“ҺӘНӘК”КӘ НУР КИЛЕП ИНДЕ!
Бөгөн беҙгә Белореттан Нур Ғәбитов килеп инде. Ә Өфөгә элегерәк килгән, бер үҙе түгел, һөйөклө ҡатыны, дүрт балаһы менән. Фатир эҙләп түгел, Өфөгә Телеүҙәктән ипотекаға һатып алған фатирына килеп ингән. Фатирының текәлеген күрһәгеҙ! Эргәлә генә – Пенсия фонды, Телеүҙәк, трамвай линияһы, Пушкин баҙары, автозаправка. Саҡ ҡына арыраҡ – Салауат һәйкәле. Аҫта – тимер юлы. Хатта эргәләге Ғофран мәсетенә инеп, яратҡан ҡәләмдәштәре рухына хәйер һалып сыҡҡан.
– Балалар – үҙе бер ижад, – ти ул. – Ике малайым, ике ҡыҙым – ижадымдың иң юғары нөктәһе. Тәүге шиғырҙарымды тәҡдим итәм.
Әйткәндәй, Магнитогорск балалар йортонда тәрбиәләнгән, туған башҡорт телен һаҡлап ҡалған Нур Ғәбитовтан шиғри күстәнәс тәҡдим итәбеҙ:
Бейек оса торған ҡош, тиеп,
Мине маҡтап телгә алдылар.
Ҡолап төшөр хаҡың юҡ, тиеп,
Һалдылар, тик аңламанылар,
Бөйөклөк бит миңә килешһеҙ.
Халҡым, тиеп типһә йөрәк, шөкөр,
Тик ябайлыҡ менән килешеп.