

Пакетҡа кейемдәр тултырған Римма килеп инә.
Римма. Фу-у... Ниндәй еҫ ул. Вис өйҙө һаҫытҡанһың!
Искәндәр. Килештермә инде... Һин астан үлмәһен тип тырышып йөрөүем.
Римма. Тағы шул йомортҡамы?! Һин ниңә һаман кейенмәгәнһең? Бөгөн әсәйемә ҡунаҡҡа барырға тейеш икәнде беләһең бит.
Искәндәр. Миңә кейенергә өс минут етә. Башҡа берәүҙәр һымаҡ ике сәғәт биҙәнеп-төҙәнергә кәрәкмәй.
Римма. Әсәй беҙҙе төшкә көтә. Өфөнән туғандарыбыҙ килә бит. Бына уларға бүләк тә алдым. Һуңлайбыҙ хәҙер.
Искәндәр. Өлгөрөрбөҙ. Әйҙә ултыр, кәләш, ашап алайыҡ. (Тәрилкәләргә ризыҡ һала башлай.)
Римма. Туҡта! Туҡта! Туҡта!!!! Нимә эшләйһең ул?
Искәндәр (ҡото осоп). Нимә булды?
Римма (табаны тартып ала). Күпме әйттем һиңә – тимер ҡалаҡ менән табаға тейергә ярамай. Был бит ябай таба түгел. Биш меңлек. Төбөндәге антипригарный покрытиеһын һыҙыраһың. Күпме әйттем, юҡ, юрамал ҡылана. Юрамал тимер ҡалаҡ менән төбөн ҡырып-ҡырып ала! Ана, ағас, пластмасса ҡалаҡтар шуның өсөн эленеп тора!
Искәндәр. Шуның өсөн үлә яҙып ҡысҡырырға кәрәкме? Һуялармы ни!
Римма. Аңламағасһың.
Искәндәр. Һиңә бер нисек тә ярап булмай. Гел тиҫкәре яғын күреп, әрләшергә генә тораһың. Мин бында һине ҡыуандырам тип тырышып йөрөгән булам, ә һин... Бынан башҡа плитәңдең эргәһенә яҡын да килмәйем.
Римма. Ярай, көймә. Ултыр ашарға.
Искәндәр. Үҙең аша! (Диванға ятып, гәзит уҡырға тотона.)
Римма. Шәберәк инде... Ваҡыт... Әсәйҙәргә барырға кәрәк.
Искәндәр. Ашамайым да, бер ҡайҙа ла бармайым да! Кешесә өйҙә генә ятып, ял итке килә.
Римма. Юҡ, һин юрамал ҡыланаһыңмы?! Өфөнән туғандарым килгәнде яҡшы беләһең. Улар һине көтә...
Искәндәр. Көтмәһә ярар ине.
Римма. Ә-ә-ә... аңланым! Һин минең туғандарҙы кешегә һанамайһың. Һиңә үҙеңдең генә туғандарың ҡәҙерле. Саҡ ҡына берәй нәмәгә саҡырһалар, ауыҙың йырылып, осоп төшәһең. Ә минекеләрҙән ҡасаһың, кешегә һанамайһың... Аңлашылды...
Искәндәр. Минең кәйефем юҡ, йоҡлайым.
Римма. Бәлки, һин минең менән кеше алдына сығырға оялаһыңдыр? Әүүү. Һиңә әйтәм, нимә шымаһың? Һуңғы тапҡыр әйтәм – тор, кейен!
(Искәндәр арты менән боролоп ята.)
Шулайтаһың инде... Ярай! Инде был яғына мин дә бүтәнсә һөйләшәсәкмен.
Римма кейемдәрен йыя башлай.
Римма. Ҡәҙеремде белмәнең. Башҡаларҙың ирҙәре... Өрмәгән ергә ултыртмай, иркәләй.
Искәндәр. Ярай, башҡаны табырһың. Иркәләткәнен.
Римма. Инде берәй ергә ҡунаҡҡа саҡырып ҡара! Һинең генә туғандарың кеше лә, минекеләре – сүп! Һинең менән бер ҡайҙа ла бармаясаҡмын! Ишетеп ҡуй. Саҡырма ла! (Сығыу яғына ынтыла.)
Римма. Бөгөн ҡайтмайым! Бәлки, иртәгә лә килмәҫмен! Минһеҙ рәхәтлән әйҙә!
Римма ишекте шап итеп ябып сығып китә.
Искәндәр. Сәсемде генә ағартып бөттө ошо! Һин уның өсөн тырышҡан булаһың... Тьфү... Ярай, тынысланыр ҙа, кире килер. Беренсегә түгел был спектакле. Ашаған еренә мал да кире ҡайта ул!
Телевизорҙы ҡабыҙа. Унда реклама:
«Наша компания нанотехнологий «Бәхетле» реализует роботы мужского и женского пола. Преимущество нашей продукции в том, что они никак не отличаются от живого человека. Они выполняют всю функцию. Для вас – широкий выбор, сервисное обслуживание, гарантия. Есть возможность приобрести в кредит, рассрочку. Телефон – 8-800-0000000»
Искәндәр. О-һһооо... Хәтәр заманда йәшәйбеҙ. Робот һаталар – «никак не отличаются от живого человека», ти! Саҡ ҡына алдараҡ сығармағандар был нәмәкәйҙе – кәләш алып тормаҫ инем. Моғайын, кәләшемә киткән хаҡлы тормайҙыр. Бер тапҡыр түләнең дә вәссәләм. Ә ҡатынға то тегеһен, то быныһын алырға кәрәк. Етмәһә үсегә, әрләшә, талаша...
Ишектә ҡыңғырау тауышы ишетелә.
Эльза. Һаумыһы-ғыыы-ҙ! (Иркәләнеп һөйләшә.) Мин Эльза... булам. Шәхси пенсия фонды белгесемен. Бына –документым...
Искәндәр. Һаубыҙ әле. Бик яҡшы. Ни йомош?
Эльза. Ишеткәнегеҙ барҙыр, әле пенсия буйынса илебеҙҙә ҙур реформалар бара. Мин шуның өсөн, һеҙҙе хәстәрләп, аңлатыу эше алып барам. Изге маҡсаттан инде – һеҙҙең буласаҡ пенсияғыҙҙы арттырыу, олоғайған көнөгөҙҙә матди хәлегеҙҙе яҡшыртыу.
Искәндәр. Нимәһе-нимә, пенсия буйынса өйгә килеп, изге маҡсаттан хәстәрләп йөрөгәндәрен күргәнем юҡ.
Эльза. Ваҡыт хәҙер башҡа. Әйҙәгеҙ мин һеҙгә барыһын да аңлатам. Түргә үтһәм буламы?
Искәндәр. Әйҙәгеҙ үтегеҙ.
Эльза. М-м-м... Ниндәй тәмле еҫ! Шул тиклем танауҙы ҡытыҡлай. Еҫе һуң... Ммм. Берәй нимә бешереп ятаһығыҙмы әллә?
Искәндәр. Эй, шунда. (Ҡул һелтәп.) Яичница... Бешерҙем дә, ашағым килмәне лә ҡуйҙы.
Эльза. О-о-о, яичница тиһегеҙме? Мин уны яратам!
Искәндәр. Әйҙәгеҙ өҫтәл янына ыңғайлағыҙ.
Эльза. Ой, рәхмәт. Һеҙ шундай джентельмен. Бер секунд. Документтарымды сығарам да, аңлатып бирәм. Әйткәндәй, һеҙгә нисек өндәшеп була?
Искәндәр. Искәндәр Хәсәнов.
Эльза. Бик яҡшы. Мөмкинме, мин һеҙгә Искәндәр тип кенә өндәшәсәкмен. Һеҙ шулай йәш күренәһегеҙ. Ағай тиһәң – не то, отчество менән әйтергә яратмайым. Бигерәк официозно!
Искәндәр. Мөмкин, әлбиттә.
Эльза. Бына ҡарағыҙ. Һеҙҙең эш хаҡығыҙҙан ай һайын аҡса тотоп ҡалына ла, Дәүләт пенсия фондына күсерелә. Әлбиттә, ул күсерелеп килгән суммағыҙҙы йыл һайын инфляция ашай, шунан һеҙ пенсияға сыҡҡас, һеҙгә дәүләт фонды иң әҙ пенсия түләй, прожиточный минимум.
Искәндәр. Дөрөҫөн әйткәндә, мин ул пенсия тураһында уйламайым да. Беҙ ул йәшкә етһәк, пенсия әллә була, әллә юҡ...
Эльза. Бына күптәр шулай әйтә һәм хаталана. Етәһегеҙ, еще как етәһегеҙ пенсия йәшенә. Аҙаҡ таң һарыһынан поликлиникаларға йөрөп, сират тыуҙырып, дәүләтте әрләп йөрөрһөгөҙ әле. Ә ғәйеп үҙегеҙҙә. Киләсәкте алдан хәстәрләргә кәрәк! Так вот... Әле беренсе осраҡ – ул Дәүләт пенсия фонды булды. Икенсеһе – шәхси пенсия фонды, йәғни мин эшләгән фонд, «Самодостаточный» тип атала. Бына генераль лицензиябыҙ.
Искәндәр. Әйҙәгеҙ, һыйланығыҙ.
Эльза. Рәхмәәәт. Һеҙ шундай благородный. Беренсегә күрәм ундай егетте... Ә... беҙҙең фондҡа килгәндә. Аңлатып үтәм – бөтә алға киткән илдәрҙә – шәхси пенсия фонды эшләй, шуға ла унда пенсионерҙар аҡсаһын ҡайҙа итергә белмәй, эрәхәтләнеп йәшәй. Уның принцибы ошолай: ай һайын эш хаҡығыҙҙан шул уҡ пенсияға бүленгән сумманы һеҙ дәүләттекенә түгел, ә беҙҙең фондҡа күсерәһегеҙ. Беҙ ул аҡсаны нисек тә булһа арттырыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ. Беҙҙә аҡсаны инфляция ашамай, киреһенсә, төрлө проекттарҙа уны ҡатнаштырасаҡбыҙ, арттырасаҡбыҙ. Һәм һөҙөмтәлә: дәүләт фондына күсергән кеше – 12 000 пенсия алһа, һеҙ кәмендә – 120 мең аласаҡһығыҙ. Ай һайын. Икенсе миҫал. Һеҙ пенсия йәшенә етмәй үлеп киттегеҙ, ти...
Искәндәр. Минең ҡатындың холҡо менән бик тә ихтимал. Сок эсәгеҙме?
Эльза. Мөмкин.
Искәндәр. Үҙемдең рецепт. Картуф һыуынан. Бер аҙ тоҙ өҫтәһәк – тағы тәмлерәк була.
Эльза (сирҡанып ҡына эсә). Әйткәндәй, һеҙ кем булып эшләйһегеҙ?
Искәндәр. Инженер!
Эльза: Һоҡланыуымды йәшермәйем! Бик шәп. А то донъяны полицейскийҙар менән юристар баҫты.
Искәндәр. Мин пенсияға етмәй үлеп киттем, ти... Дауам итегеҙ...
Эльза. Ә-ә-ә... Мин миҫал өсөн генә. Һеҙ үлмәй тороғоҙ. Үәт, дәүләт пенсия фондында аҡсағыҙ йыйылып ятһа, кеше үлһә, улар яна, юҡҡа сыға. Ә беҙҙең шәхси фондта ятһа, һеҙҙең менән берәй хәл булған осраҡта, бөтөн йыйылған сумма – ҡатынығыҙға йә балаларығыҙға күсәсәк.
Искәндәр. Юҡ инде, аждаһаға күсмәй торһон. Һеҙ сейә яратаһығыҙмы? Әйҙәгеҙ, тәмләп ҡарағыҙ. Ярай әле һеҙ килеп индегеҙ. Бер үҙемдең тамаҡҡа ризыҡ та бармай.
Эльза: Рәхмәт, Искәндәр... Яичница бигерәк тәмле булған. Һеҙ повар от бога!
Искәндәр. Ысынлапмы?
Эльза. Ысынлап! Һеҙҙең кеүек джентельмен алдында алдап торһам, ауыҙымдан ел алһын! Пенсияға әйләнеп ҡайтайыҡ: һеҙгә мин әле һөйләгән ике варианттың ҡайһыһы оҡшай. 12 мең алыр инегеҙме, әллә 120 меңме?
Искәндәр. Билдәле инде – күберәген.
Эльза. Һеҙ бик аҡыллы һәм алдынғы ҡарашлы кеше! Һуңғы этап ҡалды. Күберәк алыр өсөн һеҙгә ни бары эш хаҡының пенсияға бүленгән суммаһын беҙҙең фондҡа күсерергә кәрәк. Ҡалғанын беҙ үҙебеҙ эшләйбеҙ. Бына ошондай килешеү, шуны тултырабыҙ ҙа и все!..
Искәндәр. Һеҙ ғәфү итегеҙ, әммә миңә уйларға кәрәк. Тота килеп эшләй алмайым. Был бит етди мәсьәлә. Һеҙ миңә үпкәләмәгеҙ, әммә дәүләт – дәүләт инде. Уға ышаныс бар. Вдруг һеҙҙең фонд банкрот булһа, аҙаҡ мин кемдән пенсия һорап йөрөйөм.
Эльза. Борсолмағыҙ. Банкрот булыуы бер ҙә мөмкин түгел. Беҙҙең компания страховкаланған. М-м-м, ҡалай тәмле сейә...
Искәндәр. Ярай, мин уйлармын...
Эльза. Уның нимәһен уйлайһың инде. Килешеүгә ҡул ҡуйһағыҙ, матур киләсәгегеҙҙе алдан хәстәрләп ҡуйҙығыҙ тигән һүҙ.
Искәндәр. Ғәфү итегеҙ, миңә бер аҙ уйлап алырға кәрәк. Телефонығыҙҙы ҡалдырығыҙ, уйлармын да шылтыратырмын.
Эльза ҡарлығып йүткерә башлай. Тын ала алмай, бөгөлөп төшә.
Искәндәр (ҡото осоп). Нимә булды? Нимә ул?
Эльза. Кх... кх... Һөйәк...
Искәндәр арҡаһына һуғып ҡарай, ярҙам итмәй. Ахырҙа артҡы яҡтан ҡосаҡлап күтәрә лә, һелкетә башлай. Шул саҡ ҡатыны Римма килеп инә лә, шым ғына ҡарап тора.
Искәндәр. Хәҙер... Саҡ ҡына түҙ... Тағы берҙе һелкетеп ҡарайым.
Эльза. Ооо, сыҡты! Рәхәт булып китте.
Римма. Һм... һм... (Йүткергән була.)
Искәндәр. Римма... Ней... ней...
Римма. Дауам итегеҙ. Мин ҡамасауламайым.
Искәндәр. Һин дөрөҫ аңламаның.
Римма. Бик дөрөҫ аңланым. Ғәфү итегеҙ, һеҙгә ҡамасаулағаным өсөн. Кошелегымды ғына онотҡанмын. Кире боролорға тура килде.
Искәндәр. Римма, мин һиңә хәҙер бөтәһен дә аңлатып бирәм.
Римма. Кәрәкмәй! Ишеткем дә килмәй. Ошо кәнтәй менән булыр өсөн өйҙә ятып ҡалдың. Мең сәбәп табып. Инде бөтәһе лә аңлашыла...
Эльза. Апай, һеҙ дөрөҫ уйламайһығыҙ. Мин әле генә индем. Сейә ашайым тип, һөйәге менән ҡарлығып киттем.
Римма. Бәлки, башҡа нәмә менән ҡарлығып киткәнһеңдер. Һәпрә!!!
Искәндәр. Римма, был ҡыҙ пенсия фондында эшләй.
Эльза. Эйе, мин ирегеҙҙең буласаҡ пенсияһын арттырыу өсөн килгәйнем.
Римма. Күреп торам нисек итеп арттырғанығыҙҙы!
Эльза. Теләйһегеҙме, һеҙҙекен дә арттырабыҙ. Әйҙәгеҙ, шартын аңлатып бирәм.
Римма. Ал, бисураңды! (Эльзаны Искәндәргә этә.)
Искәндәр. Нишләп минеке булһын тей!.. (Эльзаны Риммаға этә.)
Римма. Предатель! (Эльзаны Искәндәргә этә.)
Искәндәр. Мин уны үҙем беренсегә күрәм! (Эльзаны Риммаға этә.)
Эльза. Етәрегеееееҙ! Ҡайҙан ғына килеп эләктем был дурдомға!!! (Кейемдәреп алып сығып ҡаса.)
Римма (диванға барып ултыра). Мин шулай ҡарт, срогым сыҡтымы, ә? Көпә-көндөҙ, беҙҙең өйҙә!!!
Искәндәр. Тыныслан инде... Әйттем бит!
Римма. Кит эргәмдән! Ҡағылаһы булма! Егерме йыл бергә йәшәнек, күп түҙҙем. Күп нәмәгә күҙемде йомдом. Улыбыҙ хәҙер студент, ҙурайып бөттө. Инде мине бер нимә лә тотмай. Һөйәркәң менән йәшә!
Искәндәр. Һин тағы нимә уйлап сығараһың. Ошо бисәләр ниңә иҫәр икән ул? Үҙҙәре теләһә нимә уйлап сығаралар ҙа, шуға ышанып, алйып тик йөрөйҙәр!. Ниндәй һөйәркәм булһын тей?!
Римма. Все, булды... Хәҙер мине ғәйепле итәһең. Әсәйемә күсеп китәм. Башҡаса был өйгә аяғымды баҫмайым! Түҙер хәлем ҡалманы.
Искәндәр. Уй, Алла. Нисә тапҡыр әйттем бит... Пенсионный фондтан тип әле килеп инде ул ҡыҙ. Тыныслан, матурым! Мин һәр саҡ һиңә генә тоғро! (Ҡосаҡларға итә.)
Римма. Яҡын килмә! Яҡын килһәң, давлением күтәрелә лә, аңымды юғалтам!
Искәндәр. У-х, ошо ҡатынды!
Римма кейемдәрен йыя башлай.
Римма. Ҡәҙеремде белмәнең. Башҡаларҙың ҡатыны иркәләнеп кенә йәшәй, ирҙәре өрмәгән ергә ултыртмай. Бергәләшеп ҡултыҡлашып концертҡа йөрөйҙәр. Ә мин! Бер рәхәтлек күрмәнем. Етмәһә өҫтөмдән йөрөйһөң...
Искәндәр. Уй, Алла... Уй, Алла (Башын сайҡап ултыра.)
Римма. Башҡа мине күрмәҫһең. Минһеҙ рәхәтләнеп йәшә әйҙә. (Илап сығыу яғына ынтыла.)
Искәндәр (артына йүгерә). Туҡта тинем! Ҡайҙа киттең?
Римма (ҡулындағы балдағын сисеп бәрә). Мә! Сәсрәп кит!
Римма ишекте шап итеп ябып сығып китә.
Искәндәр. Был ниндәй ҡәһәрле көн булды ул!? Юрамал теләһәң дә былай килеп сыҡмаҫ.
Римма тағы килеп инә. Өйҙәге ҡалаҡтарҙы, сәнскеләрҙе сумкаһына тултыра. Табаны ла сумкаһына тығып ала.
Римма. Ашарһың хәҙер яичница!
Искәндәр. Римма! Римма тим!
Римма сығып китә.
Римма. Чао! Неудачник!
Искәндәр. Бөтә бәлә ошо бисәләрҙән сыға. Нервыны ашайҙар-ашайҙар ҙа, шунан ирҙәр иртә үләләр тип зарланалар!.. Бындай ҡан эскестәр менән – үлмәгән ереңдән үлерһең!
Телевизорҙы ҡабыҙа. Унда реклама:
«Наша компания нанотехнологий «Бәхетле» реализует роботы мужского и женского пола. Преимущество нашей продукции в том, что они никак не отличаются от живого человека. Они выполняют всю функцию.
Искәндәр номерын яҙып алырға телефонға үрелә.
Для вас - широкий выбор, сервисное обслуживание, гарантия. Есть возможность приобрести в кредит, рассрочку. Телефон – 8-800-0000000»
Икенсе күренеш
Искәндәрҙең өйө. Ишек шаҡый ҙа, папка тотҡан йәш егет килеп инә.
Тимур Аликович. Һаумыһығыҙ. Мин «Бәхетле» нанотехнологиялар компанияһы белгесе Тимур Аликович булам. Һеҙгә кем тип мөрәжәғәт итергә?
Искәндәр. Һаумыһығыҙ. Мин Искәндәр Хәсәнов булам. Ә мин әле генә һеҙҙе телевизорҙан күрҙем! «Бәхетле» компанияһы тиһегеҙ инде?!
Тимур Аликович. Эйе, тап шулай! Беҙҙең продукция менән миллиондан ашыу кеше ҡуллана, компаниябыҙҙың филиалдары һәр ҡалала бар. Клиенттарыбыҙҙан тик рәхмәт һүҙҙәре генә ишетеп торабыҙ. Әйҙәгеҙ һеҙгә лә шәп роботты һайлап бирәбеҙ. Аш бешерә, кер йыуа, йортто тәртиптә тота, бөтә ҡушҡанығыҙҙы үтәй. Ҡатындың кәрәге лә юҡ!
Искәндәр. Ней бит әле... теге... ҡыҙыҡ та. Ҡурҡыта ла.
Тимур Аликович. Борсолмағыҙ. Беҙҙең клиенттар гел шулай тәүҙә ҡаушап ҡала. Бының бер ҙә ояты юҡ. Аҙаҡ өйрәнеп китерһегеҙ.
Искәндәр. Уңайһыҙ бит әле... Күршеләр белеп ҡалһа.
Тимур Аликович. Бының өсөн бер ҙә ҡайғырмағыҙ. Был роботты ысын кешенән айырырлыҡ та түгел. Заманыбыҙҙың иң шәп ғалимдары ошо юғары интеллектлы затты уйлап сығарған. Уны хатта кеше тип тә атауы дөрөҫ түгел, сверхчеловек! Бер ҡараһаң, тыштан ул ябай кеше һымаҡ. Ә эстән уның мөмкинлектәре һанап бөткөһөҙ. Торғаны менән үҙе бер компьютер, энциклопедия! Ҡуллана башлаһағыҙ – ҡыуанып бөтә алмаҫһығыҙ. Икенсенән, был робот һеҙҙең бөтә ҡушҡандарығыҙҙы ла үтәй. Теләһә нимәгә аҡса һорамай. Әрләшеп башты ҡатырмай. Скандал ойоштормай. Эсеп ҡайтһағыҙ ҙа һүҙ әйтмәй. Ауыҙығыҙға ғына ҡарап торасаҡ. Әгәр ялҡыта башлаһа, һүндереп һалып ҡуя алаһығыҙ.
Искәндәр. Ә уға нисә йәш?
Тимур Аликович. Ҡыҙ ғына әле! Һеҙ беренсе хужаһы буласаҡһығыҙ. Обкатка ла үтмәгән.
Искәндәр. Ҡыҙыҡ... Үҙемдең ҡатын менән рәсми айырылмағанмын да әле... Ҡайтып инһә...
Тимур Аликович. Уныһы пүстәк. Робот ул ҡатындың фотоһын иҫтә ҡалдыра ла, теге килеп инһә «посторонним вход запрещен, опасная зона» тип шап иттереп ишекте яба ла ҡуя! Теләһәң, арт яғына ла тибеп сығара ала.
Искәндәр. Шөрләтә әле барыбер. Робот менән йәшәй тигән даным таралһа! Ояты ни тора!
Тимур Аликович. Искәндәр әфәнде! Киреһенсә, һеҙ ҡыуанырға тейешһегеҙ! Һеҙ заманыбыҙҙың алдынғы ҡарашлы кешеһе. Донъя шуға бара. Бына, мәҫәлән, телефонды алайыҡ. Кеше телефонһыҙ йәшәй алмай! Ике кеше осрашһа ла, бер-береһе менән һөйләшмәй, ә телефонында соҡона. (Залға ҡарап.) Бына – һеҙ ҙә телефонһыҙ бер көн йәшәй алаһығыҙмы? Юҡ, әлбиттә! Тере аралашыуҙы – виртуаль донъя, роботтар, нанотехнологиялар баҫып бара! Сөнки кеше – кешенән арый, бер-береһенән биҙә. Яҡын киләсәктә донъяла роботтар ғына идара итәсәк.
Искәндәр. Ә кешеләр?
Тимур Аликович. Кешеләр бер-береһен ҡырып бөтөрәсәк! Иҫән ҡалғандары ла үҙенең төрлө теләген үтәр өсөн робот менән йәшәйәсәк. Кеше – кешене күрә алмай, был аяныслы, әлбиттә. Әммә беҙҙең бизнес өсөн – ул яҡшыға ғына. Продукцияны сығарыу беҙҙә йылдан-йыл арта. Тиҙҙән һәр өйҙә робот-ҡатын, робот-ир буласаҡ.
Искәндәр. Килештерәһегеҙ инде...
Тимур Аликович. Ышанмайһығыҙмы? Тарихты ғына алайыҡ. Боронғо заманда кешеләр ерҙе тип-тигеҙ тип уйлаған. Ә Николай Коперник ер түңәрәк, һәм ҡояш тирәләй әйләнә тигән. Уның был һүҙенә бөтәһе лә ышанмаған, ялған хәбәр тарата тип уйлаған. Шуның өсөн Коперникты хатта утта яндырып, язалап үлтергәндәр. Йылдар үткән, фән алға киткән, һәм беҙ бөгөнгө көндә Коперниктың хаҡ икәнен беләбеҙ. Так что һеҙ ҙә заманыбыҙҙың Копернигы һымаҡ килеп сығаһығыҙ инде...
Искәндәр. Рәхмәт инде... Тик утта яндырыуҙары кәрәкмәй.
Тимур Аликович. Бына бер йөҙ йыл үтһә, һеҙҙе ни тиклем алдынғы ҡарашлы кеше икәнегеҙҙе аңларҙар, һеҙҙең хөрмәткә урамдарға исем ҡушырҙар, институттар асырҙар!
Сөнки фән бер урында тормай, туғаным, фән алға бара. Быны бер нисек тә туҡтатып булмай. Был роботтар, ысынлап та, киләсәктә кешеләрҙе алмаштырып бөтәсәк. Сөнки ул кеше өсөн бөтә яҡлап та отошло. Уйлап ҡарағыҙ: хаҡы ни бары 500 мең һум. Был аҡсаға һеҙ кәләшегеҙгә берәй иҫке машина ала алаһығыҙ. Ул ҡатын әле уға ғына рәхмәт тимәҫ, ай һайын аҡсаңды һорай, туҡтауһыҙ кейем, косметика ала, сит илгә ял итергә һорай. Теләген үтәмәһәң – үсегә, әрләшә, талаша, үҙенә яҡын да килтермәй. В конце да концов ҡатындар көн һайын ашай! Ә был роботҡа бер тапҡыр түләнең дә – вәссәләм. Нимә ҡушаң – шуны үтәй, әрләшмәй, талашмай, ҡыҙғанмай, ялҡытты икән – аккумуляторын һүндереп һалып ҡуяһың!
Искәндәр. Ҡыҙыҡ шул... ә хаҡы күпме тинегеҙ әле? Насар ишеттем.
Тимур Аликович. 500 мең һум.
Искәндәр. 500 мең? Ҡиммәт бит!
Тимур Аликович. Был аҡсаны һеҙ ҡатынығыҙға бер йылда сарыф итәһегеҙ. Ә был роботты шул аҡсаға бер тапҡыр алаһың да, ҡабат расход юҡ. Ашарға ла һорамай...
Искәндәр. Ә ул роботты күрергә буламы?
Тимур Аликович. Әлбиттә! Егеттәр, индерегеҙ! (Ике егет матур роботты индереп, уртаға ҡуя.)
Искәндәр (иҫе китеп). Дә-ә-ә... Сибәр. Ҡалай тәне лә йомшаҡ ҡына. Бындай хур ҡыҙын күргәнем юҡ ине әле.
Тимур Аликович. Һеҙ хаҡты тулы килеш бирергә әҙерме? Мөмкин рассрочка, кредит.
Искәндәр. Тулы килеш түләп булмаҫ ул. Булған аҡсаны кәләш туғандарына бүләккә тотоноп бөттө...
Тимур Аликович. Ана бит, әйттем бит!
Искәндәр. Мөмкинме кредитҡа?
Тимур Аликович. Әлбиттә! Паспортығыҙ ғына кәрәк.
Искәндәр. Хәҙер... Ошонда ғына ята ул паспорт. Ҡыҙыҡ заман етте бит: ҡатынды ла кредитҡа ала башланыҡ! (Көлә.)
Тимур Аликович (килешеү төҙөй башлай). Компаниябыҙҙың шарттары ошолай. Товарҙы ҡулланып, һынап, һыйпап, ҡапшап ҡарар өсөн беҙ һеҙгә бер ай ваҡыт бирәбеҙ. Гарантийный срок! Әгәр бер ай эсендә етешһеҙлеген тапһағыҙ йә оҡшамаһа, кире ҡайтара алаһығыҙ. Хәҙер килешеү төҙөйбөҙ ҙә, һеҙгә активация яһарға ғына ҡала! Барыһы ла аңлашыламы?
Искәндәр. Бөткән баш – бөткән, әйҙә ярай, мин барыһына риза! 500 мең ҡайҙа ла китмәгән. Алам, алам!
Тимур Аликович (ҡағыҙ тултыра). Тик уны кире тапшырыуығыҙға бииик шикләнәм! Рәхмәтттәр уҡып бөтә алмаҫһығыҙ әле.
Искәндәр. Эсте ҡыҙҙырҙығыҙ инде...
Тимур Аликович. Улайһа эште башлайыҡ. Миңә һеҙҙең теләк буйынса ҡайһы-бер мәғлүмәтте программаға индерергә кәрәк.
Тимур Аликович планшет сығара, шунда яҙа башлай.
Исенен кем тип ҡушаһығыҙ?
Искәндәр. Әлләсе... Башҡа кешеләрҙә булмаған исемде ҡушырға инде.
Тимур Аликович. Дөрөҫ әйтәләр икән – 135 миллионлыҡ урыҫҡа 50 исем етә. Ә беҙҙең халыҡҡа 5000 исем етмәй. Береһенән береһе уҙышып, яңы исем ҡушабыҙ тип баш ваталар.
Искәндәр. Уныһы шулайҙыр. Әйҙә Милалика булһын. Телевизорҙан шундай тапшырыу күреп ҡалғайным.
Тимур Аликович. Яҡшы. Милалика, тәк Милалика. Икенсе һорау: ниндәй телдә аралашасаҡһығыҙ? Был нәмәгеҙ хет ниндәй телдә һөйләшә ала, программала көйләү генә кәрәк.
Искәндәр. Әйҙә японса! Шаяртам. Әллә инде. Үҙебеҙсә булһын. Кешеләр араһында – русса.
Тимур Аликович. Аңланым. Хәҙер... (Пип-пип тауышы ишетелә.) Инде булды. Хәҙер кнопкаға баҫһағыҙ – ул эшләй башлай. Робот активация үткәндә иң беренсе булып хужаһын күрергә тейеш. Был осраҡта ул һеҙҙе генә хужаһы тип иҫтә ҡалдырасаҡ. Һеҙгә генә тоғро ҡаласаҡ. Шуға мин юғалам. Ҡурҡмағыҙ, ябай кеше кеүек аралашығыҙ. Әгәр һорауҙарығыҙ булһа – тәүлек әйләнәһенә ярҙам хеҙмәтенә шылтырата алаһығыҙ. Һәм тағы бер үтенес: техник паспорт менән иғтибарлап танышып сығығыҙ. Гарантияны онотмағыҙ! Бына пульт! Һау булығыҙ ағай! Беҙҙең компания һеҙҙе ярата!
Тимур Аликович хушлашып сығып китә. Искәндәр ҡаушай биреп тегеләй-былай йөрөп ала.
Искәндәр. Ҡыҙыҡ та, ҡурҡыта ла... Беренсе тапҡыр ҡыҙ ҡаршыһында торған кеүек ҡаушата. Быуындар ҡалтырап китте.
Робот алдында ҡаушап тора бирә лә, тағы залға мөрәжәғәт итә:
Баҫайыммы кнопкаға? (Баҫа.)
Робот күҙен аса. Искәндәр ҡото осоп тайшандап китә.
Робот (инглиз телендә). Һаумыһығыҙ, активация бик уңышлы үтте, бөгөн бик матур көн, тышта плюс 22 градус, бөгөн яуым-төшөм көтөлмәй. Әле Мәскәү ваҡыты менән – 12.00 сәғәт.
Искәндәр. Һеҙ ҙә бер нимә лә аңламанығыҙмы? (Яңынан кнопкаға баҫа. Робот аңлайышлы телдә әйтә башлай.)
Робот. Һаумыһығыҙ, активация бик уңышлы үтте, бөгөн бик матур көн, тышта плюс 22 градус, бөгөн яуым-төшөм көтөлмәй. Әле Мәскәү ваҡыты менән – 12.00 сәғәт. Таныш булайыҡ – мин Милалика булам.
Искәндәр. Ттт-таныш булл-лайыҡ. Мин Искән-дддд-әәәр.
Ҡул ҡыҫышып иҫәнләшәләр. Робот ирҙең ҡулын ныҡ итеп ҡыҫа.
Егет ауыртыуға түҙмәй «уй-й-й» тип сүкәйеп китә.
Робот. Ғәфү итегеҙ! Ҡул бирешеү режимын дөрөҫ көйләмәгәндәр.
Искәндәр. Ярай, була инде!
Робот. Бөтә роботтар араһынан мине һайлап алғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Әйткәндәй, һеҙ шундай матурһығыҙ. Мин һәр саҡ һеҙҙең өсөн генә хеҙмәт итергә ризамын.
Искәндәр. Хеҙмәт итергә тиһегеҙ. Ә нимә эшләй беләһегеҙ?
Робот. Бөтә нәмә лә. Әйтеүегеҙ генә көс. Теләйһегеҙме ошо шифоньерҙы икенсе урынға күсереп ултыртам?
Искәндәр. Зинһар, шифоньерға теймәгеҙ.
Робот. Мейес эсендә янып ятҡан ҡуҙҙы ошо ҡулдарым менән алып, тышҡа сығарып ырғыта алам.
Искәндәр. Юҡ, юҡ, юҡ...
Робот. Теләһәгеҙ, наҙлы һәм иркә ҡатын була алам. Бөтәһен дә эшләйем. Ашын бешерәм, өйҙө йыйыштырам, кер йыуам, теләһәгеҙ – башымды һеҙҙең яурынға һалып иркәләнә алам. (Башын ирҙең яурынына һала.)
Искәндәр. Ә һеҙ шундай йомшаҡ ҡына.
Робот. Ә был тәнем өҫтән шундай махсус материал менән ҡапланған.
Искәндәр. Милалика, ә һин бер ҙә роботҡа оҡшамағанһың бит.
Милалика. Эйе, был икебеҙ араһында ғына сер булып ҡалһын. Тссс...
Искәндәр. Ә һинең ирендәрең бешкән сейә кеүек...
Милалика. Сейә: сливалар (Prunus) төркөмәнә ингән ваҡ ҡына оҙонса шыма япраҡлы, ҡарағусҡыл ҡыҙыл емешле ағас йәки ҡыуаҡлыҡ. Төркөм 60-тан артыҡ төрҙө берлештергән Cerasus һәм Laurocerasus секцияларына бүленә. Ә бешкән сейә. Ул нисек була инде?
Искәндәр. Ошолай була! (Тота ла ирененән оҙаҡ итеп үбә.)
Милалика. Оххх, ҡалай рәхәт булып китте. Бына исмаһам бешкән сейә!
Искәндәр. Һин ҡалай матур үбешәһең ул. Минең был тиклем оҫта үбешкән ҡыҙҙы күргәнем юҡ ине. Башҡаһы тураһында уйларға ла ҡурҡам.
Милалика. Ярай, оялтма. (Ҡосаҡлашып тора бирәләр.)
Ишекте туҡылдатып күршеһе Арыҫлан килеп инә.
Арыҫлан. Һааа-й, күрше... Мин ваҡытһыҙ килеп индем шикелле.
Искәндәр. Туҡылдатырға өйрәтмәнеләрме?
Арыҫлан. Әллә нисә йыл күрше йәшәп, үҙебеҙсә инде... Ярай, ғәйепкә бөкмә. Хәл белергә генә ингәйнем.
Искәндәр. Хәлем Аллаға шөкөр.
Арыҫлан. Уныһын күреп торам. Был һылыу ҡыҙ кем була?
Милалика. Һаумыһығыҙ, мин Милалика.
Арыҫлан(Искәндәргә). Яңы танышыңмы, әллә балдыҙыңмы?
Искәндәр. Ней бит әле, нисек әйтергә...
Милалика. Мин уның кәләше булам!
Арыҫлан. Кәләше-е??? Ике көн элек Римма менән урамдан ҡултыҡлашып китеп бара инегеҙ бит.
Искәндәр. Бына шулай. Ике көн элек Римма ине, хәҙер Милалика.
Арыҫлан. Мин Арыҫлан булам.
Милалика. Арыҫлан – ҙур һөтимәр йыртҡыс төрө, пантералар төркөмөнөң ҙур бесәйҙәр ярым ғаиләһенә ҡарай. Ул кешегә ҡурҡыныс тыуҙырған йыртҡыс! (Барып Арыҫландың муйынына йәбешеп быуа башлай.) Арыҫлан – ҡурҡыныс йәнлек! Ҡурҡыныс!
Арыҫлан. Нимә эшләй ул? Туҡтатығыҙ, зинһар!
Искәндәр. Милалаика, тыныслан, зинһа-аар! (Роботтың кнопкаһына баҫа.)
Арыҫлан. Нимә булды ул? Саҡ үлтермәне!
Искәндәр. Милалика, һин дөрөҫ аңламаның. Был Арыҫлан – яҡшы кеше, минең күршем.
Милалика. Ә-ә-ә. Танышыуға шатмын... Арыҫлан – яҡшы кеше, Искәндәрҙең күршеһе. Әйҙәгеҙ сәй эсергә.
Арыҫлан. Бындай ваҡытта сәйләп кенә тормаҫбыҙ инде... Ә Римма ҡайҙа?.. Ярай, һеҙҙең эшкә ҡыҫылып тормайым. Яңы кәләштең аяғын йыуырға кәрәктер ул.
Искәндәр. Мин риза.
Милалика. Рәхмәт, минең аяҡты йыуырға кәрәкмәй. (Өҫтәлгә аяғын һала.) Теләһәм, үҙем йыуа алам.
Арыҫлан (көлөп). Әллә ҡала ҡыҙы инде. Беҙҙең телде аңламай.
Искәндәр. Кәләш... аҙаҡ аңлатырмын. Әйҙә өҫтәлгә тәмлекәстәр ҡуй. Байрам эшләп алабыҙ.
Табын әҙерләнә. Искәндәр араҡы ҡоя. Өҫтәл артына ултыралар.
Арыҫлан. Әйҙәгеҙ, мин берәй һүҙ әйтәйем. Искәндәр күрше, һеҙҙең өсөн бик шатмын. Һәр кем үҙ бәхетен табырға тейеш. Ҡайһы берәүҙәр ғүмер буйына эҙләй, таба алмай. Ә һин бәхетеңде тапҡанһың. Үҙе йәш, үҙе матур, үҙе һомғол... Ана бит, йөҙҙәрегеҙ ҡалай балҡып тора. Милалика килен, һин дә ҡояш кеүек балҡып тораһың. Күҙҙәреңдән күрәм, бик шәп кешеһең. Ошо өйҙөң нуры, ҡояшы булып оҙон-оҙаҡ бәхеттә, мөхәббәттә йәшәгеҙ. Ысын мөхәббәт булғанда ғына – кешелек йәшәйәсәк! Мөхәббәт өсөн!
Күтәрәләр, эсәләр. Искәндәр шым ғына ултыра.
Милалика. Һеҙ шундай матур һүҙҙәр әйттегеҙ. Рәхәт булып китте.
Искәндәр. Арыҫлан күрше булдыра инде ул.
Арыҫлан. Матур күршеләргә – матур һүҙҙәр ҙә йәл түгел. Әйткәндәй, киленебеҙ ҡайһы яҡтыҡы була?
Искәндәр. Кх, кх... (ҡарлығып ҡуя).
Милалика. Япониянан, Токио ҡалаһынан!
Арыҫлан. Ну, шаяртыуға оҫтаһың килен. Японкаларға оҡшамағанһың бер ҙә.
Искәндәр. Шаярта ул! (Кәләшкә һиҙҙермәй генә янай.) Өфөнән ул, Өфөнән.
Арыҫлан. Улайһа, әйҙәгеҙ, Өфө ҡыҙҙары өсөн тағы күтәрәйек. (Күтәрәләр.) Искәндәр күрше, бына һин бигерәк тәүәккәлһең! Бер ҡатынды айырҙың да, икенсеһен – һөлөк кеүекте, йәшен алдың! Ә мин бына ғүмер буйына ҡарт ҡатын менән ыҙалайым. Әллә миңә лә шулай йәшен алырға инде?!
Милалика. Мин килгән яҡта йәш ҡыҙҙар күп инде былай!
Искәндәр (роботтың еңенән тарта). Кәләш, оло кешене аҙҙырма!
Арыҫлан. Килен, бигерәк йәш күренәһең. Нисә йәш һиңә.
Милалика. Миңә бер йыл... Паспортым буйынса...
Арыҫлан. Ну шаян да инде үҙең...
Искәндәр. Ағай, ҡатын-ҡыҙҙың йәшен һорамайҙар. Некультурно.
Арыҫлан. Ғәфү, ғәфү.
Искәндәр. Кәләш, әллә берә нимә бешереп алайыҡмы?
Милалика. Әйҙә һуң. Ә һеҙ нимә ашарға теләйһегеҙ? Мин 3500 төрлө ризыҡ бешерә алам.
Арыҫлан. 3500?
Милалика. Эйе. Ә ниңә аптырайһығыҙ? Броколли, мясо по французски, карбонары, суши, лагман, бишбармаҡ, манты...
Арыҫлан. Ҡайҙан таптың бындай алтын кәләште. Миңә лә әйт әле урынын, күрше. Әтеү минең ҡатын күпкә ҡайтыш икән. Ике-өс төрлө аш бешерә лә, вәссәләм. Һинең һымаҡ мин дә йәш, уңғанды алып ҡайтам! Билләһи, ошондай кәләште алам! Өфөлә йәшәй тиһеңме әле ошондай шәп ҡыҙҙар?
Искәндәр. Там где она была, ее уже нет!
Арыҫлан. Ярай, шаяртам. Үҙемдеке ҡыптырҙап йөрөһә лә, иҫән булһын. Ә мин килендең мантыһын ашар инем.
Милалика. Манты? Ярай. он, картуф, ит кәрәк. Бешереү ваҡыты – ике сәғәт.
Искәндәр. Он соланда тора. Итте хәҙер һыуытҡыстан сығарам.
Милалика он алырға соланға сығып китә.
Арыҫлан. Күрше, ҡыҫыла тип уйлама, кәңәш әйтәйем. (Араҡы ҡоя.) Бик уңған, сибәр ҡыҙҙы эләктергәнһең. Ҡатын алһаң – ҡотон ал тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Беренсе көндән үк үҙеңдең һүҙеңде өҫкә ҡуй. Кәләш эргәңдә бейеп кенә торһон. Элек ғаиләләр ниңә ныҡ булған – сөнки ирҙәр ир була белгән, уның һүҙе закон. Ә хәҙер кругом матриархат. Ирҙең һүҙе – һүҙ түгел. Киреһенсә, ҡатын хужа, ҡатын баш. Ә ирҙәр уларға ярайым тип сөсөләнә башлай, нисек ярарға белмәй. Шунан башлана инде ғаиләлә тарҡалыу. Үпкәләмә, үҙең дә шулай Римманы шаштырҙың шикелле. Был юлы ҡатыраҡ бул. Әйҙә, донъя тотҡаһы булған ысын ирҙәр өсөн күтәрәйек. (Өҫтәлгә шап итеп һуға.)
Милалика ҡамыр әҙерләй башлай. Ирҙәр өҫтәл артында ултыра. Шул саҡ Арыҫландың ҡатыны – Һандуғас килеп инә.
Һандуғас. Римма, оном бөтөп киткән. Шуға ингәйнем... Ах, бына ҡайҙа ултыра был аскернә. Һине эҙләп бөтөн ауылды урап сыҡтым. Бер көн эсмәй торһаң – эсең ҡортлай инде!
Арыҫлан. Иҫәнләшеү-нитеү юҡ, аҡыра башлайһың. Мин бында йәш ғаиләгә фатиха биреп, өгөт-нәсихәт өләшеп ултырам.
Һандуғас. Бәй-бәй... ниндәй йәш ғаилә тағы.
Милалика. Һаумыһығыҙ. Мин Милалика булам. Искәндәрҙең кәләше.
Һандуғас. Бәй-бәй-бәй, был тағы ниндәй шаяртыу ти?
Арыҫлан. Ниндәй шаяртыу булһын?! Искәндәрҙең яңы кәләше! Әйҙә ултыр, аяғын йыуабыҙ.
Милалика. Минең аяҡты йыуырға кәрәкмәй.
Һандуғас. Был дөрөҫмө, күрше?
Искәндәр. Дөрөҫ. Шулай килеп сыҡты. Ҡалғанын һорамағыҙ...
Арыҫлан (тағы ҡоя). Әйҙә тост әйт!
Һандуғас. Көтмәгәнсә бит әле. Белһәм, берәй бүләк алыр инем. Ярай, күрше, һиңә йәшәргә, беҙгә түгел. Үҙең беләһең. Римма ла насар түгел ине...
Арыҫлан. Кире яҡҡа борма, бисәкәй. Ана, ҡара, йәш килендең сәсе ниндәй оҙон.
Һандуғас. Сәсе черт с ним! Сәсе оҙон булып, аҡылы ҡыҫҡа булмаһын, иң мөһиме шул. Төклө аяғың менән, килен!
Арыҫлан. Эйе, бәхетле булһындар! Килен йәш, күрше дәртле. Тупылдатып бала ла табырҙар. Икәү булып ятығыҙ, өсәү булып тороғоҙ!
Искәндәр. Кхм, кхм... Рәхмәт!
Һандуғас. Эйе, тыуасаҡ баланың ғәйебе юҡ инде. Йәш бит килен, тапһа – таба ла ҡуя. Мин ана етәүҙе таптым. Римма килен әле ҡайҙа?
Арыҫлан. Табындың йәмен боҙма, тостыңды әйтеп бөт! Римманы онот!
Һандуғас. Шым ултыр, ҡыҫылма! Ете тапҡыр үлсә, бер тапҡыр киҫ, Искәндәр. Аҙаҡ үкенерлек булмаһын. Һин 16 йәшлек малай түгелһең, барыһын да беләһең. Ысынында ирҙәр иҫәрҙәр бит ул! Бала кеүек төрлө тәтәйгә әүрәргә генә торалар. Әммә ул ваҡытлыса күренеш. Тәүге мөхәббәтеңә булған хыянатың аҙаҡ ғүмерлек ғазапҡа әүерелмәһен. Тәүге һөйөү ул Хоҙай тарафынан бирелә. Беҙ уны нисек тә булһа һаҡларға, ҡурсаларға тейешбеҙ. Бер кем дә изге түгел. Кәрәк саҡта бер-береңде ғәфү итә белергә лә кәрәк. Ярай, артыҡ һөйләп ташланым шикелле. Бәхетле булығыҙ.
Арыҫлан. Йәштәр бәхете өсөн!
Милалика. Күршеләр, ниңәлер күңелһеҙ һөйләшеүгә күсеп киттек шикелле. Әйҙәгеҙ, бейеп алайыҡ. (Музыка ҡабыҙа, күңелле бейеү көйө башлана.)
Икенсе күренеш
Милалика барыһын да саҡырып, бейетә башлай. Үҙе ниндәй генә хәрәкәттәр эшләмәй. Дүртәүләп бейейҙәр. Иң аҙаҡта – Искәндәрҙе күтәреп ала. Шул саҡ Искәндәрҙең ҡатыны Римма менән ҡәйнәһе Тамара Ғиндулловна килеп инә.
Тамара Ғиндулловна. Ах битһеҙҙәр! Бына нимә менән булышып яталар.
Римма. Шайтан туйы ойошторғандар! Хәҙер мин был кәнтәйҙең күҙен соҡойом!
Тамара Ғиндулловна. Хәҙер күрһәтәм мин һеҙгә, уйнаштар!
Искәндәр. Римма, Тамара Ғиндулловна, хәҙер вис аңлатып бирәм.
Арыҫлан менән Һандуғас. Беҙ ғәйепле түгел, беҙ әле генә индек.
Римма. Был тағы ниндәй потаскуха?! (Шап иткәнсе Искәндәрҙең битенә һуға.) Һинән һорайым, что за притон был?!
Милалика. Һеҙ кемдәр ул?! Тынысланығыҙ!
Тамара Ғиндулловна. Нимә-ә-ә?! Хәҙер сәсеңде бөртөктәйем, кәнтәй! (Сәсенә барып йәбешә.)
Арыҫлан менән Һандуғас. Беҙ ҡайтайыҡ ул, беҙ яңылыш ҡына килеп ингәйнек! Бында беҙҙең ғәйеп юҡ.
Һандуғас. Эйе, мин иремде генә эҙләп килеп ингәйнем.
Арыҫлан менән Һандуғас сығыу яғына ынтыла. Римма ишеккә ҡаршы тора.
Римма. Юҡ, бер ҡайҙа ла сығармайым. Хәҙер полиция саҡыртам. Күрһәтермен һеҙгә уйнаш итеүҙе! Кеше ирен ҡотортоп!
Искәндәр. Римма, һин дөрөҫ аңламаның. Хәҙер баштан алып һөйләп бирәм. Тамара Ғиндулловна, ебәрегеҙ ҡыҙҙы.
Тамара Ғиндулловна. Шулайтҡан ти. Хәҙер күрһәтәм бөтәгеҙгә лә! Мә, бисура! (Роботтың битенә һуға.) Ой-й-й, ҡулымды ауырттырҙым!
Милалика. Ха-ха, ә миңә ауыртмай.
Римма. Ҡарале, был битһеҙ, етмәһә, беҙҙән көлә.
Милалика. Иптәштәр, тынысланығыҙ. Әйҙәгеҙ танышайыҡ тәүҙә. Мин – Милалика булам, Искәндәрҙең кәләше! Ә һеҙ кемдәр?
Римма сумкаһынан таба сығара.
Искәндәр. Римма, теймә зинһар. Хәҙер аңлатам.
Тамара Ғиндулловна. Оятһыы-ыы-ыҙ һин! Ҡартайған көнөмә етеп бындай мәсхәрәгә тарырмын тип уйламағайным!
Искәндәр. Етәр ҡәйнә! Үҙ өйөңә ҡайтып хужа бул! Гел ҡыҫылып тик йөрөйһөң! Римманы ла һин гел миңә ҡаршы ҡотортаһың! Һинең арҡала күпме әрләштек?
Тамара Ғиндулловна. Мин ҡыҙыма кәңәш бирҙем, ҡотортманым. Әсә булараҡ быға хоҡуғым барҙыр?!
Искәндәр. Һеҙҙең ирегеҙ юҡ! Шуға уҫалһығыҙ! Башҡа ғаиләләргә лә ҡыҫылаһығыҙ! Римма һеҙҙә булһа, гел үҙгәреп ҡайта.
Милалика. Искәндәр, әллә ҡыуып сығарайыммы был ҡунаҡтарҙы? (Риммаға ҡарап.) Посторонним вход запрещен!
Тамара Ғиндулловна. Нимә тинең? Нимә тинең, бисура?!
Римма. Минме посторонний?! Минме?! Күрһәтермен мин һиңә хәҙер постороннийҙы! Шалава! (Таба менән роботтың башына һуға, робот иҙәнгә тәгәрәй.)
Искәндәр. Таба... Антипригарный таба!..
Һандуғас. Үл-тер-ҙе! Баланы харап итте!
Искәндәр (илай яҙып). 500 мең! Римма, һин нимә эшләнең?! Нимә эшләнең?!
Арыҫлан (ҡулын тотоп ҡарай, тереме икән тип тикшерә). Уй, Алла! Пульсы ла һуҡмай, үлгән шикелле.
Римма ҡото осоп, башын ҡулы менән ҡаплап ултыра.
Тамара Ғиндулловна (Искәндәргә). Һинең арҡаңда уйнаш. Һин ғәйепле. (Табаны Римманың ҡулынан алып, Искәндәргә тоттора.) Һин үлтерҙең! Мин – свидетель! Беҙ свидетель!
Бөтәһе лә Тамара Ғиндулловна яғына тора:
Беҙ свидетель, беҙ свидетель!
Искәндәр. Милалика, Милалика, тор инде (уятып маташа).
Һандуғас. Скорый саҡыртырға кәрәк.
Арыҫлан. Мин йүгерҙем. Скорый ҙа , полиция ла саҡыртам. (Ҡасыу яғын ҡарай.)
Милалика (башын күтәрә). Ха-ха! Ә миңә ауыртманы ла.
Тамара Ғиндулловна менән Римма шаҡ ҡатып ҡала.
Арыҫлан. Уф-ф, ҡотто алдың...
Милалика (тора). Әйҙәгеҙ байрамды дауам итәйек.
Һандуғас. Юҡ, инде...
Милалика. Башым кинәт ауыртты ла, үтте. Айм, ол гуд. Доунт, уорри (не беспокойтесь).
Римма. Нимә?!!
Милалика. Вие хайбен сие? (Как вас зовут?) Ауф фидерзейн! (До свиданья!)
Тамара Ғиндулловна. Нимә ти ул был хәстрүш. То инглизсә, то нимиссә һөйләй.
Милалика. Нихао! Цзайцзиень! Дуйбутси! (Искәндәргә ҡарап) во ай нии!
Искәндәр. Нимә булды һиңә? Милалика!
Арыҫлан. Бисәкәй, тайҙыҡ был енле йорттан.
Һандуғас. Бәләһенән баш аяҡ. Киттек, киттек тиҙерәк.
Милалика. Же нэ копран па! Бон вуаяж! (Я вас не понимаю, счастливого пути).
Һандуғас. Ҡайҙан ғына килеп эләктек бында. Сихыр ояһы! Үҙегеҙҙең ғаилә буталсыҡтарын – беҙһеҙ генә хәл итегеҙ.
Арыҫлан менән Һандуғас сығып китә.
Милалика. Чао! (Пока)
Искәндәр. Нимә булды һиңә? (Арҡаһына һуға.) Милалика, етәр инде!
Милалика. Ой, нимә булды ул миңә... Кире үҙебеҙҙең телгә күсә алмайым да ҡуям... (Төрлө ҡыйыш хәрәкәттәр яһай.)
Римма. Был бисура ябай потаскуха икән тиһәм, ул етмәһә иҫәр ҙә икән!
Искәндәр. Һеҙ бер нимә лә аңламайһығыҙ. Ул арыған... Сөнки ул...
Тамара Ғиндулловна. Бик тә аңлайбыҙ. Әле айырылмай, нитмәй, тере ҡатыны өҫтөнән, шайтан туйы ойоштороп... битһеҙ! Нисек ер йөрөтә шундай әҙәм аҡтыҡтарын!
Искәндәр. Туҡтағыҙ, ул ысын кеше түгел!
Тамара Ғиндулловна. Әлбиттә кеше түгел! Йүнле кеше булһа – ҡатыны бар ирҙең өйөнә инеп ошолай ҡыланамы? Һин дә кеше түгел. Әҙәм аҡтығы.
Римма (илап). Әсәй, ошо ҡәбәхәтте нисек яратҡанмын икән? Ғәрлек...
Тамара Ғиндулловна. Тыныслан, балам... Он не стоит твоих слез!
Римма. Минең ошондай мөртәтте күреп, ҡоҫаһым килә. Уҡшыта валлахи.
Тамара Ғиндулловна. Бындай битһеҙ бәндәләр менән бер һауа һулауы ла хәрәм! (Роботҡа.) Ә һин, маймыл, ҡайҙан килдең, шунда тай. Тағы берҙе күрһәм ошо өйҙә – ботоңдо һындыра һуғам!
Искәндәр. Етәр инде һеҙгә сәбәләнергә. Ултырығыҙ. Һөйләшәйек, аңлашайыҡ.
Римма. Никаких! Мин разводҡа бирәм. Өйҙө бүләбеҙ! Ярай улыбыҙ хәҙер студент, үҙем ҡарармын. Һинең турала дөрөҫөн белһә, арты менән әйләнеп тә ҡарамаясаҡ.
Милалика. Әйҙәгеҙ сәй эсергә! Бөгөн шундай матур көн!
Тамара Ғиндулловна. Кит бынан, диуана!
Римма. Судта күрешербеҙ! Мине онот! (Әсәһе менән сығып китәләр, Римма табаһын ала.)
Искәндәр. Римма!!! Туҡта!
Римма (кире ишектән башын тығып). Гуд бай, куртизанка!
Искәндәр ишекте яба.
Искәндәр. Ике башлы аждаһа! Йә Хоҙай, ҡотолдом! (Роботҡа килә.) Бер ерең дә ауыртмаймы, Милалика?
Милалика. Яҡын килмә, һатлыҡйән! Исмаһам, яҡлашһаң нимә була?!
Искәндәр. Мин үҙем уларҙан ҡурҡам. Һин мине киреһенсә яҡлашырһың тип уйлаһам, көсөң минән күберәк бит! Ә һин үҙең һуҙылдың да яттың...
Милалика. Замыкание булды шикелле... Эстән бөтә нәмә шытырҙай, төтәп китте хатта.
Искәндәр. Ярай, ҡурҡма. Ярылған башыңды төҙәтербеҙ. Кәрәк булһа – яңы баш ҡуйҙыртырбыҙ. Улар башҡа килмәҫтәр бында. Кил һине яратып алайым. (Ҡосаҡларға итә.) Хәҙер ятып алһаҡ, үтә ул.
Милалика. Яҡын килмә! (Этә.) Миндә хәҙер автозащита тора!
Искәндәр. Ниндәй автозащита тағы? Ҡайҙа яратып алайым һине, бәпесем. Ғәфү ит мине.
Милалика. Автозащита! Ҡулыңды ал тинем! Һуңғы тапҡыр ҡабатлайым.
Искәндәр. Кәләш, ярай юҡ менән булма инде. Әйҙә бәхет төнөбөҙҙө үткәрәйек. Күптән көттөм бит мин шуны. Бына, ниһайәт, беҙ икебеҙ генә! (Үбергә итә.)
Милалика. Писс оф! (Ирҙең бот араһына тибә. Искәндәр бөгөлөп төшә.) Ай доунт уант тю сии ю эниморе! (Проваливай. Я не хочу тебя больше видеть). Гуд найт, уйнаш! (Тыныс йоҡо.)
Өсөнсө күренеш
Тимур Аликович килеп инә. Робот карауатта һуҙылып ята.
Тимур Аликович. Дә-ә-ә... Игәгәнһегеҙ бит ҡыҙҙы! Нимә эшләнегеҙ шул хәтлем!? Системала сбой булған.
Искәндәр. Эй, элекке кәләш килде лә. Талашып киттеләр. Ике бисә бер ҡаҙанға һыймай бит.
Тимур Аликович. Әллә һеҙҙең өсөн талаштылар инде?
Искәндәр. Шулайыраҡ... Йүнәтеп бирегеҙ инде Милаликаны.
Тимур Аликович. Системала ҙур сбой булған. Мин әле программаға төҙәтмәләр индерҙем. Шулай ҙа сервисҡа алып барып, тулыһынса тикшертергә кәрәк.
Искәндәр. Сбой тимәк... Йә мин әйтәм, төрлө телдә һөйләп алып китә. Аҙаҡ ҡосаҡлашып ҡына ятайыҡ тиһәм, килтереп тороп бот араһына типте. Үлә яҙҙым.
Тимур Аликович. Үҙегеҙ ғәйепле. Инструкцияны яҡшылап уҡығыҙ тинем бит. Әгәр кеше килеп уға берҙе һуҡһа, киләһе тапҡыр кешенең яҡынлашыуын да үҙенә ҡарата хәүеф тип ҡабул итә. Шуға автоматик рәүештә самозащита эшләп киткән.
Искәндәр. Үлтереп ҡуйһа шунда.
Тимур Аликович. Мин һеҙгә былай кәңәш бирер инем. Хәҙер сервисҡа алып барып, диагностика үткәрергә кәрәк. Кәрәк булһа, гарантия буйынса капиталь ремонт үткәрәбеҙ. Шунһыҙ ул тағы боҙолоуы бар. Һәм уның ниндәй ҡыланыштар күрһәтәсәгенә бер кем дә яуап бирә алмай.
Искәндәр. Ә ремонт күпме ваҡытты аласаҡ?
Тимур Аликович. Бер-ике аҙна.
Искәндәр. Бер-ике аҙна?!! Ә мин ул арала нимәшләйем? Беҙ ҡауышып та өлгөрмәнек, шуныһы үкенесле.
Тимур Аликович. Быны ремонтҡа алып китәбеҙ. Уның урынына икенсене ҡыҙҙы килтереп торабыҙ. Бына ҡарағыҙ: башҡа роботтар беҙҙең складта бар: бына быныһы, мәҫәлән, оҙонораҡ, ҡап-ҡара сәсле.
Искәндәр. Һеҙ көләһегеҙме минән? Ә күршеләр һораһа нимә тип әйтәм? Көн һайын яңы кәләш алам тип әйтәйемме? Икенсенән, мин был ҡыҙға эҫенеп тә киттем.
Тимур Аликович. Мин тәҡдим генә иттем. Үҙегеҙ ҡарағыҙ. В принципе, робот эшләй, программаға төҙәтмәләр индерҙем, тик ремонт барыбер кәрәк.
Искәндәр. Ярай, әлегә ҡалып торһон. Әлегә ошолай йәшәп ҡарайыҡ та, бик түҙерлек булмаһа, үҙем ремонтҡа алып килермен.
Тимур Аликович. Килештек. Улайһа, һеҙгә күрһәткән ярҙам тураһында ошо документҡа ҡул ҡуйһағыҙ.
Искәндәр (ҡул ҡуя). Һеҙгә бер уңайһыҙыраҡ һорауым бар ине.
Тимур Аликович. Тыңлайым.
Искәндәр. Нисек әйтергә икән... Бына Милалика нисектер миңә ырғып, ашҡынып бармай. Әллә унда ныҡ теләк юҡ микән. Шуны һорарға уңайһыҙланам.
Тимур Аликович. Ә-ә-ә, ир менән ҡатын араһындағы яҡын бәйләнеш тураһында һүҙегеҙ. Дөрөҫмө?
Искәндәр. Эйе, тап шулай. Йәш ҡатын үҙе бит миңә менеп барырға тейеш.
Тимур Аликович. Хәҙер ҡарайым. (Планшетты аса.) Ә-ә-ә, был функция умеренный режимда тора. Теләһәгеҙ көсәйтә алам. Тик хәлегеҙҙән килерме һуң.
Искәндәр. Көсәйтегеҙ! Миңә ней, киреһенсә, рәхәт булыр.
Тимур Аликович. Аҙаҡ үпкәләмәгеҙ!
Искәндәр. Һеее, кеше шуға ла үпкәләйме ни!?
Тимур Аликович (баҫҡылай). Булды. Тағы һорауҙарығыҙ бармы?
Искәндәр. күпме иттегеҙ?
Тимур Аликович. 95 процент.
Искәндәр. 95 әҙ. 100 итегеҙ!
Тимур Аликович. Ну, шуҡһығыҙ ағай. Йөҙ тәк йөҙ! Булды.
Искәндәр. Рәхмәт һеҙгә! Рәхмәт!
Тимур Аликович. Һорауҙарығыҙ булһа –шылтыратығыҙ! Оялмағыҙ!
Хушлашып сығып китә. Милалика уяна.
Милалика. У-у-у (кирелә). Ҡалай үлеп тороп йоҡлағанмын. Сәғәт нисә ул?
Искәндәр. Хәйерле көн, кәләш. Сәғәт көндөҙгө бер. Башың ауыртмаймы?
Милалика. Әллә, бер ерем дә ауыртмайсы. Бая нимә булды һуң?
Искәндәр. Ниңә, иҫләмәйһеңме ни?
Милалика. Юҡ, иҫләмәйем.
Искәндәр йылмая.
Нимә йылмаяһың? Ә һин йылмайһаң шундай сексуальныйһың!
Искәндәр. Ысынмы?
Милалика. Эйе! Кил әле бында! Хәҙер мин һине ашайым.
Искәндәр. Көтөп тор, ишекте бикләйем!
Милалика. Юҡ! Минең көтөрлөк хәлем юҡ! Кил бында (Искәндәрҙе күтәреп ала ла, карауатҡа һала.)
Искәндәр. Ой-ой, ҡытығым килә!
Милалика. Ашайым да ҡуям хәҙер, мррррр! (Карауатҡа ауалар, ут һүнә.)
Дүртенсе күренеш
Дәртле музыка уйнай. Шорты, майка кейгән Искәндәр өй буйлап йүгереп йөрөй,
артынан робот баҫтыра.
Искәндәр. Милалика, зинһар өсөн етәр, етәр тим! Үтенеп һорайым.
Милалика. Әйҙә тағы берҙе генә!
Искәндәр. Бөгөн ун тапҡыр булды бит инде. Аяҡта торор хәл ҡалманы! Мин бит робот түгел!
Милалика. Ҡасма! Барыбер тотам! (Икеһе өҫтәлдең ике яғында баҫтырыша.)
Искәндәр. Минең хәлгә ин исмаһам. Хәлһеҙләнеп, үлеп ятайыммы әллә?!
Милалика. Тотһам, ашайым!
Искәндәр. Юҡ, кәрәкмәй! Кәрәкмәй тинем! Ҡотҡарығыыыыҙ!
Арыҫлан килеп инә.
Арыҫлан. Һаумыһығыҙ! Әллә ваҡытһыҙ килеп индем...
Искәндәр. Бик ваҡытлы. Бик ваҡытлы индең! (Уның артына йәбешә.)
Милалика Арыҫланға яҡыная башлай.
Арыҫлан. Килен, мине Һандуғас апайың ебәрҙе. Урманға йыйына. Сейә бешкән ти. Иптәшкә һине саҡыра үҙе менән.
Милалика. Нимә?
Искәндәр. Сейә тимә, бәшмәк тип әйт. Бәшмәк!
Арыҫлан. Ҡатыным һине саҡыра. Сейәгә.
Искәндәр. Уй, Аллам!
Милалика. Сейә тиһең инде?
Арыҫлан. Эйе. Урманда сейә бешкән. Быйыл ныҡ итеп... бешкән сейә!
Милалика. Ә-ә-ә! Бешкән сейә! Ирендәрең бешкән сейә! Аңланым, нимә әйтергә теләгәнегеҙҙе!
Арыҫланды ҡыҫып ҡосаҡлап ала ла ирененән үбә башлай.
Арыҫлан. Айй, кит килен! Кит! Алығыҙ! Кәрәкмәй! Рәхәт булһа ла.
Искәндәр. Был нимә булды ул? Һинән һорайым! Ебәр кешене! (Айырып маташа.)
Милалика. Бешкән сейә! Үҙең өйрәттең!
Искәндәр. Дура! Башҡа кешегә улайтырға ярамай! Минең өсөн генә бешкән сейә!
Милалика. Ҡурҡмағыҙ, минең хәлем икегеҙгә лә етә!
Икеһен дә ҡыҫып тотоп ала. Ирҙәр ысҡынып, урамға сығып ҡаса. Искәндәр кире йүгереп килеп инә лә, өҫтәлде шылдырып ишекте бикләй.
Бишенсе күренеш
Искәндәр. Рим-ма!!! Риммочка! Ҡәҙерлем, берҙән-берем!! Ҡайҙа һин?! Иҫәр мин, иҫәр! Ниндәй хурлыҡҡа ҡалдым. (Илай.)
Телевизорҙан: «Наша компания нанотехнологий «Бәхетле» реализует роботы мужского и женского пола. Преимущество нашей продукции в том, что они никак не отличаются от живого человека...»
Искәндәр ошо урында йәне көйөп телевизорҙы һүндерә!
Искәндәр. Шул кәрәк миңә, ҡарт алашаға! Ҡысынып нимә эшләргә белмәй йөрөгәс, шул кәрәк! Ой оят! Ой оят!! Рим-маааа! Бәғерем...
Ҡайҙан ғына башымды тыҡтым ошо бәләгә! Хәҙер урамға сығырлыҡ түгел! Мәсхәрәгә ҡалдырҙы бит! «Бешкән сейә» ти ҙә һәр иргә йәбешә! Ә һин аңлатып ҡара, ул кеше түгел, ә робот икәнен! Юҡ, был йәшәү түгел. Миңә хәҙер йәшәүҙең дә ҡыҙығы ҡалманы. Римманы ла юҡҡа рәнйеттем. Хәҙер кире әйләнеп тә ҡарамаҫ инде. Бына ышанаһығыҙмы, үкереп илағы килә. (Өҫтәлгә һуға.) Үҙемә үҙем асыуым килә! Дурак мин, дурак! Юҡ-барға үсегеп, бынау рекламаға әүрәп, бөтөн тормошомдо боҙҙом. Тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн! Тағы нимә кәрәк ине? Ярай, әрләштек ти! Беренсе көн йәшәмәйбеҙ бит. Әрләшмәй ҙә тороп булмай инде. Була торған хәл. Ҡатындың тызылдауын ҡолаҡ ситенән генә үткәреп ебәреү урынына... Матур тормош эҙләп, анау һатыусының һүҙенә ышанып. Хәҙер кәмәм ҡомға килеп төртөлдө. Эй, шул кәрәк миңә... Нәфсеңде тыя алмай йөрөһәң, шулай була инде... Әллә үләйем дә ҡуяйым микән?
Ишек шаҡыйҙар. Искәндәр ҡурҡып асмай. Тағы шаҡыйҙар.
Искәндәр. Кем ул унда?!
Һандуғас. Мин ул, мин! Һандуғас апайың...
Һандуғас килеп инә.
Һандуғас. Һаумы, күрше! Бә-ә-әй, һиңә нимә булған. Йөҙөң ҡасҡан. Иланың әллә?
Искәндәр. Эй, апай... Һорамағыҙ. Хәлем былай ҙа хөрт. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ.
Һандуғас. Туғаным, ҡыҫыла тип уйлама. Һин малай йәшендә түгелһең. Әммә һинең был ҡыҙ менән сыуалыуың шундуҡ оҡшаманы. Теге уйнаш ҡыҙҙы тәүге күреүҙән үк оҡшатманым был ҡылығыңды. Ярамай улай. Римманың һинең алдыңда ниндәй гонаһы бар?! Һиңә бала табып биргән, атай иткән, өҫ-башыңды ҡараған, терәк-таяныс булған яҡын кешең бит ул! Бер-ике көнгә әүрәп торорлоҡ ҡатындар күп ул, ә бына яҙмышыңа ҡушҡаны, парың булып күктә яралғаны берәү генә! Уны рәнйетергә ярамай.
Искәндәр. Эһе... Эһе... (Түбән эйгән башын һелкә.)
Һандуғас. Мин бына Арыҫлан ағайың менән гел йылмайып-көлөп кенә йәшәйем тиһеңме? Уның холҡо еңелдән түгел. Әрләшәбеҙ ҙә талашабыҙ ҙа. Төрлөсә була. Эсеп ҡайтһа, кәнсерт күрһәтә башлай. Ғаилә булғас, һауыт-һаба шалтырамай тормай. Тик уны өйөбөҙҙән сығарып, кеше алдына һөйләп йөрөмәнем. Әгәр уның һәр ҡыланғанына иғтибар итһәм, бер көн дә тормаҫ инем. Шөкөр, иңгә-иң тотоношоп ошо көнгә килеп еттек. Үкенмәйем дә... Ҡартайған көнөңдә эргәңдә яҡын кешең булыуы – үҙе ҙур бәхет. Бер-береңде ярата белеү ҙә ул ҙур хеҙмәт! Көн һайын, сәғәт һайын бер-береңә һөйөүеңде һүрелтмәҫ өсөн тырышырға кәрәк, мөхәббәтеңде иҫбатларға кәрәк. Ул ҙур хеҙмәт, тырышлыҡ талап итә! Шуны ниңә күптәр аңламай икән! Ҡустым, һин ныҡлап уйла. Әле һуң түгел. Римма ла аҡыллы ҡатын бит, аңлар, әйҙә кире ҡайтарайыҡ.
Искәндәр. Апай, эстән янам... Үҙемә урын таба алмайым. Һеҙ дөрөҫ әйтәһегеҙ. Иҫәр мин, иҫәр... Тик Римма кире ҡайтмаҫ хәҙер, ғәфү итмәҫ.
Һандуғас. Һин улай бөтөрөнмә! Әйҙә уйлашайыҡ. Хатаны төҙәтеү әле һуң түгел. Ә-ә, теге ҡыҙ ҡайҙа булды ул? Бер ҙә күренмәйсе...
Искәндәр. Әй... Юҡ ул башҡа!
Һандуғас. Ҡалай шәп булған! Туда ей и дорога! Ҡустым, Арыҫлан ағайыңдың да хәле хөрт бит. Аҡылдан яҙған шикелле.
Искәндәр. Нисек инде? Нимә булды!
Һандуғас. Ҡото осоп ҡайтып инде. Йөҙө ап-аҡ. Ҡалтырана. Тотлоға. Йүнләп һөйләшә алмай. Заикаға әйләнде икән тип ҡот осто. Дарыу эсереп, хәлгә ингәс әллә нимә һөйләй башланы. Теге Миләликә тураһында.
Искәндәр. Милалика? Ҡотолдом бит инде мин унан.
Һандуғас. Искәндәргә килеп инһәм, теге Милалика килеп йәбеште лә, бәйләнә башланы ти. Арыҫлан сығып ҡасҡан. Ә теге ҡыҙ арттан баҫтыра ти. Минең бабай йән фарманға ҡасып маташа, имеш. Мин әйтәм, юҡты һөйләмә, һин ҡарт алашаға йәш ҡыҙ ниңә ҡараһын тим. Теге үҙенекен тылҡый. Ә минең бабай йән көсөнә йүгерә лә йүгерә икән. Шунан Арыҫлан юл аша сығып өлгөргән, ә теге ҡыҙҙы машина бәрҙергән ти. Милалика әллә ун, әллә егерме метрға осоп китте, ти. Етмәһә, ҡулы бер яҡҡа, башы бер яҡҡа осоп китте, ти, алкаш.
Искәндәр. Ха-ха-ха! Шәп булған!
Һандуғас. Алйыған бабайым, тамам алйыған. Шунан, теге Миләликә өҙөлгән башын кире урынына ҡуйҙы ла, ысҡынған ҡулын тотоп тағы йүгерә башланы ти. Арыҫландың артынан йүгерә торғас нимәгәлер һөрлөгөп ҡоланы ла, дөрҫ төтәп китте ти Миләликә. Тирә-яҡҡа осҡондар сәсрәп китте тигән була етмәһә!
Искәндәр (ҡыуанып). Ҡотолдом! Ҡотолдом!
Һандуғас. Билләһи, аҡылдан яҙған бабайым. Ысынмы, төшмө – үҙем дә аңламайым ти. Бына эсә торғас аҡылдан да яҙҙы. Үҙе лә ныҡ ҡурҡҡан. Ҡалайтайым икән, Хоҙайым. (Илап ебәрә.)
Искәндәр көлә башлай.
Һандуғас. Кеше ҡайғыһынан ниңә көләһең...
Искәндәр. Ул дөрөҫ һөйләй. (Туҡтала алмай көлә.) Шулай булды ла.
Һандуғас. Кит юҡты! Алллам һаҡлаһын, Аллам һаҡлаһын... Тьфү, тьфү, тьфү...
Искәндәр. Һандуғас апай, ысын шулай килеп сыҡты. Хәҙер һиңә бер серҙе асам. Тик берәүгә лә һөйләмә.
Һандуғас. Тағы ниндәй сер? Ен булып сыҡтымы ул бисә?
Искәндәр. Почти! Ен түгел, ә робот?
Һандуғас. Робот? Нисек инде улай?
Искәндәр. Ул ысын кеше түгел. Магазиндан алынған робот! Тыштан ул кешегә оҡшаған, ә эстән ул шул уҡ машина кеүек техника.
Һандуғас. Йә, Хоҙай!
Искәндәр. Аптырама, хәҙер улар күпләп сығарыла. Кешеләргә төрлө эштә ярҙам итә. Бөтә ҡушҡанды үтәй, һөйләшә ала, йырлай, бейей, бешерә, кер йыуа... Һәм башҡаһы. Әммә ул кеше түгел.
Һандуғас. Кит! Кисә үлһәм, бөгөн белмәҫ инем. Ә һин уны ҡайҙан алдың һуң.
Искәндәр. Эй, шаярып ҡына алып ҡарағайным.
Һандуғас. Дәәә, ҡайҙа бара донъя!? Ахырызаман тигәндәре ошолор. Кешенең ҡәҙере китте. Ә бит йәшәү дауам итһен өсөн – кешегә кеше кәрәк! Тимәк, минең ҡарт аҡылдан яҙмаған?
Искәндәр. Юҡ, әлбиттә!
Һандуғас. Ой, тынысландырҙың. Әтеү уның өсөн ҡайғырып үҙемә урын тапмайым, йөрәгем ярыла яҙҙы.
Искәндәр. Борсолмағыҙ, апай! Мин үҙем һеҙгә һөйләп бирермен тигәйнем, уңайһыҙландым.
Һандуғас. Бер яҡтан йәтеш, булған. Бәлки, эсеүен ташлар! Һин уға үҙенә робот булды тип һөйләмә, килештекме?
Искәндәр. Ярай.
Һандуғас. Әйтәм, теге ҡыҙ, ту ес робот, бик сәйер күренде ул. Ҡыланышына ҡарап тилеме тип тә уйлап ҡуйғайным.
Искәндәр. Онотайыҡ ул Милаликаны... Тик бына Римма ғына быны белмәй.
Һандуғас. Борсолма! Былай булғас үҙем барам, һөйләшәм Римма менән! Моғайын, ул да ут йотоп йөрөйҙөр.
Искәндәр. Юҡҡа тырышыуығыҙ, Һандуғас апай! Килеп сыҡмаҫ ул. Римма ғәфү итмәҫ... Әсәһе лә аждаһа затынан, гел уны ҡоторта, миңә ҡаршы ҡуя.
Һандуғас. Ҡәйнәң черт с ним! Һиңә уның менән йәшәргә түгел! Ә Рима был хәлдең дөрөҫөн белһә, ниңә ғәфү итмәһен ти! Һин бит уға изменять итмәгәнһең... башҡа ҡатын менән. Робот не в счет!
Искәндәр. Эйе, робот не в счет!
Һандуғас. Так что танауыңды төшөрмә! Ятып ҡалғансы, атып ҡал! Мин йүгерҙем.
Искәндәр. Килеп сыҡһа – мең рәхмәтле булыр инем!
Һандуғас. Килеп сыға! Ышан миңә! Башҡа бер хәйлә уй килде! Бер ыңғайҙан никахығыҙҙы яңыртырбыҙ! Һин ошонда карауатҡа һуҙылып ят та, тик ят... Башыңды ла күтәрмә!
Алтынсы күренеш
Искәндәрҙең өйө. Искәндәр карауатта ята. Римма менән Һандуғас килеп инә.
Римма. Искәндәр! Нимә булды? (Карауат яғына килә.)
Искәндәр. Римма, һинме. (Торорға итә.)
Римма. Торма! Торма! Ят... (Өҫтәл артына ултыра.)
Һандуғас. Һинһеҙ бөләсәк ул килен. Шуға барып үҙеңде саҡырырға булдым. Ҡайғылы күҙҙәренә ҡара һуң. Ашамай ҙа, эсмәй ҙә... Ана бит, йөҙө ап-аҡ...
Искәндәр. Римма, бәғерем, ғәфү ит мине, зинһар. Теләйһеңме, башымды ташҡа ярам. Теләйһеңме, ҡаянан ташланам. Мин – һинһеҙ бәхетһеҙ, йәшәгем дә килмәй.
Римма. Робот менән бәхетлерәк инең түгелме?
Һандуғас. Килен, ярай онотайыҡ был хәлде. Дүрт аяҡлы ат та һөрлөгә. Нисек булғанын аңлатып бирҙем бит! Шул реклама ғына аңын томалаған ирҙең! Робот та булдымы ҡатын! Уйынсыҡ бит! Шул уйынсыҡҡа ҡыҙғанмаһаң! Күрәһең бит Искәндәргә былай ҙа ҡыйын...
Римма. Әтеү миңә рәхәт инде...
Һандуғас. Тере кеше булғас, әрләшеүҙәр була инде. Робот ҡына әрләшмәй. Һин – ысын ир, ул – ысын ҡатын. Донъяға асыуың килгәндә, эргәңдә бер әрләшеп алырлыҡ кешең булыуы – үҙе ҙур бәхет инде...
Арыҫлан килеп инә.
Арыҫлан. Һаумыһығыҙ, күршеләр. О-о-о, Римма килен дә бында.
Һандуғас. Мең йәшәрһең икән! Әле генә һине маҡтап ултыра инем.
Искәндәр. Һаумы ағай. Терелдеңме?
Арыҫлан. Һорама ла. Саҡ кеше булдым. Тиктомалдан күҙгә әллә нимәләр күренеп бөттө. Телдән яҙа яҙҙым. Араҡы шулайта ул... Етмәһә, йоҡлап булмай, һаташып, тиргә батып бөттөм. Саҡ үлмәнем. Был мәхшәрҙән иҫән ҡалырмын тип уйламағайным...
Һандуғас. Ҡотто алдың шул... Үҙемә урын таба алмай бер булдым.
Искәндәр. Күҙеңә күренгәндер инде. Әле хәлең нисек?
Арыҫлан. Шөкөр. Хоҙай аралап ҡалды. Бына һеҙҙең алда ант итәм! Бынан башҡа эсеү юҡ. Ауыҙыма грамм да алмайым.
Һандуғас Искәндәргә йылмайып ҡуя. Римма шым ғына ултыра бирә.
Арыҫлан. Килен, ә һин ниңә кәйефһеҙ шым ғына ултыраһың? Ҡауыштығыҙмы?
Римма. Һандуғас апай, Арыҫлан ағай, һеҙ ғәфү итегеҙ. Беҙҙе яраштырырға теләүегеҙ өсөн, рәхмәт. Ниәтегеҙ изге. Аңлайым. Тик минең бында килеүемдең бер сәбәбе лә бар. Искәндәр менән икебеҙ генә һөйләшәһе һүҙ бар ине. Ғәйепкә бөкмәгеҙ, үпкәләүҙән булмаһын, беҙҙе икебеҙҙе ҡалдырһағыҙ ине...
Һандуғас. Ә-ә-ә, ярай, ярай. Ниндәй үпкәләү ти. Һөйләшегеҙ. Аңлашығыҙ. Ҡауышығыҙ. Һеҙ бәхетле булһағыҙ, беҙ ҙә бәхетле. Беҙ ҡайттыҡ.
Арыҫлан. Кисен сәйгә инерһегеҙ, яраймы! Ишеттегеҙ, башҡа эсмәйем!
Сығып китәләр.
Искәндәр. Римма, һинең ғәфү итмәҫкә хаҡың бар. Мин һинең киҫеп ташланған тырнаҡ осоңдай ҙа тормайым. Тик шуны белергә тейешһең – мин һинһеҙ йәшәй алмайым. Һинһеҙ йәшәүҙең ҡыҙығы ла юҡ... Эстән янам! Ҡыйын миңә, ныҡ ҡыйын!
Римма. Ә миңә еңел тип уйлайһыңмы?
Искәндәр. Ышанаһыңмы, һине уйламаған бер минутым да булманы. Һинһеҙ йәшәүҙең ҡыҙығы юҡ.
Римма. Үҙем һиңә шылтыратырға уйланым да, ғәрләндем. Ярай Һандуғас апай килеп, барырға күндерҙе. Хәлең бик хөрт тигәс кенә инеп сығырға булдым.
Искәндәр. Минең хәлем ысынлап та хөрт, Римма! Тәнем генә бар, ә үҙем юҡ кеүек. Йәшәге килмәй. Ошо айырылып торғандан һуң ғына һинең ни тиклем ҡәҙерле икәнеңде аңланым. Һин миңә һауа кеүек кәрәкһең. Эстән ғазапланып йөрөһәм дә, кешеләргә генә күрһәтеп бармайым. Римма шуны бел, мин һине юғалтыуҙан ҡурҡам...
Римма илай.
Илама, бәпесем. Һин илаһаң – миңә лә ҡыйын. (Ҡулынан тота.) Һинән башҡа минең бәхетем юҡ. Яңы шуны аңланым. Мин һине үлеп яратам.
Римма (мыш-мыш итеп). Ысынлапмы?
Искәндәр. Әйткән һүҙем алдаҡ булһа – ошо урында мине ер йотһон! Бергә саҡта ниңә ҡәҙерҙәребеҙҙе белмәйбеҙ икән?!
Римма. Искәндәр, мин һиңә бер һүҙ әйтергә тип килдем. Әйтергәме, әйтмәҫкәме?
Искәндәр. Әйт, йәнем... ғазаплама.
Римма. Мин һинән бер нимә лә көтмәйем. Һин минең алда бурыслы ла түгелһең. Бөтә ауырлыҡты үҙем күтәрермен. Уйланым-уйланым да, әйтергә булдым. Һин быны белергә тейешһең. Мин көслө ҡатынмын, бөтә ауырлыҡты үҙем генә күтәрергә ризамын. Тәүҙә быға үҙем дә ышанмай торҙом. Ҡыҫҡаһы, ней.. Мин хәҙер бер үҙем түгел!
Искәндәр. Нисек инде? Кемде таптың?!
Римма. Тапманып әле... Әсәйемә барғас, кинәт хәлем үҙгәреп китте. Аштың тәме әллә нисек тойола. Ҡоҫҡо килә... Аптыраным. Тиктомалға ҡыҙам да китәм, етмәһә. Йә илағы, йә көлгө килә. Хәлем яҡшырмағас, поликлиникаға барып тест эшләтергә булдым. Һәм... Уйлағаным дөрөҫ булып сыҡты.
Искәндәр. Нимә? Коронавирусмы әллә?! (Тиҙ генә ҡулына спирт һөртә, маска кейә.) Ҡасан бөтөр икән шул зәхмәт?! Коронавирус, коронавирус!
Римма (көлә). Коронавирус, эйе (эсен һыйпап) тыуасаҡ коронавирус!
Искәндәр. Нимә?!! (Ҡыуанып.) Тимәк һин ауырлы?!
Римма. Эйе!
Искәндәр. Мин атай булам? Икенсегә атай булам?! Көт әле кәләш, быуындарым ебеп китте... Тын алып алайым. Малаймы, ҡыҙмы?
Римма. Әле уныһы билдәһеҙ. Икенсе ай ғына тинеләр.
Искәндәр. Алтыным минең! Йөрәгем минең! Ҡояшым минең! Мин... нимә әйтергә лә белмәйем. Мин һине үлеп яратам.
Римма (йылмайып). Ысынлапмы?
Искәндәр. Теләйһеңме, һинең алдыңа тубыҡланам. (Тубыҡланып маташа.) Һин – йәшәүемдең йәме! Үлеп яратам!
Римма. Дөрөҫөн әйтәйемме?
Искәндәр. Әйт, бәпесем, әйт!
Римма. Мин дә һине ныҡ яратам. Һинһеҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтереп булмай. (Үбешәләр.)
Искәндәр. Кәләш, һин нисек уйлайһың, ҡыҙ булырмы, әллә малаймы?
Римма. Әллә... бер улыбыҙ бар бит инде... Ҡыҙ булһа ине.
Искәндәр. Әйҙә ошолайтайыҡ: малай булһа мин исем ҡушам – Мөхәмәт тип! Ә ҡыҙ булһа – һин! Һиңә ниндәй исем оҡшай?
Римма. Милалика!
Искәндәр. Ярай, инде, етәр.
Икеһе лә бергә: Ҡыҙ булһа – Мәрйәм тип ҡушырбыҙ.
Римма. Искәндәр, дөрөҫөн әйткәндә – һинһеҙ миңә лә ныҡ ҡыйын булды. Үҙемә урын таба алманым. Һине уйламаған минутым булманы. Ҡабат һине юғалтаһым килмәй.
Искәндәр. Яратҡаным минең! Йәнем, әйҙә башҡа әрләшмәйек. Бер әрләшә башлаһаң, ғәҙәткә инә лә китә. Аҙаҡ туҡтатыуы еңел түгел...
Римма. Һин дә миңә үпкәләмә, бәғерем. Һиңә ауыр һүҙ әйкәндән һуң, аҙаҡ үҙемә лә ҡыйын булып тора. Үҙемә урын таба алмайым. Һиңә әйтеп бармаһам да, эстән янам бит мин... Ҡатыраҡ ҡағылғаным өсөн үҙемде әрләйем, һүгәм.
Искәндәр. Мин дә ҡабат һине үпкәләтмәҫмен. Ауыр һүҙ әйтмәм (Кәләшенең эсен тотоп.) Һиңә бит хәҙер борсолорға ярамай.
Тағы үбешәләр.
Римма. Йәнем, күптән һинең бешергәнде ашаған юҡ. Һағынып кителде. Берәй нимә йәһәтләп ебәрәңме? (Эсен һыйпап.) Беҙҙең ашағы килә.
Искәндәр. Ә нимә бешерәйем. Мин ул тиклем кулинар түгел.
Римма. Әйҙә яичница булһын!
Искәндәр (аптырап). Яичница?
Римма. Эйе! (Сумкаһынан таба сығарып.) Антипригарный табала!
Шаршау
Фото: https://kulturarb.ru/