Улар түҙемле,
Улар сабырҙар,
Һинең күңелгә
Ынйы һалырҙар.
Ә һин был мәлдә
Бәлки, көлөрһөң,
Фән кәрәкмәй, тип
Ҡашың төйөрһөң.
...Тауҙар артылып,
Ай-йылдар уҙыр,
Ошо сәфәрҙә
Ыштаның туҙыр.
Бер көн, ҡартайғас,
Ҡабы асылып,
Тирә-яҡтарың
Нурға мансылып,
Асылыр ынйың –
Илһам-тылсымың –
Иң ҙур хеҙмәте
Уҡытыусының.