

...Гараж алып ултыртҡайны. Көҙҙөң, ҡаранан уҙып, аҡҡа әйләнә башлаған сағы. Ер өҫтө, айырыуса иртәләрен, аяҡ кейемдәрен таптыр-топтор атлатырлыҡ туң хәленә еткән мәлдә, саҡ-саҡ урынлаштырып өлгөрҙө. Яҙа-йоҙа эштең ни, билдәле инде, рәте булыңҡыраманы: ике яҡҡа асмалы ҡапҡаһы тәпәшерәк эленде һәм бының оронсоғо тәүге етди ҡарҙан уҡ беленде. Донъя көткәндә кәртәләрҙе гел генә емереп барып та булмай бит, ҡайһы саҡ улар алдында баш эйергә лә мәжбүрһең. Әлеге күренеш – шуға миҫал.
Күнде хужа: ысын нигеҙ ҡороп, бейегәйткәнгә тиклем, тимәк, киләһе миҙгелгәсә, һыҙырылмай ғына асылһындар өсөн, алдары таба төбөләй тап-таҡыр булырға тейеш. Шулай итә лә башланы: көн һайын тигәндәй, кисен эштән ҡайтҡас, ут яҡтыртып ҡуя ла, рәхәтләнеп ҡар көрәй. Ап-аҡ ҡына күбәләктәр шул мәлдә наҙланып төшә торһа, бигерәк хозур: электр нурҙары тапҡырына етһәләр, ҡыуанышып алып китә үҙҙәре: шуғыраҡ холоҡлолары, ана, ыҡшанлап бер була, етдирәк сырайлылары ла яҡтыраҡ урында оҙағыраҡ ҡалырға тырыша. Ләкин тәбиғәт ҡанундарына бөтәһе лә буйһонорға мәжбүр, әлбиттә. Иртәрәкме-һуңыраҡмы, барыбер ергә төшөп яталар. Ғырш. Ғырш. Баҙарҙан киң генә фанера көрәк алып ҡайтҡайны, шуның менән күбәләктәрҙе, әрләмәй генә, хатта һаҡлап ҡыналыр әле, ике яҡҡа матурлап һала.
Бындай ваҡытта ысын мәғәнәһендәге ләззәт кисерә ул! Кисерә, сөнки, беренсенән, эштә ҡатып ҡайтҡан башы ял итә. Икенсенән, файҙалы ғәмәл башҡара: көрәк артынан ана ниндәй тигеҙлек хасиллана. Өсөнсөнән. Ә быныһы инде тыуған ауылына бәйле. Шөғөл бала сағынан хуш уның күңеленә. Бесән эшләүҙе, картуф күмеүҙе, ғәйепкә сығармағыҙ, хуп күрмәй инде, юҡ, күрмәй. Сапты, йыйҙы, утаны. Шунһыҙ әмәле лә булмай торғайны. Тик быларҙы ашҡынып камилламаны. Ә бына ҡар көрәүҙе-е... Быны инде ул эш тимәне, тимәй ҙә, әйткәс-әйтәйек: эш түбәнлегенә төшөрмәй. Эйе, эйе. Алдамай, ана тора Ҡояш: был, уныңса, айырым, юғары бер ғәмәл. Сит ил кешеләренең «хобби» тигәненә тура килмәй микән әле? Мәҫәлән, шаҡмаҡ уйнаған ише. Яратҡас, гүзәл итеп, урын-еренә еткереп башҡара ла, ҡар диуарҙар тип-тигеҙ, туп-тура хасиллана!
Яуындан һуң урам буйлап уҙ: кемдең холҡо ниндәйлеген асыҡ күрерһең. Берәү бөтөнләй көрәмәгән, тубыҡ тиңенте көрттө, эре-эре атлап, йырып сыҡҡан да эшкә киткән. Артынан, уның юлынан ғына, ҡатыны, балалары уҙған. Күршеһе көрәгән былай: тиҙ генә ике яҡлап сикәләп сыҡҡан. Сикәләре һөҙәк кенә – көрәк юлдары аңрайып күренеп ята. Ә бына был абзы-ы-й. Быныһы һис йөй ҡалдырмай башҡарып ҡуйған.
Заманында, ҡалаға уҡырға килгәс, ауыл тормошон һағынып бер булды. Утын ярғыһы, ихата таҙартҡыһы, миҙгелдәр алмашынғанын асығыраҡ күргеһе килде. Ятаҡ бүлмәһенең тышында уныҡы ғына булған бер ҡарыш та ер булмауына оҙаҡ өйрәнә алманы. Бүлмәне лә унан башҡа йәнә өс егет биләй. Етмәһә, шул дүрттән бер өлөшө лә – ваҡытлыса биләмә.
Стипендияның бик тиҙ бөтә торған нәмә икәнлеге сентябрь аҙағында уҡ беленде. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, ике ай эшләп алғайны, башта шунан ҡалған йыйынтыҡҡа таянды, һуңыраҡ әсәһе һалыштыра башланы, ише-тошо менән тимер юл вокзалына вагон бушатырға ла барып ҡайтҡайнылар. Әммә былар, кем әйтмешләй, ҡыҫҡа мөҙҙәтле саралар ине. Ә оҙайлы арауыҡты күҙҙә тотоу – даими эшкә урынлашыу ул. Ҡайҙа, кем булып? Ундай һорауҙар бирелмәне, сөнки көнүҙәк түгел ине. Урам һепереүсе булып, әлбиттә! Февраль бит тышта, буранлы ай. Ҡышҡы ял тамамланып, уҡый башлау менән, эшкә лә төштө. Урам һепереүсе тиһәк тә, улай уҡ түгел – хөкүмәт биналарының береһе алдын йыйыштыра. Дәртләнеп, ҡәһетләнеп көрәй! Тик бер яғы эсен бошора: «архитектура»һын үҙе теләгәнсә ҡора алмай. Ул, «архитектура», бында бөтөнләй булырға тейеш түгел: таң һарыһынан барып, ялтыратып ҡуйыуына ғына артынан трактор ҙа дырылдап килеп етә, ышырып алып та китә. Унан ҡалғанын яңынан таҙартырға тура килә. Шундуҡ машинаға тейәп, ҡала ситенә сығаралар. Төнөн генә яуған ынйылай ҡар бөртөктәре, бөтәһе бергә буталып, һорғолт ҡатнашмаға әүерелә. Тәғәйен урындарына барып етеп, ҡырҡ йыйынтыҡ араһына инеп киткәс, нимәгә әйләнгәндәрен күҙ алдына килтереүҙән, көрәүсенең ҡомары айырата кәмей. Йәғни, ул ваҡыттағы көрәү – барыбер аҡса эшләү ысулы ғына булды.
Ә-ә-ә, ауыл тигәндә әйтеп бөтөрмәнек, оятыраҡ булһа ла, шуны ла мәғлүм итеп ҡуяйыҡ инде: каникулғамы, байрамғамы ҡайтыр алдынан, өйҙәгеләргә шылтыратып, ҡаты итеп иҫкәртеп ҡуя торғайны: ҡарға теймәгеҙ! Юғиһә, ҡустыһының да ҡулы бигерәк тик тормай. Бәләкәй саҡта шул арҡала әҙ ыҙғышманылар. Ҡустыһы ла, ул мәктәптән ҡайтҡансы атаһы төнгө өрөндөнө кәметеп ҡуйһа, ныҡ көйә, тине әле бер көн әсәһе телефон аша һөйләшкәндә. Ҡапҡа насар асылһа ни, түҙһендәр, тип илар сиккә етешеп, әрләшә икән кинйәләре. Юғиһә, яҙа-йоҙа, ҡыйыш-мыйыш көрәгеләп, ишек алдының «нигеҙен» боҙоп бөтөрәләр. Артабан һыуыҡта ҡатып, шулай дағыр-доғор китә лә бара ул. Ә баштан уҡ тигеҙ тотолған нәмә менән эш итеүе – үҙе бер кинәнес! Тик бында ла сама белеү фарыз: ҡар ҡатламын гел генә төпкә төшкәнсе ҡырырға ярамай, әҙләп кенә яңыһын өҫтәй барырға кәрәк, сөнки майҙан ныҡ аҫта ҡалыуы мөмкин.
Ләкин был әлеге осраҡҡа, гараж алдына, ҡағылмай. Әйтелеүенсә, уны ул өҫтәл өҫтөләй тигеҙләй – ҡапҡа бер ҡайҙа ла, бәрхәт шаршау осолай ҙа теймәйенсә, һоҡланғыс бер еңеллек менән, ике яҡҡа йомарт асылып китә. Әммә. Әммә иртән тороуына асылыу ауырлашҡан була. Аңлашыла-а-а: берәү ҡар диуар аша юлбаҫарҙай атлап уҙған. Зыянһыҙ үтеп кенә ҡалһасы: ҡатып өлгөрмәгән ҡарҙы мул ғына шыуҙырып төшөргән. Вәт, мәғлүн, әй! Мәктәпкә барыусы берәй шилма малайҙыр – эҙҙәре бәләкәсерәк. Оҙаҡламай бының бер ҙә бала түгел, ә оп-оло кеше икәнлеге заһир ҡылынды: биш өй аша йәшәгән урамдашыныҡы, баҡтиһәң. «Ниңә һуң, улайһа, бәләкәй?» – тигән һорау тыуһа, үҙен күргәс тә юҡҡа сығыр ине – буйға ла һәләк төпөш, ҡаҡса ғына, хатта ҡураныстыр ҙа әле. Шуныһы бар: ошо арҡала ғәжәп йәш ҡиәфәтле үҙе.
Гаражды ҡуйырҙан алда халыҡ туҡталышҡа шунан йөрөй ине шул. Йөрөһә ни, хәҙер инде әҙ генә урап та үтергә мөмкин дәһә. Ана ла, арыраҡ, ниндәй гүзәл баҫҡыс эшләп ҡуйҙы, эскалаторы ғына юҡ. Матурлыҡты, ихласлыҡты танығандар маҡтап-маҡтап уҙа. Яңы юлға тиҙ өйрәнделәр ҙә. Теге Төпөштән башҡалар.
Көндәр үтә торҙо, ҡарҙар яуҙы, көрәлде, ҡапҡаның асылыуы бер еңеләйҙе, бер ауырайҙы. Өйөнә барып: «Улай итмә!» – тиергә лә уҡталды ла... туҡталды. Ваҡланғыһы килмәне. Сабырлығын усына ҡыҫты. Ҡыш бауыры оҙон, яуа торор, тау бейегәйә барыр, буйы етмәй башлар.
Туҡтаманы. Ныҡышып-ныҡышып үрмәләне. Уйы менән һонолоуы буйын да ҡалҡытты шикелле: текә диуарҙа, ана, аяҡ ҡына түгел, ҡул эҙҙәре лә йәбешеп ҡалған.
Ваҡланмау – ирлек билдәһе, әлбиттә, шулай ҙа иҫкәрткәндә арыу булыр ине ул былай. Былайтып ни, нервы бөтөрөп, күпме йәшәргә мөмкин?! Күргәне лә юҡ, тиһәң дә була инде үҙен. Төпөш эшкә гел таңдан йөрөй. Иртә барғас, алдараҡ ҡайта ла. Менеп барғанында тотмағас, «һайт!» тип тә булмай. Мин түгел, тип таныуы ла ихтимал бит. Ҡыш көнө ни – һуң яҡтыра. Өҫтәүенә, яңғыҙлыҡ яратыусы әҙәм шикелле ул өндәшмәҫ кеше. Тамағы ебегән сағында ғына быуаһы йырылып китә, тиҙәр. Ә былай – айырымыраҡ инде, айыры-ы-ым... Ҡаршыңа осраһа, күрешмәҫ өсөн, урамдың икенсе яғына сығып, ситкә ҡарап уҙа, тип һөйләнеләр. Күҙгә-күҙ ҡарашмауҙың ысулдары бүтәнсә лә күп бит: мәҫәлән, телефонда ныҡ кәрәкле номерҙы эҙләгәндәй ҡыланып торорға мөмкин.
Тора-бара «һалҡын һуғыш»ҡа әүерелде был. Өнһөҙ көрәлә, тауышһыҙ емерелә. Хатта ҡыҙыҡ та булып китте. Йәшерен-батырыны юҡ: көрәүсе диуарҙы хәҙер инде мөмкин тиклем бейегерәк итергә тырыша – ҡаршы юҫыҡтағы ҡарҙы ла, әйләндереп килтереп, шул тарафҡа быраҡтыра. Быраҡтырмай инде, һелтәй: күбәләктәрҙең ни ғәйебе? Юлбаҫарҙың һаман серәшеүе, ҡыҙыҡ тиһәк тә, йәненә теймәй ҡалмай, әлбиттә. Кәбән һалғанда ла шулай әйләндереп ырғыталар бит: һәр күтәрем бесән урынына ғына ятһын тип. Унда ла көсәнеп ташлайҙар. Бесәнсе, ситтән ҡарағанда, һәнәген асыуланып һонғандай, шулай ҙа ғәмәлдә улай түгеллеге билгеле – үҙенең малына әҙерләй бит, һомғол ғына, һылыу ғына булып өйөлһөн, һыу үтмәҫ. Ҡарҙы ла «ыһ!» тип ебәреп бәрә, әммә артынан асыу оҙатмай. Хәйер, бесән эшләү менән сағыштырыу урынһыҙҙыр ҙа әле ул: быны уның әллә ни сәнғәт кимәленә күтәрмәгәненә ишаралағайны инде. Ғәйепләнмәһен, шулай икән – шулай инде.
Ул ғына ла түгел, ҡара ҡаршы тороусы ике яҡ тарафынан да ныҡ көтөп алынған яуымға әйләнде. Көтәләр, сөнки Емереүсе иҫке ҡатламды, һыуыҡта ҡатҡанға күрә, әллә ни вата алмай. Төҙөүсегә лә аяҙ көндө көрәк күтәреп йөрөргә сәбәп юҡ. Күңелһеҙ булып китә. Башҡа урамдаштар ҙа бойоғоп ҡала: был икәүҙең өнһөҙ көрәшен нисәмә ай күҙәтәләр бит инде: кем еңер? Өндәшмәйҙәр үҙҙәре былай. Мут ҡиәфәтле күршеһе генә бер көндө:
– Көндәр аяҙға тарта әле шу-то... – тип төрттөрөп маташа ине, тегеһе аңламағанға һалышты:
– Интернетта ҡарағайным, аномалия тигәндәр, дауам итәсәк әле.
– Аномалия инде, тағы нимә булһын! – Мут төпкәрәк төшөргә теләгәйне лә, Төҙөүсене, кеҫәһендәге телефоны шаулап ебәреп, ҡотҡарҙы.
Оҙаҡламай йәнә циклон килде, «һуғыш» хәрәкәттәре дауам итте. Ҡәлғә бер уның ҡулына күсте, бер дошман иҙелеүендә ҡалды. Хәҙер инде еңеү байрағын кемдең ҡаҙары тураһында ҡәтғи фараздар ҙа ишетелмәй. Мут та ҡызырыҡламай. Бәлкем, хәҙер Емереүсе менән этләшәлер, уны һөсләйҙер. Хәйер, һөсләмәйҙер. Уның ҡыҙығы ла, тыңлағыҙ әле, шунда түгеме ни: бөтә урам күҙәтә, фаразлай, кемделер яҡлаша, кемделер яманлай, әммә быны асыҡтан-асыҡ бел-дермәй. Төп фараз хәҙер шул: яҙ етер, аяҡтар ҡараға баҫыр, низағ үҙенән-үҙе юҡҡа сығыр. Ниндәй тамаша күҙ алдында әрәм булыр! Дөрөҫөрәге, яңы миҙгелгә хәтлем баҫылып торор, бөтәһе лә туҡталышҡа Емереүсе йөрөгән һуҡмаҡ аша атлар. Йәйен-көҙөн күңелһеҙерәк булып алыр инде. Уның ҡарауы, кешеләр ҡалын көрттәр ятыр миҙгелде көнләп һанар. Ихлас көйәрмәндең хоккей баш-ланғанын түҙемһеҙләнеп көткәнен хәтерләтер был.
...Булманы улай. Мәсьәлә яҙға тиклем үк хәл ителде лә ҡуйҙы. Һәм, аңлашылыуынса, ҡабат мәңге ҡалҡмаҫлыҡ рәүешле. Икенсе бер Емереүсе килеп сыҡмаһа инде.
Былай булды.
Көрәшеүселәрҙең ҡатындары ла бар ул. Донъяуи мәсьәләләрҙә ғәләмәт аҡыллы заттар.
Емереүсегә лә, Төҙөүсегә лә:
– Ҡуй, юҡ менән булма! – тип күп мәртәбә әйттеләр.
Төҙөүсенең ефете бер көн, аҙаҡ асыҡланыуынса, ныҡ урынлы тәҡдимен белдерҙе:
– Әйҙә, Садиҡты ҡунаҡҡа саҡырайыҡ?
– Ә? – Ире компьютерҙа шаҡылдап ултырған еренән ҡапыл айырылып ҡараны. Әллә ысынлап та аңламаны, әллә көтөлмәгән тәҡдимдән шаңҡыны.
– Садиҡты тием, бисәһе менән бергәләп, ашҡа алайыҡ.
– Ҡайһы Садиҡты әйтәһең ул?
– Һуң... күршене... Биш өй ашаһындағы.
Ире һүҙҙең кем тураһында барғанын, ниһайәт, төшөнә башланы шикелле:
– Ә-ә-ә... теге... кемдеме ни?
– Эйе, эйе, шуны, – тип йәһәт кенә аныҡлай һалды ҡатыны.
Шулай тине лә, ҡабаланып, иренә, киреһенсә, уның үҙенә бирергә тейеш һорауҙы сәпәне:
– Ә ниңә?
– Мин дә шулай тием шул: ниңә? – тип күҙлек өҫтөнән күҙҙәрен түңәрәкләндерҙе Төҙөүсе.
Тынлыҡ урынлашты.
Юҡ, ире тағы ла компьютерына ҡапланманы, ҡатыны бәйләменә тотонманы. Береһе был мәлдә ни сәбәптән «дошман»дың ҡунаҡҡа саҡырылыуын төшөнә алмай ине. Сөнки быны шыпа еңелеү тип нарыҡлай. Сәмсел кешегә ни, айырыуса ауыр тойола: йә, шунан, аҡ байраҡ тотоп, ҡаршы барамы инде?
Икенсеһе нишләй? Уныһы ирен нисек итеп ризалатырға белмәй, тағы ла йомшағыраҡ һүҙҙәр эҙләй.
– Ул турала өндәшмәҫбеҙ. Әҙерәк ҡунаҡ булырҙар ҙа ҡайтырҙар. Йырлашып ултырырбыҙ. Былай мыштым ғына булһа ла, әҙерәк төшөрөп алһа, ысҡына, бик моңло йырлай ҙа тиҙәр үҙен, – тип бер килкенән һаҡ ҡына сираттағы аҙымын яһаны ул.
– Тотабыҙ ҙа саҡырабыҙмы?
Әһә! Ире йомшара башланы түгелме һуң, йәмәғәт, ә? Былай булғас булды, ҡалғанын апайығыҙ үҙе елтерәтеп алып китер. Алып та китер, алып барып та еткерер. Ана, һылтау тапты ла инде:
– Миҙалыңды йыуҙырырбыҙ!
Яңынан шаҡылдай башлаған клавиатура йәнә өнһөҙ ҡалды. Төҙөүсенең бармағы, төймәгә етә яҙып, һауала аҫылынған килеш туҡтаған. Хужаһы:
– Уға ней... Күпме ваҡыт үтте бит инде, – тигәндән һуң ғына тоҫҡалған урынына төртөлдө бармаҡ.
Ефете иренең бәләкәс кенә уңыштарын да шулай ололап күрһәтеү яҡлы. Һәм, дөрөҫөн әйтәйек, был уның ҡулынан ныҡ килә лә.
– Миҙалдар иҫкермәй ул. Иртәгә ял бит. Ризаһыңмы?
– Әллә-ә...
– Әлләләмә. Ихтыярың ғына кәрәк. Ҡалғанын үҙем эшләрмен. Саҡырырмын.
Был ваҡытта хужабикәнең йөҙөнә ныҡлы ҡарар билдәһе сыҡҡайны инде: бөттө, бер кем дә, бер нәмә лә сигендерә алмаясаҡ. Шуны раҫлап, аукционда сүкеш һуҡҡан ише, ҡәтғи белдереп тә ҡуйҙы:
– Килерҙәр ҙә.
Икенсе көн әллә нисегерәк үтте. Шымыраҡ, тиекме икән?.. Икеһен дә бер үк нәмә вайымланы шикелле. Ҡатыны уйлап ҡына ҡалманы, магазинды ла буйланы, күп итеп тәғәм тейәп ҡайтты, гүйә, туй туйланы. Вәғәҙәләүенсә, иренә, бөгөнгө киске мәжлескә бәйле, һис бәлә һалманы. Һалмаһа ла, Төҙөүсенең мейеһен бер уй телгеләне: Емереүсе килерме, юҡмы? Шәмбе бит бөгөн, берәй яры сығып китһәләр? Ауырып ауһалар? Былай ғына баш тартырға ла мөмкиндәр бит әле... Уның да күрәләтә дошман биләмәһенә аяҡ баҫҡыһы килмәйҙер, моғайын... Әллә киләме икән?.. Шулайҙыр әле ул: саҡырмаған бит, саҡырылған. Провокация тип баш тартып ҡуйһа? Уның да намыҫы барҙыр. Тырнай инде күңелен шик, сапсыпмы-сапсый.
Көн кисәүләне. Ете тулып килгәндә өйҙә көсөргәнешлек уғата артты. Ҡыңғырау шылтырармы, телефонмы? Тәүгеһен көтәләр, икенсеһенән ҡурҡалар: бара алмайбыҙ, үҙебеҙгә Себерҙән ҡунаҡтар килеп төштө, тиергә мөмкиндәр бит.
О, ишек ҡыңғырауы зыңғырланы!
– Үҙем, үҙе-е-м, үҙекәйе-ем, – тине лә ҡатыны асырға йүгерҙе. Шул ыңғайы, артҡа боролоп, нәфис бармаҡтары менән үҙенең гүзәл йөҙө алдында түңәрәк яһаны, теҙелеп киткән мәрйен тештәрен күрһәтте. Йылмай инде, һөмһөрөңдө ҡойма, тиеүе. Ана, ишек яғында шатлыҡлы тауышы ишетелә лә инде:
– Әйҙәгеҙ, әйҙә, үтегеҙ. Аяҡ кейемегеҙҙе... юҡ-юҡ-юҡ... бында-бында-бында-бында... эстә сисегеҙ. – Сыпраңлап алып киткәнендә шулай бер һүҙҙе туҡтай алмайынса ҡабатлай ул.
Һәйбәт кенә ултырып алдылар. Йырлауға уҡ барып етмәнеләр былай. Емереүсе һәйбәт һыйҙан ҡыҙара төшөп, телевизорҙан барған башҡортса концертҡа ипләп кенә, мөңгөрләп кенә ҡушыла башлағайны, бисәһе тиҙ һиҙҙе:
– Ярай, хөрмәтле күршеләр, рәхмә-ә-әт, миҙалдың изгелеген күрергә яҙһын, – тип ирен йәһәтләп алып ҡайтып китте.
– М-м? – тип һораулы ҡараш ташланы ҡатыны иренә, өҫтәлде тиҙ генә йыйыштырып, телевизор ҡаршыһына ултырғас.
– М-м! – тип раҫланы ире.
Өнһөҙ башланған, ымһыҙ дауам иткән һуғыш шулай тынһыҙ тамам ҡылынды: табында ул турала ишара ла яһалманы. Ике яҡ та, дөрөҫөн әйткәндә, мәсьәләнең өҫкә ҡалҡыуынан бик хәүефләнеп ултырҙы.
Емереүсенең ҡара бауырлы кеше түгеллеген беләләр ине инде былай. Күнеккәнен ташлай ғына алмай килде. Ә үҙе, һыйҙан ҡайтышлай, гараж яғына ҡараш ташлап: «Ҡамалыштан ҡотҡарып, һәйбәт иттеләр әле был күршеләр», – тип еңел һуланы, тиһәк тә хата әйтмәйбеҙҙер. Хаҡты әйтербеҙ, сөнки ҡар диуарҙарға ла, арыраҡ эшләнгән баҫҡысҡа ла һоҡланып үтә торғайны ул. Аяҡтары ғына өйрәнгәнен ҡуймай ыҙалатты шул.