-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
15 Ноябрь 2019, 17:47

Ике ҡолаҡ. Рауил Шаммас.

Рауил ШАММАС ИКЕ ҠОЛАҠ Ике ҡолаҡ бирелгән бит әҙәмдәргә – Һиңә, миңә һәм дә күршем Әҙһәмдәргә. Әҙһәм өсөн ике ҡолаҡ шымсы һымаҡ. Уға килеп ҡапмаҫ, тимә, сатан ҡомаҡ.


Ике ҡолаҡ бирелгән бит әҙәмдәргә –

Һиңә, миңә һәм дә күршем Әҙһәмдәргә.


Әҙһәм өсөн ике ҡолаҡ шымсы һымаҡ.

Уға килеп ҡапмаҫ, тимә, сатан ҡомаҡ.



Сатан ҡомаҡ тигәнем – ул ғәйбәт инде.

Күршем өсөн ул хазина, һәйбәт инде.


Бер ҡолағы һәр саҡ дуҫы тауышын тыңлар,

Әммә уның дуҫы түгел инде һыңар.


Килә торор, күсә торор килгән хәбәр.

Хәбәр башҡа төҫкә керер – шуныһы хәтәр.


Тәүге дуҫын яманлар ул эттәр итеп,

Икенсеһен маҡтай булыр гөлдәр итеп.


Ике ҡолаҡ – ике күңел көҙгөһө ул.

Ике йөҙлөлөктөң асыҡ билдәһе ул.


Кемдә ғәйеп, үҙендәме, ҡолаҡтамы?

Килеп торған ғәйбәт йөҙгән улаҡтамы?


Кешеләрҙе ыҙғыштырыр, һаташтырыр,

Ғүмер буйы ул үҙенсә маташтырыр.


Ни эшләйһең, шулай инде Әҙһәм күршем,

Ике төрлө ҡолаҡлы шул ошо кешем.


Читайте нас в