+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
15 Апрель 2019, 08:14

Салауат ӘБҮЗӘР * * *

***Йылғалар хәҙер һайыҡты, Күктәр шундай тәпәш. Аҡһаҡаллы ҡарттары ла Сабый менән йәштәш.

Йылғалар хәҙер һайыҡты,

Күктәр шундай тәпәш.

Аҡһаҡаллы ҡарттары ла

Сабый менән йәштәш.


Бөркөттәр ҙә, йыландар ҙа

Ерҙә генә шыуа.

Хатта Гулливерҙарҙан да

Лилипуттар тыуа.


Тәхеттәр ҙә кесерәйҙе

Һәм бәләкәй тажы.

Үҙ башына үлсәп ҡарай

Уны һәр бер таҙы.


Ер шары ла усҡа һыйыр, –

Тәтәй ҡурсаҡ ҡына.

...Тик үҫкәндән-үҫә бара

Бары ҡорһаҡ ҡына...
Читайте нас: