

Астыр инде ул бахырың. Торорға билдәле генә урыны ла юҡ кеүек. Өйҙәр тирәһенә һыйына, буғай. Уларҙың иҙәндәре аҫтындағы бушлыҡта сүп-сарҙан ойошторолған оялыр инде шунда. Һәр хәлдә, өйҙәр аҫтын эйелеп-бөгөлөп ҡарап йөрөгән Әхмәтнурҙың маңлай күҙенә түгел, күңел күҙенә шулай күренә. Һарыҡайҙың көҙ көнөндә үҙәккә үтерлек ямғырҙарҙан, ҡыштың аяуһыҙ һыуыҡтарынан ышыҡланған урынын бер кем дә белмәй шул.
Әхмәтнурҙың һары эт менән тәүге осрашыуына нисә көн булғандыр. Кем һанаһын инде ул көндәрҙе?! Башында бер бөртөк ҡара сәсе лә ҡалмаған ҡарттың хәтерендә бер кәрәге лә булмаған ошо көндәр һанының сығарылып ташланған урынында уйылып ҡалған ул осрашыу һүрәте. Ана ошо көндө һары эт өҫкө ярустан да өҫтәрәк, ярҙың иң бейек урынында ултыра ине. Әйтерһең, ул бер билдәһеҙ скульптор тарафынан ҡойоп ҡуйылған һын! Берәҙәк эткә оҡшамаған. Муйынсағы бар бит. Уныһы ла яңы. Ҡырылып, бысранып бөтмәгән. Ир-егеттәрҙең салбар ҡайыштары кеүек. Модалы. Элмәге лә тутыҡһыҙ. Ялтырап тора. Йөнө лә хужаһыҙ эттәрҙеке кеүек уҡмашмаған, тоноҡ-төҫһөҙ түгел. Ҡайһы бер эстрада йырсыларының модалы сәстәренә оҡшап майланып тора уның һырты. Танауы – Әхмәтнур башҡа эттәрҙә күргән алға сығып тороусы һуҙынҡы морон түгел. Ара-тирә осраштырып тора торған боксер егеттәрҙеке кеүек эскәрәк батып тора ул. Шуға күрә эт бер аҙ шыҡһыҙ булып та күренә. Ләкин был шыҡһыҙлыҡ Әхмәтнурҙың күңелен ҡайтарманы. Ул уның янынан битарафлыҡҡа сумып, барыр юлынан илтифатһыҙ ғына китә алманы. Һары эт уның иғтибарын нәмәһе менәндер үҙенә тартты, үҙенә ҡаратты. Бәлки, уның йәш тулы түңәрәк һәм төпһөҙ күҙҙәре әсир иткәндер кешене.
– Һин кемдеке булаһың? Хужаң ҡайҙа? – тип яғымлы тауышы менән өндәште Әхмәтнур уға.
Эттәр кешеләрҙең һүҙҙәрен аңлай, тиҙәр. Кемдәрҙер улар ике йөҙләп һүҙҙе иҫләй ала, ти. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Аҡыллы хайуандар бит улар.
– Минең дә этем бар ине. Һиндәй һары. Тик ул һинең кеүек ҙур түгел ине. Бәләкә-ә-әй генә. Мин уны бик яраттым. Тик оҙаҡ ауырып ятып, мәңгелеккә ташлап китте шул ул мине был донъянан. Кил әле яныма. Мин һине “и-и-и” итермен. Башыңдан һыйпармын, – ти Әхмәтнур, һарыҡайға ҡулын һуҙып.
– Ыррр! – Яҡын килмә, тигән кеүек һарыҡай ырылдап ситкә тайпылды. Кешене үҙ тирәһенә ебәрмәне. Башы аҫҡа эйелгән. Тештәре ыржайған.
– Яҡын килмә. Һеҙ – кешеләр – бөтәгеҙ ҙә бер төрлө. Бына мине лә һинең кеүек берәү машинаһына ултыртып алып килде лә ошонда ташлап ҡалдырҙы. Ә бит мин уны үлеп ярата инем! Ул миңә хыянат итте. Машинаһынан төшөргән урынға мин көн һайын килеп ултырам. Мине алырға килерҙәр кеүек. Мин уны шундай һағындым. Ә ул килмәй ҙә килмәй. Хыянатсы. Һин дә ошо хыянатсы затынан. Ышанмайым мин һеҙҙең кеүектәргә, – тип әйтә һымаҡ ине эт. Был һүҙҙәрҙе һарыҡай өсөн Әхмәтнур үҙенең мейеһендә әүәләне. Ул инде өйөндә элек аҫраған эте менән әле үҙе, әле эт өсөн һүҙҙәрҙе уйлап сығарып һөйләшергә күнегеп бөткән. Этенең үҙ-үҙен тотошона ҡарап, уның хәлен һүҙҙәр менән фаразларға ғәҙәтләнгән.
– Һинең ашарыңа ла юҡтыр бит. Һөйәктәр килтерҙем мин һиңә. Мә, аша.
– Мине һөйәк менән алдамаҡсы булаһыңмы? – ти кеүек кешегә табан бер аҙым да атламаған һарыҡай. Улай ғына ла түгел, һөйәктәргә ул битараф. Иҫе лә китмәй генә ғорур ҡиәфәттә ситтә ултырыуын белә.
– Йә-йә. Миңә ышанысың булмауын аңлайым, һарыҡай. Кешеләр бит бер ауыҙың бешһә, өрөп ҡап, тиҙәр. Бешергәндәр шул һине. Ауыҙыңды ғына ла түгел... Бисара. Ярар-ярар, асыуланма миңә. Мин ситкәрәк китәм. Һин һөйәктәрҙе ал, ас йөрөмә, – тип Әхмәтнур әкрен генә ағастар араһына һалынған асфальт юлдан атлап китте.
Ошо арала бысраҡ тупраҡҡа ҡатҡан сүбәккә тартым йөндәре уҡмашып торған һоро эт, ҡайҙандыр килеп сығып, кеше ҡалдырған һөйәктәргә ташланды ла шатыр-шотор кимерергә тотондо. Һарыҡай уның янына килергә ынтылып та ҡараманы.
– Мин урам берәҙәге түгел. Мин бай хужаларҙа иркенлектә, рәхәтлектә тәмле ашап үҫкән эт. Тик хужам мине ана теге туҡталышта онотоп ҡына ҡалдырған. Мин һөйәк кимермәйем. Хужам килеп алыр әле. Ул да мине юғалтып эҙләйҙер. Тапҡас, тәм-томдарын ашатыр. Әйҙә, һин, аскернә, аша кеше алып килгән ҡалдыҡ-боҫтоҡто, – тип әйткәндәй, иҫе китмәй генә, өҫтән аҫҡа ҡарарға яратҡан кешеләргә оҡшап, һарыҡай үҙен ғорур тотто.
Һоро эт, һөйәктәрҙе кимереп бөткәс, боролоп һарыҡайға ҡарай атланы. Янынан үткәндә, уға ҡарап, ырылдап алды ла ғорурҙы уйнарға саҡырмаҡсы булды. Тик һарыҡай был тәҡдимде ҡабул итмәй ситкә һикерҙе.
– Бик иҫем китте инде һиңә, – тигән кеүек һоро эт тағын бер “ырр” итеп ҡуйҙы ла юл буйлап юртаҡлап китеп барҙы.
Һарыҡайҙың көткән хужаһы килмәне лә килмәне. Машинанан төшөрөп ҡалдырылған урынға инде нисәнсе тапҡыр өмөтләнеп килә һарыҡай. Оҙаҡлап ошо урында көтөп тә ултыра ул. Моңһоу күҙҙәренән йәш аға. Ағып сыға ла мороно тирәһендәге һары йомшаҡ йөндәрен сылатып бөтә. Уларҙы һөртөп алыусы юҡ. Йәштәре кибәләр ҙә ошо йөндәрҙе ҡутырға оҡшатып уҡмаштыралар. Күҙҙәрен берәмләп тә, парлап та йомоп ҡарай ул. Ҡашын йыйырғылай. Тик уның шундай моңһоу, сыҙай алмаҫлыҡ һағыш баҫҡан хәлен аңлаусы ғына юҡ.
Көтөп арығас, һарыҡай яңынан соҡорға төшөп китә. Әлегә бер кем дә белмәгән ояһына инеп, бөгәрләнеп ята. Был ояны кешеләр генә белмәй. Соҡорҙа ла, унан өҫтәрәк урынлашҡан майҙанда ла көтөүҙәре менән йөрөүсе хужаһыҙ эттәр өсөн йәшерен түгел ул. Ояныңмы, уның хужаһыныңмы еҫе тартып килтерә уларҙы. Кем генә белмәй эттәрҙең еҫ һиҙемләүҙәренең көслө икәнен?! Шуға күрә бит эттәрҙән дә яҡшыраҡ эҙтабарҙар юҡ донъя йөҙөндә.
Берәҙәктәр һарыҡай ятҡан өй аҫтына морондарын тығып, һау-һаулап уны тышҡа саҡыралар. Тик улар янына сыҡмай ул.
– Әй, һары төлкө! Сыҡ беҙҙең янға. Ҡушыл беҙҙең өйөрөбөҙгә. Беҙҙе лә хужаларыбыҙ уйнаттылар-уйнаттылар ҙа, уйнап туҡтағас, урамға сығарып ташланылар. Хужам килер әле тиһеңме ни? Тот ҡапсығыңды! Һин инде уға күптән кәрәкмәйһең. Эттәрен ысын-ысынлап яратҡандар ана уларҙы тышҡа матур күлдәктәр, хатта һуңғы модаға ярашлы аяҡ кейемдәре кейендереп алып сыға. Бәләкәй генә хәүеф янаһа ла, күтәреп алып ҡуйындарына тығалар. Ә һин кемгә кәрәкһең? Бер кемгә лә! Һин дә беҙҙең кеүек берәҙәкһең. Беҙ бергә булһаҡ ҡына йәшәй алабыҙ. Ҡушыл беҙгә, – тип оя тирәләй һикергеләшеп, өрөп, шыңшып алалар. Тик һары эт ояһында ята, ҡуҙғалмай, уларға ҡушылмай.
Берәҙәктәр тағы ла бер аҙ оя тирәләй бөтөрөләләр ҙә, теләктәре үтәлмәгәс, ары китәләр. Уларҙың үҙ тормошо. Ҡасандыр йылы өйҙә туйғансы ашап эскән, кемдер ваҡытлыса эйәләштергән, ләкин инде ул өйҙә кәрәктәре ҡалмаған ташландыҡтар бергә тупланып, үҙ көндәрен үҙҙәре күреп йөрөп, әкренләп ҡырағайланып баралар.
Ҡайһы берҙәре үҙҙәре кеүек ғаиләләренә лә, йәмғиәткә лә кәрәктәре ҡалмаған “бомж” тип аталған кешеләр янына һыйыналар. Бергәләп тормоштоң иң түбәненә, иң хәсрәтле мөйөшөнә, кемгә лә, бәлки, үҙҙәренә лә, кәрәге ҡалмағанға кешелектән ситләштерелгән әллә йәшәү, әллә яртылаш үлем сигендәге тормош тип тә атала алмаҫлыҡ бер тирәлектә йән аҫрайҙар.
Һары эттең ошо тормошта йәшәгеһе килмәй. Ул әле урамда сағыштырмаса күптән түгел. Урамдың ҡанундары әле уны биләп алмаған, һынай башламаған, ҡыҙыҡтырмай ҙа, ҡурҡытмай ҙа. Өмөтө әлегә һүнмәгән. Машинаһынан төшөрөп ҡалдырған хужаһына рәнйеше лә бер болотло, бер ҡояшлы ҡышҡы көн кеүек бер арала ҡубып, бер арала юҡҡа сығып ала. Бындай хәлдең хата булыуына ла ышанып ҡуя ул. Хужаһы килеп алыр кеүек уны. Көтә. Теге урынына йыш барып ултыра. Көтә, көтә, көтә... Тик килеп алыусы юҡ та юҡ, юҡ та юҡ...
Һары эт хужаһын көтөп ала алмағас, майҙан буйлап моңһоу ғына ҡойроғон бот араһына ҡыҫтырып оҙаҡ йөрөй. Күҙҙәрендәге йәш һаман кибеп бөтә алмай. Ошо күҙҙәр упҡынындағы һағыштың иге-сиге күренмәй.
Майҙанды ҡарап, һепереп тороусыларға һары эт бик йәл. Төлкөгә оҡшап торғанға уға “лиса” тигән урыҫ һүҙенең алдына “а” өнөн өҫтәп ҡуйҙылар ҙа Алиса тип исем ҡуштылар улар. Һарыҡайҙың үҙ исеме бар ине лә һуң. Белә ул уны. Хужаһының килеп ошо исемде әйтерен и-и-и нисектәр генә өҙөлөп көтә ул! Юҡ шул. Ул исемде әйтеүсе юҡ.
Яңыһына һис күнегә алмай. Күнегәһе лә килмәй. Ул исемгә хатта боролоп та ҡарамай. Тик майҙан ҡараусылар һаман уға Алиса тип өндәшеүҙәрен дауам итәләр. Эштәренән туҡтап ял иткәндә, төш ашағанда, сәй эскәндә Алисаға ла өлөш сығаралар. Аслыҡ байлыҡ түгел. Ҡарыныңдың һурып ауыртыуы, шағыр-шоғор килеп ашарға һорауы үҙенекен итә. Хужа өйөндәге аҙыҡ булмаһа ла, аслыҡ шул ҡалдыҡ-боҫтоҡто ла ашарға мәжбүр итә.
Әхмәтнур ҙа һарыҡайына ит ризыҡтары алып сыға. Тик Алиса ғына уға яҡын килмәй. Ышаныс юҡ сит кешегә лә, сит эттәргә лә. Йыраҡтаныраҡ ҡарап тора ул. Ашайһы ла килә, кеше лә сит. Ни ҡәҙәр генә ныҡ ашайһы килһә лә, үҙ-үҙен һаҡлау инстинкты көслөрәк шул. Аҙыҡҡа ташланырға ашыҡмай Алиса. Ә ана теге ҙур һоро эт әрһеҙ. Унда ҡурҡыу тигән нәмә юҡ. Ул инде өйрәнгән. Аҙыҡ еҫен һиҙеү менән ай-вайға ҡарамай алға ынтыла. Аҙыҡҡа яҡыная. Бер киҫәген эләктереп, ситкәрәк һикереп, ҡомһоҙланып ашай ҙа башлай. Унан икенсе киҫәгенә. Тик Әхмәтнур уны был юлы яҡын ебәрмәй. “Ашаның бит инде. Мин уны һинең өсөн алып килмәһәм дә, һиңә лә бирҙем. Минең бит һарыҡайым да бар”, – ти ул.
Алиса бик һаҡ ҡына ризыҡҡа яҡыная. Урыҫтар әйтмешләй, “и хочется, и колется” шул. Бер-ике аҙым атлай ҙа кешегә һынаулы ҡараш ташлай. Ҡараш иғтибарлы. Һөҙөп ҡарай. Шул күҙ нурҙары Әхмәтнурҙы, әйтерһең, тишеп сығалар ҙа, Алисаға ҡайтып, ниҙер әйтәләр кеүек. Ул ризыҡҡа табан тағын бер нисә аҙым яһай. Ә һоро эттең бер нәмәгә лә иҫе китмәй: алға – ризыҡҡа табан һикерә. Кеше уны ҡулы менән төрлө ишаралар яһап ҡыуып ҡарай. Ул ситкә һикерә лә бер аҙға ғына һынын ҡатырып ҡарап тора. Ул һикергеләгәндә Алиса ла артҡа сигенеп ала. Тағы ике эт ризыҡҡа төрлө тиҙлектә ынтылыш яһайҙар. Шуларҙың бер нисәһенән һуң, ахырҙа, һарыҡай ҙа өлөштәрҙең береһен эләктерҙе. Эт менән кешенең араһы ошо минуттан яҡыная башлай.
...Әхмәтнур көн һайын һарыҡайына ашарға килтерә, ә уныһы, соҡор ҡырының иң бейек урынына менеп, уны һәр тыуған көндөң зәңгәр иртәһендә түҙемһеҙлек менән көтөп ултыра. Кешенең килеүен күреү менән ул уҡтай атылып аҫҡа төшөп етә һәм яңы дуҫының алдында һикергеләп, бейеп, матур күҙҙәре менән уға ҡарап, иркәләнеп ала. Был хәрәкәттәр нисектер ас эттең түҙемһеҙләнеүе кеүек түгел, ә оло кешене һағынып көтөп тороуы, уға әкренләп эйәләшеүе ине.
Тора-бара кеше һәм эт айырылмаҫ дуҫҡа әүерелделәр. Ошондай көндәрҙең береһендә Алиса Әхмәтнурҙың уға табан һуҙылған ҡулын ялап уҡ алды ла, ҡорһағын өҫкә ҡуйып, уның аяҡ аҫтына һуҙылып ятып иркәләнде. Был – эттең кешегә тулыһынса ышанысын күрһәтеүе ине.
Ошо тиклем ауырлыҡ менән Әхмәтнурға эйәләшкән эт тора-бара башҡа кешеләргә лә ышанысын белгертә, уларҙың да ҡулынан ризыҡ алырға күнегеп китте. Инде ул элекке хужаһы ҡалдырып киткән урынға ла бармаҫ булды. Урам эттәре, Алиса янына килеп, уны өйөрҙәренә әйҙәүен дауам иттеләр.
– Әйҙә беҙҙең менән. Кешеләргә ышанма. Улар тәүҙә генә шулай һәйбәт күренә. Һинең менән күпмелер ваҡыт уйнайҙар ҙа, туйғас, сығарып ташлайҙар. Беҙ үҙ туғандарыбыҙҙы ташламайбыҙ. Әйҙә, әйҙә, – тиҙәр. Тик Алиса уларҙы тыңламай.
– Юҡ. Мин Кешене яраттым. Ул да мине ярата. Көн һайын ниндәй генә тәм-том килтермәй?! Уға эйәреп башҡа кешеләр ҙә мине һыйлай. Мин уларҙы ла үҙ иттем. Миңә улар янында рәхәт, – тип яуаплай кеүек.
Берәҙәк эттәр, инде ғәҙәттәренә кергәнсә, бер аҙ Алиса янында һау-һаулап торалар ҙа һүҙҙәре үтмәүгә үртәлеп ырылдап алғас, уны ҡалдырып үҙ юлдарына китәләр.
...Йәйҙең йылы матур кисе. Майҙан тулы халыҡ. Берәү скрипка ҡылдарынан моңло көйҙәр һуҙа. Тегендәрәк ун йәштәр тирәһендәге малай эскәмйәгә ултырып баянда уйнай. Тубыҡ башына ҡуйған уйын ҡоралының күреге өҫтөнән йәш музыканттың сихри моңдарға күмелгән сөм ҡара күҙҙәре генә күренеп тора. Ергә ҡуйған ҡумтаһына үтеп барыусылар тимер һәм ҡағыҙ аҡсалар ташлай.
Арыраҡ ҡырҡ-илле йәштәр тирәһендәге ир тальянында көйҙәр һуҙа. Үҙенсәлекле тенор тауышы менән ошо көйҙәргә үҙе лә ҡушылып китә.
Майҙандың урта бер ерендә йәш егеттәр заманса брейк-данс алымдары менән бейеп алғас, теҙелеп ҡарап тороусыларҙың танау төбөнән эшләпәләрен үткәреп аҡса йыйып алалар.
Цирк номерҙары күрһәтеүселәр ҙә, балаларҙы бәләкәй аттарҙа йөрөтөп һөйөндөрөүселәр ҙә, уйынсыҡ, шәкәрле мамыҡ һәм тағы әллә нимәләр һатыусылар ҙа майҙандан урын алғандар.
Фонтандан атылып сыҡҡан һыу төрлө төҫтәргә буялып, шаулау телендә үҙ ара гәпләшә-гәпләшә яңынан һыу өҫтөнә килеп төшәләр...
Алиса ла унда йөрөй. Инде уның барлығына күнегеп бөткәндәр. Ул – кешеләргә, кешеләр уға теймәй. Әйтерһең, Алиса – ошо халыҡ йыйынының айырылғыһыҙ бер йән эйәһе.
Кис үҙенекен итә. Тәүҙә ҡояш һүрелеп, көн буйы йөрөүенән арынып, офоҡҡа терәлә лә шунда кереп байый. Бағаналарҙа электр уттары ҡабына. Тоҡандырған мәлдә улар тоноҡ ҡына яна. Унан һуң лампаларҙың ҡыҙыуы менән дә, күк йөҙөнөң ҡараңғылыҡҡа тартылыуын тойоп та яҡтыра баралар.
Майҙанда кешеләр әкренләп һирәгәйә төшә. Тәүҙә әбей-бабайҙар ҡайтыу яғына юл алалар, унан йәш-елкенсәктәр ваҡ-ваҡ төркөм булып та, парлашып та тарала башлай.
Тора-бара аҫҡы ярус һуҡмағында ғына бер төркөм йәштәр ҡала. Ҡулдарында шешә. Сиратлап шешәнең морононан араҡы һемерәләр. Ҡысҡырыш. Көлөш. Иҫерек ауыҙҙарҙан иҫерек һүҙҙәр ағыла. Уларҙың күбеһен һүҙлектәрҙән көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә табырлыҡ түгел. Матур ғына йырҙарҙың оятһыҙ һүҙҙәр менән алыштырылған варианттары киске тынлыҡты боҙа...
Инде кешеләргә өйрәнеп барған Алиса ғәжәпһенеп булһа ла, әкрен генә шулар янына атлай. Уға мәҙәк булып тойола был кешеләрҙең көндөҙгөләренә оҡшамауы. Һалмаҡ ҡына, ялҡау ғына, башын аҫҡа төшөрөп, моронон алғараҡ һуҙып, ҡара күҙҙәренә сихри ут ҡабыҙып күҙәтә-күҙәтә килә ул уларға ҡаршы.
Әшәке һүҙҙәр ҡушылған йырын аҡыра йәштәрҙең береһе, бөтә тәне менән оятһыҙ хәрәкәттәр яһай. Ҡалғандары тағы ҡысҡырып көләләр.
Араларынан берәүһе ҡаршыға килеүсе Алисаны күреп ҡалды.
– Смотрите, собака на нас собирается напасть! – тип ҡысҡырырға тотондо ул.
– Защитите нас. Машите ногами, а не тем, о чем поете, – тип сырҡылдаштылар ҡыҙҙар.
Егеттәр Алисаны төрлө яҡтан уратып алдылар. Береһе ҡырҡ бишле итеге менән эттең башына килтереп типте. Алиса ауыртыуға түҙә алмай йөрәк өҙгөс тауыш менән сыйнап ебәрҙе. Ул тауыш иҫеректәрҙең ҡанын тағын ла нығыраҡ ҡыҙҙырҙы. Барыһы ла уға ташланып, бисара этте типкеләй башланылар. Ҡайһыһылыр бик ҡаты уның эсенә типте. Эт бөгәрләнеп асфальт юлға барып төштө. Ҡаршылашырға көсө юҡ ине инде. Оҙаҡ типкеләнеләр уны.
– Айда сюда. Как хорошо, первый раз пользуемся живым футбольным мячом. Передай мяч сюда. Пни ко мне. Так. Еще... еще... – тигән тауыштар яңғырап торҙо Ағиҙел өҫтөндә.
Был яуызлыҡты туҡтатыусы булманы. Асфальтта меҫкен эттең ҡаны ҡыҙыл шишмә булып бормаланып-бормаланып аҡты. Кешелек сифатын юғалтҡан йәш-елкенсәк этте типкеләүҙән ялҡҡас, оятһыҙ йырҙарына әйләнеп ҡайтып, уны шарҡылдап көлөү менән “биҙәп”, төнгө ҡараңғылыҡҡа инеп юғалды. Уларҙың вәхшилеген майҙанда дежурҙа тороп ҡалған урам һепереүсеһенән башҡа берәү ҙә күрмәне лә, белмәне лә.
...Әхмәтнур иртән, ғәҙәтенсә, яратҡан этенә аҙыҡ-түлек алып, көн дә үтә торған юлынан атланы. Тик Алиса уны көтөп ултырырға күнеккән урынында юҡ ине.
– Алиса-а-а, матурҡайым, һин ҡайҙа? Мин килдем. Сыҡ яныма, – тип тә ҡараны ул. Тик ҡаршыһына яратҡан йүгереп сығыусыһы юҡ ине. Ҡулына һепертке һәм бүтән эш кәрәк-яраҡтары тотоп, таш баҫҡыстың баҫмаларына ялҡау ғына аяҡтарының әле береһен, әле икенсеһен ташлаусы урам һепереүсеһенән башҡа бер йән эйәһе лә Әхмәтнурҙың күҙенә салынманы.
– Алиса күренмәнеме?
– Ул башҡа күренмәҫ инде. Кисә уны бер көтөү вәхшиҙәр үлтерҙе. Ана, ҡанға батып, асфальтта ята.
Әхмәтнурҙың башы әйләнеп китте. Күҙҙәре көн яҡтылығының иртәнге шыйыҡ зәңгәрлеген юғалтты. Әле генә алдында торған матур пейзаж ҡараңғылыҡҡа сумды. Әхмәтнурҙың күҙҙәренән әсе ҡайғы йәштәре бәреп сыҡты. Һауаға ҡарап эттәй олоғоһо килде уның. Ошо минуттарҙа ул теләгән олоу тауышы һауаны ярып үтте. Ир ундай тауыштың үҙенән сығыуына ышанырғамы-юҡмы тип тирә-яҡҡа ҡаранды. Юҡ. Тауыш уныҡы түгел. Бер көтөү берәҙәк эттәрҙән сыға икән ул. Улар, баштарын яңы ғына тыуып килеүсе ҡояшҡа табан һуҙып, йөрәк өҙгөс яманһыу тауыш менән олойҙар ине.
Әхмәтнур һарыҡайын күтәреп алды. Ҡәҙерләп уны һуңғы юлына оҙатырға булды. Уның артынан эт төркөмө лә эйәрҙе. Аҫҡа, Ағиҙел ярына табан атланылар улар. Түбәндә, йылғаға ун-ун биш метр самаһы йыраҡлыҡта инде нисәмә йылдар ҡараусыһыҙ үҫеп ултырған ағас-ҡыуаҡтар араһына, урам һепереүсе алып килгән көрәк менән соҡор ҡаҙып, Әхмәтнур яратҡан этенең теткеләнеп бөткән йәнһеҙ кәүҙәһен ер ҡуйынына һалды.
Альбина Таҡалова һүрәте.