+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
15 Ғинуар 2022, 12:05

Йәшәп ҡарағыҙ...

(“Хорошо иметь домик в деревне” тигән рекламаны ҡарағас). “Хорошо иметь домик в деревне” –Ошо һүҙҙәр мине ен итә.

Йәшәп ҡарағыҙ...
Йәшәп ҡарағыҙ...

Ауыл халҡы белә – ҡалалылар
Күпкә рәхәтерәк көн итә.

Уйламағыҙ, ауылдарҙа ризыҡтар
Күктән төшә тиеп үҙҙәре.
Май, һөт, ҡаймаҡ, балдың ауылдарҙа
Барҙыр тиеп йылға, күлдәре.

Алма, сейәләрҙән башҡа ризыҡ
Ағастарҙа үҫмәй ҡәһәрең.
Картуф үҫтергәндә ҡуңыҙҙарҙың
Беҙ йыябыҙ күстәр ҡәҙәрен.

Йәшәп ҡарағыҙ һеҙ таңдан тороп
Һыйыр һауып, ҡош-ҡорт үҫтереп.
Йылдар буйы мал тип йүгерәбеҙ,
Берәү бирмәй беҙгә килтереп.

Рекламала ауыл маҡтар өсөн,
Ауыл кешеһенән һорағыҙ!
Алты литр һөткә торош итә
Ярты литр һеҙҙең һырағыҙ!

Шиғырымды яҙҙым, ҡалалылар,
Ауыл көтөүен мин көткәндә.
Ямғыр яуып китә еүешләп
Эҫе ҡояш тәнде өткәндә.

Ҡупшы кейем кейәбеҙ беҙ һирәк,
Ялыбыҙ юҡ һеҙҙең шикелле.
“Хорошо в деревне”, тиһәгеҙ ҙә,
Ҡайтып йәшәүегеҙ икеле.

Фәүҡәт ҠОТЛОШИН.

Фото интернет селтәренән.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: