-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
2 Июль 2018, 14:26
Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ. КАННИБАЛ
Әхлаҡи етешһеҙлек – Йыртҡыслыҡҡа бер аҙым...
КАННИБАЛ
Күргәнем бар һағыҙаҡ
Себенде тамаҡлауын.
Бөжәк бөжәкте ашай,
Шул хаҡта аныҡлауым.
Бөжәктәр тормошонан
Алыҫмы ни аралар?
Бер-береһен кешеләр
Ашап алып баралар.
Мин тамаҡты әйтмәйем,
(Белмәй тимә саманы).
Аслыҡ ваҡытымы ни?
Рухи аслыҡ заманы.
Әхлаҡи етешһеҙлек –
Йыртҡыслыҡҡа бер аҙым.
Шулай ғына тиһеңме?..
Йәшерәйем бер аҙын.
Замана һандуғасын
Түгел хатта танырлыҡ.
Был тәү осҡон, етеүгә
Әхлаҡи каннибаллыҡ.
Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ.
---------------------------------------------------
"һәнәк" журналы, № 6, 2018 йыл.
Теги:
"һәнәк" журналы
журнал "вилы"
башҡортса юмор
башҡорт телендәге көләмәстәр
шиғырҙар
ринат сөләймәнов шиғырҙары
стихи на башкирском языке.
журналы башкортостана
шиғырҙар
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин