Һыуыҡ, шифа саф һауа.
Үткәндәргә салауат, тип,
Күктән йондоҙҙар яуа.
Йондоҙҙар яуа түгелеп,
Ерҙе ап-аҡ ҡар ҡаплай.
Иҫке йылды оҙатып. Ҡыш
өр яңы тормош башлай.
Өр яңы йыл ҡотло булһын,
Онотолһон афәттәр.
Бәхетле тормош теләйем,
Йылмайығыҙ, дуҫ-иштәр!
Фото: multiurok.ru