Имеш-мимештәргә ышанмайым:
Эшләй әле башым әҙерәк.
Мәскәй әбей, юҡ-юҡ, миңә түгел,
Ышанғандарға ҡәҙерлерәк.
“Ныҡ теләһәң, ямғыр яуа”, - тиҙәр. -
Был һүҙгә лә мейем ышанмай.
Имеш-мимештәрҙе таратҡандар,
Яратҡандар миңә оҡшамай.
«Беҙҙә тормош ожмах кеүек, - тиҙәр –
Беҙҙә рәхәт, беҙҙә иркенлек”.
Ышаныуы ҡыйын был хәбәргә,
Был хәбәрҙең хаҡы – бер тинлек.
Имеш-мимештәргә иҫем китеп,
Ялған тыңлап йөрөп көн һайын,
Ҡурҡып китәм:
Булған белемемдән,
Аҡылымдан яҙып ҡуймайым.
Фәрүәз СӘЙФУЛЛИН