+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
5 Сентябрь 2019, 14:22

Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ Һайлау алдынан. (“Һәнәк”-тең 8-се һанында донъя күрҙе)

Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ Һайлау алдынан. (“Һәнәк”-тең 8-се һанында донъя күрҙе) Һайлау алдынан беҙгә Килеп төштө бер түрә. Артисын артист түгел – Бик оҫта килештерә.

Һайлау алдынан беҙгә
Килеп төштө бер түрә.
Артисын артист түгел –
Бик оҫта килештерә.

Беҙҙең кескәй ауылға
Ҙур өмөт бағлай икән.
Үҙе лә бер ауылдан
Сыҡҡан шуҡ малай икән.
Туфлийы тора ялтлап,
Күҙе йомола ял һорап.
Эште ниәтләй дәүҙән:
– Һайлағыҙ мине тәүҙә.
Һайлаһағыҙ үҙемде,
Юллы булырһығыҙ, – ти. –
Яңы клуб һалдыртырмын,
Йырлы булырһығыҙ, – ти.
Ултыртылыр урамға
Бағаналар бетондан.
Кибете лә асылыр
Өҙөлмәҫкә ит-ондан.
Эшһеҙ интекмәҫһегеҙ,
Тергеҙермен колхозды.
Баҫыуҙар гөрләп торор,
Маллы итермен малһыҙҙы.
Ожмах баҡсаһы кеүек
Балҡыр, – ти, – ауылығыҙ.
Бәхет асҡысы миндә,
Әлегә һау булығыҙ!
Тиҙҙән яңы “баш” килде,
Тағы йыйылдыҡ клубҡа.
Улар менән осрашыу
Йолаға инеп китте,
Инеп китте ҡылыҡҡа.
Бына яңы албаҫты
Сәхнәгә килеп баҫты.
Ал һыҙыҡлы галстугы
Оҙонораҡ үҙенән.
Бүренекенә оҡшаш
Ут бөркөлә күҙенән.
Ниндәйерәк вәғәҙәләр
Был хужа вәғәҙәләр?
Вәғәҙәләрен көтөп,
Хаҡлы ялға етелгән.
Бәхетле шиғырҙары
Ятланып уҡ бөтөлгән.
Хәҙер бит беҙ үҙебеҙ
Хатта түрә булырлыҡ.
Тау-тау вәғәҙәләрҙе
Яттан өйөп һалырлыҡ.
Йәнә лә бер тауыштан
Һайлап ҡуйҙыҡ береһен.
Теләге булғас, әйҙә,
Түрә булып йөрөһөн.
Аҙаҡ шуны ишеттек:
Ауылыбыҙ янында
Нефть табылған икән.
Шуға ла беҙҙең тирә
Ныҡлап танылған икән.
Был юлы ла ауылды
Алданылар, күрәһең.
Халыҡ өмөт юғалтмай
Көтә ысын түрәһен.
Әле тыумағандыр ул
Беҙгә килешле түрә.
Алда яңы һайлауҙар,
Өмөт бар шуға күрә.
Читайте нас: