-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
9 Февраль , 13:25

Рита ХӘСӘНОВА Әжәл менән килешеү

Хикәйә Зөләйханың иртәнсәктән эс аҫты уң яҡлап ауыртып тора ине. Кисен йомош менән ингән Зилә апаһы бошоноп китте:– Аһ, бигерәк ағарынып киткәнһең бит, скорый саҡыртайыммы әллә?– Ҡуй, – тине Зөләйха – бынау буран көндө кеше маҙаһыҙлап. Үтә ул. Мөслимә медпунктта дарыу биргәйне, шуны эсәм дә ятам.Әммә төнгә ҡатындың хәле насарая барҙы. Һыҙланыуҙарынан таңға тиклем керпек тә ҡаҡмаған Зөләйха, ауыртыныуҙарына тамам түҙә алмай бөгөлөп төштө.– Бар, Зилә апама әйт әле, түҙерлек әмәлем ҡалманы, – тип тәмләп йоҡлап ятҡан ирен уятты.Әкрәме сығып киткәс, оҙаҡ ҡына юғалып торҙо. Бер дәүер үткәндәй тойолдо Зөләйхаға.

Рита ХӘСӘНОВА Әжәл менән килешеү
Рита ХӘСӘНОВА Әжәл менән килешеү

Февраль тамамланып, март башында уҙып барған ҡыштың оторо шашынған мәле – ер менән күк ялманған, бер ни күрерлек түгел тышта. Юлдарҙы ҡар һырынтылары өйөртөп ҡапланы. Район үҙәгенә барырға риза булырҙай кеше таба алмағас, тиҙ ярҙам машинаһын саҡырттылар ҙа уның ҡаршыһына алып бара торорға бер шофер менән килештеләр.

Юлға сыҡҡанда Зөләйханың иҫе аңлы-томанлы ине. Йә уяна, йә хәтерен юғалта. Уны оҙатырға Зилә апайы үҙе юлланды. Әкрәмдең ғәмһеҙлегенә ғүмер буйы көйҙө ул, был юлы ла ышанып тапшыра алманы һеңлеһен.

Төпкөл ауылда йәшәп, күпме ауырыу-һыҙланыуҙарҙы түҙем генә үткәреп ебәрергә өйрәнгән ҡатындар инде улар. Бальнис тип сабырға күнмәгән быуын кешеләре. Был юлы ла үтер тип ышанғайны ла Зөләйха.

Ярай әле, машина ҡуҙғалып, көн яҡтыра башлауға буран тыныслана төштө. Ярым тере, ярым үле Зөләйханы район дауаханаһында тура операция залына оҙаттылар.

Бөтә район күҙ терәп торған берҙән-бер хирург Йортбәков, ҡашын етди төйөп, шунда уҡ эшкә тотондо:

– Шулай түбәнгә ебәрәме ни кеше сирен? Аллаһ ҡөҙрәте барыһына...

Операция бик ауыр, көсөргәнешле үтте. Зөләйханың мандып китеүе, ысынлап, тик Алла ҡулында ине.

Күҙен асып ҡарау ҙа сикһеҙ көс талап иткән Зөләйха барыһын да аңлай, йөрәге менән тойоп ята кеүек – әжәле үксәһенә баҫып килгәндәй.

Йә һаташып, йә аңына килеп аҙапланған ҡатын һиҙеп ята: ҡаланан ике ҡыҙы ла ҡайтып төшкән бит. Алмашлап янында ултыралар, үҙе өйрәткән доғаларын шыбырлайҙар... Ғүмере буйына ҡыҙҙарына бәлә күрһәтмәҫкә тырышып, бар ғазаптарын эсенә йоторға күнгән Зөләйхаға хәтәр уңайһыҙ кеүек:  ҡайғыға һалып ятсы...

“Бына тағын, балалары ҡайҙа икән?” – тигән уй йүгерә йәнә аңына килгән ҡатындың. Кейәүҙәре эштә ине бит. Әкрәм алып ҡалдымы икән ней бәләкәстәрҙе? Шулайҙыр. Зөләйха янына килмәне лә бит һуң бабайы.

Йәнә аңын юғалта.

Ҡабат иҫенә килгәндә ҡыҙҙарының шым ғына һөйләшеүен ишетә:

– Атайға шылтыраттыңмы шул?

– Шылтыраттым.

– Әсәйҙең хәлен һоранымы, исмаһам?

– Хы. Беләң бит инде! Үҙен йәлләп ултыра һаман. Ҡоро икмәк менән сәй эсеп ултырам бына, тине лә. Все!

Әжәле менән айҡашыуҙан былай ҙа арыған йөрәге семетеп китте Зөләйханың. “Һин уның алдында бейеп тороу менәнме һуң, ул бит һин тип ҡыл да ҡыбырлатмай!” – ти инде Зилә апаһы гел. “Нисәмә йыл ирһеҙ йәшәгән кеше мине аңламаҫ”, – тип уйлар ҙа өндәшмәҫ ине Зөләйха.

Әле ҡара упҡын тартып алырҙай булып торған сағында иренең шулай вайымһыҙ булыуына әсенә ҡатын. Эйе, Әкрәме бисәһенең алдында бейеп торғанына күнеккән, яман күнеккән: ашарына һәр саҡ әҙер, өй ялтлап тора, ир ял иткәндә ул аяҡ осона ғына баҫып йөрөй, ире нимә ашарға теләй – тик шуны бешерә, кемде үҙ итмәй – шулар менән аралашмаҫҡа тырыша...

Тәрбиәһе лә шул инде Зөләйханың. Әсәһе лә үтә күндәм, атаһы алдында өлтөрәп торған ҡатын булды. Зөләйха кейәүгә сыҡҡас та Әкрәмгә зарланырға итһә, әсәһе: “Ул – ир! Баш! Ҡатын була бел!” – тиер ине.

Хатта Әкрәм, эсеп алып, ҡыҙҙары менән өсәүһен өйҙән ҡыуып сығарһа, ире айыҡҡансы Зилә апаһына йәшәргә ингән Зөләйха, ашарға бешергән һайын, сеүәтәгә аш һалып, ҡыҙҙарын атаһын ашатырға ебәрә ине. Бәләкәстәре хәтәр көйөр ине әсәһенең ҡылығына: “Ул беҙҙе өйҙән ҡыуып сығара, тәк беҙ нишләп уны ашатырға тейеш?!” Зөләйха әсәһенең һүҙҙәре менән яуап бирер ине: “Ир кеше ас ултырырға тейеш түгел!”

Зилә апаһының өйөндә йәшәп торған саҡтары күп булды шул. Ярай әле, иртә тол ҡалған апаһы һәр саҡ уларға шат ине. Уның берҙән-бер улы ла, гел яңғыҙ уйын уйнауынан ялҡып китеп, ҡыҙҙарҙы йылмайып ҡаршылар булды.

Хатта кесе ҡыҙы бит бер ҡаланан ҡайтҡанында: “Зилә апайҙың өйө яҡыныраҡ, һөйкөмлөрәк миңә. Бала саҡтың иң бәхетле мәлдәре лә ошонда үткән кеүек. Был йорттан ҡыуыусы ла булманы”, – тип шаяртҡайны.

Эсте шул Әкрәме. Эсһә, ҡатынына ла, ҡыҙҙарына ла көн күрһәтмәне. Ҡыҙҙары ла атаһына һалҡын булды шуға: ҡайтып инһәләр, аталары ултырған бүлмәнән сығып китеү яғын ҡаранылар, уға һүҙ ҡушмауҙы хуп күрҙеләр...

Әкрәм үҙе лә балалар тип өҙөлөп торманы. Иҫенә төшһә, әле йөрәге өҙөлә. Студент ҡыҙҙарына юллыҡ аҡса биреү түгел, үҙе шуларҙан аҡса хәйерселәп ала торғайны...

Ҡыҙҙары кейәүгә сыҡҡас, иренең һалҡынлығы Зөләйханың күңелен йәнә өшөттө. Балалары бер-бер артлы тормошҡа сығып, тупылдатып икешәр бала табып алды. Оло кейәүҙәре Себергә вахта менән эшкә сығып киткәс, оҙаҡламай кесе кейәүҙәрен дә янына алды. Ваҡ балалар менән өйҙә яңғыҙ ҡалған ҡыҙҙарына барып ятып, бәпес көтөшәм тигәненә, ире: “Ә мин?! Яңғыҙ ҡаламмы? Нимә ашап ятырға тейешмен?” – тип янъял ҡуптарҙы. Артыҡ тиргәшеп торорға яратмаған Зөләйха йәнә күнде... Ҡыҙҙары икәү-ара шул дүрт балаһын ҡараны инде.

***

Төш булдымы, әллә өндәге уйҙарыммы тип, ҡатын ауыр тын алып ятыуын белде. Нисә көн, нисә сәғәт үтеүен дә аңламаны уның аҡылы. Аңлы-йоҡоло килеш һаман үткәндәрен барлап, үкенестәренә быуылды.

“Ҡалай ир тип кенә йәшәгәнмен әллә, эх, тағын аяҡҡа баҫырға ине, балаларыма етерлек иғтибар бирҙемме, кәрәккәндә ярҙам иттемме һуң?” – тип йәнен телгесләне.

60 йәше лә тулмаған, әммә ошо ғүмерендә бер үҙем тип йәшәмәне, бер үҙе теләгән кейемен алып кеймәне, теләгәнен бешереп ашаманы. Шул Әкрәмдән уҙа алмай, тик ире теләгәнсә йәшәне, ире яратмаған кешеләр менән аралашманы хатта.

“Ошолай ғына, үҙемдең тормоштоң тәмен белмәй генә, үлермен дә китерменме икән? – тип уйланды йәнә. – Их, Аллам, тағын саҡ ҡына ваҡыт бирһәңсе... Йәшәп тә ҡаралманы бит һуң, ҡол шикелле, бар ваҡытымды башҡа берәүгә арнап тик йөрөгәнмен әллә...”

Һаташҡан арала йә сервантҡа ҡуйылған сервизы иҫенә төштө – бер ҡулға алып, сәй яһап эсермен әле, ти ине. Йә ҡыҙҙары бүләк иткән ап-аҡ йомшаҡ шәлен йәлләне – уңайы сыҡҡас, ябынырмын, тине. Йә ҡалалағы театр ымһындырҙы – ҡунаҡҡа барғанында ҡыҙҙары ҡайһылай өгөтләне, “Атайығыҙ көйөр, ҡайтайым, бер барырбыҙ әле”, –  тип, һуңға ҡалдыра килде.

“Ҡасан үҙем өсөн йәшәргә, үҙем теләгәнде кейеп, теләгәнде ашарға уйланым мин? Әкрәмгә ҡарап та тормаҫ инем, аяҡҡа баҫһам. Матур кәсәгә сәй яһап эсәһе, шул театр тигәндәренә барып ҡарайһы ине лә...”

***

Зөләйханың йүнәлеп китеүенә табиптар үҙҙәре лә аҙ ышана ине буғай.  Әммә үлем төҫө ингән ҡатындың йөҙөнә яйлап нур ҡайтҡандай булды. Тора-бара йылмайҙы, ҡарашында емелдәк нур пәйҙә булды. Бер ни тиклем ваҡыт үтеүгә тамам тороп ултыра ла башланы.

Бер көн палатаға килеп ингән ҡыҙҙары, әсәләренең мендәргә һөйәлә биреп ултырып, улар алып килгән кәнфиттәр менән сәй эсеп ултырыуын күреп көлөп ебәрҙеләр:

– Бөтә тәмле-татлы аҙыҡты үҙең ашарға ҡыймай, беҙҙең алға шылдырыр ҙа ултырыр инең, сирең файҙаға булды түгелме, әсәй?

– Хәҙер тәмләп ҡарамаһам, ҡасан тәмләрмен мин уларҙы? – тип, мут йылмайҙы ҡатын.

Әсәләренең мандый барыуына сикһеҙ һөйөнгән ҡыҙҙары, тыныслана төшөп, ҡалаға ҡайтырға булды. Эштәренән ял алған кейәүҙәренә лә күптән юлға сығырға ваҡыт ине.

Дауаханала Зөләйха ике ай ятты. Һуҡыр эсәгенең тулышып шешеүе шулай бик оҙаҡҡа аяҡтан йыҡҡайны ҡатынды. “Иң мөһиме, тере ҡалдым, йә, Аллам, мең шөкөр!” – тип шыбырланы ул бер туҡтауһыҙ. Үҙен ошолай үлеп китергә тейеш кеүек күрә ине. Әммә был тормошта татып ҡарамаған кескәй генә ҡыуаныс-ләззәттәр хаҡына Хоҙай уны йәлләгәндер тип фаразланы.

Дауахананан сығырға рөхсәт булғас, ауылына ҡайтыр урынға Зөләйха тура ҡалаға юлланырға булды. “Хәлем самалы булһа ни, ҡыҙҙарымдың ҡулын бушатып, ейәндәр менән уйнап ултыра алмайыммы ни?” – тип уйланы үҙ алдына.

Ҡыҙҙарының “Атай менән нисек килешерһең?” тиеүенә, “Әжәл менән килешкәнде, атағыҙ менән килешер әмәлен табырмын әле. Бәпәй түгел дә һаң”, – тип көлдө ҡатын.

https://shonkar.com/articles/-bi-t/2025-07-14/zh-l-men-n-kileshe-hik-y-rita-h-s-nova-4312796

 

Автор:
Читайте нас