Яңы күлдәк, ялтыр туфли,
Тәтәй сумка – башыңда.
Буялған бөҙрә сәсәтәрең
Йөҙөп йөрөй ашыңда.
Маникюрға, педикюрға
Туҙҙыраһың аҡсаны.
Ҡасан утағаның булды
Ҡый ҡоторған баҡсаны?
Шубаң тора ат хаҡылай!
Кейемдәрең – өй тулы!
Аҡса һорап ҡына ҡара,
Кейем, тиеп, был юлы!
Әрләй ирем: Иртән тороп
Өс сәғәт биҙәнгәнсә,
Йыуып сығып була өйҙө,
Түбәнән иҙәнгәсә.
Әрләй ирем: көнө буйы
Ҡарағаның – сериал.
Бынан ары урамда ла
Йәйәү генә йөрөй ал.
Машинаға запчасть алам
Һиңә духи алғанса.
Бер хәбәрең дөрөҫ түгел,
Бөтөн һүҙең ялғанса.
“Ярай, – тием, тыныс ҡына, –
Булһын, әйҙә, һинеңсә.
Үҙең тотон аҡсаңды ла,
Һынап алып, тиненсә.
Тип уйлайым да: ү-се-гәм!
Һөйләшмәйем, көлмәйем.
Эргәһендә уралмайым,
Янына ла килмәйем.
Ярты сәғәт үтә шулай,
Йә, ике сәғәт була.
Ҡайһы мәле бындай хәлдәр
Ярты көнгә лә тула.
Түҙемлеге бөтә ирҙең:
– Йә инде... ярай инде...
Бер генә ауыҙ һүҙ әйтсе,
Йылмайып ҡара инде.
Әйҙә, күлдәк алайыҡ һуң,
Әйҙә, сумка алайыҡ.
Әйҙә, йәнем, икәү генә
Бүлмәбеҙҙә ҡалайыҡ...
Мәлен теүәл генә беләм –
Үсегеүем күпкәме.
Тимерҙе лә бөгә ала,
Ҡатындарҙың үпкәһе.