-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
14 Сентябрь 2021, 20:49

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА "Ғәйбәтсе ошо әҙәмдәр..."

*** Ғәйбәтсе ошо әҙәмдәр, Телдәре таҫма кеүек. Йылға аша һуҙып һалһаң, Булалыр баҫма кеүек.   Күршеләрем дә ғәйбәтсе, Ғәйбәтсе эштәгеләр, Шул ғәйбәттән хатта килә Телеңде тешләгеләр.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА "Ғәйбәтсе ошо әҙәмдәр..."
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА "Ғәйбәтсе ошо әҙәмдәр..."

Ә мин ғәйбәт һөйләмәйем,

Бына шундай ҡатынмын.

Телдә йоҙаҡ, ауыҙ йомоҡ,

Ҡатын түгел – алтынмын.

 

Әхирәтем дә ғәйбәтсе,

Миңә һөйләй ғәйбәтен.

Ә мин уға хәбәр итәм

Һүҙҙең бары һәйбәтен.

 

Һөйләнем әле теге көн,

Күршем нимә алғанын.

Сәғәт туҡтап, ирем бөгөн

Эшкә һуңлап ҡалғанын.

 

Ҡәйнәмдең мыжығандарын,

Ирҙең ыжығандарын,

Етәксенең отчет һорап

Көн дә тызығандарын.

 

Ҡоҙамдың ҡоҙасаһының

Иргә барып ҡайтҡанын.

Әлмираның һимергәнен,

Вилдең кибеп-ҡатҡанын.

 

Табиптарҙың тупаҫлығын,

Һатыусының алдағын.

Кисә иткә саҡ еткерҙем

Зарплатаның ҡалдығын.

 

Артыҡ бер ни һөйләмәйем,

Әйтәм кәрәген бары.

Ә башҡалар һөйләгәне –

Ергә һибелгән тары.

 

Зифа кисә һуңлап ҡайтты,

Өй аша торған ҡатын.

Рәхимйән иҫерек ине –

Күрешәләге ир заты.

 

Эштәге бер ҡыҙҙы көн дә

Бер егет алып килә.

Хәҙер ҡыҙҙар машиналы

Егетте һайлай белә.

 

Ҡәйнәм иртән һуғым һуя,

Ҡаҙ йолҡа ҡайынбикәм.

Ял көнөнә шул яҡтарға

Ҡунаҡҡа сығып китәм.

 

Нимә һөйләй инем әле?

Әй, ҡатындар турында!

Ғәйбәт һөйләйҙәр шулар, тип,

Йә, уныһы - ерунда!

 

Иң мөһиме беҙ үҙебеҙ

Шулай булып ҡуймайыҡ.

Хәбәр тыңлап, хәбәр һөйләп

Тирмәнгә һыу ҡоймайыҡ.

 

Ә мин ғәйбәт һөйләмәйем,

Валлаһи, тим, биллаһи.

Ғүмерҙә юҡ улар кеүек

Ғәйбәтселәр булаһым.

 

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: