Киткән ҡала баҙарына Хужа бер саҡ,
Ниәт иткән булып унда көршәк һатмаҡ.
Тик, ишәге өркөп юлда, ауған йөгө,
Ҡалған балсыҡ көршәктәрҙән бары онтаҡ.
Хужамы һуң көйәләнә торған әҙәм –
Онтаҡтарҙы ул тағы ла ваҡлап, иҙгән,
Һәм, тултырып берәр услап муҡсайҙарға,
“Ҡомаҡтарға ағыу” тигән ярлыҡ элгән.
Ҡыҙған сауҙа: сират булған һыу буйылай.
Хужаның, ти, янсығына аҡса һыймай.
Көршәктән дә яҡшы үткән “серле тауар” –
Алалар, ти, хаҡын, шартын ҡарап тормай.
Муҡсайҙарҙың иң һуңғыһы инде ҡалғас,
Пәйҙә булған төпсөнөүсән генә ҡартлас.
– Быны нисек ҡулланырға? – тип һораған. –
Ҡомаҡтар бит ят нәмәне ашай һалмаҫ...
– Оҙаҡ йәшәй алмай улар, һуҡырайһа…
Шуға һип һин күҙҙәренә, тотоп ал да.
– Тота алһам, мин муйынын борор инем!
– Эйе, була улайтһаң да, былайтһаң да...