҡәттәр арта. Ғаиләне лә ҡарарға, дәрестәргә лә өлгөрөргә кәрәк. – Ғүмер буйы йәштәр менән эшләп, күпте күргән тәжрибәле уҙаман һәләтле уҡыусыһының артабанғы яҙмышын хәстәрләүҙән ине был. Шуға ла ул Хәсәнгә текләп ҡарап: –Ныҡлап уйланыңмы һуң? – тип һораны.
– Эйе.
– Ә мин әлегә ашыҡмаҫҡа кәңәш итер инем. Беренсенән, һин әле йәш, уҡып бөтөргә лә кәрәк. Кәләш ҡасмаҫ әле. Әгәр ярата икән, диплом алғаныңды көтөр.
– Беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ.
Уҡытыусыһы башын һелкте:
– Буласаҡ килен балаҡай ҡайҙа уҡый һуң?
– Уҡымай, эшләй.
– Кем булып?
– Һатыусы!
–Һатыусы?! – Йәүҙәт Юнир улы ҡабатлап һораны.
– Эйе.
– Эй, ҡустым! – Педагог ауыр һуланы. – Мин, әлбиттә, уны кәмһетергә теләмәйем. Әммә һиңә үҙеңә тиңерәк, сәнғәтте аңлаған кешене һайларға тәҡдим итер инем. Мәҫәлән, йырсыларға үҙҙәренең музыканты булыу мөһим. Артистың ярты уңышы яҡшы музыканттан тора. Ана, музыка бүлеге тулы сибәр, талантлы ҡыҙҙар. Сәнғәт кешеһенең уңышы, үҫеше ғаиләһенән, уны аңлаған кешеһенән тора.
– Ул сәнғәтте яҡшы аңлай. Йырлағанымды ярата.
– Эй, ҡустым, ҡустым, йыр яратыу ғына әле сәнғәтте аңлау, һине яратыу тигәнде аңлатмай. Аңлайым, теге конкурстан һуң күп кеше һине таный, кемдәрҙер ғашиҡ та булғандыр. Ул ғәҙәти хәл. Бәлки, ул һинең йырыңа ғына ғашиҡтыр. Бәлки, быны ул ҡыҙ үҙе лә аңламайҙыр. Бөтәбеҙ ҙә йыр тыңларға яратабыҙ. Шулай күпме кешенең ауыҙы беште. Күпме артист ҡыҙ балаһын яңғыҙ үҫтерә, күпме егет янды. Ярай ҙа ул ҡатын-ҡыҙ юғалып ҡалмай, улар барыбер балаһын ҡарарға, яратҡан һөнәре буйынса эшләргә көс таба. Ә ир заты бит ҡайғыһынан шешәгә үрелә торған.
Унан бер уҡыусыһы менән булған ваҡиғаны һөйләне.
– Зөлфиә исемле бер ҡыҙ уҡырға килде. Эй, талантлы, эй сибәр ине. Училищенан һуң институтҡа инде. Уҡып бөтмәҫ элек үк бер хәрби кешегә сыҡты, балалары тыуҙы. Ярай, барыбер уҡыуын уңышлы тамамланы. Ире бөтөнләй сәхнәгә сығыуҙан тыйҙы, һандуғасты ситлеккә бикләне. Ниндәй талантлы бала ине. Күптән түгел үҙен күрҙем, ваҡытында дөрөҫ әйткәнһегеҙ икән, ни эшләп тыңламаным икән тип үкенә. Эй, күптәр сәнғәт кешеләренең тышҡы күркәмлегенә ғашиҡ. Ә уның һөнәре хаҡында уйлап та бирмәй. Мәҫәлән, күпселек кеше эшкә иртән бара, кис ҡайта. Ә бит йырсыларҙың шөғөлө бөтөнләй башҡаса. Бөтә халыҡ эштән ҡайта, ә һин концерт бирәһең. Төн урталарында ғына тамамлана эше. Кем ҡатынының йә иренең төн уртаһында ҡайтҡанын ярата! Бик һирәктәр генә. Ә гастролдәр... Ситтән ҡарағанда ғына артист кешеһе менән күңелле кеүек тойола. Шулай ҙа, ҡустым, ныҡлап уйла, үкенерлек булмаһын. Һин талантлы егет, һинең был талантың үҙеңдеке генә түгел, халыҡтыҡы. Үҙеңдең йыр-моңдарың менән халыҡты тәрбиәләргә, күңелен күрергә тейешһең…
Уҡытыусыһы нимә тип кенә әйтһә лә, Хәсән кире уйлай алманы. Был ваҡытта үҙен атай булам тип бәхеттең етенсе ҡатында тойған мәле ине. Улдарының ҡапыл ғына өйләнәм тип ҡайтыуына атай-әсәһе лә аптырап ҡалды. Әле ағаһы кәләш алмаған, апаһы ла кейәүгә сыҡмаған.
– Улым, әле һиңә уҡып бөтөргә кәрәк, – тигәйнеләр:
– Күптәр студент саҡта уҡ өйләнә, – тип яуабын да тапты. – Хатта бала ла үҫтерәләр.
– Ярай, шулай иҫәр саҡта өйләнеп ҡалғаны яҡшы, – тине туғандары. – Һуңынан беҙҙеке кеүек йөрөр. Утыҙҙы уҙҙы, әле һаман кәләш алырға уйламай ҙа.
Ысынлап та, ҡалала әллә ни күҙгә ташланып бармаһа ла, кәләш алмаған егеттәр менән ауыл тулған. Ҡайһы бер өйҙәрҙә хатта икәү, өсәү. Илле, алтмыш йәшкә еткәндәре бар…
ххх
Йәй йәй инде. Бар тирә-яҡ йәм-йәшел. Бөтә тәбиғәт йылы ҡояшлы көндәргә шатлана кеүек. Училище студенттарының бөгөн кәйефе уғата шәп – диплом аласаҡтар бит! Теге ваҡыт педагогының киҫәтеүенән һуң Хәсән уҡыуына етди ҡарай башланы. Сығарылыш имтиханында программа ҡатмарлы ине. Унда операнан ария ла, халыҡ йыры ла, романс та, эстрада йыры ла ҡаралған. Уларҙың барыһын да Хәсән юғары кимәлдә башҡарҙы. Хатта күпте күргән уҡытыусылар ҙа бығаса булмағанса аяҡ үрә баҫып ҡул саптылар. Артабан уҡырға саҡырҙылар. Бер нисә педагог үҙенә ҡабул итергә теләк белдерҙе. Диплом тапшырғанда училище директоры:
– Хәсән Вәлиев студент саҡта уҡ үҙен талантлы йырсы итеп танытты, төрлө конкурстарҙа лауреат булды. Артабан да һиңә уңыштар теләйем. Әммә һәр еңеү артында ҙур тырышлыҡ, көс, фиҙакәрлек, яуаплылыҡ ятыуын онотма, – тип ҡулын ҡыҫты.
Тамаша залында уның кәләше Фәриҙә лә бар ине. Тик ул ғына ирен артабан уҡырға ҡоҙалауҙарына ҡыуанманы, шикелле. Тантана тамамланыр мәлде түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Ҡыуаныстан ауыҙы ҡолағына еткән ирен ҡотларға ла онотоп:
– Әллә тағы ла уҡырға барырға уйлайһыңмы? – тип һораны.
– Әлбиттә! Бындай бәхет бөтә кешегә лә тәтемәй. Беҙҙең төркөмдән бары мине генә саҡырҙылар. Мин опера йырсыһы булырға теләйем.
– Опера йырсыһы-ы-ы! Операны кем белә лә, кем тыңлай! Теге үгеҙ кеүек үкерәләр шунда. Үҙҙәрен бер кем дә тыңламай.
Ҡатынынан бындай һүҙҙәр көтмәгән Хәсән аптырап китте.
– Улай тимә әле, опера – иң юғары сәнғәт өлгөһө.
– Юҡ-бар менән башымды ҡатырма ла, ишетәһем дә килмәй.
– Һин әле бер ҙә опера ҡарағаның юҡ. Әйҙә берәй көн барайыҡ. Театр эсе үҙе шул тиклем матур, бер күрһәң, барғы килеп торасаҡ.
– Юҡ менән башымды ҡатырма ла. Ана, эшкә инерһең! Бала тыуырға тора, ә һин оялмай уҡып йөрөмәксе булаһыңмы? Уны кем ҡарарға тейеш?
– Юҡ, миңә уҡырға кәрәк. Уҡырмын да, эшләрмен дә.
– Юҡ, тигәс, юҡ.
– Мин уҡытыусыларымдың өмөтөн аҡларға тейешмен. – Хәсән дә үҙ һүҙен бирергә теләмәне.
Фәриҙә эстән генә: “Хәҙер, һин уйлағанса булды, ти”, тип уйланы ла иртәгеһенә поликлиникаға барып, кәйефе төшкән кеше булып ҡайтты. Кәләшенең борсоулы йөҙөнә ҡарап, Хәсән дә һағайып ҡалды.
– Нимә тиҙәр?
– Баланың хәле шәптән түгел. Бик ныҡ борсолғанһың, сабый әсәһенең кәйефен һиҙә. Шуға ла табиптар тыныслыҡ кәрәк, һәр борсолоу, тулҡынланыу бала өсөн хәүефле, тине.
Был һүҙҙән һуң Хәсән институт тип ауыҙын да асманы. Кәләшенең бәпәй көтөүен әйткәс, сикһеҙ шатланғайны. Ул барыһынан ваз кисеп, филармонияға барырға булды. Әлбиттә, бында ла бөтә кешеләрҙе лә алмайҙар. Студент саҡта уҡ йырсы булараҡ танылған Хәсәнде ҡуш ҡуллап ҡабул иттеләр. Ә йәй көнө тупылдап торған малайҙары тыуҙы. Ете айлыҡ булды, тине Фәриҙә.
ххх
–Тәмлекәсем минең! Ана үҙеңдән ниндәй тәмле еҫ килә. Үбеп тә, яратып та туймаҫлыҡ бит ул! Абау! Донъяла һинән дә тәмлеһе юҡтыр. Батырым ана ниндәй дәү булып үҫеп килә. Тфү-тфү. Алама күҙҙәр теймәһен, шайтан ҡолағы һаңғырау булһын. – Фәриҙә улының өҫ-башын алмаштырҙы ла, уны еҫкәп-еҫкәп, үбеп-үбеп туйманы. Унан ҡулында һикертеп-һикертеп һамаҡланы.
Сәп-сәп, сәпәкәй,
Минең улым бәләкәй!
Сәпәкәй иткән була,
Көлөп ебәргән була!
Һикерткән һайын улы талпынып-тылпынып шарҡылдап көлә. Фәриҙә уның һайын һамаҡланы.
Һәтес-һәтес, һәтес тә,
Бәләкәй генә бәпес тә
Үҫер әле, ҙурайыр,
Бына тигән ҡыҙ алыр.
Һәпес-һәпес кенәһе,
Кемдең бәпескенәһе.
Кемдең булһын, ҡулдарында
Бейетеп тора әсәһе.
Фәриҙә улын һәпәсүкләүҙән туҡтап, карауатына ултыртты.
– Хәҙер мәм-мәм ашап алабыҙ, – тип йәһәт кенә бутҡаһын әҙерләргә тотондо. – Ашаған кеше дә-ә-әү үҫә.
Фәриҙәнең күңеле тыныс бөгөн. Аллаға шөкөр, бәпесе ете һаны теүәл килеш донъяға килде. Атайһыҙ бала тапты, тигән данын да сығарырға яҙманы. Әхирәте Кәримә менән Ғәзиздән башҡа берәү ҙә белмәне был хаҡта.
Теге ваҡыт Хәсән менән ун биш көн самаһы буталғас, егеткә, әллә ни эшләп хәлем юҡ, тип бәлә һалып алды. Унан поликлиникаға барып ҡайтҡан булды ла, Хәсән алдында, ауырға ҡалғанмын, тип сеңләп илап ебәрҙе. “Башымды рисуай иттең. Хәҙер ни эшләйем икән? Атай-әсәйемә нимә тип әйтәйем? Уф Аллаҡайҙарым, күрәһеләрем бар икән?” Егет бер килке аптырап ҡалды. Ҡыҙҙың ауырға ҡалыу ихтималлығы башына ла инеп сыҡмағайны шул. Шунан, “тимәк, минең балам була, мин нормальный кеше” тип уйлап, әйҙә, өйләнешәйек, тине. Шулай тиҙ генә эләктереп алды ул донъя күрмәгән бер ҡатлы егетте.
Кисә поликлиникаға ҡаралырға барғайнылар, врач та ҡыуандырҙы.
– Шалҡан кеүек үҫеп килә. Бөтә анализдары ла һәйбәт, – тине. – Тиҙҙән тәпәй ҙә баҫып китер әле ул.
Шул мәл ишек шаҡынылар. Фәриҙә шәп-шәп барып ишекте асҡайны, күптән күрмәгән әхирәте Кәримә тора. Кәримә менән улар бер магазинда эшләгәйне. Әллә үҙе холоҡһоҙ булды, әллә ирҙәре тигәндәй, ике ире менән дә йәшәп китә алманы. Хәҙер балаһын яңғыҙы үҫтереп ятҡан көнө.
– Һаумы, әхирәткәйем.
– Арыубыҙ әле. – Әхирәттәр ҡосаҡлашып, сар-сор килешеп алды. – Ни хәлдә генә? Үҙеңде һағынып бөттөм. – Фәриҙә йәһәт кенә сәйнүгенә һыу ҡойоп, ҡайнатырға ҡуйҙы.
Һуңғы арала Фәриҙә өйҙә бала менән ултырғас, әхирәте килеүгә сикһеҙ шат ине. Әллә ни сығып йөрөй алмағас, хәбәр-хәтер ишеткәне лә юҡ.
– Эштә ниндәй хәлдәр бар? – тип ҡыҙыҡһынды ул.
– Шул килеш инде. Әй шул килеш, тип торам. Теге ваҡыт ревизия булғайны, Ғәлиәнең өҫтөнә сыҡҡан, тинеләр.
– Шунан?
– Шунан ни нимә булһын?! Уны бит директор менән кутит-мутит итә тиҙәр бит. Ҡотҡарып ҡалған инде.
– Улай икән? Ә теге Наташа нимә эшләй?
– Үҙең беләһең уны, гел алдаша, үлсәгестең аҫтына әйбер ҡуя ла үҙенә әллә күпме экономия эшләй. Бигерәк битһеҙ бит әле, Алланан да ҡурҡмай. Теге ваҡыт тыуған көнөнә саҡырғайны. Өйө тулы яҡшы әйбер, урлашмаһаң, беҙҙең эш хаҡына ғына әллә нимә ҡыйратырһың. Кейгән кейемдәре лә гел затлынан. Былтыр ғына пальто алғайны, быйыл тағы алған. Урлаша инде, урлаша. Шуның ҡойроғона баҫыусыһы ла, белеүсеһе лә юҡ.
– Ире сығып киткән тип ишеткәйнем, шул дөрөҫ хәбәрме икән?
– Эйе, тәүге ҡатынына киткән. Йәтеш булған әле. Бында мин генә яңғыҙ бала ҡарарға тейешме?! Бүтәндәр ҙә ирһеҙ бала үҫтереүҙең ауырлығын белһен әле. Әтеү әллә кем булып кеше лә танымай башланы.
Эшендәге бөтә хәлдәрҙе, әллә дөрөҫөн, әллә үҙе уйлап сығарғанын теҙеп һөйләп бөткәс, һүҙ Фәриҙәнең ғаиләһенә күсте.
– Эй, әхирәткәйем, бигерәк бөтөп киткәнһең, – тине Кәримә, сәйен бер уртлағас, уға тәү күргәндәй тишә яҙып ҡарап. – Ишекте асҡас, тәүҙә үҙеңде танымай торҙомсо. Кипкән балыҡ кеүек булғанһың да ҡуйғанһың. Әллә ауырып тораһыңмы?
– Юҡсы, Аллаға шөкөр, бөтә ерем дә имен-һау.
– Әтеү нишләп ул тиклем йонсоноң? Үҙеңде юнып алғандар тиерһең. Балаң тыныс түгелме әллә?
– Юҡсы, тып-тыныс, тамағы туйһа, йоҡлап тик ята.
– Һин нимәнелер әйтеп бөтөрмәйһең. Моғайын, ирең йонсоталыр. Ир йүнле булһа, ҡатын кеше был тиклем үк бөтөрөнмәй. Ҡатынды мунса ташы ла, йөҙөк ҡашы ла иткән ир, тип халыҡ белмәй әйтмәгән. – Кәримә ҡулындағы печеньеһын ҡабып, йәнә Фәриҙәгә текәлде. – Теге ваҡытта ла өйҙә юҡ, әле лә юҡ. Ҡайҙа йөрөгән була ир ишаратың?
– Эше шул инде, гастроль дә гастроль.
– Кит, шул да булдымы һөнәр! Сиған кеүек йөрө лә ят, имеш. Ярай, үҙе черт с ним. Бына һин йәл. Әртистәрҙең эш хаҡы юҡ, тиҙәр, нисек ала?
– Ҡуй инде! – Фәриҙә юҡты һорама ла тигәндәй ҡулын һелтәне. – Тәүге эш хаҡын алып ҡайтып биргәндә иҫем китте, битенә бәрерҙәй булдым. “Кит, кеше көлдөрмә, шундай эш хаҡы буламы” тигәйнем, күҙен дә йоммай, “яңы эш башлап торам, әлегә исемдәрем дә юҡ” тигән була.
– Берәй һөйәркәһенә бирәлер, әртистәргә ышаныс бармы? Уларҙың һәр береһе әллә нисә бисә менән йәшәй, ти, бит.
– Филармонияға барып тикшереп тә ҡараным, шулай алған.
– Ҡуй, әйкәйем. Әртис халҡына ышанаһыңмы? Бигерәк бер ҡатлыһың инде. Улар бит левый аҡса ла эшләй. Һиңә биреп бөтмәй инде ул. Эй, әхирәткәйем, бигерәк йәлләйем үҙеңде, һин бында бала ҡарайһың, ә ул күңел асып йөрөй. Былай аңшайып йөрөһәң, Хәсәнеңдән дә ҡолаҡ ҡағаһың бит!
Тыныс ҡына йөрөгән Фәриҙәнең ҡолағы ҡарп итеп ҡалды.
– Китсәле, минең ул турала башыма ла ингәне юҡ.
– Бигерәк бер ҡатлыһың шул! Бер ауыҙың беште бит инде. Һаман һабаҡ алмайһың! Кит-кит! Әҙерәк үҙеңде хөрмәт итер инең. Ҡуй, ул, әртистәргә ышанһаң, улар гастролдә ирле-бисәле булып бөтәләр, ти бит. Ана минең бер әхирәтем шулай ирһеҙ ҡалды. Ире гастролгә китәм ти ҙә аҙна, ун көнгә ғәйеп була икән. Был бер ҡатлы нәмә шуға ышанып ғүмере үтте. Бер көндө үҙҙәрен магазинда йөрөгәндә тотҡан, ти. Ишшеү теге ҡатында ла балаһы бар, ти.
– Ысынмы? Кит! – Фәриҙә ауыҙын асты ла аптырап ҡалды.
– Иң яҡын әхирәтемде алдап тормам инде.
Ул көндө Фәриҙә әхирәтен ҡайтарманы:
– Дөрләп янып барам, уф, давлением күтәрелде, шикелле. Ошондай ваҡытта яңғыҙымды ҡалдырмаҫһың инде, – тип ҡаршылағы магазиндан шарап та сығып алды. Әхирәттәр ярты төнгә тиклем һөйләшеп ултырҙы...
ххх
– Ну, фәхишә, эләктеңме? Хәҙер кәрәгеңде бирәм. Барыбер үҙеңде эләктерҙем бит! Нимә, һиңә башҡа ирҙәр бөткәнме, ә?! – Фәриҙә иренең һөйәркәһен инде сәсенән эләктерҙем тигәндә тегеһе әллә ҡайҙа ғәйеп була ла ҡуя. Артынан баҫтырып хәлдән тайҙы. Шәп ҡаса! Ғәйебе булмаһа, ул тиклем ҡасмаҫ ине. – Юҡ, һин минән ҡасып ҡотола алмаҫһың. Бәй, ире лә бергә йүгерә түгелме? Шулай шул! Ҡара әле оятһыҙҙар! – Тағы артынан ҡыуып китте. Бына теге албаҫтының сәсенән матҡып алды ла шап иттереп башына сәпәне. Шул мәлдә генә Фәриҙә ҡулы ауыртыуға түҙмәй йоҡоһонан уянып китте. Уянды ла, бының бары төш булыуына ышана алмай, бер килке ята бирҙе. Унан ҡулы һыҙлай башлауын тойҙо. Теге бисураға елләйем тип ҡаҡ стенаға бәргән икән.
Кәримә килеп киткәндән бирле Фәриҙәнең күңелендә дауыл ҡупты, шомло хәбәр йөрәген кимерҙе. “Һин мине белмәйһең әле! Күрһәтермен әле мин һиңә һөйәркәне! Хәстрүш!” Үҙ алдына енләнә, үҙ алдына туҙына. Гүйә, эсенә ниндәйҙер шайтан оялап алды ла, һис кенә уға тыныс ҡына йәшәргә ирек бирмәй. Төндәрен һаташып уяна, әллә кемдәр менән айҡаша, баҫтырыша, әрләшә.
Иртән һауыт-һабаһын йыуып торған еренән бер сынаяғын иҙәнгә бәреп ватты. Үҙен үҙе әрләне. “Иҫәр, был тиклем дә бер ҡатлы булырмын икән! Берәүһе йомшаҡ һөйләп ҡатыға ултыртып китте бит. Ә ул һаман да шул Фәриҙә. Кешегә аҡыл кермәһә кермәй икән! Юҡ, бынан һуң ул асығауыҙ Фәриҙә булмасаҡ! Ул үлде! Әлдә әхирәте килеп күҙен асты әле. Былайһа, һаман шуның алдында өйөрөлөп-сөйөрөлөп йөрөр ине. Хәҙер Фәриҙәнән яҡшы тормош көтмәһен! Шиш!” Ҡатын хатта йоҙроҡтарының үҙенән-үҙе төйнәлгәнен дә һиҙмәне. “Өйгә керетмәйем! И все!” Иренән нисек үс алырға белмәгән Фәриҙә кинәт уның барлыҡ кейемдәрен шатыр-ботор бер тоҡсайға тултырҙы ла, коридорға сығарып бырағытам тигәндә, туҡталып ҡалды. “Шунан сығарып олаҡтырҙым, ти? Ә ире шуны ғына көтөп йөрөһә? Ҡалай яҡшы булды әле, китергә йәтеш булды әле тип ҡыуана-ҡыуана китер. Юҡ, артыҡ ирем юҡ әле, берәүгә лә бирәһем юҡ. Яңғыҙым ул баланы нисек ҡарайым?!”
ххх
Тәүҙәрәк уҡыуын институтта дауам итә алмауына Хәсәндең кәйефе төшһә лә, филармонияла эше уңышлы ғына киткәс, дәртләнеп китте. “Бәлки, киләһе йыл инермен, бала бер аҙ үҫһә, еңелерәк тә булыр”, тип уйланы.
Коллективта йәш йырсыны йылы ҡаршыланылар. Республикалағы иң билдәле эстрада төркөмөнә алдылар уны. Бригада етәксеһе Зөһрә Фәрит ҡыҙы – халыҡ араһында абруй яулаған йырсы. Бәләкәйҙән радионан, телевизорҙан йырҙарын тыңлап үҫкән мәшһүр йырсы менән ҡасандыр бергә эшләрмен тип күҙ алдына ла килтермәгән Хәсән уның ябайлығына хайран ҡалды. Ғәжәп ярҙамсыл, ихлас кеше Зөһрә апай!
– Диплом алыу ғына һеҙҙең ысын йырсы булыуығыҙҙы аңлатмай әле, – тине ул йәш кешегә кәңәшен биреп. – Үҙ өҫтөңдә бер туҡтауһыҙ эшләгәндә генә халыҡтың һөйөүен яулаған артист дәрәжәһенә күтәреләсәкһең. Тамашасыға әйтер фекерең булһын. Мәғәнәһеҙ йырҙар башҡарып, күпме таланттар үҙенең йөҙөн юғалта. Халыҡ һине тауышыңдан айырып, танып торһон. Кешене ҡабатлама. Башҡарыу манераңды тап. Рамаҙан Йәнбәков, Фәрит Бикбулатов кеүек мәшһүр йырсылар дәрәжәһенә етеүеңде теләйем. Һинең тауышыңдан, йырыңдан, ана шул артист йырлай, тип белеп торһондар.
Хәсәнде килеү менән миҙгел асыу концерт программаһына индерҙеләр. Әлбиттә, бындай бәхет һәр кемгә тәтемәй, коллективтан иң-иңдәрҙе генә һайлап алдылар. Шуға ла ҡайһы берәүҙәр йәш йырсыға һоҡланып ҡараһа, ҡырын ҡараусылар ҙа булманы түгел.
Студент саҡта концерттар менән йыш йөрөһәләр ҙә, Хәсәндең филармонияла был тәүге сығышы ине. Тамашаның режиссеры ла, Зөһрә Фәрит ҡыҙы ла егетте ҡат-ҡат иҫкәртте:
– Бындай концертта етәкселәр күп була. Мәҙәниәт министрлығынан, хөкүмәттән вазифалы ҡунаҡтар саҡырылған. Шуға ла һынатырға ярамай...
– Килешле хәрәкәттәр менән башҡарырға тырыш...
– Сәхнәлә иркен тоторға кәрәк үҙеңде.
Ысынлап та, Хәсәндең йырын барыһы ла оҡшатты. Танылған сәнғәт әһелдәре лә, тамашасылар ҙа уға гөрләтеп ҡул сапты, кемдер “браво” ҡысҡырҙы.
Концерт тамамланғас, ситтә уңайһыҙланып торған Хәсәнде йәштәр уратып алып, күккә сөйҙө, кемдәрҙер уңышы менән ҡотланы. Хатта талапсанлығы менән айырылып торған маҡтауға һараныраҡ бөйөк йырсы Рамаҙан Йәнбәков тә был юлы һоҡланыуын йәшермәне.
– Шәп йырланың, ҡустым! – тип килеп ҡулын ҡыҫты ул. – Оҡшаны. Йырлағас, ана шулай йырларға кәрәк, кинәнеп, күкрәк киреп, йырҙан көлөп түгел. Тап һинең кеүек кешеләрҙең урыны профессиональ сәхнәлә булырға тейеш. – Унан Хәсәндең ҡайһы яҡтан булыуы, халыҡ йырҙарын йырлау-йырламауы менән ҡыҙыҡһынды. – Ысын йырсы халыҡ йырҙарын да яҡшы белергә тейеш. Кәрәк булһа, һораш, үҙем дә ярҙам итермен. Уңыштар теләйем.
Һуңынан оперативкала етәкселәр, күпте күргән өлкән йырсылар Хәсәнде ҡотлап, маҡтап һөйләнеләр. Гәзиттәрҙә миҙгел асыу тантанаһына арналған мәҡәләлә Хәсәндең исемен дә телгә алып, яҙып сыҡтылар. Былар барыһы ла йәш йырсының кәйефен күтәрҙе, ҡанатландырҙы, үҙ-үҙенә ышанысын тағы ла арттырҙы
Сәхнә тормошо үҙ яйы менән бара торҙо. Бер аҙҙан Хәсәнде иптәштәре йырсы итеп кенә түгел, оҫта алып барыусы булараҡ та асты. Сираттағы гастролгә йыйынғанда төркөмдә нәфис һүҙ оҫтаһы булып эшләгән артист ҡапыл ауырып китте. Шул мәл Зөһрә Фәрит ҡыҙы:
– Һинең телмәрең яҡшы, юморға ла байһың, әйҙә концерттарҙы алып бар, – тигәс, шатланып риза булды егет. Эстрада монологтарын һайланы. Оҡшап китте Хәсәнгә конферансье һөнәре. Был йәш йырсы өсөн үтә лә танһыҡ, сөнки концертта дүрт-биш кенә йыр башҡарыу аҙ һымаҡ уға. Өҫтәүенә бының өсөн түләнгәс тә, бик һәйбәт булып ҡалды.
Бөгөн Хәсән шуларҙы уйлай-уйлай гастролдән ҡайтып килә. Элекке һымаҡ гастролгә бер нисә айға сыҡмаһалар ҙа, йыш йөрөйҙәр. Коллективта Хәсән иң йәше. Шуға ла уға бөтә нәмә ҡыҙыҡ. Халыҡ уның исемен ишетеү менән ҡул саба, йырлап бөткәс, туҡтауһыҙ алҡышлап, ҡабат-ҡабат сәхнәгә саҡыра.
Әле бына район үҙәгендә сығыш яһанылар, унда Хәсәнгә хатта гөлләмә лә бүләк иттеләр. Ҡайтышлай магазиндан улына матур ғына костюм да һатып алды.
Автобуста артистар гөж килә, ә уның күңелен аңлашылмаған ниндәйҙер шомло хис биләп алған...
Кәләшен, улын һағынып, уларҙы ҡыуандырайым тип йылмайып ҡайтып ингән Хәсән бүлмәләге тәртипһеҙлекте күреп, шаҡ ҡатты.
– Бәй, ни булды?
– Бына мин һинән һорарға тора инем шулай тип. Шунан һөйәркәң менән күңелең булғанға ауыҙың йырылып ҡайттыңмы?!
– Аңламаным! Ниндәй һөйәркә тураһында һөйләйһең ул? – Ҡатынынан быны көтмәгән Хәсән аптырап ҡалды.
– Башыңды иҫәргә һалма, бөтәһен дә беләбеҙ инде. Һин мине иҫәргә һанағас та.
– Һеҙҙә бейеүсе Гөлбинә бармы?
– Бар.
– Шуны кем тип уйлайһың?
– Кем тип уйлайым? Бейеүсе.
– Ниңә шуның менән типтерәм тип әйтмәйһең?
– Кит, Фәриҙә, нимә уйлап сығарҙың ул? Хыялый булып бараһыңмы? Уның бына тигән ире бар. Фәрит ағай менән бына тигән йәшәп яталар. Ике балалары үҫә.
– Әллә ирҙәре булғандар йөрөмәй тиһеңме? Как раз шулар инде башҡа кеше ирҙәрен аҙҙырыусылар.
– Ярай, Фәриҙә, юҡ өсөн талашмайыҡ. Үҙегеҙҙе һағынып ҡайттым. Буш ваҡыттарҙа концерт ҡуйып, аҡса ла эшләнек әле.
Хәсән кеҫәһенән апаруҡ ҡына аҡса сығарҙы, күстәнәстәрен өҫтәлгә йәйеп һалды, ҡулындағы сәскәһен кәләшенә һондо ла үпмәксе булып уға үрелде. Шул мәл Фәриҙә гөлләмәне иҙәнгә һелтәп ебәрҙе лә шап иттереп уның сикәһенә усы менән сәпәне.
Хәсән көтөлмәгән хәлдән шаңҡып ҡалды.
– Нишләйһең ул? Алйып бараһыңмы?
– Бына һин алйып бараһың, шикелле!
Хәсән иҙәндәге сәскәләрҙе йыйып, өҫтәлгә һалды.
– Кем уйлап сығарҙы ул һөйәркәне? Әйт әле?
– Хәбәр эйәһе менән йөрөмәй. Күргәндәр инде...
– Күргәндәр?! – Хәсән аптырап ҡабатлап һораны.
Бер аҙҙан Фәриҙә үҙенең арттырыбыраҡ ебәргәнен аңланы шикелле, тынысланғандай булды. Йөҙөнә йылмайыу сатҡылары сығарып, сәй ҡайнатырға ҡуйҙы, гөлләмәне вазаға ултыртып, күстәнәстәрҙе һыуытҡысҡа урынлаштырҙы, аҡсаны йыйып ҡуйҙы.
Хәсәндең кәйефе бер ҡырылғас, өҫтәл янында ла һүҙҙәре берекмәне. Кәләше һаман төпсөнөүен белде.
– Ҡайҙа йоҡланығыҙ?
– Ҡайҙа булһын! Кешелә фатирҙа инде. Клуб мөдире алып ҡайтты. Ауылда кем һиңә гостиница әҙерләп ҡуйһын!
– Һин фатирға кемдәр менән төштөң?
– Бөтәбеҙ ҙә бергә.
– Ыстаҡ, нисек улай? Оятығыҙ бармы һеҙҙең? – Фәриҙәнең күҙе маңлайына менде. – Аңлашылды былай булғас!
– Нимәһе аңлашылды?
– Белмәй әйтмәйҙәр икән: әртистәр гастролдә ирле-бисәле булып бөтәләр тип.
– Уны кем һөйләй һуң?
– Бөтәһе лә һөйләй. Иң гулящий халыҡ – ул әртистәр, тип.
– Фәриҙә, юҡ менән башты ҡатырма әле.
– Ә-ә-ә, бына йөрөп ҡайттың да хәҙер минең ауыҙҙы тыймаҡсы булаһыңмы? Юҡ, мин үҙемдең баштан көлөргә юл ҡуймаясаҡмын...
Хәсәндең ашауы ашау, эсеүе эсеү булманы. Бер нисә көн буйы концерт ҡуйып, халыҡтың ҡабат-ҡабат һорап йырлатыуынан күтәрелгән кәйефенең бер нисә минутта остоғо ла ҡалманы. Улын ҡосаҡлап, һөйөп-һөйөп алды. “Уҡытыусым ҡайһылай дөрөҫ әйткән, яңылыштым, ахырыһы”, тигән уйҙары күңеленән сыҡманы. “Үҙемдең бер ҡатлылығым арҡаһында иртәрәк өйләндем. Их, һиңмай” тигән шик ҡорт шикелле йөрәген кимерҙе. Ҙур хата эшләүен аңланы. Әммә уфтанып бер ни ҡылып булмай. Бала бар. Улын ғәжәп яратты Хәсән. Хатта бер нисә сәғәткә айырылып торғанда ла уны һағынып өлгөрҙө. Гастролдәргә бармағанда, төшкө ашҡа өйгә ҡайтып йөрөнө. Улы менән күңеле булғансы уйнап, шаяртып кәйефен күтәрә ине. Әммә бындай бәхетле көндәрҙе урлау, кәйефте боҙоу өсөн Фәриҙә сәбәбен табып торҙо.
“Утһыҙ төтөн булмай! Фәриҙә бында бала ҡараһын, ә ул ҡыҙҙар менән гүләйт һуҡтыра. Ҡара әле, бигерәк бер ҡатлы инде! Бығаса ни эшләп башына инеп тә сыҡмаған. Барыбер бер эләктерәсәк бит! Ул ваҡытта теге кәнтәйенең дә, үҙенең дә кәрәгең бирәсәк”. Теге ваҡыттан һуң Фәриҙәнең тыныслығын бөтөнләй урланылар.
Тиҙҙән Хәсән эшләгән төркөм тағы ла гастролгә йыйынды. Ире йыйынып сығып китеү менән Фәриҙә улын әхирәтенә ҡалдырҙы ла шым ғына артынан юлланды. Бына ул филармония ҡаршыһында торған автобусты күрҙе. Тимәк, ошо автобус менән баралар. Бер аҙҙан егеттәр автобусҡа музыка аппараттарын кереттеләр. Унан ҡатын-ҡыҙҙар, уларҙан һуң егеттәр автобусҡа инә башланы. Бәй, ни күрә, иренең ҡулында үҙенекенән тыш тағы бер олоғара сумка. Эргәһендә аҡ яғалы пальтола ҡыҙ тора. Шул тамуҡ киҫәүенең генә сумкаһы. Үҙҙәре нимәлер һөйләшкән, көлөшкән була. Был хәлде күҙәтеп торған Фәриҙәнең асыуы алҡымына тығылды. “Бына хәҙер күрһәтәсәк ул һеҙгә ғишыҡ уйынын! Бына хәҙер! Фәриҙә һеҙ уйлағанса дүрәк түгел ул!” Ул арала тейәлер әйберҙәрҙе автобусҡа тейәп, ултырып бөттөләр, шикелле. Шуны ғына көтөп торған Фәриҙә йәшен тиҙлегендә автобус эсенә йүгереп барып инде лә ишек төбөндә баҫып торған ханымдың башлығын йолҡоп та алды.
– Оятһыҙ! Бына һин икәнһең кеше ирен аҙҙырып йөрөүсе!
– Аңламайым, нимә эшләүегеҙ был?! – Иренә нимәлер һөйләп торған ҡатын аптырауҙан шаҡ ҡатты ла ҡалды.
– Быны мин һеҙҙән һорарға теләгәйнем! – Фәриҙә ҡатынға күҙенең ағы менән сәнсеп ҡараны.
Бындай йәмһеҙ күренеште көтмәгән Хәсән дә ҡапыл аптырап ҡалды, унан урынынан һикереп тороп Фәриҙәгә яҡынланы.
– Фәриҙә, нимә эшләүең был? Ниңә кеше аптыратаһың? Нимә эшләп бер гонаһһыҙ кешене рәнйетәһең?
– Ни эшләүемме?! Быны һинән һорарға кәрәк?! – Ярһыған ҡатын хәҙер Хәсәнгә ябырылды. – Ҡара әле, оялмай ҙа миңә нимә ти! Бергәләшеп уйнаш итергә сыҡтығыҙмы, әртис ишараттары?!
Бындай һүҙгә Зөһрә Фәрит ҡыҙы ла түҙмәй урынынан килеп торҙо.
– Һеңлем, ни һөйләйһең? Ниндәй уйнаш итеү ти ул? Бында берәү ҙә боҙоҡ юлда йөрөмәй. Тауыш ҡуптарырға һинең ни хаҡың бар әле?
Әммә Фәриҙә берәүҙе лә тыңлар, ишетер хәлдә түгел ине. Ул үҙенекен теҙҙе:
– Эйе, беләм мин һеҙҙе! Минең артыҡ ирем юҡ! Ошо фәхишә менән иремде бергә гастролгә ебәрәһем юҡ! – Фәриҙә, тыны ҡурылып, сәсәп, ҡысҡырып илап ебәрҙе.
– Һеҙ ныҡ яңылышаһығыҙ, һеңлем. Зөһрә Фәрит ҡыҙы ҡатынды тынысландырырға тырышты. – Был Нәргизә була, бер ниндәй ҙә артист түгел. Беҙҙең танылған баянсы Мәрәһимдең ҡатыны. Ирен оҙатырға килгән.
Күпме йөрөп тә әлегәсә бындай хәлде күргәне лә, ишеткәне лә булмаған артистар шаҡ ҡатты.
– Мине алдамағыҙ! Мин иремде һеҙҙең менән йөрөтәһем юҡ! – Күҙе аларған Фәриҙә Хәсәнгә килеп йәбеште. – Нимә ҡатып ҡалдың? Әйҙә, төш, ҡайттыҡ!
– Һеңлем, тыныслан әле! – Зөһрә Фәрит ҡыҙы йәнә Фәриҙәгә ҡараны. – Ҡайҙан килде башыңа ундай боҙоҡ уй? Беҙ эшкә сыҡҡанбыҙ. Беҙгә концертҡа барып өлгөрөргә кәрәк. Хәсәнде алмаштырырлыҡ минең кешем юҡ. Беҙҙең эш планын боҙорға һинең хаҡың юҡ.
Әммә Фәриҙәне тынысландырыу мөмкин түгел ине. Ул был минутта ҡорбанын йолҡҡосларға әҙерләгән йыртҡысты хәтерләтте. Сәсе-башы туҙған, йөҙө ҡып-ҡыҙыл булып, ҡан тамырҙары бүртеп сыҡҡан.
– Әйҙә ҡайттыҡ, ни эшләп тораһың! – Ул Хәсәнгә сытырман йәбешеп, уны салондан һөйрәй башланы.
Бөтә халыҡ алдында оятҡа ҡалған Хәсән был мәлдә үҙен хас та тәртип боҙоп тотолған бала хәлендә тоя ине. Ул арала шофер, етте, ҡуҙғалырға ваҡыт тигәнде белдереп, машинаны бипелдәтте. Ахырҙа урынынан торҙо:
– Һеңлем, беҙгә ҡуҙғалырға ваҡыт. Былай ҙа тотҡарландыҡ, билдәләнгән ваҡытҡа барып етергә кәрәк, – тине Фәриҙәгә тура ҡарап.
– Хәсән төшмәйенсә, мин төшмәйем! Күрәләтә иремде уйнаш итергә ебәрәһем юҡ! Әртистәрҙе беләм инде. Күҙемде астылар!
– Һеңлем, һинең оятың бармы, юҡмы? – Зөһрә Фәрит ҡыҙы йәнә телгә килде. – Тота килеп беҙгә яла яғырға һинең ни хаҡың бар?
– Ҡара әле, туғаным, тыныслан, – тине йырсы Гөлсәсәк тә. – Әллә күпме эшләп бындай хәлде әлегә күргәнебеҙ юҡ ине...
– Мине тыймағыҙ! – Фәриҙә хәҙер инде Гөлсәсәккә ябырылды. – Һине лә беләбеҙ кемдәр менән теттергәнеңде! Фәрештә түгелһең! Әллә исемде һиңә тәк торғандан тоттороп ҡуйғандармы?! Юҡ шул! Беләбеҙ!
Был ҡатын менән башҡаса һөйләшеү мәғәнәһеҙ икәнен яҡшы аңлаған артистар өндәшмәне. Барыһының да кәйефе ҡырылған ине. Хәсән иһә иптәштәренең күҙенә күтәрелеп тә ҡарай алманы. Оят, ғәрлек ине уға. Сумкаларын эләктереп, автобустан төшөүҙән бүтән сара ҡалманы Хәсәнгә... Уның урынына икенсе йырсыны көскә табып, барыр ерҙәренә күпкә һуңлап, ҡуҙғалып китергә мәжбүр булдылар.
Башҡаса Хәсән филармонияға барманы, ғариза яҙҙы ла эштән китте. Шулай итеп, ни бары йыл ярым эшләп ҡалды ул филармонияла...
ххх
Бына нисәнсе көн инде бөтә донъяны сафлыҡҡа күмергә теләгәндәй бер туҡтауһыҙ ҡар яуа. Студент саҡта улар ошондай мәлде харап ярата ине. Ҡыҙҙар-егеттәр шаяра-көлә училищеға баралар, дәрестәрҙән һуң театрҙарға, концерттарға йөрөйҙәр. Юҡтан ғына ҡыҙыҡ табып көләләр. Булған да бит бәхетле минуттар! Ауылдан атай-әсәйҙәре аҙыҡ-түлек ебәрһә, бер ғаилә булып ашайҙар ине. Бик тә ашарға бөтөп китһә, китәләр бүлмәләр буйлап эҙләнеп. Берәйһенән – бәрәңге, икенсеһенән май табып, өсөнсөһөнән икмәк алып, көлөшә-көлөшә тамаҡ һыйлайҙар. Аҡса наҡыҫлығы ла, тормоштоң башҡа мәшәҡәттәре лә уларға ҡағылмаған кеүек. Барыһы ла шат, барыһы ла бәхетле.
Ул ваҡыттан һуң бер-ике йыл ғына үтһә лә, бөгөн шул шатлыҡлы мәлдәр татлы бер төш кеүек кенә тойолдо Хәсәнгә. Теге хәлдән һуң уның йөрәге лә, күңеле лә мәңге бөтәшмәҫтәй яраланып, әле лә ҡан һыҡрап тора. Бына ул уйҙарға бирелеп, үҙенең участкаһындағы ҡарҙы көрәй. “Әле генә институтҡа инергә әҙерләнгән, бөтәһе ҙур өмөттәр бағлаған кеше урам таҙалап йөрөһөн әле! Ғәрлеге ни тора!” Таныштар күреп ҡалмаһын тип ҡаланың төпкөлөрәк урынын һайланы. Ҡасан туҡтар икән был ҡар? Исмаһам, бер аҙ хәл алып ҡалыр ине. Көрәп киткән урынды артынса уҡ ҡар күмеп тә китә. Ошондай ауыр уйҙар уның мейеһен сүкене, йөрәгенә тынғылыҡ бирмәне.
...Автобустағы мәхшәрҙән һуң Хәсән бер килке аңына килә алмай аңҡы-тиңке йөрөнө. Һәйбәт кенә башланып киткән эшен кәләше бер көн эсендә селпәрәмә килтерер тип башына ла инеп сыҡмағайны. Бынан һуң ул оялышынан иптәштәре күҙенә салынмаҫҡа тырышты. Эшһеҙ ҙә ятып булмай, шуға ла ЖКУ-ға барып, урам һепереүсе булып урынлашты.
Әлбиттә, тота килеп шундай талантты юғалтыуы филармония етәкселеге өсөн дә еңел түгел ине. Ундай һәләтле йырсылар юлда тәгәрәп ятмай. Йырсылар күп әҙерләнә лә ул. Бәғзеләрендә тауыш та, моң да бар, әммә, ни сәбәптәндер, тамашасының йөрәгенә юл таба алмайҙар. Ә Хәсәндең исем-шәрифен иғлан итеү менән халыҡ ҡул саба башлай, йырлап бөткәс, сәхнәнән ебәрмәй тота.
Бер нисә көндән бергә эшләгән музыкант егет Хәсәнде эҙләп килде.
– Зөһрә Фәритовна ебәрҙе, килеп китһен әле, – тине.
Уңайһыҙлана-уңайһыҙлана барҙы Хәсән төркөм етәксеһенә. Бик ихлас ҡаршы алды өлкән йырсы. Хәл-әхүәл һорашып, бер сама һөйләшеп ултырғас, Зөһрә Фәрит ҡыҙы:
– Әлбиттә, теге ваҡыттағы хәл барыбыҙҙың да күңелендә юшҡын ҡалдырҙы, – тине. – Беҙҙең тормош бөтә халыҡтың күҙ алдында. Радионан да тыңлайҙар, телевизорҙан да күрәләр. Билдәле кеше менән һәр ваҡыт ҡыҙыҡһыналар, улар хаҡында дөрөҫө лә, ғәйбәте лә күп йөрөй. Быға тиклем төрлөһөн ишетергә тура килһә лә, был тиклемен үк күргән юҡ ине. Ярай, быныһын онотайыҡ. Тормош булғас, бөтәһе лә шыма ғына барһа, ҡыҙыҡ та булмаҫ ине. Һине яңынан үҙебеҙҙең бригадаға эшкә саҡырырға булдыҡ. Йәш булһаң да, халыҡ яратып өлгөрҙө. Теге ваҡыт тамашасылар үҙеңде таптырып бер булды. Концертта һаман да һинең исем-шәриф иғлан ителмәгәс, “Ҡасан Хәсән Вәлиев йырлай”, тип записка ебәрә башланылар. “Килмәгәс, ниңә кеше алдап афишаға исемен яҙҙығыҙ” тип сәхнә артына уҡ килеп менделәр. Үҙ тамашасыңды табыу – артист өсөн иң оло бәхет.
– Рәхмәт, Зөһрә Фәритовна, йылы һүҙҙәрегеҙ өсөн. – Үҙе тураһында яҡшы фекер ишетеүгә Хәсәндең йөҙөндә йылмайыу сатҡылары күренде.
Ике арала тынлыҡ урынлашты. Хәсән ни әйтергә лә белмәне. Кире килгән хәлдә лә, ҡатынының әллә ниндәй яманлыҡтар уйлап сығарып, тағы оятҡа ҡалдырасағын күҙ алдына килтерҙе.
– Зөһрә Фәритовна, ышанысығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, башҡаса килә алмаҫмын ул, – тине.
– Бик йәл. Һинең кеүек таланттарҙың урыны тап сәхнәлә бит. Ярай, улайһа, бала түгелһең, үҙең беләһең. Шулай ҙа һине беҙ һәр саҡ ҡабаттан алырға риза. – Өлкән йырсы Хәсәнгә һынамсыл ҡарап, һүҙен дауам итте. – Туғаным, хәлеңде аңлап торам, әммә киләсәктә һиңә ныҡлыраҡ булырға кәңәш итер инем. Һин ир кеше, тормошоң яңы башлана. Ир булып, тормош дилбегәһен үҙеңдең ҡулыңа алыуыңды теләйем. Һин һыу ыңғайына ағып барырға юнысҡы киҫәге түгел. Кәрәк урында үҙ һүҙеңде әйтеп өйрәнергә лә кәрәк булыр. Һәр кем үҙ бәхете өсөн көрәшергә тейеш, тап шул саҡта ғына үҙеңдең хыялдарыңды бойомға ашыра аласаҡһың. Ярай, һиңә уңыштар теләйем...
Йырсының һуңғы һүҙҙәре Хәсәнде уйға һалды. “Ни эшләп мин шулай бешмәгән икән? Ни эшләп шулай мәүешмен. Атайым да улай түгел. Ә ағаһы һуң? Кәрәк урында сатнатып әйтә лә, бик асыуын ҡыҙҙырһалар, һалып осорорға ла күп һорап тормаҫ. Ә ул кешегә ауыр һүҙ ҙә әйтә алмай”.
Әле уларҙың училищеның дөйөм ятағында йәшәп ятҡан көндәре. Өйләнгәс, уҡытыусыһы директорға инеп, үҙе юллап алып биреште. Филармониянан эштән киткәс, комендант иртәгеһенә үк килеп, бүлмәне бушатырға ҡушты. Ҡыш өҫтөнән бала менән ҡайҙа барһындар! Икенсенән, фатир тапҡан хәлдә лә түләргә аҡсаны ҡайҙан алаһың?!
– Хәҙер нимә эшләйбеҙ? – Фәриҙә илай башланы. – Был ниндәй бәхетһеҙ тормош? Бөтәһе лә беҙгә ҡаршы килеп тора.
– Ярай, тыныслан, барып һөйләшеп ҡарармын, – тип тағы ла ярҙам һорап Йәүҙәт Юнир улына юлланды.
ххх
Дөйөм ятаҡ дөйөм ятаҡ инде. Бөтә халыҡ иртән тора ла тыптыр-тыптыр коридор буйлап йөрөй башлай. Берәүҙәре сират тороп йыуына, газ плитәһе янында ла ҡайһы ваҡыт халыҡ йыйылып китә. Бөгөн улдарының тыуған көнө – бер йәш тулды. Хәсән иртән тороп эшкә китте. Бәлки, туғандар килер, тип Фәриҙә плитәгә аш ҡуйырға булғайны ла, буш урын таба алманы. Берәй урын бушаманымы икән, тип бер нисә тапҡыр сығып ҡараны ла, ахырҙа:
– Наҙайыл, ә, бында һеҙҙе көтһәң, көнө буйы ас ултырырһың, – тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә бер кәстрүлде алды ла үҙенекен ултыртты. Салаттар әҙерләгәнсе, ашым ҡайнай торғандыр инде тип сыҡҡайны, кәстрүле тәҙрә төбөндә ултырасы. Фәриҙә күп уйлап тормай баяғы урынға тағы үҙенең кәстрүлен ултыртты. Шул мәл кухняға Мөбинә исемле ҡатын килеп инде.
– Ни эшләп минең урынға ултырттың? – тине ул, уға тишерҙәй итеп ҡарап. Бында һин генә кешеме әллә?
– Бөгөн улымдың тыуған көнө бит.
– Шунан ни булған? Хәҙер һинең улыңдың тыуған көнө тип мин ас ултырырға тейешменме? Табылған аҡыллы баш. – Мөбинә плитәләге кәстрүлде алды ла шап иттереп өҫтәлгә ултыртты, унан үҙенекен килтереп ҡуйҙы.
– Ни эшләйһең ул?
– Алланың ҡашҡа тәкәһе түгелһең әле. Сиратың еткәнде көт. Ул тиклем ҡабалан булғас, ҡояш артыңа төшкәнсе йоҡо һимертмәҫкә ине.
– Мин йоҡо һимертәмме? Минең кеүек бала ҡараһаң, улайтып әйтмәҫ инең. Үҙеңдең балаң булмағас, кеше хәлен белмәйһең инде.
Фәриҙәнең был һүҙе Мөбинәне сығырынан сығарҙы. Уның былай ҙа яралы йөрәгенә тоҙ һиптеләрме ни?! Ире менән йәшәүенә өсөнсө йылға китһә лә, әллә ни эшләп һаман балаға уҙа алмайсы. Табиптарға ла йөрөмәй түгел, йөрөй. “Борсолма, бөтә анализдарың һәйбәт, әлегә балаңдың яралыр ваҡыты етмәгәндер”, тиҙәр ҙә ул, нисек инде уйланмайһың?!
– Кем, кем, әле һин шулай тип әйтәһеңме? – Мөбинә уҫал итеп Фәриҙәнең күҙенә текләне. – Нисек ауыҙың ҡыйшаймай? Табылған фәрештә! Хоҙайым беҙгә лә сабый һөйөр көн бирер. Аллаға шөкөр, намыҫым таҙа. Һинең һымаҡ аҙғын юлда йөрөп түгел, ә яратып сыҡҡан иремдән табасаҡмын.
– Кем аҙғын? Ни эшләп миңә нахаҡ бәлә яғаһың?
– Бер ҙә нахаҡ түгел. Йә, балаңды Хәсәндеке тип алдамаҡсы булаһыңмы? Йәш егетте алдатып сыҡҡаныңды бөтә общяга халҡы һөйләй.
Был һүҙҙәрҙән Фәриҙә асҡан ауыҙын да яба алмай телһеҙ ҡалды. Башына күҫәк менән тондорҙолармы ни?! Етмәһә, кухня тулы кеше. Шулай ҙа бирешергә теләмәне.
– Ярай, был һүҙең өсөн кәрәкле урында яуап бирергә тура киләсәк әле, – тине лә бүлмәһенә ҡарай атланы...
ххх
Фәриҙәлә байрам ҡайғыһы ҡалманы. Иртәнге кәйефе һыпырып ташлағандай юҡҡа сыҡты. Ул үҙ-үҙенә урын тапманы. Ни эшләп бөтә нәмә уға ҡаршы килеп тора әле? Остоҡ бәхеткә лә хаҡы юҡмы ни? Был һүҙҙе бөтә донъяға Кәримә тултырған! Йылан! Әхирәт булып йөрөгән була бит әле! Яңыраҡ ҡына ниндәй бәхетле ине ул. Гөрләтеп туй үткәрҙеләр. Сабыйы тыуҙы. Ә бөгөн?! Ҡара нимә ти әле: “Йә, балаңды Хәсәндеке тип алдамаҡсы булаһыңмы? Йәш егетте алдатып сыҡҡаныңды бөтә общяга халҡы һөйләй...”
Өфө миллионлы ҡала булһа ла, ҙур ауыл кеүек, тиеүҙәре дөрөҫ бит ул. Ғәйбәт йәшен тиҙлегендә йөрөй. Ярай, уны кеше белмәһә лә, Хәсәнде бөтәһе лә таный, белә тигәндәй. Барыбер бер көндө уға ла был хаҡта еткерәсәктәре көн кеүек асыҡ. Артабан был ҡалала ҡалыу мөмкин түгел. Ниндәй сәбәп табырға һуң?” Фәриҙәнең мейеһендә береһенән-береһе буталсыҡ һорауҙар ҡайнашты, йөрәге әрнене. Ҡатын, күңеле тулышып, иланы ла ебәрҙе.
Хәсән улының тыуған көнөнә ҙур йомшаҡ айыу, һуттар, тәмлекәстәр тотоп ҡайтып ингәндә Фәриҙә илап, буҫығып бөткәйне.
– Нимә булды? – Аптырап ҡалған Хәсәндең тәүге һорауы шул булды.
– Ба-а-а-лнисҡа ба-а-а-арғайным. – Фәриҙә һыңҡылдай-һыңҡылдай көскә яуапланы.
– Нимә балниста? Аңлатыбыраҡ һөйлә әле.
– Врачтар ауылға ҡайтырға ҡушты.
– Ауылға? Нимәгә?
– Улыбыҙҙың хәле шәптән түгел. – Фәриҙә бер аҙ тынысланғандай булды. – Үҙең беләһең, Өфөнөң һыуы насар. Балаға шул ныҡ влийәт итә, аллергия. Балағыҙҙы юғалтҡығыҙ килмәһә, тиҙ арала Өфөнән китегеҙ, тинеләр...
Фәриҙә шулай тиҙ генә хәйлә уйлап таба алыуына үҙе аптыраны.
Таныш егетте яллап, ваҡ-төйәк әйберҙәрен машинаға тейәп, иртәгеһенә үк Хәсәндең ауылына ҡайтып та киттеләр. Тәүҙә ата-әсәһе менән бергә йәшәнеләр. Һуңынан буш торған өйҙө йыйыштырып алып, шунда күсеп сыҡтылар.
ххх
Ауылда Хәсәнде мәҙәниәт йортона саҡырҙылар. Күңеленә ятышлы эш табылыуына ҡыуанып бөтә алманы ул. Дәртләнеп, күңел һалып тотондо. Вокал ансамбле, драма түңәрәге ойоштороп ебәрҙе. Тиҙҙән районда үткән конкурста уларҙың драма түңәрәге беренсе урынды яуланы. Йәш белгесте маҡтап бөтә алманылар. Әммә Хәсәндең был ҡыуанысы ла оҙаҡҡа барманы.
Районда еңеп ҡайтҡас, “Йәнекәй” драма түңәрәге Өфөлә үтәсәк республика конкурсында ҡатнашыу хоҡуғын алды. Репетициялар көн һайын, һәр кем төп эшенән бушағас, кис башлана. Әҙерлек ҡыҙыу барҙы.
Бына конкурсҡа китер көн дә яҡынлашты. Һуңғы репетицияға райондың мәҙәниәт бүлеге начальнигы, тағы бер нисә кеше килде. Спектаклде ҡат-ҡат ҡабатлап, ниһайәт, тынысланып, мәҙәниәт һарайында сәй эсергә ултырҙылар. Шул мәл ишек шарт асылып китте лә ярһып Фәриҙә килеп инде. Йөҙө аларған ҡатын әллә һаулыҡ ҡушты, әллә юҡ, ят кешеләр барлығын да иҫәпкә алманы.
– Мин бында донъя көтәм, бала ҡарайым, ә һин һаман төн уртаһына тиклем күңел асып ултыраһыңмы? – Ул берсә Хәсәнгә, берсә бүтәндәргә тишә яҙып ҡараны. – Етмәһә, сәй эсеп ултыраһың. Әллә һине өйҙә ас тотаммы?
– Фәриҙә, ни эшләүең был? – Хәсән урынынан тороп баҫты. – Берәү ҙә күңел асып йөрөмәй. Был – минең эш урыным. Бына райондан ҡунаҡтар килгән...
Йәнле генә барған табындың йәме китте. Бер аҙҙан барыһы ла һаубуллашып, ҡайтыр яҡҡа ыңғайланы. Ҡатынының шулай тиктомалдан тауыш сығарып йөрөүенә Хәсәндең һарыуы ҡайнаны...
– Фәриҙә, ниндәй кеше ул һин? Мин һине һис аңлай алмайым. Кеше алдында һәр ваҡыт уңайһыҙ хәлдә ҡалдыраһың. Әҙерәк әҙәп белергә кәрәк. – Бығаса һис ҡаты әйтеп өйрәнмәгән Хәсән был юлы күңелендәгеһен ҡатынына тура ярҙы. – Теге ваҡыт филармониянан да һинең арҡала киттем. Шул саҡ иҫемә төшһә, әле һаман ғәрләнәм.
Иренән бындай һүҙҙе көтмәгән Фәриҙәгә тағы тоҡанырға етә ҡалды.
– Оятҡа ҡалырға теләмәһәң, төн уртаһы еткәнсе бисәләр менән сәй эсеп ултырма.
– Фәриҙә, аҡылыңа кил! Береһе лә теләһә ниндәй кеше түгел. Әҙерәк оят белер инең.
– Миңә аҡыл өйрәтмә.
– Үҙең белмәгәс, өйрәтермен дә.
Ул кистә улар әрепләшә-әрепләшә ҡайтты.
Конкурста “Йәнекәй” театры беренсе урынды яуланы. Өфөгә барғансы, унан ҡайтҡансы ла Хәсән күп уйланды һәм ахырҙа артабан сәнғәт тирәһендә эшләп булмаясағын аңланы. Бер нисә көндән эштән китеү тураһында ғариза яҙҙы.
Бер аҙҙан атай-әсәйҙәре ярҙамы менән бәләкәйерәк булһа ла йорт һалып сыҡтылар. Тик был өйгә тыныслыҡ, имен тормош ҡына килергә ашыҡманы. Дуҫ-ише йомош менән кергеләһә лә өнәмәне ҡатыны, яҡты сырай күрһәтмәне.
— Өйгә бысраҡ һөйрәп йөрөмәһендәр, мин кеше артынан таҙартырға тормайым, — тип туҙынды ул, берәйһе инеп сыҡҡандан һуң.
Ауылда Хәсән бура бурау эшенә йөрөй башланы. Шуныһы ғәжәп, атаһының был шөғөлгә әллә ни таһыллығы булмаһа ла, уны Хоҙай һәләттән мәхрүм итмәгәйне. Нимәгә генә тотонһа ла, ҡойоп тигәндәй эшләп ҡуя. Эсергә әүәҫләге булмаған өсөн дә кешеләр уға әйтергә тырыша ине. Әммә бында ла тыныс ҡына эшләргә бирмәне ҡатыны. Ире артынан эйәреп йөрөп, аҡсаны аҙ бирәһегеҙ, тип йыш тауыш сығарған ҡатындан биҙеп, Хәсәнде эшкә әйтмәй башланылар.
ххх
Хәҙер ауылда "һыйырҙы айыу йыҡҡан”, “башмаҡты талап ҡайтарған”, “бүре күҙ алдында һарыҡты күтәреп алып китте” тигән хәбәрҙәр көн дә тиерлек ишетелеп тора. Күптән түгел тоҡом үгеҙе шау ҡанға батып ҡайтты. Мал булырлыҡ түгел ине, һуйҙылар инде. Былтыр айыуҙың өҫтөнә барып сыҡҡан Ғирфан ағайҙы йыға һуҡҡан. Ни хәл үлтермәгән?! Бальниста ятып көскә кеше булып сыҡты, тегелмәгән урыны юҡ. Тәбиғәтте һаҡлау министрлығынан килгән әҙәм:
– Был осорҙа урманға йөрөүҙән тыйылып тороғоҙ, – тигән.
Йәйен, көҙөн малды нисек урамда бикләп тотмаҡ кәрәк?! Икенсенән, ауыл халҡын туйҙырған да, ҡараған да шул урман инде. Анау хәтле емеш-еләк һығылып торғанда ни йәнең менән өйҙә ятмаҡ кәрәк?!
Көндәрҙең береһендә Мансаф ағайҙың да өлкән һыйыры ҡайтмай. Ир урманға һәүкәшен эҙләргә сығып, ауылдан китеп оҙаҡ та бармай, айыуҙың ниндәйҙер малды ботарлап ятҡанын күрә лә шым ғына кирегә һыпырта. Шунса ғүмер кисереп, ул яуыз менән яҡындан тәүгә осрашыуы ине. Яҙын эш бөтәһе түгел. Кемдер баҡсаһында эш менән була, икенселәр йорт-ҡура тирәһен таҙалай. Хәсән утынын бысып ҡуяйым әле тип ихатаға сыҡҡайны, Мансаф ағай ахылдап килеп етте. Һаулыҡ ҡуштымы-юҡмы, үҙенең хәбәрен теҙә башланы:
– Ҡустым, һыйырымды айыу йыҡҡан. Әйҙә әле шул яуызды дөмөктөрәйек… Шунһыҙ пакуй булмаҫ…
Тағы бер нисә ир йәһәт кенә мылтыҡтарын эләктерҙеләр ҙә урманға саптылар. Теге мәхлүк һыйырҙы ботарлап, тупраҡ менән күмгеләгән дә табанын ялтыратҡан. Бында уның йәнә киләсәге көн кеүек асыҡ.
Айыу емтегенән алыҫ түгел ағас башына һәндерә яһап, дүрт ир шунда уңайлы ғына итеп менеп ятты. Көнө буйы көттөләр. Әлбиттә, һаҡ ҡыландылар. Юғиһә, тайыштабан ҡурҡыныс янағанын һиҙеп ҡалһа, башҡаса аяҡ та баҫмаясаҡ.
Кискә ҡарай шырлыҡ араһында ағас шатырлаған тауыш ишетелде. Бер аҙҙан алпан-толпан тайыштабан үҙе лә күренде. Һунарсыларҙың һулыштары йышайҙы. Уңайлы мәлде көттө улар. Бына Хәсән көбәген йыртҡысҡа тоҫҡаны. Ба-бах! Айыу бер-ике сайҡалды ла гөрҫ итеп ергә ауҙы… Сәнғәт училищеһында уҡығанда тирға йыш йөрөйҙәр ине. Мәргәнлеккә шунда өйрәнгәйне...
Ауыл халҡы еңел һулап ҡалғандай булды.
– Йәтеш булды әле, – тине кемдер.
– Хәҙер урманға барырға ҡурҡыныс түгел.
Их, иртә шатланғандар шул!.. Әгәр хәлдең былай булырын белһә, мылтыҡты ҡулына ла алмаҫ ине Хәсән. Шул көндән алып ауыл тыныслығын юғалтты, һил генә йәшәп ятҡан йөҙ йортлоҡ ауыл умарта күсе кеүек гөж килде. Был юлы уларҙың йөрәгенә шом һалыусы урман батшаһы түгел ине.
Хәсән төндә кемдеңдер ишекте дөбөрләтеп, емереп алып барыуына уянды. Ҡапҡаны ныҡлап бикләгәйне. Нисек үткәндәрҙер? Хафаланып, ҡатыны ла һикереп торҙо.
– Күршеләргә бер-бер хәл булдымы икән? – тип, ир йүгереп барып ишек асҡайны, ҡаршыһында ике милиционер баҫып тора.
– Айыуҙы һин аттыңмы? – Төнгө ҡунаҡтарҙың тәүге һорауы шул булды.
– Эйе!
– Ниңә аттың?
– Атаҡ, ауыл халҡын тамам алйытты бит.
– Тимәк, һеҙ енәйәт ҡылыуығыҙҙы таныйһығыҙ?
– Ниндәй енәйәт булһын ти?! Хәҙер үҙебеҙҙе ашағанды көтөп ятайыҡмы?
– Аңлашылды. Кейенегеҙ! – Милиция хеҙмәткәренең фарманы ҡәтғи яңғыраны.
Был төндә ауыл йоҡламаны. Өйҙәрҙә бер-бер артлы уттар ҡабынды. Бер-береһенә ҡушылып, эттәр лауҡылданы. Урман батшаһын атыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһын да уяттылар. Тирә-яҡты шомлоҡ баҫты. Һәр өйгә ингән һайын бер үк һорауҙы ҡабатланылар.
– Һеҙ ҙә айыуҙы атыуҙа ҡатнашҡанһығыҙ, нисек булды? Ниндәй маҡсаттан?
Һуңынан барыһын йыйып, айыуҙы атҡан аҡланға алып барҙылар, фотоға төшөрҙөләр, мылтығын, тиреһен тунаған бысаҡтарҙы тартып алдылар. Һунар хаҡында һәр береһенән бәйнә-бәйнә һөйләтеп, ҡат-ҡат киҫәтеп, ҡул ҡуйҙырттылар.
Бынан һуң да милиционерҙар ауылға бер нисә тапҡыр килде.
Бер аҙҙан тәбиғәтте һаҡлау министрлығы вәкилдәре лә пәйҙә булды... Әйтерһең, барыһы ла ҙур ҡайғынан шаңҡығайны...
– Беҙҙең урманда һәр айыу башы ҡәҙерле. Былай ҙа бөтөп баралар. Улар – урман санитарҙары, – тип өгөт-нәсихәт уҡынылар. Бының аҙағы яҡшы бөтмәйәсәген аңлаттылар.
Тауҙар ҡосағындағы бәләкәй генә ауылды бығаса хатта район кешеләре лә йүнләп белмәһә, бер нисә көн эсендә уның даны илгә таралды. Телевидениенан, гәзиттән хәбәрселәр килде, төпсөндөләр, соҡсондолар. Төрлө һорауҙар менән баштарын ҡатырҙылар.
Бының менән генә бөтмәне айыу эше. Егеттәрҙе район үҙәгенә көн дә тиерлек саҡырттылар, бер үк төрлө һорауҙы ҡырҡҡа әйләндереп бирҙеләр. Барыһы ла айыуҙы ниңә атҡан көнгә төштө.
Район үҙәге ауылдан алтмыш саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Унда барып-ҡайтыу өсөн дә аҡсаһы кәрәк әле уның. Ҡатынынан аҡса һорау файҙаһыҙ. Йә, берәй күршеһенән, йә башҡа нәҫел-нәсәбенән алып тора.
Суд булды. “Тәбиғәт дошмандары”на мул ғына штраф сәпәнеләр. Уның күләмен ишеткәс, егеттәр башын тотто! Кемеһелер мал-тыуарын һатып ебәрҙе, өсөнсөләре эш эҙләп Себергә юлланды. Тик Хәсәндең Фәриҙәһе генә ыҡҡа килергә уйламаны. Хәҙер айыу урмандағы ғына түгел, өйҙәге барлы-юҡлы тыныслыҡты ла урланы…
ххх
Зарифа апай бөгөн хәленең арыулана башлауын тойҙо. Һуңғы араларҙа бигерәк бирешеп китте шул. Ҡан баҫымы күтәрелеп, башын да ҡалҡыта алмай ләж ята. Фельдшер ҡыҙ: “Апай, ул тиклем юҡ-бар уйламағыҙ, тыныс булығыҙ”, – ти ҙә ул, ошондай ваҡытта йәне булған кеше нисек инде уйһыҙ ғына йөрөй алһын. Ир ҡайғыһы итәктә, баланыҡы йөрәктә, тип белмәй әйтмәгәндәр.
Борсолорға ярамай тиһәләр ҙә, уйҙарҙы теҙгенләп кенә ҡуйып булһа икән шул. Уйҙары әлеге лә баяғы ҡыҙы, кейәүе янына әйләнеп ҡайтты. Кейәүенең айыу атыуы хаҡында телевизорҙан әллә нисә тапҡыр күрһәттеләр, штраф та һалғандар. Кейәүе лә, ҡыҙы ла былай бөтмөр кешеләр, донъялары гөлт итеп тора. Тик ғаиләлә тыныслыҡ булмағас, донъя малы ғына әҙәмде бәхетле итмәй икән. Әллә кемгә оҡшап Фәриҙәһе телсәр, яһил шул.
“Китсәле, ни эшләп былай әллә ниндәй уйҙарға сумып ултырам әле. Барып хәлдәрен беләйем. Ни эш ҡыйраталар икән?” Зарифа апай иртәнге автобус менән ҡыҙына барырға булды.
Ул килгәндә ҡыҙы өҫтәл әҙерләп йөрөй ине. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашып, бер аҙ һөйләшеп ултырғас:
– Бәй, кейәү күренмәйсе, берәй ергә киттеме? – тип һораны.
– Ҡайҙан беләйем? – Фәриҙә әсәһенә уҫал яуапланы. – Йыртҡыс шул йән көйөгөнөң үҙен генә ботарлаһа, лутсы булған икән дә!
– Ҡуйсы әле, ҡыҙым, ул тиклем ҡыҙма, баш ҡайғыһы түгел дә. Ауыҙыңдан ел алһын! Өләсәйең, мәрхүмә, алтын башлы ҡатындан баҡа башлы ир яҡшы, тип белмәй әйтмәгән. Шул кейәү арҡаһында нужа күрмәй йәшәп ятаһың түгелме ни? Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Аҡсаһын да, малын да таба. Тотаһың да, аҡса юҡ, тип аҙарынаһың. Теге ваҡыт ҡына ҡалым һуғып, әллә күпме аҡса алып ҡайтҡан. Бир! Алып барып түләһен! Ул ҡағыҙҙы нимәгә тип һаҡлайһың?
Әсәһенең һүҙҙәренә Фәриҙә мыҫҡыллы йылмайҙы:
– Нимәгә һаҡлайыммы?! Тоҙлайым! Уның күптән урыны бар. Өҫкә кейергә алмаш күлдәк ҡалманы, кеше күҙенә күренергә оят. Ауылда бөтәһенең бүлмә һайын ат башындай телевизор. Ә беҙҙең хан заманындағыһы өңрәйеп ултыра! Әҙәм ыстрамы!
Сәй эскәндә лә Фәриҙә ярһыуынан туҡтай алманы, йоҙроғон төйҙө:
– Бирермен мин уға аҡса! Хәҙер! Томшоғона. Ана, Мансафтың бисәһе бирһен. Шуның албаҫтыһы уны ҡотортоп алып киткән бит, йәшәмәгер!
– Эй, балам! – Әсәһе ауыр көрһөндө. – Булғандың ҡәҙерен белмәйһең. Аслыҡ заманы барҙыр шул! Әйләнгән һайын бер нәмәне игәйһең дә игәйһең, игәйһең дә игәйһең. Ярай, булған да бөткән. Тормош бит. Булғаны шуның менән бөтһөн тиң. Хәҙер гел шуны иҫкә төшөрөп, әрләшеп ултырып булмай бит инде. Йыйынтығыңды бир ҙә алып барып түләһен. Исмаһам, ҡотолорһоғоҙ. Кейәүҙең йәнен генә ҡыяһың бит. Бер-бер хәлгә төңкәлеп ҡуймаһын тим.
– Етте! – Тапҡанһың йәлләр кеше! Үҙе тапһын!
– Эй, ҡыҙым! Улай тимә әле. Тота килеп кенә кемдән аҡса алаһың?
– Табыр! Уныһы минең проблема түгел! Тәүҙә шуныһын уйларға кәрәк ине!
Шул мәл урамда ҡапҡа шығырлағаны ишетелде. Ҡапҡанан ниндәйҙер ят ҡатындың инеп килгәне күренде.
– Наҙайыл, ә, кешенән! Бында нимә бар икән? – Фәриҙә үҙ алдына әрләшә-әрләшә ихатаға ыңғайланы.
– Арыумы әле, ҡыҙым?
– Һаумыһығыҙ!
Әбейҙең икенсе райондан ҡыҙына килеүе икән. Йорттарын һораша. Асыуы йөҙөнә сыҡҡан Фәриҙә уға ҡыҙы ауылдың арғы осонда йәшәүен әйтте лә кире ишеккә ыңғайланы.
– Эй, ҡыҙым, ниндәй ғәҙәт ул? Ихатаңа килеп ингән кешене өйөңә лә саҡырманың. Оло кеше юлда сарсағандыр, – тине ҡыҙына әсәһе йомшаҡ ҡына итеп.
– Хәҙер! – Фәриҙә ризаһыҙ ғына мөңкөлдәне. Бында көнө буйы үткән-һүткәнде һыйлап ултырһаң, донъя көтөрһөң!
– Улай тимә әле, ҡыҙым. Өйөңә ингән кешегә насар ҡараш күрһәтергә ярамай. Тиҙ генә сәйеңде ҡайнатырға ҡуй, яҡты йөҙөңдө күрһәт. Уның Хызыр Ильяс булыуы ла ихтимал. Борон беҙҙең башҡорт халҡы ингән кешене тәғәм ҡаптырмайынса сығармаған. Минең өләсәйем эремсеккә ҡаймаҡ һалып булһа ла йәки ойотҡанға ҡаймаҡ һалып болғатып эсереп сығара торғайны. Күпме йомарт булһаң, һиңә шунса мул ризыҡ, бәрәкәт насип була. Һәр кем үҙ өлөшө менән йөрөй. Һәр килгән кешене Аллаһы Тәғәлә һиңә ебәрә.
– Эй, әсәй, әкиәт һөйләргә һиңә ҡуш инде. Әллә булған, әллә булмаған нәмәләрҙе һөйләйһең дә ултыраһың. – Фәриҙә, бушты лығырҙайһың тигәндәй ҡулын һелтәне лә диванға барып ултырҙы.
Уның былай ҡыланышына әсәһе бер килке нимә әйтергә лә белмәне.
– Кит балам, ниндәй һүҙ һөйләйһең! Аллаһым ишетеп ҡалмаһын. Ни эшләп булмаһын, ти, Хызыр Ильяс? Бар ул. Хызыр Ильяс юлдаш булһын тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Юлда булғаныңда бәлә-ҡазаларҙан һаҡлай, ауыр саҡтарҙа ярҙам итә.
Үҙе эстән генә “Эй Хоҙайым, был нәмә хәйерлегә генә булһын инде, юҡҡа шашаһың, балаҡай” тип уйланы. Ҡыҙының яһиллығына аптыраны, кешеләр алдында ғәрләнде. Кемгә оҡшап шулай булғандыр? Йә, атаһы менән ғүмер буйы татыу ғына йәшәнеләр. Исмаһам, кәңәш итеп бер һүҙ әйтерлек тә түгел бит, тота ла ярһый, ҡысҡыра башлай. Әсәйҙе әсәй, ирҙе ир тип һанлау юҡ. Аттан ала ла тыуа, ҡола ла тыуа, тигәндәре шулдыр, күрәһең. Кейәүен ысын күңелдән йәлләне ул. Йә, шулай көнө-төнө әрлә лә нисек кисен бер түшәктә ятып йоҡламаҡ кәрәк. Бер-бер хәл ҡылып ҡуймағайы. Ярай ҙа ул шарылдап йөрөгәндәр уй-хәсрәтен башҡа төрлө сығара.
Кейәүҙең ҡәҙерен генә белеп йәшәргә кәрәк тә бит, юҡ инде, юҡ. Күптәргә ундай ир тәтемәй, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ана, ниндәйен матур итеп донъя ҡороп ҡуйҙы. Ир йүнле булмаһа, ҡатын-ҡыҙ сыпранлап ҡына әллә нимә ҡыйрата алмай. Эй, был бисәләр! Шашты шул, шашты. Рәхәтлектән шаштылар. Әҙәм балаһы ауырлыҡҡа бирешеп бармаһа ла, еңеллектән ҡотора шул. Ней колхозы бөттө! Ауылда эш булмағас, хәҙер күптәре ҡырҙа аҡса эшләй, йә Себергә йөрөй. Бер көн күршеләренә керһә, эй, ялҡытты инде, ҡасан китә, тип ултырасы. Ҡуй инде, ҡуй, ирҙәр аҡса өсөн генә кәрәк. Бахыр ир ғаиләһен ҡарау өсөн ал-ял белмәй тир түгә, һаулығын юғалта. Ә ҡайһы бер ҡатындар еңел йәшәүҙе кәсеп итеп, унан йәһәтерәк ҡотолоуҙы ғына көтә. Былай рәхәт тәһә, ҡулда аҡса бар, ҡайҙа теләй, шунда бара, күңел аса, ашарға әҙерләп, ир көтөп ултыраһы түгел. Күптәр хәҙер анһатҡа сығып, һөт-майҙы һатып та алам тип, һыйыр ҙа тотмай башланы. Кит, упсым рәхәткә сыҡтылар. Ҡайҙа бара был донъя?!”
ххх
...Хәсәндең икһеҙ-сикһеҙ уйҙар теҙмәһен ҡулына балтаһын тотҡан Камил ағайҙың тауышы бүлде.
– Бына сабынлыҡтың кәртәләрен рәтләйем, тип килгәйнем. – Әтеү мал емереп керһә, ауырға төшә торған. Унан сабынлыҡты бер иҙеп сыҡһалар, үлән имгәнеп, бесәне лә йүнле булмай. Арытып китте әле, хәл алып алайым. – Камил ағай һөйләнә-һөйләнә Хәсән янына килеп сүгәләне. Уның ҡулындағы шешәһен, күҙҙәренең йәшләнгәнен күреп, бер талай аптырап ҡарап торҙо.
– Ҡустым, ни хәл? Ни эш ҡыйратып ултыраһың? – Атаҡ, бында яңғыҙың эсеп ултырмаһаң, башҡа урын бөткәндер шул. Бер ҡараһаң, был нәмә менән дуҫлығың да юҡ кеүек. – Ағай ҡулы менән шешәгә төртөп күрһәтте.
– Ағай, минең йәшәге килмәй. – Араҡы шауҡымынан күңеле тулышҡан Хәсән үкһеп илап ебәрҙе. – Биҙҙем был тормоштан, бер минут та йәшәгем килмәй.
Камил ағай Хәсәнгә ғәжәпләнеп ҡарап торҙо.
– Кит, юҡты һөйләмә, ҡустым. Ниндәй һүҙ ул йәшәге килмәй? Ике ҡулын һап-һау, аяғың йөрөй. Рәхәтләнеп йәшәй торған заман, ашайым тиһәң, өҫтәл тулыр ризыҡ, кейәм тиһәң, кейем бар. Беҙ үҫкәндәге кеүек ас-яланғас кеше юҡ.
– Барыбер ҡыйын миңә, ағай...
– Эй, ҡустым, кемгә һәр ваҡыт рәхәт кенә булып тора тиһең?! Бына миңә лә гел рәхәт булып торғанмы? Уйлайым-уйлайым да, ни хәл иҫән ҡалып, ошо йәшкә еттем икән тим. Ул һуғыш ваҡытында эт күрмәгәнде күрҙек, шулай ҙа йәшәргә тырышып яттыҡ. Беҙ күргәнде Хоҙай башҡа бер кемгә лә күрһәтмәһен! Ашарға юҡ, өҫкә кейергә юҡ, ялан аяҡбыҙ... Аслыҡтан беттекәй, һыйыр йыуаһы, һарына, ҡуян тубы, ҡымыҙлыҡ – ашарлыҡ бөтә үлән менән тамаҡ ялғаныҡ. Урмансынан ҡасып-боҫоп, ҡайын әрсеп, уның итен ҡырып-ялап ашаныҡ. Йәй ярай үлән менән әүрәп тамаҡты алдайһың, ә ҡыштарын... Шулай бер мәл өйҙә ашарға бер ни ҡалманы. Ике йәшлек һеңлем Зифа илай. Шул мәл әсәйемдең бер туған апаһы Хәфиҙә әбей килеп керҙе. Хәлдәрҙе һорашҡас, йәш тулы күҙҙәрен мөлдөрәтеп, тирә-яҡты байҡап сыҡты. Ҡарашы ишеккә төбәлде. “Хәҙер үк ишеккә ҡағылған тирене, йөнөн өтөп, ашағыҙ”, – тине ул. Тирене аҡтарып алып, мейескә ҡоро-һары яғып, тирене ашай башланыҡ. Тире ашап, тағы өс-дүрт көн йәшәнек. – Үҙенең һөйләгәндәренән Камил ағайҙың үҙенең күҙенән дә йәш килеп сыҡты. – Һуғыш бөткәс тә, еңел булманы. Бер мәл әсәйем район үҙәгенә күкәй һатырға китте. Беҙ юлдан күҙ ҙә алмай баҙар күстәнәсе, яңы уҡыу формаһы, китап-дәфтәр йөкмәп әсәйебеҙҙең ҡайтҡанын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Ә ул кисләтеп кенә, хәлдән тайып, илай-илай буш ҡул менән ҡайтып инде. Милиция тотоп, әсәйемде ҡурҡытып, һүгеп, йомортҡаларын сумаҙаны-ние менән бәреп ватҡан икән. “Үҙҙәренә алып ҡалһалар ҙа, әрәм булмаҫ ине ризыҡ. Исраф ҡына итеп, бәреп ваттылар бит”, — тип әрнене әсәйем.
– Әйҙә әле, ҡустым, миңә лә ҡой әле, күңелем тулышып китте, – тип Камил ағай, Хәсәндең шешәһен тиҙерәк бушатырға теләп, үҙенә һалдырып алды. Унан тағы дауам итте:
– Тормош булғас, төрлөһө була. Гел рәхәт булып тормай. Мин дә ҡайғы-хәсрәт күрмәгән, тиме. Өлкән улым ҡайтыр көнө еткәс, армияла үлеп ҡалды. Икенсе улымды егерме йәшендә Өфөлә ғүмерен ҡыйҙылар. Етмеш йәшкә лә етмәй әбейем үлеп ҡалды. Бына хәҙер ун йыл яңғыҙым торам. Ә йәшәргә кәрәк. Бына һикһәнгә етһәм дә, тырышып ятҡан көн. Аллаға шөкөр, хәҙер донъялар һәйбәт. Беҙ күргән аслыҡ-яланғаслыҡты күрергә яҙмаһын. Ә һин бөтә ағзаң теүәл килеш йәшәгем килмәй тип ултыраһың. Ошондай тәбиғәт ҡосағында бер елләнеп ултырыу – үҙе бер бәхет бит ул.
Камил ағайҙы тыңлап ултырған Хәсәнгә әсәһенең, балам ни эшләүең был, тип асырғанып әйткән тауышы ишетелгәндәй булды. "Мин һине туғыҙ ай буйы күкрәк аҫтында йөрөтөп, ҡарап үҫтерҙем. Өс ай булғас та, сөгөлдөргә эшкә сыҡтым. Үҙем теләгәндән түгел, шулай тейеш булғанға. Һине апайыңдар ҡарап ҡала. Ул йылды ғәжәп ямғырлы булды, сөгөлдөрҙө тиҙ үк ҡый үләне баҫа ла китә. Кешенән артта ҡалаһың, төшкө аш мәлендә йүгереп кенә ҡайтам, һине имеҙәм. Бер ваҡыт ауырып киттең, аҡтарып ҡоҫаһың да ҡоҫаһың. Инде юғалттым тип торам. Көскә район үҙәгенә алып китеп, көскә ҡотҡарып ҡалдыҡ үҙеңде. Ул ваҡытта юлы юлмы әле, машина ҡот осмалы итеп һикертә. Баҡһаң, күкрәктәге һөт әсеп йөрөп, шуның менән зарарланғанһың. Хәҙер ауыр тиһәк тә, рәхәт бит ул”.
Хәсән терт итеп ҡалды. Үҙенең уйҙарынан үҙе оялды. Был ҡайғыны ата-әсәһе күтәрә алмаясаҡ. Былай ҙа аҙ яфаланманылар. Уларға әле еңел тиһеңме? Инде йырсы булып танылды тигәндә бөтәһен аптыратып ауылға ҡайтып килде. Унан Зөһрә Фәрит ҡыҙының кәңәше лә ҡолағына салынғандай тойолдо. “Ир булып, тормош дилбегәһен үҙеңдең ҡулыңа алыуыңды теләйем. Һин һыу ыңғайына ағып барырға юнысҡы киҫәге түгел. Кәрәк урында үҙ һүҙеңде әйтеп өйрәнергә лә кәрәк булыр. Һәр кем үҙ бәхете өсөн көрәшергә тейеш, тап шул саҡта ғына үҙеңдең хыялдарыңды бойомға ашыра аласаҡһың...”
ххх
Игеҙәк кеүек көндәр бер-бер артлы үтә торҙо. Бына Хәсән малдарын яҡындағы урманлыҡҡа ҡыуа. Иртәнге саф һауа тын алышын киңәйтә. Иҫ китмәле йәйге матур көн тыуып килә. Ағастарҙа ҡоштар сутылдаша.
Хәсәндең бөгөн кәйефе шәп. Теге мәл аҫылынам да үләм тип уйлап йөрөүенә, был аҙымға бара яҙыуына хәҙер үҙе аптырай. Йә, үлде, ти! Бының менән ул кемде еңәсәк, нимәне иҫбатлаясаҡ. Ҡатынынмы? Бисәләргә ир тиҙ табылыр ул. Ә бына улына атай табылмаясаҡ, әсәһе ҡара ҡайғыға батасаҡ. Ана, былтыр ике туған ҡустыһы үлгәйне, ике балаһы ҡалды, килене үҙенән ун йәшкә кесе бер егетте индергән. “Үҙемдән йәш менән йәшәүе рәхәт, нисек теләйем, шулай донъя көттөрәм”, тип әйткән, имеш.
“Эх, тиҙерәк берәй эш килеп сыҡһа, шул штрафты түләп ҡуйыр инем”, тип йөрөгәндә Хәсәнгә күрше ауылдағы класташы Назиф тап булды.
– Ҡырмыҫҡалы районында ҙур ғына өй бураһы бурап бирергә кәрәк. Һәйбәт кенә бер нисә егет табырға ине, – тигәс:
– Әйҙә бергә барабыҙ, – тигәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. – Ысынлап та, бик шәп булыр ине. Шуға ла бөгөн мал-тыуарын ҡыуып, сәй эскәс, балтаһын, “дружба”һын, кейемдәрен машинаһына тултырҙы. Ҡалған егеттәрҙең машинаһы юҡ, шабашкаға уның машинаһында барырға һөйләштеләр. Хәсәндең:
– Ҡана, бензинға аҡса бир әле, – тип һорауы булды, Фәриҙә:
– Кит, ғибрәт, тағы аҡса һорайһыңмы ул? – тип иренә күҙҙәренең ағы менән зәһәр сәнсеп ҡараны. – Йәйелешеп һинең машинаңда барһындар, бензинына ла түлә. Тапҡандар иҫәрҙе. Машинаны биргәнгә рәхмәт әйтһендәр әле. Хәҙер, аҡса биреп ултырам. Бында Әндрәй ҡаҙнаһы барҙыр шул.
– Фәриҙә…
– Нимә Фәриҙә? Бирмәйем, ивсе! Нимә аңшайҙың? Ниндәй бөткөһөҙ теләнселәү, ти, ә? Әйләнгән һайын аҡса! Ай Аллам. Былтыр ғына әллә күпме запчасть алып бирҙем. Таҡырға таяндыраһың бит, ә! Ҡатын еңмешлеген күрһәтте.
Бер аҙ тын ҡалып, нимәнелер иҫенә төшөргәндәй итте лә, йәнә төкөрөктәрен сәсә-сәсә иренә ташланды.
– Шул машинаң берәй ҡасан туя беләме, ә? Бер аҙна элек заправить иттем бит, әллә үҙең эсәһеңме? Былай булһа, донъя көтәрһең һинең менән. Бына минең өҫкә алмаш күлдәгем юҡ. Ә һин көн дә, шунса-шунса аҡса кәрәк, тип муйындан быуып алып бараһың. Нимә, нимә, күптән түгел 30 мең аҡса апҡайттым тиһеңме?! Ай Алла, берәү эшләй, ыуаҡай. Башҡа бисәләрҙең ирҙәре кеүек йөҙәр меңләп алһаң, бер хәл. Вис үҙеңә китеп тора бит. Шул өс бөртөк аҡса эсеңде көтөрҙәтеп тик торҙо инде. Ни хәл таң аттырҙың әле. Шул аҡса тип көн дә талайһың бит. Тамам наҙайыл, түҙерлек әмәл ҡалманы. Ана, кеше ирҙәре әллә нисә эштә эшләй. Ә һин ҡайтаһың да һуҙылып ятаһың. Ялҡау! Нимә, нимә, эшләмәйһең тиһеңме?! Әллә минең ер һөрөүөмде теләр инеңме? Ана, егәрлене алаһың ине...
Ҡатынының шул тиклем яһиллығына Хәсән был юлы өндәшмәй ҡала алманы.
– Фәриҙә, һин ни эшләп гел шулай ул?
– Нимә шулай?
– Берәй заман әҙәмсә һөйләшә беләһеңме, юҡмы? Бер ваҡытта ла шөкөр итә белмәйһең бит…
– Хәҙер апайыңды һөйләшергә өйрәтәһеңме? Бала-саға! Һин тыуғанда мин алты йәшлек апай булғанмын! Маңҡа! Берәү мине һөйләшергә өйрәтмәксе, имеш!
Хәсән телһеҙ ҡалды. “Был иҫәр менән тел әрәм итеп торған мин иҫәр” тигәндәй ҡулын һелтәне лә, машинаһын ҡабыҙып, хушлашып та тормай ҡуҙғалып китте. Атаһы эшкә китер булһа, әсәһе урам тирәһендә эш башламаҫҡа ҡуша, хатта һыуға барыуҙы ла тыя ине. Ә был…
Иртәнге кәйефе күҙ менән ҡаш араһында юҡҡа сыҡты. Бөткөһөҙ уйҙар йөрәген кимерҙе.
Ҡатынының холҡона иҫе китә. Ул аҡса алып ҡайтҡан көндәрҙә һәйбәт кенә йөрөй. Аҙаҡ үҙенә үҙе пыр туҙа. Ни эшләп бер нәмәнән дә риза түгел ҡатыны? Әйбер тип үлеп бара. Берәйһе алған нәмә, мотлаҡ уларҙа булырға тейеш. Һәр ваҡыт үҙҙәрен хәйерсенән ҡырҡа. Берәйһе хәл-әхүәл һорашһа ла: “Ҡуй, әҙәм араһында тереклек иткән булабыҙ инде шунда. Оят”, – тип кенә ебәрә. Бер ваҡытта ла барына риза булмаҫ, шөкөр итә белмәҫ. Кеше, туғандары араһында һәр ваҡыт бер үк һүҙҙе тылҡый: “Ир насар!” “Аҡса юҡ”.
Һис аңлай алмай уны Хәсән – аҡсаһын да таба. Бөтөнләй эшләмәгән ирҙәр бар. Ҡатындары шул ирҙәрен маҡтап бөтә алмайҙар хатта. Ана, өс туғаны Закир һуң! Өйләнгәне бирле башҡа ҡыҙҙар менән сыуала, хатта икенсе ҡатында балаһы ла бар. Һин дә мин йәшәп яталар. Өйҙәренә барып инһәң, һандуғас кеүек һайрап тора ҡатыны. Йәһәт кенә сәй әҙерләй башлай.
Элек, өләсәһенең әйләнгән һайын: “Эй, балаҡайым, тәүфиҡлы ғына кәләш насип итһен, ирҙең бәхете ҡатын-ҡыҙҙан”, тигән һүҙенә аптырай торғайны ул. Бына хәҙер белә инде.
Кешегә күренергә оят. Хәҙер эте лә бете лә унан көлөп маташа. Ҡасандыр мәктәптә башҡаларға өлгө булған уҡыу алдынғыһы шундай көнгә ҡалһын әле. Сәнғәт училищеһына уҡырға ингәс, ауылдаштары ниндәй ғорурланғайны. Ә ул уларҙың бөтә ышанысын ергә һалып тапаны. Ауыл халҡының теле әсе, уйлағанын әйтә лә һала. Теге ваҡыт уҡығанда башы “икеле”нән сыҡмаған Ғәзизйән:
– Сепрәк һин, Хәсән. Мин ундай бисә менән мәңге тормаҫ инем. Аждаһа бит, аждаһа! Ҡол булып йәшәйһең! – тимәһенме.
Ғәзизйәнгә әсе генә итеп әйтергә теләгәйне лә, өнһөҙ ҡалыуҙы хуп күрҙе. Әллә ни эшләп ваҡытында кешегә ҡаты ғына итеп әйтә белмәй шул. Бер һеңдерә генә әйткәндә, башҡаса ауыҙын да асмаҫ ине. Йә, шул Ғәзизйәндең Ғәзизйәне минән көлөргә маташһын әле! Кем ул? Өйләнеп, әҙәмсә йәшәп ятҡан кеше булһа, бер хәл. Ауылда үҙен берәү ҙә яратмай, ғаиләләре уғрылығы менән дан алған.
Бер ҡараһаң, бигерәк ҡыҙыҡ әҙәм балаһы. Үҙенең артын һәрмәп ҡарау юҡ, кеше менән була, кешенән көлөп маташа. Йүнһеҙҙең теле әсе була, хәйерсенең туны бетле була, тип әсәһе дөп-дөрөҫ әйткән. Шул Ғәзизйән дә һине сепрәктән һалдырһын әле!
Ыстырам бит! Хәсән үҙен айыу талағандай хис итте. Ботарланған йәшлек, ботарланған күңел. Ә күпме йырланмаған йырҙар ҡалды. Уның да донъяла үҙен сикһеҙ бәхетле тойған минуттары бар ине. Был гелән шулай дауам итер һымаҡ тойолдо. Фәриҙәгә өйләнмәһә. Һәр кем үҙ бәхете өсөн үҙе көрәшергә тейеш. Ә ул үҙ бәхетенә үҙе кәкәй итте. Үҙе! Бер кем дә түгел. Ир була белмәне. Йомшаҡлыҡ күрһәтте.
– Мәмәй! Быҙау!
Барлыҡ дуҫтары, ауылдаштары уның артында шулай тип әйтеүҙәренә ул тамсы ла шикләнмәй. Фәриҙә менән үҙен икеһе ике донъя кеше икәнлеген аңланы хәҙер генә ул...
Был мәлдә Фәриҙә үҙ алдына үҙе туҙына ине. Туҙынмаҫлыҡ та түгел! Шул быҙау ҙа уның өңөн тығып маташа бит әле. Ғәрләнеп үлерһең!
– Абау, шайлы кеше ни! Ҡәбәхәт! – Ярһыған ҡатын ире күҙ алдынан юғалғансы әрләп кинәнде. Унан, ни өсөн мин генә ҡайғырырға тейеш әле, тип уйлап, ҡәйнәһенә, туғандарына шылтырата башланы.
– Тамам биҙрәтте һеҙҙең шул нәмәгеҙ. Шул оңҡот ҡайҙан ғына юлыма осраған! Таңдан бөтә кәйефемде боҙоп сығып китте. Кәрәкмәй миңә һеҙҙең туҡал һыйырығыҙ, килеп алып ҡайтығыҙ. Бутта унһыҙ йәшәй алмайым. Хәстрүш. Ҡәбәхәт!
Бите ҡып-ҡыҙыл булып бүрткән ҡатын ярһый-ярһый күршеләренә юлланды.
– Анауҙы әйтәм, мине һөйләшергә өйрәтеп маташа. Шайлы кеше ни. Ҡайтһын әле, күрһәтермен әле үҙенә. Асыуымды килтерһә, өйгә керетмәҫ тә ҡуйырмын. Шашып китте! Бынан һуң ашатырмын әле мин уға. Әтеү кеше танымай башланы.
ххх
– О-о-о, үҙебеҙҙең егеттәр килгән! Һаумыһығыҙ, нисек килеп еттегеҙ?
– Һаумыһығыҙ!
– Һәйбәт!
Хужалар өлкәнерәк йәштәге кешеләр ине.
– Әйҙәгеҙ, әйберҙәрегеҙҙе бушатығыҙ ҙа ашап алайыҡ. Юлда асыҡҡанһығыҙҙыр. – Апай ҙа, ағай ҙа өлтөрәп йөрөй.
Өҫтәл артында хужаларҙың үҙенә ҡарап-ҡарап алыуын Хәсән шунда уҡ тойҙо. Ахырҙа, хужа түҙмәне:
– Һин бер йырсы егеткә оҡшап тораһың, әллә ҡустыһы-фәләнме? – тип һораны. Хәсән урынына егеттәр яуап биреп тә өлгөрҙө.
– Хәсән Вәлиев тигән йырсы үҙе була!
– Ысынмы, шаяртмайһығыҙмы? – Хужа ҡабатлап һораны.
– Эйе, үҙем булам, – тип баш һелкте Хәсән.
– Бәй, йырсылыҡтан киттеңме ни?
– Китергә тура килде шул. Ауылға күсеп ҡайттыҡ.
– Улай икән. Беҙ һинең йырҙарыңды яратып тыңлайбыҙ. Хатта ҡыҙым Уфанан кассетаңды ла алып ҡайтты. Беҙҙән күреп, күршеләр ҙә һораны. – Хужа әллә ҡайҙа кассеталарын да килтереп сығарҙы. – Бына.
Был минуттарҙа Хәсән тағы үҙен сикһеҙ бәхетле тойҙо. Бәй, шулай булмайса! Әлегәсә һине танып-белеп торһондар әле.
Бер көндө ауыл үҙешмәкәрҙәре концерт ҡуйырға йыйылғас, клуб мөдире концертҡа Хәсәнде лә саҡырғас, ул тәүҙә баҙап ҡалғандай булды. Ҡара әле, күптән халыҡ алдында йырлағаны юҡ. Шулай ҙа шатланып риза булды, магазиндан килешле генә салбар, туфли, күлдәк барып алды. Баянға ҡушылып, бер нисә йыр йырланы. Халыҡ гөрләтеп ҡул сапты.
Бынан һуң кешеләр уларҙың эргәһенә йыш килер булды. Ихлас һөйләшәләр, ҡыҙыҡһыналар.
– Ни эшләп ауылға ҡайттың?..
– Ысын йырсыны яҡындан күрәйек, тип килдек әле...
– Йырсылар ҙа бура бурай икән...
– Их, ҡустым, һиндәге талант миндә булһа, мин Уфала ғына йөрөр инем...
Бура бурау – ҡалас ашау түгел. Ауыр ағастарҙы әрсеү, көнө буйы балта менән туҡылдау, һуңынан әҙер ағастарҙы бер тегеләй, бер былай әйләндереп килештереү таһыллыҡ та, көс тә талап итә. Шулай ҙа Хәсән кәйеф менән йөрөнө. Әрләшкән, игәгән, мөңкөлдәп йәнен ҡыйған кеше юҡ. Һәр көн кистән хужабикә мунсаһын яғып тора, матур итеп өҫтәл әҙерләй. Кистән, арыуҙы баҫыу өсөн тип, бер яртыһын да сығаралар. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Ә үҙ өйөндә улайтып матур итеп һөйләшеп ултырғанын да хәтерләмәй Хәсән.
Бер көндө кисен бөтөнләй ят кешеләр үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырҙы, күрше-күләнде лә йыйғандар, хатта һарыҡ һуйғандар.
– Бындай йырсылар беҙҙең ауылға гел килеп тормай, бер килгәндә күргәндәй булайыҡ, – тиҙәр.
Йорт хужаһы үҙе лә баянда уйнай, йырлай ҙа. Хәсәнде һорап-һорап йырлаттылар. Ә ул инәлтмәне, йырланы ла йырланы.
– Ҡустым, берәй халыҡ йырын да йырлап ишеттерһәң, – тигәс, Хәсән “Ялан Йәркәй”ҙе һуҙып ебәрҙе.
Ялан ғына ерҙең, ай, бүреһе,
Күк һыртландай булыр күбеһе.
Дуҫ-иштәрем күп, тип ышанмағыҙ,
Хас дошманың булыр күбеһе.
Алтын ғынамы икән, ай, был донъя,
Көмөш кенәме икән был донъя?
Алтын ғына уйлы аҫыл иргә
Баҡыр ғына икән был донъя.
Һауаларҙан осҡан, ай, һармы икән,
Аяҡтарын күргән бармы икән?
Ҡайғы-хәсрәттәрҙән бер ҡотолоп,
Рәхәт торор көндәр бармы икән?
Ялан ғына ере, ай, ҡылғанлыҡ,
Бүҙәнәләр йүгерә төбөндә.
Тәүәккәл дә булып йөрөр булһаң,
Исемкәйең ҡалыр илеңдә.
Был йырҙан һуң, күңеле тулышып, Хәсән күҙ йәштәре тәгәрәп килеп төшкәнен дә һиҙмәй ҡалды. Әйтерһең, бығаса нисәмә йылдар буйы йыйылған аһ-зары, тышҡа һирпелде…
Хужалар эш өсөн аҡсаһын да мул ғына бирҙе. Уларҙан һуң тағы икенсе кешеләр эшкә саҡырҙы. Бер ай тирәһе үтте лә китте. Күрше-тирә уларҙы ҡунаҡҡа саҡырып, хөрмәтләп оҙатты.
Бурысын түләрлек апаруҡ ҡына аҡса эшләүенә Хәсәндең кәйефе күтәрелде. Эштән ҡайтышлай ул тура район үҙәгенә юлланды, сөнки ҡатынының холҡон белә, аҡсаһының тиненә тиклем кеҫәһәнән соҡоп аласаҡ. Район үҙәгендә штрафын түләне, ә аҡсаһының бер өлөшөн апайҙарында ҡалдырып торҙо...
ххх
Өфөнөң Ленин урамы һәр ваҡыттағыса гөжләп тора. Баш ҡаланың был урамына ғашиҡ булмаған, уны һағынып килмәгән кеше бармы икән? Бында йәшлек тантана итә. Ошонда килеп сыҡһаң, кәйеф үҙенән-үҙе күтәрелә, йәшлегеңә ҡайтҡандай булаһың. Мотлаҡ берәй артисты, яҙыусыны осратыуыңды көт тә тор. Бер нисә көн элек кенә ҡояш йәйге кеүек ҡыҙҙырһа, бөгөн ҡалаға көҙ килгән. Ағастарҙың япраҡтары төрлө төҫтәр менән күҙҙе ҡыуандыра. Аяҡ аҫтына, тәңкә-тәңкә япраҡтарҙан, әйтерһең, келәм йәйелгән.
Сәлимә эштән сыҡты ла көҙгө хозурлыҡҡа һоҡлана-һоҡлана әкрен генә Ленин урамынан атланы. Музыка мәктәбендә балаларға скрипканан уҡыта ул. Һөнәре шул тиклем оҡшай. Күптән түгел бер уҡыусыһы Мәскәүҙә конкурста икенсе урын алып ҡайтты. Уҡыусыһының уңышы өсөн үҙен күптән түгел Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнеләр. Ҡыҙҙың кәйефе шәп.
“Тиҙҙән ҡалала театрҙар миҙгелен асыр, концерттар башланыр”, тип сәнғәт институты эргәһендәге иғландарға күҙ һалды.
“Кемдәр ҡатнаша икән?” Шөһрәтле педагог, йырсы Йәүҙәт Мусиндың юбилей концерты тураһындағы афишаны күргәс, мейеһенән йүгергән иң тәүге уй шул булды. Йырсылар араһында Хәсән Вәлиевтең исем-шәрифен дә уҡығас, йөрәге, әйтерһең, урынынан ҡупты ла, бына-бына атылып сығырҙай булып тибә башланы. Был йырсыны телевизорҙан тәүге тапҡыр күреп ғашиҡ булған үҫмер саҡтағы хис-тойғолар йәнә солғап ҡалды. Ни эшләптер гел уны үҙенең буласаҡ ире, балаларының атаһы кеүек күрҙе ул. Әлегә тиклем тормошҡа сыҡмауының сәбәбе лә шунда түгелме икән?! Дуҫлашырға теләгән егеттәр ҙә булманы түгел. Анау Ансар һуң! Бер ҡараһаң, килмәгән бер ере лә юҡ һымаҡ. Бына тигән эше лә бар. Тик аҡыл бөтәһен аңлаһа ла, йөрәккә бойороп булмай шул. Әсәһе лә ауылға ҡайтҡан һайын:
– Ҡыҙым, көнө буйы шул мәктәптән сыға белмәйһең түгелме? Кеше балаларына алданып, яңғыҙ ҡала күрмә. Тиҫтерҙәрен тормошҡа сығып бөттө тиерлек, бер һин генә ҡалдың, – ти.
Эй, ҡыҙыҡ инде ошо өлкәндәр. Кейәүгә сығырға кәрәк, бала табырға кәрәк, тип кенә күңел ятмаған кешегә барып буламы?
– Нимә шул тиклем иҫең китеп ҡарап тораһың? Баянан бирле күҙәтеп торам, мине лә күрмәйһең! – Сәлимәнең уйҙарын бер төркөмдә уҡыған Әнисә бүлдерҙе.
– Бына оҙаҡламай концерт була икән, – тип ҡарап торам. Әнисә лә иғланға күҙ йүгертеп, шаян йылмайҙы:
– Ә-ә-ә-ә, нимәгә донъяһын онотҡан тиһәм! Бына нимә лә икән ғилләһе! Шунан концертҡа барабыҙмы? – Әнисә Сәлимәнең Хәсәнгә битараф булмауын белә ине. “Йәшлек” гәзите үткәргән конкурста еңеүен, һуңынан үҙен редакция ҡунаҡҡа саҡырыуҙарын әхирәте үҙе һөйләгәйне. Шул осрашыуҙа бергә төшкән фотоны әле лә ҡәҙерләп һаҡлап йөрөтә.
– Әлбиттә, билет алып ҡуйырға кәрәк.
– Ҡара әле, ҡыҙый, өсөнсө көн Хәсәндең ауылдаш ҡыҙын күргәйнем, Өфөгә киткән, тисе. Әле уҡытыусыһының концертына әҙерләнәләр икән.
– Китсәле, ысынмы?
– Ысын ти. Кәләше стерва булып сыҡҡан икән. Электән үк ишеткәнем бар ине. Беҙҙең Өфө үҙе бер ҙур ауыл кеүек бит инде. Бахыр Хәсәнде баҫып алған, хәҙер хатта туғандары менән дә аралаштыртмай, ти. Көнләшеп аптырата, ти. Өфөнән дә шуға ҡайтып киткәндәр, ти бит. Хәсән филармонияла эшләгәндә барып, йырсыларҙан көнләшеп, тауыш сығарып йөрөгән, имеш. – Әнисә һуңғы яңылыҡтарын теҙҙе теҙҙе лә, унан сәғәтенә ҡарап, – уй, һуңлап барам, ҡыҙымды балалар баҡсаһынан алырға кәрәк, – тип хушлашып китеп барҙы.
Тыныс ҡына килгән Сәлимәнең күңелендә уйҙар өйөрмәһе ҡупты. Ҡасандыр Хәсәнде күңеленә һеңдереп, уға ғашиҡ булып, әле лә уны онота алмауын үҙе лә аңлай алмай. “Ғаиләһе, балаһы бар, ә мин уға һаман ымһынам. Әллә хыяллана башланым инде”, тип үҙен үҙе тәнҡитләне. Ә уйҙар, йүгәнһеҙ ат кеүек, уны тәү күргән йылдарға алып ҡайтты.
Ул саҡта 9-сы класта ғына уҡып йөрөй ине. Телевизорҙан ниндәйҙер конкурс концерты бара. Шунда тәү күреүҙән үк бөшкөллө уға ғашиҡ булды. Бер ҡараһаң, башҡа егеттәрҙән артыҡ бер ере лә юҡ һымаҡ. Уртаса кәүҙә, аяҡтары хатта бер аҙ кәкре һымаҡ та тойола. Уның иҫ киткес моңо шулай тәьҫир иттеме? Ниңә күңел тик уға тартылғандыр? Сәлимәнең ашы – аш, йоҡоһо йоҡо түгел, уға арнап шиғыр, нәҫерҙәр ижад итте, күҙ алдына килтереп, портреттарын төшөрҙө. Хатта гәзит, журналдырҙы бары уның өсөн генә көтөп ала башланы. Ала ла иң тәүҙә уның фотоһын, уның хаҡтағы мәҡәләләрҙе киҫеп алып бер папкаға һала.
Хәсән йәшен тиҙлеге менән билдәлелек яулап, йәштәрҙең кумирына әйләнде. Хоҙай Тәғәлә тарафынан бирелгән ҙур талантҡа эйә ине шул ул. Тиҙҙән “Йәшлек” гәзите редакцияһы “Кумирыма хат” тигән ҡыҙыҡлы конкурс иғлан итте. Конкурс шарты буйынса еңеүсегә яратҡан кумиры менән осрашыу ойошторасаҡтар. Сәлимә лә бөтә күңелен, дәртен ҡушып кумирына арнап шиғыр яҙҙы. Конкурс эштәрен гәзиттә баҫа барҙылар. Сәлимә лә, минеке ҡасан сығыр икән тип, почта килгән ваҡыттарҙы йөрәге сығырҙай булып көттө. Әммә шиғыры баҫылманы ла баҫылманы. “Оҡшатмағандарҙыр, шуға баҫмағандарҙыр”, тип инде өмөтөн өҙгәндә, бер көндө гәзиттә асып ебәрһә, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай, ҡыуанысынан:
– Әсәй, һөйөнсө-ө-ө, минең шиғырҙы баҫҡандар! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. – Урра-а-а, минең шиғырҙы баҫҡандар!
Бер аҙҙан конкурсҡа йомғаҡ яһап, еңеүселәрҙе яҙҙылар. Улар араһында Сәлимә үҙенең исемен күреп, үҙен бәхеттең етенсе ҡатында тойҙо. Һуңынан редакциянан саҡырыу килгәс, алыҫ районда йәшәһә лә, әсәһе уны Өфөгә алып китте. Кафела унан башҡа тағы бер нисә йырсы, журналистар бар ине. Унда бик оҙаҡ һөйләшеп торҙолар. Кумиры йырланы, аҙаҡ бергә бейенеләр. Кафенан һуң йырсы Сәлимәне әсәһе менән бергә туғандарының фатирына тиклем оҙатып ҡуйҙы...
...Фатирына ҡайтҡас, Сәлимә шкафынан теге ваҡыттағы папканы сығарҙы, кумирына арнап яҙған шиғырҙарын, нәҫерҙәрен уҡыны. Өфөнән осрашыуҙан ҡайтҡас яҙған иҫтәлегенә күҙ һалды һәм унда: “Кумирым минән мәктәптән һуң ҡайҙа барасағымды, кем булырға теләүемдә һорай. Ә мин уның күҙҙәренә баҡҡанмын да, сикһеҙ даръяға сумғандай, өнһөҙ ҡалғанмын. “Һылыу, киләсәктә ниндәй һөнәр һайларға теләйһең?” тигәс, үҙемә уңайһыҙ булып китте. Ауылға атлап түгел, әйтерһең, осоп ҡайтып индем. Яҙмышыма ошо минуттар өсөн генә булһа ла сикһеҙ рәхмәтлемен!” Сәлимә: “Нимәһе менән күңелемде әсир итте һуң?” тип тағы ла кумирының фотоһына баҡты. Ә унан ихлас йылмайып, эскерһеҙ күҙҙәр нур бөркә ине...
ххх
Йәүҙәт Юнир улы әле лә сәнғәт училищеһында эшләй. 70 йәшен тултырған уҡытыусы һаман да йәштәрсә дәрт менән илһамланып студенттарға йыр нескәлектәрен төшөндөрә. Аллаға шөкөр, уҡыусылары уңыштары менән шатландырып тора. Араларында республикала ғына түгел, сит илдәрҙә лә танылыу яулағандары бар, данлыҡлы театрҙарҙа, филармонияларҙа эшләйҙәр Уҡытыусыларын онотмай улар. Юл төшкәндә янына килеп, хәл белешеп, ҡыуаныстары менән уртаҡлашалар.
Юбилейы айҡанлы баш ҡала халҡына матур тамаша бүләк итеү хыялы булһа ла, нисектер тәүәккәлләмәй йөрөй ине педагог. Сөнки бының өсөн ярайһы ғына сығым талап ителә. Әммә был кисә бер көндө үҙенән-үҙе хәл ителде лә ҡуйҙы. Элекке уҡыусылары уны тыуған көнө менән ҡотларға килделәр ҙә:
– Йәүҙәт Юнирович, әйҙә, көҙ көнө һеҙҙең ижад кисәгеҙҙе үткәрәйек. Барлыҡ сығымдарҙы үҙебеҙ ҡапларбыҙ, – тинеләр. Педагог был тәҡдимгә ҡыуанып бөтә алманы.
Байрамға әҙерлек дәррәү башланды. Йәүҙәт Юнировичтың барлыҡ уҡыусыларына хәбәр ебәрелде. Хәсәнде лә табып, тантанаға килеү-килмәүен белештеләр. Әлбиттә, шатланып риза булды ул. Хатта әле һаман үҙен онотмауҙарынан әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙе.
Өфөгә ҡуҙғалаһы көндө Хәсән тәү тапҡыр ҡалаға барғандай түҙемһеҙләнеп көттө. Тулҡынланды, сәйер бер эске тойғо уны алға әйҙәне, кәйефен күтәрҙе. Шуға ла был көндәрҙә ул үҙен ерҙә атлап түгел, осоп йөрөгәндәй хис итте. Күңеле тыныс: штрафын түләп бөттө, бесән әҙерләнгән, мәшәҡәте аҙайҙы. Ике көн ҡалғас ҡына ҡатынына был хаҡта әйтте:
– Мине Өфөгә Йәүҙәт Юнировичтың юбилей кисәһенә саҡыралар!
Фәриҙә йығылып китә яҙҙы, йөҙө үҙгәрҙе.
– Өфөгә? Бер үҙеңде? – Ҡабатлап һораны ҡатыны. Бығаса унан башҡа бер нәмәне лә хәл итмәгән иренең ҡапыл шулай тип әйтеүен ысынға алырға теләмәне ул.
– Ышанмаһаң, бына саҡырыу ҡағыҙы! – Хәсән педагогының фотоһы төшөрөлгән ҡағыҙҙы ҡатынының күҙенә тигәндәй терәне.
– Ә ни эшләп бер үҙеңде генә? Ә мин ҡайҙа?
– Әллә һин дә йырларға уйлайһыңмы? – Хәсән мыҫҡыллы йылмайҙы.
– Барам тиһең дә ул. Ә кемдән рөхсәт һораның? Аҡсаны кем бирер тиң?
Ҡатынының һаман түбән күреп һөйләшеүе Хәсәндең зитына тейҙе. Күҙҙәрендә уҫал осҡондар хасил булды.
– Һин ниңә минең менән һәр ваҡыт шулай һөйләшәһең? Мин һиңә бала-сағамы? Әҙерәк кенә кешене хөрмәт итергә, һөйләшергә өйрән. – Хәсән бер аҙ туҡталып торҙо. – Етәр, бығаса һинеңсә йәшәнем, бынан һуң улай булмаясаҡ. Бөгөнгө тормошомдоң ошолай килеп сығыуына ла һин генә ғәйепле. Бергә уҡыған иптәштәрем әллә ҡайҙарҙа эшләп йөрөй. Ә мин тот та ауылға ҡайт! Иҫәр! Аҡса, тиһең? Аҡса бар минең. Әллә мине бөтөнләй аҡса тапмаған йүнһеҙ тип уйлайһыңмы? Ошо өй ниндәй аҡсаға һалынған тиһең? Эшләмәһәң, берәү ҙә килтереп тоттормай.
Бығаса иренән бындай ҡәтғи һүҙ ишетеп ғәҙәтләнмәгән Фәриҙә бер килке асҡан ауыҙын да яба алмай торҙо. Унан телгә килде:
– Өй һалдым, тиһең инде. Һин өй һалғанда, мин ҡайҙа булдым икән, ә?! Ҡара, бөтәһенә лә мин ғәйепле, мин насар. – Бер аҙҙан ул һулҡылдап илай башланы. – Уф, күрәһеләрем бар икән. Китәм, тиһең, бар, аръяғына кит. Шул әртистәрең менән тағы типтерергә бараһың инде. Беләм инде мин һеҙҙе, бар белгәнегеҙ ихахай ҙа михахай...
– Фәриҙә, ул ниндәй холоҡ ул? Ни эшләп артистар хаҡында гел насар уйлайһың?
– Мин генә түгел, ана, бөтә халыҡ һөйләй.
Хәсән башҡаса ҡатынын тыңлап торманы, ҡулын ғына һелтәне лә, урамға сығып китте.
ххх
Хәсән, “Сәнғәт училищеһы” туҡталышында автобустан төшкәс, бер килке баҙап ҡалғандай булды. Бығаса ҡатыны, улы менән бер нисә тапҡыр килһә лә, эштәрен йәһәт кенә бөтөрөп, кире ҡайтыу яғын ҡарарҙар ине. Иркенләп, танһығы ҡанғансы йөрөй алманы. Теге ваҡыт килгәнендә театрҙа “Ҡоҙаса” спектакле бара ине.
– Әйҙә, ҡарап ҡайтайыҡ, бик ҡыҙыҡ спектакль, – тип күпме ныҡышты, юҡ инде, Фәриҙә риза булманы.
– Хәҙер, шунсама аҡса тират итеп, – тип мөңкөлдәне. – Мин ул аҡсаға яҡшы колбаса алып ашайым.
Ярата ул Өфөнө. Бәләкәй сағында, үҫкәс, мәңге ошо ҡалала йәшәр кеүек тойолдо. Ҡаланан матур кейенеп ҡунаҡҡа ҡайтҡан тиҫтерҙәрен күреп, көнләшеп тә ҡуя ине. Ә бөгөн ул үҙен ирекле ҡош һымаҡ хис итте. Уның күңелен ниндәйҙер әйтеп аңлатҡыһыҙ тулҡынланыу солғап алды.
Хәсән ҡаланың шул тиклем ныҡ үҙгәреүенә хайран ҡалып торҙо. Улар уҡыған мәлдә был урында ағас өйҙәр генә булһа, хәҙер бейек-бейек йорттар йәмләй.
Ҡала мыжғып тора. Сентябрь айы бит. Ағастар төрлө төҫкә инә башлаған. Шау-гөр килгән йәштәр араһында Хәсән дә кире студент сағына ҡайтҡандай булды. Бына ул үҙе белем алған училищеға инде. Бүлмәләрҙән бөркөлгән музыка тауыштары, йыр-моң уның йәнең иләҫләндерҙе лә ҡуйҙы. Ниндәй танһыҡ! Бөтөнләй икенсе донъя! Унан Хәсән Зәки Вәлиди урамы буйлап тура Салауат Юлаев һәйкәле янына атланы. Кинәнеп, рәхәтләнеп атланы. Берәүҙең дә һиндә эше юҡ. Ә ауылда урам буйына сығыр әмәл юҡ, теләнселеп ҡаҡ быуынға төшәләр. “Баш ауырта, йөҙ грамың юҡмы?” “Ҡана бер фанфуриклыҡ ҡына аҡса бирә әле?..” Бигерәк тә күрше Юлаҡ ауылында ундай һунарсыларҙың күп булыуына Хәсән үҙенән-үҙе йылмайып ҡуйҙы. Хатта ундай теләнселәргә аҡса бирмәү үҙеңә уңайһыҙ һымаҡ була башлай. Сәбәптәрен дә табып торалар бит. “Әсәйем үлеп бара”, “Икмәклек тә аҡса юҡ”.
…Салауат Юлаев һәйкәле янында Хәсән Ағиҙелгә, туғайлыҡтарға әҫәрләнеп ҡарап торҙо. Эй, ошо майҙанда кинәнеп бейей торғайнылар. Бер яҡтан ауыл хужалығы институты студенттары гармун һыҙҙырып, ҡурай тартып килһә, икенсе яҡтан – университеттыҡылар. Бер аҙҙан сәнғәттәр гөрләшеп килә. Уларҙы күреү менән, “сәнғәттәр килә, сәнғәттәр”, тип айырыуса гөжләшерҙәр ине. Китә бейеү, китә йырлауҙар.
Булған бит бәхетле минуттар.
ххх
Йәүҙәт Юнир улының юбилей кисәһенә арналған тамашаны халыҡ оло байрам кеүек көтөп алды. Тышта хатта артыҡ билет һораусылар ҙа күп ине. Ҡулдарына гөлләмәләр тотҡан, матур кейенгән тамашасылар менән мәҙәниәт һарайы тулған. Ошо күренеште күҙәтеп торған Хәсәндең кәйефе шәп ине. Шул саҡ урта йәштәрҙәге апай уны туҡтатты:
– Һаумы, туғаным! Һин йырлай тип яҙылғас, ҡыуанып килдем әле. Яратам бит йырлауыңды. Һуңғы ваҡыттарҙа әллә ҡайҙа юғалып торҙоң, әллә Өфөнән киттеңме? – тип ҡыҙыҡһынды. Хәсәндең ауылда йәшәүен ишеткәс, – Шул тиклем талантың менән ауылда йөрөмәһәң инде, – тине. – Һин бит ҙур сәхнәләрҙе шаулатырҙай кеше.
Тамаша башланды. Берәүҙәр ҡотлай, икенселәр йырлай. Хәсән үҙ сиратын көтә. Ғәжәп, студент саҡта был тиклем тулҡынланмағанды, бөгөн ул ныҡ йөрәкһенә. Хатта быны үҙенең бөтә тәне менән тоя. Тулҡынмаҫлыҡ та түгел шул. Уның был сығышы шөһрәтле педагогы алдында үҙенә күрә имтихан тотоу бит. Икенсенән, бындай ҙур сәхнәлә күптән йырлағаны юҡ.
Бына концертты алып барыусы:
— Сәхнәлә — Хәсән Вәлиев, — тип иғлан иткәс, залдағылар дәррәү ҡул саба башланы.
Тулҡынланыуынан арынмаған Хәсән тамашасыларға күҙ һирпеп алды ла халыҡ йыры “Уйыл”ды һуҙып ебәрҙе:
Ҡурайсылар ҡурай, ай, уйнамаҫ,
Башҡорт ҡурайҡайҙары булмаһа.
Егет тә генә кеше йыр йырламаҫ,
Йөрәгендә дәрттәр булмаһа.
Әрәмәгә керһәм, үлән һирәк,
Сәхрәләргә сыҡһам – ер еләк;
Эсемдә генә минең уттар яна,
Ник елкенә икән был йөрәк.
Арыҫлан да кейек һис ҡайғырмаҫ,
Ҡаршыһында бейек тау булһа;
Егет тә генә кеше һис ҡайғырмаҫ,
Ғәзиз башы уның һау булһа.
Бына йыр туҡтаны. Тамаша залы күпмелер, илаһи моң тәьҫиренә илергәндәй, өнһөҙ торҙо ла, кинәт күк күкрәгәндәй булып дәррәү алҡыштар яңғыраны. Кемдер һыҙғырҙы, кемеһелер “браво” ҡысҡырҙы. Залдағы тамашасылар аяҡ үрә баҫып ҡул сапты. Шул мәлдә залдан бер һылыу йүгереп сыҡты ла ҡулындағы сәскәләрҙе йырсыға һондо. Нимә-нимә, бындай уҡ алҡышты көтмәгәйне Хәсән. Үҙе лә бер сама баҙап ҡалды. Йырлап бөтөп, залға баш эйеп, сәхнә артына сыҡһа ла, алҡыштар туҡтаманы. Был моңға, иркен тауышҡа танһығы ҡанмаған халыҡтың "тағы ла йырла, тағы ла йырла" тип уны саҡырыуы ине.
Йәүҙәт Юнир улы талантлы уҡыусыһын халыҡ шулай дәррәү алҡыштарға күмәсәгенә тамсы ла шикләнмәгәйне. Шуға алдан тағы бер йыр әҙерләргә ҡушты. Дәртле көй яңғырауға Хәсән килешле хәрәкәттәр менән бейей-бейей йырлап килеп сыҡты сәхнәгә. Тамашасылар, шуны ғына көткәндәй, йәнә ҡул саба башланы, берәүҙәр бейергә төштө...
Ошо концерттан һуң Хәсән, әйтерһең, бығаса күңелендә тамырланған барлыҡ юшҡынды йыр менән аҡтарып ташланы.
Кисә тамамланғас, сәхнә артына бая сәскә биргән ҡыҙ килеп:
– Һаумы, Хәсән ағай, концертта һеҙ ҙә ҡатнаша тигәс, эй, шатландым, – тип ҡосаҡлап уҡ алды. – Һеҙ мине таныйһығыҙмы? – Үҙе серле йылмайып Хәсәнгә ҡараны.
Уның “Минең кумирым” конкурсында еңеүсе булыуын шунда уҡ иҫенә төшөргән йырсы:
– Һеҙҙең кеүек сибәрҙе нисек танымаҫҡа мөмкин?! – тине.
Хәсән Сәлимә менән шаҡтай һөйләшеп торҙо. Иртәгеһе көнгә осрашыуға саҡырғас, ҡыҙ шатланып риза булды.
Ул киткәс, Хәсәндең беләгенән бер ҡатын эләктереп алды.
– Шәп булды, Хәсән, ҡотлайым, – тип ҡулын ҡыҫты. – Шул тиклем талантың менән ни эшләп ауылда юғалып йөрөйһөң? Ана бит халыҡ үҙеңде ниндәй ярата!
Унан апай егетте аулағыраҡ урынға саҡырып, ҡайҙа йәшәүҙәре, ҡайҙа эшләүе менән төпсөндө. Бер аҙҙан ул:
– Ҡустым, һиңә әйтергәме, әйтмәҫкәме икән тип уйланым-уйланым да, барыбер әйтергә кәрәктер тигән фекергә килдем. Үҙеңде хөрмәт итәм, һинең өсөн йөрәгем яна. Һинең кеүек таланттар ауылда һөрһөп ятырға тейеш түгел.
– Әйтегеҙ апай, тыңлайым.
– Үпкәләмәҫһеңме һуң?
– Юҡсы, ни эшләп үпкәләйем.
– Быны һиңә ғәйбәт итеп түгел, йәлләгәндән әйтәм. – Ят ҡатын Хәсәндең күҙенә тура ҡараны, унан бер аҙ пауза яһаны. – Улың һинеке түгел бит!
Хәсәндең башына күҫәк менән тондорҙолармы ни?!
– Нисек инде минең балам түгел?! Һеҙ яңылышаһығыҙҙыр?!
– Ышанаһыңмы, ышанмайһыңмы, уныһын үҙең хәл итәһең инде. Ҡустым, мин һине йәлләгәндән әйтәм. Һеҙҙең ауылда туғандарым йәшәй. Улар аша һинең бөтә тормошоңдо ишетеп торам. Шул Фәриҙә һинең башыңа етеп, кешегә һанламай ҡыланыуына иҫем китә. Бөгөн ауылда йәшәп ятыуыңа ла ошо сәбәпсе. Һиңә тиклем Фәриҙә ғаиләле ир менән буталды, унан ауырға ҡалған. Тап шул ваҡытта һин уның менән танышҡанһың. Был хәбәр бөтә кешегә лә тарала башлағас, һин ишетеп ҡалмаһын тип, Фәриҙәң һине ауылға алып ҡайтып китте. Бына шул.
Әле генә тамашасылар алҡышынан кәйефе күтәрелгән Хәсәндең төҫө ҡасты. Ҡапыл ни әйтергә лә белмәне. Ул арала барыһын да банкетҡа ашыҡтыра башланылар.
Банкетта мәҙәниәт министрлығынан да, башҡа ойошмаларҙан да етәкселәр күп ине. Улар Хәсәнде һорап-һорап йырлаттылар. Һуңынан филармония директоры ҡабаттан эшкә саҡырҙы, Йәүҙәт Юнир улы ла кире Өфөгә килергә өндәне. Бына бит, донъя алмаш килә тигәне. Бер утҡа һала, бер күккә сөйөрә...
ххх
Ул төндө Хәсән керпек тә ҡаҡманы. Улай әйләнде, былай тулғанды. Ахыры, тороп сәй ҡайнатып эсте. “Бала минеке түгел. Ысын булһа, харап та ул”, – тип үҙ алдына һөйләнде, быны аҡылы ҡабул итергә теләмәне. Нисек инде улай? Тимәк, уны Фәриҙә нисә йыл буйы алдап йөрөткән! Унан танышҡан саҡтарын, улының ете айлыҡ булып тыуыуын, күрергә килгән кешеләрҙең, ҡалай теремек, минең балам да ете айлыҡ ине, бигерәк сеп-сей ине, тип һөйләнгәндәре иҫенә төштө. Ҡайһы берәүҙәрҙең, улың үҙеңә оҡшамағансы, тиеүҙәрен дә ишеткәне бар.
Ауылға ҡайтып китеүҙәре лә ҡапылғара килеп сыҡты. Имеш, балаға ҡала һауаһы килешмәй. Бер уйлаһаң, бер уларҙың ғына улы ҡалала йәшәмәй бит. Тимәк, бында ниндәйҙер бер ғиллә бар.
Иртәгеһе көнгә Сәлимә менән буласаҡ осрашыуҙы күҙ алдына килтереп, йәнә үҙенә-үҙе урын тапманы. Ғәжәп, осрашырға һүҙ ҡуйышты ла ул, бәлки, уның ире, балаһы барҙыр. Ә ул әллә ниндәй боҙоҡ аҙымға саҡыра. Унан үҙенең ғаиләһе – улы, ҡатыны – күҙ алдына килде. Әле Фәриҙә, моғайын, ҡарғай, әрләй торғандар. Килгән һайын әсәһе: “Эй, балаҡайым, ташла шул холҡоңдо тип күпме әйтәм, ҡолағыңа ла элмәйһең. Боронғолар, ҡарғыш алма, алғыш ал, тип белмәй әйтмәгәндәр. Ҡуй, балаҡайым, ауыҙыңдан ел алһын ундай һүҙҙәрҙе”, – тип әйтеп ҡарай ҙа, ҡатыны бер килке баш эйеп тыңлап ултырған була ла, иртәгеһенә тағы онота. Мал-тыуарҙы, ҡош-ҡортто ла әрләп кинәнес ала. Һыйыры саҡ боршанлаһа ла, биҙрә менән елләй.
“Ҡара әле, башыма гел теләһә ниндәй уйҙар килә”. Хәсәнгә үҙенең уйҙарынан үҙенә ҡыйын булып китте. Юҡ, башҡаса ул йортҡа кире ҡайтмаясаҡ. Быны ҡасан да булһа хәл итергә кәрәк. Хәсән эсенән шундай тәүәккәл ҡарарға килде. Бындай тормоштоң ҡасан да булһа бер сиге булырға тейеш. Әҙәм балаһы был тормошҡа бәхетле булыр өсөн яралған. Шул өс көнлөк ғүмерҙә эт менән бесәй кеүек йәшәргә түгел”.
Хәсән таң алдынан ғына ойоп китте.
ххх
Иртәгеһен Хәсән менән Сәлимә Салауат Юлаев һәйкәле янында осрашты. Кисәге көтөлмәгән яңылыҡтан Хәсән шаңҡыһа ла, кәйефле булырға тырышты. Майҙан гөрләп тора – йәнәшәлә генә торған никах һарайынан сыҡҡан йәштәр тура батыр һәйкәленә килеп, сәскәләр һала, фотоға төшә. Үҙҙәре шат. Шул мәл Хәсән аҫылынам да үләм тигән уйынан үҙе ҡурҡып китте. Йә, бер нисә һум өсөн башын элмәккә тыҡты, ти. Бөгөн ошондай хозурлыҡты күрә алыр инеме?!
– Ниндәй уйға баттың?
– Нимә? – Шулай тип һорағанын Хәсән үҙе лә һиҙмәй ҙә ҡалды.
– Әллә мине бөтөнләй оноттоң инде?
– Юҡсы! – Хәсән ихлас йылмайып, Сәлимәгә ҡараны. – Ағиҙел буйҙарының матурлығына иҫем китеп ҡарап торам. Ә һин янымда булғас, донъя тағы ла хозур. – Хәсән ҡыҙҙы еңелсә генә ҡосаҡлап алды.
– Һиңә бер нәмә әйтәйемме? – тине Сәлимә. – Ошонда һин йырлап ебәрһәң, тағы ла йәмләнеп китәсәк!
– Шулаймы? – Хәсән бәхетле йылмайҙы. – Һинең өсөн көнө буйы йырларға ла ризамын, – тине лә әкрен генә һуҙып ебәрҙе.
Һине өҙөлөп һөйөүемде
Нисек аңлатырға һуң?
Йоҡоларыңдан иркәләп
Әллә уятырғамы?
Әллә шатлыҡ йәше булып,
Күҙҙәреңдән тамайым.
Әллә гел ҡояштай балҡып
Йылмайып торайыммы?
Йырҙар булып, моңдар булып
Наҙлайыммы күңелеңде?
Әллә гел һандуғас булып
Һайраптар торайыммы?
Һине өҙөлөп һөйөүемде
Нисек аңлатырға һуң?
Сикһеҙ мөхәббәтем һиңә
Ғүмерлек юлдаш булһын.
Хәсәндең барлыҡ хистәрен ошо йырға һалып башҡарыуы Сәлимәнең бар булмышын сихырланы. Был минутта үҙен сикһеҙ бәхетле тойған ҡыҙ:
– Бигерәк матур йырлайһың, – тине Хәсәндең күҙҙәренә тура ҡарап.
– Эх, Сәлимә! Был йырҙы бары һинең өсөн тәү тапҡыр йырлауым. Күптән хыялланып та әлегәсә йырланмаған йырым ине бит ул.
Бәхетле миҙгеле йөҙөндә сағылған Хәсән ҡыҙҙы ҡосағына ҡыҫты.
Был көндө уларҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Әйтерһең, күптән күрешмәгән дуҫтар һағынышып осрашҡан да бер-береһенә һөйләр йөрәк серҙәре, бүлешер ҡыуаныстары сикһеҙ йыйылған. Сәлимә менән һөйләшеүҙән Хәсән әйтеп аңлатҡыһыҙ рәхәтлек, кинәнес тойғоһо кисерҙе. Ҡыҙҙың наҙлы, серле күҙ ҡарашынан ул бығаса татымаған күңел йылылығы бөркөлә ине. Тап ошо сихри ҡараш, һылыуҙың сылтыртып көлөүе Хәсәндең төҫһөҙ тормошона нур, йәм бирҙе.
Альбина Таҡалова һүрәте.