

9 Май алдынан уйламағанда ауылдан открытка килеп төштө. Бәрәңге баҡсаһы аша артҡы яҡтағы күршеһе ҡотлап ебәргән. Хәтеренә төшкәндә шулай ҡотлай ул, бөтөнләй онотмай. Ике йыл элек Яңы йылда иҫкә төшөргәйне. Хәҙер хат яҙышыр, открытка ебәрер заман да түгел шул. Һөйөндө әбекәй. Открытканы бер нисә тапҡыр уҡыны. Байрам менән ҡотлаған, бәхетле ҡартлыҡ, оҙон ғүмер, һаулыҡ теләгән. Рәхмәт инде. Их, әҙерәк ауыл хәлен дә яҙһа икән, тип ҡуйҙы. Ул ауылдан килгән сәләм-открыткаға тәүҙә оҙаҡ ҡарап ултырҙы, аҙаҡ уны оҙаҡ еҫкәп ятты, хатта бер шифаһы бар һымаҡ күкрәгенә лә һалып торҙо. Тағы еҫкәне. Һәм уға нисектер унан тыуған ере еҫе килгән кеүек тойолдо. Аптыраны. Открытканы ситкә һалып, һиҫкәнеп ҡулын, ятҡан яҫтығын еҫкәп ҡараны, әллә уларҙан киләме? Юҡ, открытканан килә, ябай ҡатырға ҡағыҙҙан, кит, Хоҙай шомлоғо. Оҙаҡ еҫкәп ятты. Тыуған ер еҫе. Ни тиклем ҡәҙерле уға был еҫ һәм... ытырғаныс та.
Һуғыш башланғас та Мырҙаҡайҙың өс йөҙҙән ашыу ир-егете фронтҡа китте. Иң көслө, иң шәп аттар фронтҡа оҙатылды. Рабиға апайҙы – комбайнсылар (һуңынан колхоз рәйесе итеп тәғәйенләнде), йәш кенә Йәмилә менән Сәлимәне тракторсылар курсына ебәрҙеләр. Уҡып сыҡтылар, ошо нескә генә ҡулдары менән «тимер ат»ты йөрөтөргә, майға батып ремонтларға ла өйрәнде ҡыҙҙар. Иҫләй Йәмилә, тәүге бураҙнаны үткәс, тракторынан төштө лә боҫрап ятҡан ерҙе, сөм-ҡара тупраҡты ике усына алды һәм рәхәтләнеп еҫкәне. Ауыҙына килтерҙе, услап-услап ашағыһы килде, ул шундай тәмле кеүек һәм зиннәтле ине. Ул унда әле генә мейестән сыҡҡан тәмле икмәк еҫен һәм Еңеү еҫен тойҙо. Эйе, Еңеү еҫен! Тик бына аңлата ғына алмай, унда иренең тир еҫе лә, ҡыҙының ҡуйынындағы ҡояш еҫе лә, сәңгелдәктәге сабый еҫе лә, өҫтәлдәге мәтрүшкәле сәй еҫе лә... белмәй, нисектер аңлата алмаҫлыҡ кинәнес биргән, ҡанат ҡуйған, тултырып тын алыр көс биргән еҫ ине унда. Бармаҡтар араһынан һығылып сыҡҡан дымлы тупраҡ, ҡурғаштай ҡояшта ялтырап, уның башын әйләндерҙе, уға көс-ҡеүәт бирҙе. Ялтырап көлөп ятҡан бураҙнаға аяғындағы сабатаһын күмеп ҡалдырһа, ике-өс көндән япраҡ ярып йүкә ағасы шаулап килеп сығыр төҫлө ине уға.
Был 42-нең яҙы булды. Төнөн ер һөрөп арып ҡайтҡанында, өҫтәлендә иренең ҡара ҡағыҙы көтә ине. Бына һиңә Еңеү еҫе.
Ә 43-төң яҙында, март башында, уны ҡырҡ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Табын РТС-ына тракторҙар ремонтларға ебәрҙеләр. Биш йәшлек берҙән-бер йыуанысы булған Мәрзиә ҡыҙын күршеһе Алтынбикәгә ҡалдырып китте. Нишләйһең, башҡа сара юҡ, нисек үҙең менән алып бараһың инде. Бер аҙна төҙөкләндереү эштәре менән булашҡайнылар, аҡман-тоҡман бурандары башланды. Юлдар бөтөнләй ябылды.
Һыуыҡ тейеп төптән йүткереп ҡалған ҡыҙы, сире үпкәһенә төшөп, тыны ҡыҫылып, үҙе киткәндән һуң һигеҙенсе көнөндә үлеп ҡала. Әсә кеше бер ни белмәй трактор ремонтлай...
Сабыйҙың мәйетен ике көн яғылмаған, һыуыҡ үҙ өйөндә тоталар әле. Әсәһенә хәбәр еткерергә бер ниндәй ҙә сара юҡ. Колхоз рәйесе Рабиға, Йәмиләнең РТС-тан әле генә ҡайтыр юлы төшмәҫ, улайтып баланы ятҡырып булмаҫ, сысҡан-ҡомағы кимермәҫ борон ҡәберенә һалайыҡ баланы, тип ныҡлы ҡарарға килергә мәжбүр була. Тәҙрәләге ике ҡорғанына урап, ҡар йырып зыяратҡа китәләр һәм алдан бер ҡарт менән ике үҫмер ҡаҙған бик тәрән булмаған соҡорға күмәләр. «Үлгән баламдың йөҙөн дә күрмәнем, тик Рабиғаға рәнйешем юҡ», – тиһә лә, Йәмилә бөгөн был фанилыҡтағы иң ҙур үкенесе ошо икәнен бар йәне менән аңлай.
Ә ул саҡта...
Табындан ҡайтҡас та бер ни белмәгән Йәмилә тиҙ генә өйөнә инеп мейесенә ут яҡты. Балаһын һыуыҡ өйөнә алып ҡайтҡыһы килмәне. Шунда ике тәҙрә пәрҙәһенең юҡлығына һиҫкәнде ул. Карауатта ҡыҙы кейгән кейемдәренең таҫлап һалынғанын, балаһын үҙе урап киткән шәлдең ятҡанын күрҙе. Артыҡ әһәмиәт биргеһе килмәһә лә, бауырының аҫтынан нимәлер өҙөлөп төшкәнен, тамаҡ төбөнә әсе бер тәм килгәнен тойҙо. Шулай ҙа Хоҙайының шәфҡәтлелегенә ышанды. Бер аҙ ут тоҡанып мейес тартып алып киткәс, күршеһенә йүгерҙе. Ҡыҙы артынан.
– Бик оҙаҡлап киттем, бәләкәсемде һағынып бөттөм, – тип килеп инде, үҙ артынан болот булып һыуыҡ күтәреп.
Алтынбикә берҙән-бер Алһыу ҡыҙын ҡосаҡлап һикелә ултыра ине. Ҡымшанманы. Һағыш баҫҡан йөҙө менән бер боролдо ла, эргәгә ултыр әле, тигәндәй әҙерәк ситкә шыла бирҙе.
– Ҡайҙа Мәрзиәм, ҡыҙым минең?
Алтынбикәнең биш йәшлек ҡыҙы әсәһе алдынан сығып, артына йәшенде лә:
– Мәрзиә йоҡтай ҙа йоҡтай, оҙаҡ йоҡтай. Ул үлде, – тип тәтелдәне. Йәмилә күҙен аҡайтып балаға ҡараны:
– Телеңдән иблис алһын, әллә нимә һөйләп тораһың, шаҡшы бала, – тине лә майланып бөткән фуфайкаһы төймәләрен ысҡындырҙы, уралған шәлен бушатты.
Ап-аҡ булған хужабикә тыныс ҡына:
– Ултыр, Йәмилә, – тине. Ултырҙылар.
– Һинең алда гонаһым ҙур, Йәмиләкәй, Мәрзиәне һаҡлай алманыҡ, үлде шул.
– Нисе-ек? Ярай үлһен, ти, – аңламаны Әсә кеше, дөрөҫөрәге, аңы ҡабул итә алмай ине был хәбәрҙе. – Ярай, үлһен дә ти, тик минең ҡыҙым ҡайҙа һуң?
– Көттөк-көттөк тә күмдек... – әкрен генә сыҡты тауышы Алтынбикәнең. Тик ул иламаны, битен дә ҡапламаны. Һалҡын ғына рәүештә, – өсөн-етеһен уҡыттыҡ, күмдек инде, – тип ҡабатланы.
– Нисек күмдек? Минһеҙме? Ҡайҙа, зыяратҡамы, ай, Аллам. – Йәмилә торҙо ла ишекте лә ябып тормай “Балам, балам!” тип урамға сығып йүгерҙе. Башындағы шәле һыпырылып төшөп ҡалды. Артынан, юл ыңғайы бишмәтен ҡулына эләктереп, Алтынбикә ашыҡты. Өйҙә шар-шор килеп иҫән бала илап ҡалды.
Йәмилә зыяратҡа барып инде лә буран уйнап ҡар аҫтында ҡалған яңы ҡәберҙе күрҙе. Бармаҡтарын батырып ерҙе аҡтарырға, уның туң киҫәктәрен ситкә быраҡтырырға тотондо. Уның артынан бер аҙ һуңлап килгән Алтынбикә, Рабиға, башҡа бисәләр ҡот осҡос күренештең шаһиты инеләр. Ҡул тырнаҡтары аҡтарылып ҡанап бөткән, йөҙө, барса кейеме тупраҡҡа һылашып, батҡаҡланып ҡаҡашып киткән Йәмилә сәстәрен туҙҙырып үҙе ер соҡой, үҙе тәгәрәп ятып илай ине.
– Ҡыҙым, Мәрзиә-әү, тор, мин ҡайттым, әсәйең ҡайтты би-ит, – тип иламһыраны Әсә. Балсыҡ, тупраҡ, ҡан ҡатып бөткән ҡулы менән күҙен-йөҙөн һөрткән һайын, бите, ауыҙы гонаһ шомлоғо булып батҡаҡҡа батты, күргеһеҙ булып йәмһеҙ төҫ алды. Ул ҡапыл янында торған ҡатындарҙы күреп ҡалды ла бер аҙға туҡтаны. Уларға баҡты. Күҙҙәре бүре күҙҙәре кеүек аяныс һәм быялалай йәнһеҙ, нурһыҙ ине. Мөлдөрәп ҡарап торҙо ла, соҡорлана биргән ҡәбер өҫтөн ҡаплап, ҡулдарын тарбайтып, ергә һуҙылып ятты. Ҡатын-ҡыҙҙар, әйтерһең, алдан һөйләшкәнме ни, барыһы ла Йәмиләне уратып уның янына тубыҡланды ла, эйелеп һаҡ ҡына ҡосаҡланы. Өшөгән тәнде, туңған йәнде шулайтып булһа ла йылытырға теләнеләрме. Сабыр Рабиғаның ғына тауышы сыҡты:
– Беҙ бер ни эшләй алманыҡ, Йәмилә туғаным. Барыһы ла Аллаһ ҡулында. Ҡалған ғүмерҙе беҙгә йәшәргә инде, башҡаға түгел, ауыр булһа ла, – тине ул.
Шунда ирененә, теленә, тәненә яғылған тупраҡтың боҙ кеүек ҡалтыратырлыҡ һыуығын, иңрәткес әсе тәмен әле лә тоя Йәмилә. «Яландарға сығам да илайым, сығам да илайым. Нисек хыялыйға әйләнмәнем икән, ә? Ергә сәскән орлоҡтарым минең күҙ йәштәремә мансылып ҡара тупраҡҡа төштө», – ҡартайған көнөндә лә ҡыҙын иҫләп ҡай саҡ илап ала ҡарсыҡ. Шунан талғын ғына йыр һуҙа:
– Арҡа буйҡайҙары арғыл, арғыл,
Арғылдары бөтә, ҡар киткәс.
Юлға сыҡҡан ҡайта, эше бөткәс,
Үлгән йәндәр ҡайтмай, бер киткәс...
Теленән, күңеленән генә түгел, был моң уның йөрәге тамырҙарынан, хәтере төбөнән алҡынып ағыла шулай.
«Эйе, тыуған ергә әсе тир, әсе күҙ йәштәренә мансылып төштө лә шул орлоҡтарыбыҙ, шунан май йылыһында Еңеү булып ҡалҡып сыҡты», – тип уйлай ул бөгөн.
Башҡаса кейәүгә сыҡманы Йәмилә. 44-тең яҙында Алтынбикә Алһыу ҡыҙы менән көҙөн ятып ҡалған ашлыҡ-башаҡ ашап ағыуланды. Күршеһенең ауыҙынан, ҡолағынан ҡан килеп, башҡаса аяҡҡа баҫа алманы, ә ҡыҙҙы Йәмилә һөт-ҡатыҡ эсереп ҡотҡарып ала алды. Үҙе ҡарап үҫтерҙе. Ә Рабиғаның, ҡалған ғүмерҙе беҙгә йәшәргә инде, башҡаға түгел, тигәнен онотманы. Йәшәне, оҙо-он булып китте ғүмере...
Ул открытканы тағы еҫкәне, ситенән ипләп кенә тешләп тә ҡараны. Өйә буйында үҫкән бәпкә үләндәренең еҫе бында, тип ҡуйҙы. Открытканы күкрәгенә ҡуйып кинәнес кисереп ята бирҙе.
– Арып киттеңме ни, әсәй? – Алһыу ҡыҙының тауышы уйҙарын, хәтерләүҙәрен бүлдерҙе.
– Киреһенсә, ҡанатланып ятам әле, ҡыҙым, открытка килгән, Мырҙаҡайҙан. Онотмайҙа-ар, – тигән булды. Үҙе тағы открытканы еҫкәне. Ер, татлы ла, ғазаплы ла тыуған ер еҫе килә унан.