-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
13 Март 2019, 16:53

КӨТӨЛМӘГӘН СӘЙӘХӘТ. ФӘҮҠӘТ ҠОТЛОШИН.

Эй, араҡы, зәм-зәм, шайтан һыуы, Иртәгәһен һинән ҡот осҡос. Белеп әйткән ҡаҙаҡ һинең хаҡта, Ул зәһәр, тип, ул, тип ҡотортҡос.

"Минең тормошомда эскелеккә урын юҡ" конкурсына
(Араҡынан запойға киткән кешене беҙҙә “Грецияға киткән” тиҙәр мәрәкәләп)
Эй, араҡы, зәм-зәм, шайтан һыуы,
Иртәгәһен һинән ҡот осҡос.
Белеп әйткән ҡаҙаҡ һинең хаҡта,
Ул зәһәр, тип, ул, тип ҡотортҡос.
Һинең менән дуҫлашыуы еңел,
Еҫкәп тормай үбеп уртлаһаң.
Шунан ҡатын менән көтмәгәндә
Ҡара бесәй үтә уртанан.
Һин дуҫ булһаң, күптәр дошман була,
Һәм дошманың шундай шатлана.
Тәү күңелле, инде иртәгәһен
Әжәл менән тартыш башлана.
Әжәл һөйрәй, һин тамыры ныҡ, тип,
Ныҡлап йәбешәһең селеккә.
Шыбыр тиргә батып был көрәштән
Хәлдәр бөтөп үтә елеккә.
Эсеп алһаң, диңгеҙ тубыҡтан шул,
Кисеп Грецияға китәһең.
Ә тыуған яҡ бик тә һағындыра,
Ҡасан ҡайтырыңды көтәһең.
Бер ни юлламаһыҙ һәм билетһыҙ,
Сит ил паспортын да алмайса,
Кем самолет, поезд, теплоходта,
Күптәр ҡалмай унда бармайса.
Эсеп алһа кемдер: “Мин кемдән кәм,
Барам”, – ти ул унда шатланып.
Грецияға китә: “Хуш, ауыл”, – тип,
Шайтан елкәһенә атланып.
Ҡатыны ялынһа ла: “Ҡуй, китмә”, – тип,
Ҡайҙа, ти, ул уны күндереү.
Ир сит илдә, ә ҡатынға ҡала
Яңғыҙына ғына көн күреү.
“Барам, тигәс, барам”, – тине ире,
Грецияла ҡайтам ҡыҙынып.
Һәм ҡыҙынды, тирләп уянды ул,
Таң атҡанда саҡ-саҡ һыҙылып.
Был ир ятты, осор келәм кеүек,
Грецияға диван юл алды.
Яғыулыҡҡа шайтан һыуын һалғас,
Офоҡтарға инеп юғалды.
Барҙы, күрҙе, әммә оҡшатманы,
Һағындырҙы ауыл, Рәсәй.
Шайтан әйтә: “Башың ауырталыр,
Бирәйемме берәй бәләкәй”.
Юҡ, юҡ, тине лә ир һәм шайтанды
Йыға һуҡты ергә һеңдереп.
Тыуған яғым йәмле, һыуы тәмле,
Шул уй менән ҡайтты елдереп.
Греция юлы тәүҙә күңелле лә,
Грецияға юлдар хәтәр ҙә.
Күпләп барып, оҙаҡ йөрөгәндәр
Үлеп ҡуя ошо сәфәрҙә.
Һәм ир әйтте: – Бындай мажараны,
Ҡабат күрһәтмәсе , Хоҙайым!
Ҡунаҡтарҙа “тотһам” Грецияға,
Алып китмәүеңде һорайым!
Фәүҡәт ҠОТЛОШИН.
Стәрлебаш районы,
Иҫке Ҡалҡаш ауылы.
Артур Василов һүрәте.
Читайте нас: