+18 °С
Ясно
Шиғырҙар
20 Сентября 2021, 13:45

ҠОҪАМ

Ағыуландым шикелле мин... Уҡшыйым, ҡоҫам. Күкрәгемде, сыҙап булмай, Нимәлер ҡыҫа.

ҠОҪАМҠОҪАМ
ҠОҪАМ

Күҙ алдарым тоноҡлана,
Алдымда томан.
Хәҙер, хәҙер ҡолайым, тип
Сайҡалып торам.

Хәлем юҡ, нәфрәтем көслө,
Асыуым ҡайнай.
Ауыҙ кибә...
Һыу бирегеҙ!
Танауым ҡанай.

- Аллергия, - тине врач, -
Ғәҙелһеҙлеккә.
Һалып ҡуйҙы аллергендар
Ятҡан бүлеккә.

 

Фәрүәз СӘЙФУЛЛИН

Автор:Фәрүәз Сәйфуллин
Читайте нас