Затлы лимузиндар, мерседестар
Булманы шул беҙ йәш саҡтарҙа.
Туйҙар үтте гөрләп, ҡыңғыраулы
Ресторандар ҡайҙа?.. Үтте туйҙар
Һалам башлы кескәй өйҙәрҙә.
Хәҙер туйҙа гармун тауыштары,
Ишетелмәй беҙҙең көйҙәр ҙә.
Һөйгән балам туйы, аҡса тиеп
Кемдәр аҡтыҡ малын һуялар.
Туйға аҡса кәрәк, тип егеттәр
Ғәҙәт китте – туйҙа ата-әсә
Йөҙәр меңде һала бүләккә.
Ҡайҙа беҙгә туйҙа ундай бүләк,
Йөҙәр меңдәр нәмә, машиналар,
Туйҙа төшкән аҡсаларҙы услап
Видеолар төшкә инмәне лә,
Бергә төшкән юҡ бит фотолар.
Туйҙа хәҙер салют булып оса
Лимузиндан төшөп, ҡайһы берҙәр
Тәрбиә етмәгән был йәштәргә
Атай-әсәй түҙә, нишләйһең.
Һандар һөйләй: айырылыу икән
Йәштәр был тормошҡа әҙер түгел
Үкендермәй туйҙа сығымдар ҙа,
Атай-әсәй малы йәлме, улар
Ғәфү итер, булмаҫ әрләнеү.
Ҡоштар, хайуандар үҙ балаһын
Ташлап китмәй, итмәй етемдәр.
Бала тапһаң, дәүләт аҡса түләй,
Халыҡ һанын кәрәк арттырыу.
Элек унар бала тапһалар ҙа
Ҡайҙа ти ул аҡса таптырыу.
Аҡса тиеп, эскән ҡатындар ҙа
Иргә бармай бала табалар.
Хаҡ тәрбиә бирә белмәһә лә
Дәүләт аҡсаларын һауалар.
Унар бала бер-береһенең бит
Кейемдәрен кейеп үҫкәндәр.
Ҡатыҡ-икмәк төйөп, иҫке кейеп
Бына тигән кеше иткәндәр.
Өйләнгәндә затлы кейемдәр ҙә,
Булманы шул алтын балдаҡтар.
Тоғро булдыҡ биргән вәғәҙәгә
Мөхәббәткә һәм дә был тормошҡа
Һин булмаһаң яҡшы ҡарашта.
Бәхет булмаҫ туйҙар үткәрһәң дә
Кәрәк биш ҡатлы һин карапта.
Беҙ күргәнде һеҙ ҙә күрегеҙ тип,
Юҡ, йәштәрем, һеҙгә теләгем.
Арағыҙҙа һеҙҙең яҡшылар күп,
Ғүмер итеү – түгел ялан үтеү,
Йәштәр, һеҙгә әйтер һүҙебеҙ.
Ғүмер ҡыҫҡа, йәмен ебәрмәгеҙ,
Һөйөү ҡәҙерҙәрен белегеҙ.
Үпкәләмәгеҙ, йәштәр, һәр дәүерҙең
Заманаһы, бәлки, шулайҙыр.
Үткәндәрҙе белмәгәндең бит ул
Киләсәге, тиҙәр, булмайҙыр.
-----------------------------------------------
"һәнәк" журналы, № 7, 2018 йыл.