+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
5 Июнь 2018, 14:11

Руслан СӨЛӘЙМӘНОВ. МАНГУСТ

Күрһәтмәй, булмаҫ, ахыры, Был донъяла кемлекте. Сығарып ҡайнар йөрәктәнБөтөн бар иҫәрлекте.

Руслан СӨЛӘЙМӘНОВ

МАНГУСТ

Күрһәтмәй, булмаҫ, ахыры,

Был донъяла кемлекте.

Сығарып ҡайнар йөрәктән

Бөтөн бар иҫәрлекте.


Юҡһа, “йыландар” күбәйҙе,

Сағырға ынтылалар.

Яндарынан үтеп булмай –

Ыжларға тотоналар.


Быуырға ла – йыландарҙың

Ниәттәре бар, буғай.

Ҡыҙғанмаҫтар төҫлө мине,

Күңелдәре тар, буғай.


Улар миңә ташланғансы,

Ташланыу – йүләрлекме?

Белеп “үлһендәр”, мәлғүндәр,

Мин – “мангуст” икәнлекте!
Читайте нас: