Былтыр геүләтеп үҙенең туҡһан йәшлек юбилейын үткәрә яҙғандан һуң, Марат Кәримов офоҡтан юғалды. Хәйер, шағирҙар юғалмай, улар онотолмай. Айырыуса, Марат Кәримов һымаҡтар. Сатира һәм юмор һымаҡ тешле-ырғаҡлы, тоҙло-боросло жанрҙы буйһондороп тотоусылар бик һирәк. Элек “Һәнәк”тең һәр һаны һайын Марат ағайҙың шиғырҙарын биреп барғас, ул беҙҙең ғүмерлек терәгебеҙгә һәм таянысыбыҙға әйләнгәйне. Үкенесле хәл, сафтарыбыҙ һирәгәйә, ярай әле, Марат Нәби улы ҡәләмен ҡулында ныҡ тота. Барып, хәлен белдек. Беҙҙе күреүгә ҡыуаныуы!.. Ағай һин дә мин йәшәп ята, улдарын үҫтереп, оло юлға сығарған. Берәүһе сәләмдәрен Американың үҙенән күндереп тора. Ҡалғандары – эргәһендә. Бер китап ҡалынлығы шиғырҙар яҙған. Хәҙер беҙҙең алда шул шиғырҙарҙы, тәмле әйбер күп булмай, әҙ-әҙләп кенә, уҡыусыларыбыҙға еткереү бурысы тора.
Заманында Мәскәүҙең үҙендә Рәми Ғарипов менән бер осор уҡыған. Хатта бер килке “Һәнәк”тең баш мөхәррире булған, хәҙер иң өлкән әҙиптәребеҙҙең береһе – Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов үҙенең шиғырҙары менән беҙҙе уйланырға, көлөргә, кәрәк булһа, йылмайырға мәжбүр итә.