+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
15 Февраль 2021, 18:41

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ХАЛЫҠ ШАҒИРЫ – РАУИЛ ШАММАС!

Танылған шағир, прозаик, йәмәғәт эшмәкәре Рауил Шаммасҡа “Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры” тигән маҡтаулы исем бирелде. Авторыбыҙ Рауил Сәхиулла улын редакциябыҙ исеменән ошо маҡтаулы, дәрәжәле исемгә лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ! Әҙипкә һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ! Журналыбыҙ уҡыусыларын яңынан-яңы әҫәрҙәрегеҙ менән ҡыуандырығыҙ!

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ХАЛЫҠ ШАҒИРЫ – РАУИЛ ШАММАС!


Танылған шағир, прозаик, йәмәғәт эшмәкәре Рауил Шаммасҡа “Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры” тигән маҡтаулы исем бирелде. Авторыбыҙ, журналыбыҙҙың 2020 йылғы лауреаты Рауил Сәхиулла улын редакциябыҙ исеменән ошо маҡтаулы, дәрәжәле исемгә лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ! Әҙипкә һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ! Журналыбыҙ уҡыусыларын яңынан-яңы әҫәрҙәрегеҙ менән ҡыуандырығыҙ!

Танылған шағир, прозаик һәм журналист Рауил Шаммас 1930 йылдың 9 ноябрендә Стәрлебаш
районы Хәлекәй ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағас, байтаҡ
йылдар балаларға белем бирә. Шул осорҙа матбуғат биттәрендә шиғырҙары, мәҡәләләре
баҫыла.
Рауил Шаммастың күңеле ижадҡа, журналистикаға ынтыла. Шуға күрә артабанғы яҙмышын
матбуғат менән тығыҙ бәйләй. Тыуған районында “Коммунизм байрағы”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә,
“Һәнәк” журналында, Башҡортостан китап нәшриәтендә эшләй.
Шағирҙың “Таң йылмайыуы” исемле китабы 1967 йылда баҫылып сыға. Артабан “Донъя йөгө”,
“Ҡар һыуҙары китә”, “Йән йәшәртер йәмдәрем”, “Яраларҙы һөйөү дауалар”, “Ғүмер усағымдың
ҡуҙҙары”. “Кеше тиҙәр һинең затыңды”, “Ҡәҙерен беләһеңме?..” һ. б. китаптары донъя күрҙе.
“Күперһеҙ йылға”, “Муйыллы туғай” повестар йыйынтыҡтары авторы. Рус, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ,
мари, сыуаш, украин шағирҙарының әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итә.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ф. Кәрим исемендәге премия лауреаты.
Гөлнәркәз үтә
урамдан...
Гөлнәркәз үтә урамдан
Терт тә мерт баҫып ҡына.
Ах, тип ҡала ир_егеттәр,
Тәҙрәне асып ҡына.
Ә Гөлнәркәз береһенә лә
Күҙен һирпеп ҡарамай,
Гөлнәркәзгә – сибәр ҡыҙға –
Берәүһе лә ярамай.
Камилды ул бик оҙон, ти,
Миңә ҡолға кәрәкмәй.
Йомағол да оҡшамай, ти,
Ҡулы бик ҙур – көрәктәй.
Ғәбделхәйҙең буй_һын һәйбәт,
Тик осло, ти, эйәге.
Ғәйфулла ла оҡшап етмәй,
Бигерәк ябай кейгәне.
Гөлнәркәз үтә урамдан,
Танауын сөйөп кенә,
Ах, тип ҡала егет_елән,
Тик янып_көйөп кенә...
Нисә туфли туҙҙырғандыр
Гөлнәркәз урам тапап,
Һиҙмәне лә, айҙар, йылдар
Үтте лә китте атлап.
Гөлнәркәз бара урамдан,
Танауын сөймәй генә,
Берәй егет булмаҫмы тип,
Эҙләй ҙә эҙләй генә.
Тик егеттәр быны һис тә
Һиҙмәй ҙә һиҙмәй генә,
Парлашып үтеп китәләр
Сәләм дә бирмәй генә.
Егеттәрҙе ен һуҡтымы –
Береһе иғтибар итмәй.
Танау маңлайға етһә лә,
Терһәк ауыҙға етмәй.
Беҙҙең Ҡыям
Ҡыяммы икән?
Ҙур түрәләр, Ҡыям, тиҙәр,
Әйтерһең дә, ҡуян, тиҙәр.
Боҫоп ҡына тыңлай, тиҙәр,
Маңлайына таш атһаң да,
Ҡаршы әйтергә ҡыймай, тиҙәр.
Үҙ тиңдәре, төлкө, тиҙәр,
Ҡойроҡ болғай белә, тиҙәр,
Ауыҙын_моронон ҡыйшайтҡылап
Кет_кет килеп көлә, тиҙәр.
Алай итеп, былай итеп,
Яйын, малай, таба, тиҙәр.
Ҙурырағын, тәмлерәген
Үҙе алып ҡаба, тиҙәр.
Ә үҙенән түбәнгеләр
Уны һәр саҡ, бүре, тиҙәр,
Яуыздарҙың бере, тиҙәр.
Хәҙер тетеп ташлар, тиҙәр,
Тереләй тотоп ашар, тиҙәр.
Гел йәнлектәр исеме менән
Йөрөр өсөн тыуған микән?
Ҡайһы яғы үҙе икән?
Ҡайһы яғы Ҡыям икән?
Аһ, бәпесем!..
Күгәрсендәй гөлдөрҙәшеп,
Ҡыҙыҡ_ҡыҙыҡ һүҙ һөйләшеп,
Тәмле_татлы серҙәр сисеп,
Ултырғанда ашап_эсеп,
Берәү ҡапыл хәбәр һалды:
Ғәбделхатип килә ҡайтып!
Аш өҫтәле бушап ҡалды.
Әбей_бабай, атай_әсәй
Йүгерә_йүгерә, сәсәй_сәсәй
Сыҡты уны ҡаршыларға,
Дер ҡалтырап тора бары ла:
– Ҡайттыңмы ни, йән киҫәгем?
– Ҡана, пальтоңды сисәйем.
– Бир үҙемә кәпәсеңде.
– Асыҡҡандыр, талсыҡҡандыр,
Бәпесемде, бәпесемде! –
Бар өй эсе бейеп тора.
Малай, белеп үҙ баһаһын,
Моронон күккә сөйөп тора,
Бойороҡ ҡына биреп тора.
Арҡаларын һыйпаштырып,
Бабай ҡуя һораштырып:
– Йә, бәпесем, сумкаңда һуң
Беҙгә ниндәй бүләгең бар?
Көтә торғас, әйтте малай:
– Бейе, бабай, бейе, бабай.
Мәсьәләң бик дөрөҫ сыҡҡан,
Уҡытыусы «бишле» һуҡҡан.
Һин, өләсәй, күнегеүҙә
Ебәргәнһең бик ҙур хата,
Дәфтәремә баҡһам бөгөн,
Уҫал «берле» ҡарап ята.
Бөтә класс ҡаршыһында
Ҡыҙарҙым мин һинең өсөн...
Әбей, бабай, атай_әсәй
Бейеп йөрөй сәсәй_сәсәй:
– Аһ, бәпесем, ваһ, бәпесем!..
Бик ҡиммәткә төшмәгәйе
Был «аһ_ваһ»тар һеҙҙең өсөн.
Читайте нас: