+14 °С
Дождь
Шиғырҙар
24 Сентября 2021, 13:00

ТӨНӨ БУЙЫ

Ҡоштар һымаҡ, ҡанат ҡағып, Осһаң ине һауала. Күк сайҡалды: Айҙағы ҡыҙ Күнәгенә һыу ала.

ТӨНӨ БУЙЫТӨНӨ БУЙЫ
ТӨНӨ БУЙЫ

Сәй ҡайнатып, өҫтәл ябып,
Ул һаман мине көтә.
Баралмайым, ҡанатым юҡ.
Ә ваҡыт үтә, үтә.

Ҡартаямын. Тик йөрәгем
Ҡартайырға уйламай.
Айға ҡарап шиғыр яҙҙым,
Төнө буйы йоҡламай.

 

Фәрүәз СӘЙФУЛЛИН

Автор:Фәрүәз Сәйфуллин
Читайте нас