-31 °С
Болотло
Болот эсенән бараһың.
Күҙгә төртһәң, күренмәй.
Болото – саң, ап-аҡ төҫтә.
Аҡ булғас ни, саф булалыр:
Зыяны ла һиҙелмәй.
Саң-болоттар араһынан
Төшәһең "аэропорт"ҡа.
...Мөғжизәле Төркмән юлы
Ҡурҡыта, аптырата.
Фәрүәз СӘЙФУЛЛИН