+16 °С
Болотло
Туҡталыштар… Иҫәп-хисабы юҡ,
Аҙым һайын юлға теҙелгән.
Һәр кешегә улар исемләнеп
Хоҙай тарафынан төҙөлгән.
Ер әйләнә. Юлым оҙон әле.
Ҡояш мине, ана, йылыта.
Хәтер насар. Туҡталышта шуға
Төшөп ҡалырға, эй, онотам.
Фәрүәз СӘЙФУЛЛИН