+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
20 Сентябрь 2021, 07:00

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА “Буш ултыра еңгәм...”

*** Буш ултыра еңгәм Эшләмәй, Эшләгән сағын да хатта Иҫләмәй. Ауылында йәшәй Ирегеп, Төшкән урынына Ерегеп.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА “Буш ултыра еңгәм...”
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА “Буш ултыра еңгәм...”

Өс һыйырын һауып ала ла,

Сепартҡа һөтөн һала ла,

Ҡымыҙ өсөн һауа бер бейә,

Биш һауымда ла, эй, шәп эйә.

 

Ҡош-ҡорто йөрөй туп булып,

Ураған һайын, ашап, туҡ булып.

Уларын ҡыуа, эҙләй, ҡайыра,

Әллә нисек таный-айыра.

 

Икмәк һала көн дә бер мейес,

Ҡаҙанында аш ҡайнарға тейеш,

Батмай берәүгә лә ҡоро сәй,

Өҫтәл артында ла “әсәй ҙә әсәй”.

 

Ҡорот ҡайната ла, эремсек һыға,

Һарыҡ һуя ла тултырма тыға,

Ҡояш һарҡыуҙа ҡый утай сыға,

Эңергә мунсала миндеге быға.

 

Йыуып бөтмәй торған кере бар,

Уларының әллә сығыр ере бар?

Ураған да һайын, көйәнтәләп,

Һыуға китә торған “сире” бар.

 

Ҡай аралалыр еләген йыя,

Яулығын һыҡтырып, ябынып ҡыя,

Сәлинйә-вәринйә ябылған банкалар

Баҙына уның өс ҡышлыҡ һыя.

 

Бесәнен саба, йыя, күбәләй,

Яҫмарҙы, менеп, үҙе түпәләй.

Шул ара йәйеп ебәрә сәйен,

Сәхрәлә сәй эсеү шәп инде йәйен!

 

Иртәндән тағы ла һөт бора, май баҫа,

Ҡоротон тоҡ менән аҫтарға аҫа.

Шәл бәйләй биҙәрләп, нағышлап тороп,

Гөлдәре бер ҡасан ултырмай ҡороп.

 

Кистәрен тегенә әшкиһен кейеп,

Быныһы – улына, ҡыҙына тиеп.

Ҡырҡылған һалмаһы телеңде йоторлоҡ,

Ашнаҡсы ғыналай итеп тоторлоҡ.

 

Иртәнсәк тора ла яңынан башлай,

Көн буйы өҫтәлдә – йә сәйләй, йә ашлай.

Эй, рәхәт тормошо, ауылда, иркендә,

Ҡамасау булышып йөрөмәй бер кем дә.

 

Буш ултыра еңгәм –

Эшләмәй,

Эшләгән сағын да хатта

Иҫләмәй.

 

Ауылында йәшәй

Ирегеп,

Төшкән урынына

Ерегеп.

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: