+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
25 Октябрь 2018, 17:02

Салауат ӘБҮЗӘР. Эт йылында бер этлек.

Беҙ ҙә эттән артыҡ түгел, Көн итәбеҙ эт хәлендә:Берәй һөйәк ҡалмаҫмы тип, Байҙарҙың мул өҫтәлендә.

Салауат ӘБҮЗӘР



Эт йылында бер этлек

(Уйынлы-ысынлы ҡотлау)
Беҙ ҙә эттән артыҡ түгел,

Көн итәбеҙ эт хәлендә:

Берәй һөйәк ҡалмаҫмы тип,

Байҙарҙың мул өҫтәлендә.


Ҡыланабыҙ эт шикелле,

Әллә юрый, әллә ысын...

Кем хужаға ҡойроҡ болғай,

Кемдер ялай уның усын...


Берәү майлы һөйәк өсөн

Ниндәй хәлгә генә төшмәй,

Ябырыла ул өҫтәлгә,

Башҡаларҙы тешләй-тешләй.


Ҡайһылары өрөп йөрөй,

Бәғзеләре йөрөй олоп.

Тик барыбер бәйләнгәнбеҙ –

Закон тора сылбыр булып.


Тормош алға бармай тиеп,

Аптыраған була күптәр.

Тәхеттә лә ҡорһаҡ киреп,

Ултыра бит шул уҡ эттәр.


Эт булһаҡ та өмөт булһын,

Яңы йылды матур үткәр.

Барығыҙға – майлы һөйәк,

Байрам менән һеҙҙе, эттәр!



Читайте нас: