+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
23 Апрель 2019, 19:12

ЙӘ МИН, ЙӘ ТҮРӘ, ЙӘ ИШӘК...

Бер яҙҙа Хужа, Кәсебе бөтөп, Аҡсаһыҙ ҡалған. Ялҡытҡас нужа, Эш бирмәҫме, тип Түрәгә барған.

Бер яҙҙа Хужа,
Кәсебе бөтөп,
Аҡсаһыҙ ҡалған.
Ялҡытҡас нужа,
Эш бирмәҫме, тип
Түрәгә барған.
“Ҡалманы шөғөл, –
Тигән, ти, түрә, –
Һиңә ярарлыҡ.
Ҡырыҫ бер миҙгел
Еткәнгә күрә
Интегә халыҡ:
Баҙар һүрелә,
Китте хөрлөк һәм
Сауҙаның көйө;
Инде күренә
Аҡса әҙлектән
Ҡаҙнаның төбө...”
* * *
Хужа киткән дә,
Бик шәп тәҡдимен
Алып, ти, килгән.
“Биш йыл эсендә
Һөйләштерермен
Ишәкте”, – тигән.
Түрә, һөйөнөп,
Юйып бар шиген,
Ҡоласын киргән.
“Рәхим ит!” – тиеп,
Ҡаҙна ишеген
Асып ебәргән.
Хужаға, ти, ул
“Эш өсөн” тоҡлап
Аҡса йөкмәтте;
Ҡушты аҙбарҙан
Һайлап алырға
Көр бер ишәкте.
* * *
Хужа баҙарҙа
Кинәнеп инде
Кәсеп тергеҙгән:
Бер нисә айҙа
Ике-өс меңде
Яһаған йөҙҙән.
Иң байы булып
Танылып киткән
Бар тирә-йүнгә,
Тоҡҡа тултырып
Алтын йөрөткән
Гел ишәгендә.
* * *
Бер көндө күмәк
Ваҡ сауҙагәрҙәр
Көлмәксе иткән:
“Ҡасан был ишәк
Һөйләргә хәбәр
Өйрәнер икән?”
“Һөйләшмәһә ул, –
Тигән, ти, Хужа. –
Һис бер зыян юҡ.
Иң мөһиме шул:
Үтте бит нужа,
Мин хәлле һәм туҡ.
Алғанды ҡайтар,
Тиһәләр әгәр,
Ҡайғырмаҫмын да –
Аҡсалы ҡаптар
Ята минең һәр
Кәштә ҡатында.
Биш йыл тигәнең
Аҙ түгел, күптер,
Ни генә булмаҫ...
Теге түрәнең
Мөҙҙәте үтер –
Оҙаҡ ултырмаҫ.
Үҙем дә инде
Һуңғы дәүерҙә
Ҡартайҙым буйтым;
Әйтер һүҙемде,
Йыйынып гүргә,
Яҙып та ҡуйҙым.
Йә берәй мәлдән
Ишәгем, миктәп,
Аяғын һуҙыр...
Әлеге хәлдән
Уныһы иң шәп
Ҡотолоу булыр".
Читайте нас: