+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
28 Февраль 2019, 11:57

Салауат ӘБҮЗӘР. Яҙ

Һыҙғырып ҡына йөрөрлөк, – Яҙы ниндәй, яҙы!.. Тотош донъяны солғаған Ҡатын-ҡыҙҙың наҙы.

Һыҙғырып ҡына йөрөрлөк, –
Яҙы ниндәй, яҙы!..
Тотош донъяны солғаған
Ҡатын-ҡыҙҙың наҙы.
Ер йөҙө аҡ тунын сисеп,
Яңы күлдәк кейә.
Ул матурлыҡ салонынан
Сыҡҡан кеүек гүйә.
Күҙҙең яуын алып тора
Һөрмә, макияжы...
Эх, ат менән урлап ҡына
Ҡасырлыҡ был Яҙҙы!
Читайте нас: