+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
2 Июль 2021, 22:07

ХӘҠИҠӘТ

Ҙур булмаһам да – бер түрә инем. Төрлө кешеләрҙе күрә инем.   Ҡайһылары мине хөрмәт итте. Ҡайһылары миңә рәхмәт әйтте.

ХӘҠИҠӘТ
ХӘҠИҠӘТ

Ҙур булмаһам да – бер түрә инем.

Төрлө кешеләрҙе күрә инем.

 

Ҡайһылары мине хөрмәт итте.

Ҡайһылары миңә рәхмәт әйтте.

 

Кемдер, дуҫ булам тип, яҡынайҙы.

Кемдер, киреһенсә, алыҫайҙы.

 

Ялағайланып килгәнe булды.

Ситтән ҡарап көлгәне лә булды.

 

Күҙгә ҡарап әйткәне әҙ булһа,

Тура яуап көткәне күп булды.

 

Һин – «кеше», тик түрә булған саҡта.

Һәр береһе һине үлеп маҡтай.

 

Бәндәләр алдында мөбәрәкһең.

Түрә булғас уларға кәрәкһең.

 

Һинән дә ғәҙел түрәләр булмай.

Булһалар ҙа һинең кеүек уңмай.

 

Маҡтау һүҙен ишетерһең көн дә.

Былар барыһы ла булыр өндә.

 

Бындай өлгәшкә ирешеү һиңә,

Тик биләгән вазифаңдан килә.

 

Хәҡиҡәтте аңларға теләһәң,

Минһеҙ ҙә уны үҙең беләһең.

 

Бер миҙгелгә ҡалдыр түрәлекте –

Шул уҡ мәлдә күрерһең этлекте.

 

Хәҙер һине берәү ҙә маҡтамай.

Рәнйетһәләр, берәү ҙә яҡламай.

 

Ғәҙел дә түгелһең, мөбәрәк тә,

Бер кем булмаҫ яныңда, кәрәктә.

 

Дуҫтарың да ҡасып-боҫоп бөтөр,

Тик тоғро ҡатының өйҙә көтөр.

 

Ул һинең ҡайтыуыңа шатланыр.

Һағындым тип үҙеңә ташланыр.

 

Тик ғаилә аңлар бар хәлеңде.

Улар өсөн генә бир йәнеңде.

 

Түрә булыу – гел дә түрҙә булыу.

Унан төшкәс – гел дә ситтә ҡалыу.

 

Шашҡас, яза алмай йәшәп булмай.

Терһәк яҡын, ләкин тешләп булмай.

 

Кем үкенә, кем йолҡона бында.

Тәҡдим килеп етә ваҡытында.

 

Донъя сикһеҙ, һин үҙең бәләкәй.

Түрә төшһә – бер кемгә кәрәкмәй.

 

Хәҙер инде һиндә мөс ҡалманы

Көт тә йөрө Хоҙайҙың алғанын.

Читайте нас: