-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
26 Февраль 2020, 20:32

Торна менән Һайыҫҡан (Мәҫәл)

Урмандағы ҙур аҡланға Бик күп ҡоштар йыйылған. Ҡалҡыуыраҡ бер урынға Бейек түмәр ҡуйылған. Шул түмәрҙең уртаһында Тора һаҡ ҡош – Һайыҫҡан. Эргәһенә тән һаҡсыһы – Тумыртҡа менеп баҫҡан...

Урмандағы ҙур аҡланға
Бик күп ҡоштар йыйылған.
Ҡалҡыуыраҡ бер урынға
Бейек түмәр ҡуйылған.


Шул түмәрҙең уртаһында
Тора һаҡ ҡош – Һайыҫҡан.
Эргәһенә тән һаҡсыһы –
Тумыртҡа менеп баҫҡан.


“Был аҡланда ни бара һуң?” –
Тиеп кемдер һораны.
- Бөгөн бында оло хөкөм -
Язалайҙар Торнаны.


Бахыр Торна, башын эйеп,
Ултыра тар ситлектә.
Ә Һайыҫҡан яла яға,
Үҙе хас та битлектә.


Онотҡан ул илһеҙ саҡта
Торнаға һыйынғанын,
Беҙ – туғандар, тигән булып
Көн һайын һыйланғанын.


Ғәйепләй ул гүзәл ҡошто
Ҡанаты ҙур булыуҙа.
Һауала бик бейек осоп
Ҡояшты ышыҡлауҙа.


Зәһәр яза уйлаған ул:
Саҡырған ярғанатты.
(Ярғанат сихырсы булған.
Таралған яманаты).


Торнаның бар моңон, рухын
Тартып алырға булған.
Үҙе шунан бар ҡоштарға
Баш булырға уйлаған.


Һайыҫҡан һөйләп арығас,
Етте хөкөмдар һүҙе.
Тик уны тиҙ үк бүлдерҙе
Шул саҡ Һайыҫҡан үҙе:


“Ағай-эне, был Торнаның
Яуызлыҡтары бик күп.
Уны хөкөмһөҙ ҡалдырһаҡ,
Туңып үлербеҙ берүк.


Торнаның оҙон ҡанатын
Ҡыҫҡартып киҫер кәрәк.
Дөйәғош менән йәшәһен –
Сүллеккә илтер кәрәк.”


Шул саҡ ҡоштар араһында
Сыр-сыу, болғаныш китте.
Йыйынды ҡараусы ҡоштар
Торнаҡайҙы үҙ итте.


Ҡоштар батшаһы Бөркөткә
Оҡшаманы был хөкөм.
Һәм ситлектәге Торнаны
Ул бик йәлләне бөгөн.


Бер суҡыуҙа үлтерҙе ул
Һайыҫҡанды – болғаҡты.
Ситлек өҫтөнә ҡунды ла
Ватты тибеп йоҙаҡты.


Иреккә сыҡты ла Торна
Эй, талпынды, ҡыуанды –
Бер һауаға күтәрелде,
Берсә күлдә йыуынды.


Шунан әйтте ул ҡоштарға:
“Дуҫтар, татыу булайыҡ,
Араларҙы боҙор элек
Килер көндө уйлайыҡ:


Ни булырын күҙ алдына
Килтерегеҙ – шул ғына.
Киләсәк – Дуҫлыҡ ҡулында!
Әйтер һүҙҙәр шул бына”…
Илгиз ИШБУЛАТОВ.
Читайте нас: