-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
2 Июль 2018, 11:50

Марат КӘРИМОВ. ҺАЙЛАЙБЫҘ

Эштәребеҙ бер ҙә бармай,Артҡа китә хужалыҡ.Бына нисә йылдар индеНыҡ йонсотто нужалыҡ.

Марат КӘРИМОВ

ҺАЙЛАРБЫҘ


Эштәребеҙ бер ҙә бармай,

Артҡа китә хужалыҡ.

Бына нисә йылдар инде

Ныҡ йонсотто нужалыҡ.


Етәксенән дә уңманыҡ,

Күберәк ул ғәйепле.

Эшләпә кейеп йөрөгәс,

Күренгән ине ипле.


Ҡайҙа унда иплелек тә,

Ҡайҙа эшкә тоғролоҡ!

Бар белгәне, бар шөғөлө

Уғрылыҡ та уғрылыҡ.


Уға алмашҡа берәү бар,

Күрһәк, күңелдәр ирей,

Аҡыллылыр, белемлелер,

Гел бүрек кейеп йөрөй.


Уйлап ҡына ҡалманыҡ беҙ,

Эшебеҙҙе яйланыҡ:

Эшләпәлене ҡыуҙыҡ та

Бүреклене һайланыҡ.


Инде рәхәт тын алырбыҙ

Тормошобоҙ муллыҡтан.

Ә бүрекле етәксенең

Башы сыҡмай бурлыҡтан.


Эшкинмәгән хужаларҙан

Булмай икән арынып.

Уғрыһынан ҡотолһаҡ та

Бурға килеп тарыныҡ.


Тағы берәүҙе таптыҡ беҙ,

Эҙләй торғас өҙлөкһөҙ,

Тегеләргә оҡшамаған –

Эшләпәһеҙ, бүрекһеҙ.


Беҙгә етәксе бул, тиһәк,

Һүҙебеҙҙе йыҡмаҫмы?

Һайлауын беҙ һайларбыҙ ҙа,

Ҡараҡ булып сыҡмаҫмы?


---------------------------------------------------

"һәнәк" журналы, № 6, 2018 йыл.
Читайте нас: