Йөрөүселәр бөткәс күҙ атып,
Егет килде ҡыҙын оҙатып.
Туҡтанылар ҡапҡа төбөнә,
Ҡыҙ ашыҡҡан булды өйөнә;
Егет уны ҡыҫтап туҡтатты,
Йылы һүҙҙәр әйтеп йыуатты.
Тотоп алды уның биленән...
Ҡайнар һүҙҙәр, ҡайнар ирендәр...
"Абау, мөхәббәтһеҙ, кит бынан!" -
Тигән булды ҡыҙый, тик һаман
Егетенә нығыраҡ һыйынды.
Ай нурына донъя ҡойондо.
Һүҙҙәр бөтмәй йөрәк түрендә,
Улар һаман ҡапҡа төбөндә.
Ҡыҙы тағы китте үҙгәреп -
Хәтерләне әсә һүҙҙәрен.
Инәм, тиеп тағы уҡталды,
"Аҙға ғына" тағы туҡталды;
Улар һүҙҙе тағы яңыртты,
Ул арала инде таң атты.
Ҡабатлана шулай көн һайын.
Йәшлек тигән нәмә, моғайын,
Йоҡоһоҙ һәм айлы төн менән
Башланалыр ҡапҡа төбөнән.
Фото: https://www.pexels.com/ru-ru/