-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
2 Февраль 2018, 11:46

Мин донъяны ҡабат астым...

Беҙҙең өҫтән иғтибарлыҡҠасан әле бөтөп торған!Минең күҙем асылғандыОкулистар көтөп торған.

Марат КӘРИМОВ, Башҡортостандың халыҡ шағиры.

ҠЫҘЫЛ КҮҘЛЕК
Беҙҙең өҫтән иғтибарлыҡ
Ҡасан әле бөтөп торған!
Минең күҙем асылғанды
Окулистар көтөп торған.


Күҙең дөрөҫ күрһәтмәҫ, тип
Ҡыҙыл күҙлек кейҙе­р­ҙеләр.
Ҡыҙыл төҫ – иң һәйбәт төҫ, тип
Ҡолаҡ итен кимерҙеләр.



Йәшлек сағым. шиғриәттең
Уттарында янған сағым,
Ҡыҙыл күҙлек аша ҡарап,
Ҡыҙыл шиғыр яҙған сағым.


Ҡыҙыл шиғыр – ил тормошон
Шау маҡтауҙан торған шиғыр,
Шул тормошта мин үҙемде
Бәхетле тип тойған шиғыр.


Бына килде илебеҙгә
Ҙур үҙгәреш ваҡыттары.
Селпәрәмә килде күҙлек,
Сәсрәп осто ватыҡтары.


Мин донъяны ҡабат астым,
Ул күп төрлө төҫтә икән,
Шуныһы ғәжәп – ҡара төҫтәр
Барыһынан өҫтә икән.


Ҡара төҫ ул – ҡараңғы төҫ,
Ғәҙелһеҙлек оялаған,
Намыҫһыҙлыҡ – оялмаған
Һәм ҡомһоҙлоҡ – туялмаған.


Шуны күреп, нисек инде
Нәфрәт уты ҡабынмаһын,
Кешеләргә әйтә торған
Кәрәк һүҙҙәр табылмаһын!


Ҡулға ҡәләм алыу менән
Ошо хаҡта уйла икән:
Үҙ күҙҙәрең күрһә генә
Үҙ һүҙҙәрең була икән.


Хуш бул инде, ҡыҙыл шиғыр,
Осрашмаһаҡ ине ҡабат.
Хәҡиҡәтте һуңлап белгән
Бер шағир бар, ул мин – Марат.




ҠАСҠЫН
– Бер һүҙем бар, тыңла, тағы
Берәй яры китмәҫ борон:
Бер урында төпләнмәйһең,
Алыштырҙың ҡырҡ урын.


Балаларың тураһында
Уйларға ла теләмәйһең.
Бына нисә йылдар инде
Алимент та түләмәйһең.


– Алименттан ҡаса, тиеп
Бер кем ғәйеп таға алмай.
Рәхәтләнеп түләр инем,
Ҡатын үҙе таба алмай.




ЮБИЛЯР
Яҡындары юбилярҙың
Тыуған көнөн үткәрәләр,
Ҡартайма ла ҡартайма, тип
Бокалдарын күтәрәләр.


Ә юбиляр тыңлап-тыңлап
Ултырҙы ла тороп баҫты.
Берәй шаян һүҙ әйтергә
Кәрәклеген тойоп баҫты.


– Телегеҙ ни һөйләгәнде
Әллә инде белмәйһегеҙ,
Ҡартайма ла ҡартайма, тип
Миңә үлем теләйһегеҙ.


Ҡартайыуҙан туҡтай кеше
Уға бары үлем килгәс.
Мин үлергә ашыҡмайым,
Йөҙҙәрем дә әле көләс.


Яңы тост әйтеп, ҡунаҡтар
Хата хаҡын түләнеләр:
Аяҡ баҫып, юбилярға
Оҙо-о-он ғүмер теләнеләр.

"Һәнәк", № 1, 2018 й.

Читайте нас: