-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
28 Февраль 2019, 13:35

Салауат ӘБҮЗӘР. ҺЫУ ИНӘҺЕ. (Бер ауыл ҡарты ауыҙынан)

Йылға яры. Мин — көтөүсе. Күктә ҡояш ҡыҙҙыра. Ғашиҡ булған егет кеүек Һандуғастар һыҙғыра.

Салауат ӘБҮЗӘР

ҺЫУ ИНӘҺЕ

(Бер ауыл ҡарты ауыҙынан)

Йылға яры. Мин — көтөүсе.
Күктә ҡояш ҡыҙҙыра.
Ғашиҡ булған егет кеүек
Һандуғастар һыҙғыра.


Бер мәлде һыуға төшөргә
Торғанда, ҡаттым ҡарап:
Яр ситендә ултыра ҡыҙ
Туҙынған сәсен тарап.


Ул алтын кеүек сәсенән,
Көмөш көҙгө — йылғаға,
Сөбөр-сөбөр, сөбөр-сөбөр,
Һыу аға ла һыу аға.


Нәфсе тигән нәмә бар шул:
Эх, ҡараҡ булһаң ине!
Йә булмаһа, ҡулындағы
Шул тараҡ булһаң ине!..


Оҙаҡ уйлап тормай, малай,
Арттан бар ҙа ҡосаҡла...
Талдар араһынан егет
Килеп сыҡты... Шул саҡта...


Нимә менән бөткәнлеген
Һөйләп тороу артыҡтыр.
Бирешмәҫ тә инем былай,
Ни әйтәһең, ҡартлыҡтыр.


Ә һуңынан, ҡарсыҡ белеп,
Әрләне лә әрләне.
Башҡаса йылға буйына
Бер тапҡыр ебәрмәне.


Шунан башлап, ундай эште
Бөтөнләйгә ташланым:
Эйәһеҙ, тип, ҡыҙ-ҡырҡынға
Хәҙер теймәй башланым.

Читайте нас: