+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
12 Ғинуар 2022, 09:05

Күрендем күҙ врачына

Күрендем күҙ врачына:– Күҙ насар күрә, – тинем, –Әллә күпме дарыу һалдыҡ,Тик һалдым зерә, – тинем.

Күрендем күҙ врачына
Күрендем күҙ врачына

Врач ҡуйҙы диагнозын
Мине күҙҙән үткәреп:
– Һинең коммунистик күҙең
Тамам бөткән мүкләнеп.

Яҡты киләсәкте көтөп
Арып бөтөргән көсөн,
Капиталистик күҙ кәрәк
Был яңы заман өсөн.

Уны ҡуйһаҡ, ошо донъя
Матур булып тойолор.
Евро, доллар алдарыңа
Япраҡ кеүек ҡойолор.

Операциянан сыҡҡас,
Шаҡ ҡатып, телһеҙ ҡалдым;
Ҡайҙа булған минең донъям,
Башҡа донъя күҙ алдым.

Аһ, алдандым! – тип үҙемде
Тиргәп алам йыш ҡына.
Доллар ҙа юҡ, евро ла юҡ,
Күренә ҡуҡыш ҡына.

Марат КӘРИМОВ.

Фото: factroom.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: