+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
26 Апрель 2019, 14:04

Салауат ӘБҮЗӘР. ЗАМАНСА ШИҒЫР

Йәшәргә кәрәк заманса, –Алгоритм ҡуйып алға.Кастингтар, проба үтеп, Имтихандар биреп балға.

Салауат ӘБҮЗӘР
ЗАМАНСА ШИҒЫР
Йәшәргә кәрәк заманса, –
Алгоритм ҡуйып алға.
Кастингтар, проба үтеп,
Имтихандар биреп балға.
Шундай булһын концептың, –
Иҫкелеккә ҡарап торма,
Харизмаңа тура килһен
Һин һайлаған платформа.
Боронғоға, иҫкелеккә
Йәбешеп ята бары һармаҡ, –
Рейтингты юғарыла
Тота алмай ундай формат.
Имиджыңды күрһәтә бел,
Юғарыға уны мендер.
Бының өсөн буклет эшлә,
Реклама бир, үткәр тендер.
Кем замандан артта ҡала,
Нимә тиһең – наҙан инде.
Контент... Грант... Тренд... Кредо...
Уф-ф!.. Аҡылдан яҙам инде...
Читайте нас: