+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
5 Август 2021, 22:48

АУЫЛ СӘЙЕ

Эшем өлкән вә килемле булмаһа ла, Күңел биреп мин эшләгән булам әле. Юлдарымда ҡаҙаныштар көтмәһә лә, Офоҡтарҙы мин күҙләгән булам әле…   Ҡаным аҫыл, аңым алтын булмаһа ла, Яҡтылыҡҡа гел үрелгән булам әле. Матурлыҡты рәссам һымаҡ күрмәһәм дә, Баҡсаларҙа гөл үҫтергән булам әле…

АУЫЛ СӘЙЕ
АУЫЛ СӘЙЕ

Зауыҡтарым заманымдан ҡалышһа ла,

Күркәм кейем кейеп алған булам әле.

Шау-гөр килеп күңел аса белмәһәм дә,

Байрам көнөн көтөп алған булам әле…

 

Ярҙам ҡулы һуҙыр хәлем етмәһә лә,

Кешеләрҙән хәл һорашҡан булам әле.

Телем татлы, һүҙем үткер булмаһа ла,

Ҡор-табында хәбәр ҡушҡан булам әле…

 

Хаҡһыҙлыҡҡа ҡаршы тора алмаһам да,

Хәшәрәтте әрләп алған булам әле.

Донъяларҙы һағыш-хәсрәт сорнаһа ла,

Үҙ алдыма йырлап алған булам әле…

 

Шатлыҡ миңә һирәк-һаяҡ йылмайһа ла,

Кеше өсөн мин шатланған булам әле.

Шөкөр итеп торһам да мин, кеше һымаҡ

Донъя көтәм, тип маташҡан булам әле…

 

Ҡыҙҙар миңә ҡараш һирпеп ҡуймаһа ла,

Мин ҡыҙҙарға ҡарап ҡуйған булам әле.

Яңғыҙ ғүмер итеүемә күнекһәм дә,

Күктән һөйөү һорап ҡуйған булам әле…

 

Миҙгелдәрем күкрәп үтеп барһалар ҙа,

Ғүмер алда, йәшмен, тигән булам әле,

Арып-талып эштән ҡайтҡас, ғәҙәтемсә,

Тәмләп, ауыл сәйен эскән булам әле…

Автор:Мөнир ИҠСАНОВ.
Читайте нас: