-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
30 Май 2018, 18:29

ЙОРТ ХАЙУАНДАРЫ ДОНЪЯҺЫНДА

Марат КӘРИМОВ

ЙОРТ ХАЙУАНДАРЫ ДОНЪЯҺЫНДА


Хайуандарҙың донъяһына

Күҙ һалайыҡ, туғандар.

Улар, беҙҙән үрнәк алып,

Көн итергә булғандар.


Йыйылышып тикшергәндәр

Көнүҙәк бер мәсьәлә:

– Уларҙа тәтәй исемдәр,

Ә беҙҙә юҡ. Мәсхәрә!


«Атҡаҙанған – фәләне» бар,

«Лауреат» тигәне бар.

Беҙгә ундай исемдәрҙең,

Йә, ҡасан тейгәне бар?


Тәтәй исемдәр юҡ икән,

Үҙебеҙ булдырайыҡ.

Мәҫәлән, ат «атҡаҙанған»

Тигән исемгә лайыҡ.


Кәзәне лә шатландырыр

«Лауреат» тигән исем.

Уны бирәйек көтөүҙе

Башлап йөрөгәне өсөн.


Һарыҡҡа ла шундай исем

Бирергә ине мәгәр,

Йыл да яңы тун кейә, тип

Килде аноним хәбәр.


Ни тигәндәр: ул туңдарға

Аҡсаны ҡайҙан таба?

Cит ил агенты түгелме?

Шул беҙҙе шиккә һала.


«Ярар, ҡалдырып торайыҡ

Анонимсының зарын.

Онотмайыҡ һарыҡтан тыш

Башҡа малдар ҙа барын.


Һыйыр мәжбүр гел көйшәргә,

Хәлдәренә керәйек,

Уға һөт менән яҙылған

Рәхмәт хаты бирәйек.


Тағы ла бер исем ҡалды,

Белмәйбеҙ уға тиңде –

«Халыҡ шағиры». Беҙҙеңсә

Хайуан шағиры инде.


Халыҡ шағиры булырға

Һөмһөҙҙәр ҙә үрелә.

Ә ул бары тауыштары

Көслөләргә бирелә.


Эш тауышта ғына булһа,

Беҙҙә лә бар ундай зат.

Хайуан шағиры булырға

Ишәк – иң шәп кандидат.


Хоҙай биргән тауышы бар,

Әйтәбеҙ шуны өҫтәп:

Ишәк тауышы янында

Хатта күк күкрәү пүстәк.


Йыйылыш бөткән, һәм тормош та

Ҡайтҡан үҙ ағышына.

Исемдәрҙе оноттороп

Ай-йылдар алышына.


Тыныс ҡына йәшәй малдар

Үҙҙәренсә шәп кенә.

Тик мин хайуан шағиры! – тип

Ҡысҡыра ишәк кенә.
Читайте нас в