-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
18 Февраль 2020, 17:50

Һүҙе – әсе, йыры – моңло, үҙе – инсафлы.

Беҙгә бөгөн Ғәзиз килеп керҙе. Ҡайһы Ғәзиз, тиһегеҙме? Кем булһан, шул, Фәрхетдинов, Мәсетленән, Тайыштан. Әле Өфө эргәһендәге иң ҙур совхозда йәшелсә үҫтермәй, умарталар һаҡлаған, бал ҡорттарын тәрбиәләгән, әле ҡарауылсы булып эшләй. Буш ваҡыты күп, тормошобоҙҙағы етешһеҙлектәрҙе күреп, фашлап, үткер-үткер, әсе-әсе шиғырҙар яҙа. Бында, бәлки, йомороһо ла, сатыры ла әҙерәктер, ләкин хәҡиҡәт ярылып ята.

Беҙгә бөгөн Ғәзиз килеп керҙе. Ҡайһы Ғәзиз, тиһегеҙме? Кем булһан, шул, Фәрхетдинов, Мәсетленән, Тайыштан. Әле Өфө эргәһендәге иң ҙур совхозда йәшелсә үҫтермәй, умарталар һаҡлаған, бал ҡорттарын тәрбиәләгән, әле ҡарауылсы булып эшләй. Буш ваҡыты күп, тормошобоҙҙағы етешһеҙлектәрҙе күреп, фашлап, үткер-үткер, әсе-әсе шиғырҙар яҙа. Бында, бәлки, йомороһо ла, сатыры ла әҙерәктер, ләкин хәҡиҡәт ярылып ята.
Ғәзиз Фәрхетдиновты халыҡ күберәк популяр йырҙар авторы сифатында белә. Уның унға яҡын йырын Марсель Ҡотоев, Айгөл Һағынбаева, Салауат Мөхәмәтйәров һәм башҡалар бик теләп башҡара.
ТЫЛСЫМЛЫ ТАЯҠ.
Тормайым һеҙҙән һорап,
Ҡоям әле бер йомаҡ.
Үҙе ҡара, үҙе аҡ,
Әйт әле ниндәй таяҡ?
Әкиәт тә түгел ул,
Беҙҙең ысын тормошта.
Була уны күрергә
Юл сатында боролошта.
Таяҡ бит ул аяҡһыҙ,
Нисек юлға сыҡһын ул.
Юлға сығып бер үҙе
Нисек аҡса һуҡһын ул?
Таяҡҡа ниңә аҡса?
Уның бит юҡ тамағы.
Ә шулай ҙа маладис,
Булмаһа ла аяғы.
Булмаһа ла аяғы,
Тылсымы бар таяҡтың.
Үҙем астым яуабын
Хәҙер инде йомаҡтың.
Аҡлы-ҡаралы таяҡ
Әйт әле, уйлап ҡарап.
Кемдәрҙең ул ҡулында,
Шундай тылсымлы таяҡ?
Кем ҡулында икәнен
Беләһеңдер, моғайын.
Бик йыраҡтан таныйбыҙ
Беҙ шул таяҡ хужаһын.
Ьылсымы уның шунда,
Таяғың булһа ҡулда,
Һелтәһәң шул таяҡты,
Ҡағиҙә боҙған мәлдә.
Балыҡ ҡапҡандай була
Ошо мәлдә ҡармаҡҡа.
Барыһы ла бойһона
Ошо ябай таяҡҡа.
Бөтә сере талсымдың
Хужаһында таяҡтың.
Ҡағиҙәне боҙмаһаң,
Көсө юҡ ул таяҡтың.
Йомаҡ үҙе сиселде,
Һеҙгә дәрес уҡылды.
Барып еттеме, юҡмы,
Күптәргә фәһем булды.
АТ ӨЙРӘТЕҮ.
Тай өйрәтеү, ат өйрәтеү –
Ысын ир-егет эше.
Ташламаҫ башҡорт был эште,
Ҡалһа ла һуңғы теше.
Тәүҙә кәрәк ҙур батырлыҡ
Яйлап, яҡын килергә.
Бутар өсөн баш-зиһенен
Кәрәк кәнфит бирергә.
Әгәр ҙә килеп сыҡмаһа,
Үҙгәртегеҙ ысулды.
Күрһәтегеҙ ҡыҙыл аҡса –
Ялған түгел, ысынды.
Бер кем әле күргәне юҡ
Аҡсанан баш тартҡанды.
Ҡалдырмайбыҙ башҡаларға
Хатта юлда ятҡанды.
Тик шул ваҡыт онотмағыҙ
Матур һүҙҙәр һөйләргә.
Туң йөрәген иретерлек
Шунда бер көй көйләргә.
Тик тормаһын ҡулығыҙ ҙа,
Башын һыйпаған булың.
Әкрен генә йүгән һалһын
Шунда икенсе ҡулың.
Би тә киҫә ҡыланмағыҙ,
Кейҙергәс тә йүгәнде.
Эләктереп алыуы бар,
Иҫкәртмәйсә үҙеңде.
Хәҙер инде иң мөһиме –
Эйәрләп, һыбай менеү.
Яйлау бында урынһыҙҙыр,
Түгел был итек кейеү.
Һыбайлағас, хәҙер мөмкин
Теҙгенеңде ҡыҫырға.
Ярыһғанды баҫыр өсөн
Елдәй сабып уҙырға.
Тик бер ҡасан онотмағыҙ,
Уяу булығыҙ һәр саҡ.
Үҙегеҙ ат урынында
Булып ҡалмағыҙ бер саҡ.
Хәҙер беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар
Өйрәнмәгән тай түгел!
Уяу булығыҙ, егеттәр,
Замана икенсе шул!
Улар йүгән кейҙертһә лә,
Баш бирергә уйы юҡ.
Йәйәү йыраҡ китеп булмай,
Шулай, башҡа һүҙем юҡ.
Читайте нас: