+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
7 Май 2018, 19:04

КӨНСЫҒЫШ ӘКИӘТЕ

Бер ил булған, ҡасан булған? Белмәй бер кем.Ханы үҙен тота икән артыҡ иркен.

"Һәнәк" № 4, 2018.

Марат КӘРИМОВ

КӨНСЫҒЫШ ӘКИӘТЕ

Бер ил булған, ҡасан булған? Белмәй бер кем.

Ханы үҙен тота икән артыҡ иркен.


Күрше илдәр менән бөткән дошманлашып,

Үҙ илендә даны киткән күккә ашып.


Бер кем дәғүә итәлмәгән тәхетенә,

Дәғүә итһә, кереп ятҡан ләхeтенә.


Маҡтауҙарҙы ала-ала көрәп-көрәп,

Ултырған хан тәхетендә аяҡ терәп.


Йылдар шулай бер-бер артлы үтеп торған,

Әммә уны алда бәлә көтөп торған.


Аяҡтарын хан өҫтәлгә һалмаҡ булған,

Американдарҙан үрнәк алмаҡ булған.


Бына хикмәт! Башҡа һыймай был тамаша:

Күтәрелмәй аяҡтары, ҡаршылаша.


Тыңлағанда бөтә кеше, бөтә йәнлек

Үҙ аяғы тыңламай бит! Бына ғәрлек!


Хан саҡырған ышаныслы вәзирҙәрен,

Уның өсөн үлергә лә әҙерҙәрен.


Көн-төн улар ярҙам итеп аҙапланған,

Ҡуҙғалмаған аяҡ, гүйә, ҡаҙаҡланған.


Күтәреп тә ҡарағандар кран менән,

«Майна», «Вира!» тигән серле оран менән.


Тракторсыға бер яртыны ҡаҡтырғандар,

Ҡорос арҡан менән бәйләп тарттырғандар.


Ә хан иһә ҡарамаған ҡымшанып та.

Был ныҡлыҡҡа булмай хатта ышанып та.


Ныҡлабыраҡ ҡараһалар – түгел ялған –

Аптырауҙан ауыҙҙары асыҡ ҡалған:


– Ханыбыҙ бит тамыр йәйгән! Тамыр йәйгән!

Нисек кенә ысҡынһын ул шундай бәйҙән?!


Тәхетендә артыҡ оҙаҡ ултырҙы шул,

Әллә нисә ханлыҡ срогын тултырҙы шул.


Нишләргә һуң? Берәй афәт яралмаҫмы?

Метастазы бар ханлыҡҡа таралмаҫмы?


Әйткән шунда вәзирҙәрҙең сабырҙары:

Барыбер бит бер саҡ ҡорор тамырҙары.


Ә хәҙергә ҡалдырайыҡ уны шулай.

Ни тиһәң дә, беҙҙең өсөн ул бик ҡулай.


Әле һаман ултыра, ти, хан тәхеттә,

Ә вәзирҙәр рәхәтлектә вә бәхеттә.


Ә тамырҙар ҡоромаған тиҙәр һаман.

Шул урында әкиәт тә беҙҙең тамам.
Читайте нас: