Байрам менән барығыҙҙы,
Ҡатын-ҡыҙҙар
Иң шәп йырҙар һеҙҙең өсөн
Ҡатын-ҡыҙҙар,
Һеҙ булғанда донъя йәмле,
Ҡатын-ҡыҙҙар,
Тормоштоң бер аҫыл ташы,
Ҡатын-ҡыҙҙар.
Ил терәген булдырыусы,
Ҡатын- ҡыҙҙар,
Ил йөрәген тыуҙырыусы,
Ҡатын-ҡыҙҙар,
Ир терәген емереүсе,
Ҡатын-ҡыҙҙар,
Ир йөрәген туҙҙырыусы,
Ҡатын-ҡыҙҙар.
Ғүмер буйы йөклө йөрөй,
Ҡатын-ҡыҙҙар,
Ғүмер буйы йөктө тарта,
Ҡатын-ҡыҙҙар,
Ғүмер буйы ирҙе һөйрәй,
Ҡатын-ҡыҙҙар,
Ғүмер буйы ирҙе егә,
Ҡатын ҡыҙҙар.
Ә беҙ ирҙәр һеҙҙең өсөн,
Ҡатын-ҡыҙҙар,
Йөрәктәрҙе аямайса,
Ҡатын-ҡыҙҙар,
Баштарыбыҙ юғалтабыҙ,
Ҡатын-ҡыҙҙар,
Терһәк тешләр осраҡта ла,
Ҡатын-ҡыҙҙар.
Байрамығыҙ матур үтһен,
Ҡатын-ҡыҙҙар,
Беҙ ирҙәрҙән теләктәр ҙур,
Ҡатын-ҡыҙҙар,
Һөйөгөҙ ҙә һөйөлөгөҙ,
Ҡатын-ҡыҙҙар,
Тормош йәмен һәр саҡ татып,
Ҡатын-ҡыҙҙар!