-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
18 Ғинуар 2022, 11:30

Юмор, сатира һәм лаҡаптар оҫтаһы

Башҡорт әҙәбиәтендә айырым урын биләгән үткер ҡәләмле, төртмә телле шағир, прозаик, драматург та, сатира оҫтаһы ла булған Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы Буранбай Мәхмүт улы Искужинға 15 ғинуарҙа 70 йәш тулған булыр ине.  

Юмор, сатира һәм лаҡаптар оҫтаһы
Юмор, сатира һәм лаҡаптар оҫтаһы

Ул халыҡсан әҫәрҙәр тыуҙыра, йәмғиәтебеҙҙә булған кире яҡтарҙы күрә белә, үҙ һүҙен, фекерен, донъяға ҡарашын әҙәби алымдар менән аҡ ҡағыҙ битенә төшөрә, тасуир итә. Яҙыусы тыуҙырған образ һәм персонаждарҙың телмәре – халыҡсан, йәнле. Уның әҙәбиәтендә үҙенә генә хас донъя - Буранбай донъяһы бар, һәм ул халыҡ күңелендә ҡыйыу фекерле, киң офоҡло әҙәби донъя булып һаҡланасаҡ.

Аяуһыҙ аксиомалар

Ит яратҡан түрә барҙа һарыҡ үрсер,
Кеше йәнле түрә барҙа халыҡ үрсер.
Етешһеҙ донъя барында бурҙар үрсер,
Көслөнөкө заманала хурҙар үрсер.
Тибенлекле ерҙә аттар үрсер,
Типкелекле ерҙә яттар үрсер.

Ҡараусыһыҙ ҡалһа, эт үҙгәрә,
Ҡартайыуға ҡалһаң — бит үҙгәрә.
Теләһә кемде индерһәң, өй үҙгәрә,
Теләһә кемгә эйәрһәң, көй үҙгәрә.
Минут һайын боҫһаң, халыҡ үҙгәрә,
Быуат буйы ҡыҫһаң, халыҡ үҙгәрә.

Ҡаҡ далалы ерҙә ел күсенеүсән,
Балалы өйҙә фиғел күсенеүсән.
Тәмәке юҡ саҡта төпсөк күсенеүсән,
Тотанаҡ юҡ саҡта СПИД күсенеүсән.
Гел болалы йортта бисә күсенеүсән,
Фатирһыҙ городта эшсе күсенеүсән.

Йомарттан ҡуш кәзә алып була,
Депутаттан буш вәғәҙә алып була.
Үтә йомарттан өстө алып була,
Үтә йыуаштан үсте алып була.
Бал ҡортонан бал алып була,
Башҡорттан — барыһын алып була.

***


ЙОМАБАЙ ТУРАҺЫНДА ЙЫР

(был шиғырында Буранбай Исҡужин бер ни тиклем кимәлдә үҙе хаҡында ла яҙа)

Йомабай тиҙәр уны,
Бик ябай тиҙәр уны.
Бурысҡа нимә алһаң да,
Һорамай тиҙәр уны.
Ҡыҙҙар уны яратмайҙар,–
Кейгәне – иҫке, тиҙәр.
Һөйләгәне – анекдот та,
Белгәне – эске, тиҙәр.
Эшләгәндә – эш емертә,
Эшләмәй ҙә көн итә,–
Уға көнөнә бер икмәк,
Йә бер сәйнүк сәй етә.
Уйнай ул ҡурайында ла,
Уйнай гармунында ла.
Эсе бошһа, йырлап ҡуя
Япа–яңғыҙында ла.
Бесән саба апаһына,
Өй һала ағаһына.
Улар уға "эш хаҡы", тип
Бер–ике ярты һона.
Малай тимәйҙәр уны,
Ағай тимәйҙәр уны.
Үҙҙәре мал бүлешкәндә
Юрый күрмәйҙәр уны.
Йомабай тиҙәр уны,
Алабай тиҙәр уны,
Ҡалымдан ҡайтҡанын күреп,
Алалар йөҙәр һумын.
Алығыҙсы, оялмағыҙ,–
Йомабай сумарт бит ул.
Этенә лә, бетенә лә
Бер туған с(ы)ват бит ул.
Йомабай бит был донъяға
Кешеләр, тиеп килгән:
Кешеләр, тип, ярлыланып,
Кеше кейемен кейгән.
Үтһә үтер ғүмерҙәре
Кеше кейемен кейеп,
Кеше ҡалдығын ейеп.
Беҙҙән ул ярҙам һорамаҫ,
Үлмәҫ, йәндәре көйөп:
Үҙ ҡәберенә тупраҡты
Үҙе лә ҡуйыр өйөп.
...Беҙ генә ҡалырбыҙ бында
Үҙ–үҙебеҙҙе һөйөп.

***

Бер йәш ҡатын - ҡарап торһаң алтын! -
Ирен алыштырҙы ҡапылда...
Әллә ҡапыл, әллә уйлап эшләү
(Уйлай белһә әгәр ҡатындар?)

Алыштырҙы.
Әйтерһең дә ирҙәр
Капрон ойоҡ кеүек ғүмерһеҙ.
Алыштырҙы.
Ҡарғап алыштырҙы:
"Йәшә әйҙә минһеҙ - ҡәҙерһеҙ!"

Мин белмәйем
тәүге ирҙең нисек,
Ниндәй енәйәттәр ҡылғанын.
Ләкин икенсе ир белә микән
Башын онбалдарға һалғанын?

Запас тәгәрмәстәй
машинаға
Запас егет инең ҡатынға,
Хәҙер килеп урын алыштырҙың,
Бер(?) балаға "атай" ҡапылда.

Ҡапыл ғына ҡәйнәләрле булдың,
Өйөр-өйөр балдыҙ-ҡәйнештәр...
"Теге еҙнәй шулай ине", тиҙәр,
"Һинең яҡтан нисек ул эштәр?"

"Теге кейәү бесән саба ине...
Һинең бармы салғы тотғаның?"
"Теге ирем ата ялҡау булды,
Ҡағып ҡуйсы ишек тотҡаһын..."

Ә һин "теге"нән дә шәп булырға,
"Теге"нән бик күпкә уҙҙырырға
Тейешлеһең, кейәү егете.

Ә һин яңы әле. Тегеләргә
Боҙолмаған яңы уйынсыҡ.
Әҙер юл бар һиңә.
Әҙер һыйыр.
Әҙер өй бар - әйҙә ҡунып сыҡ...

Әҙер һинең өсөн пуля-һүҙҙәр,
Ситкә бер аҙымың - һин бөттөң, -
Иҫкәртеүһеҙ(!) пуля эләгәсәк!
(Конвой термины был. Мин әйттем.)

...Ирҙәр ирҙән ҡалған ҡатындарҙы
Аслан алмаһындар, тимәйем.
Ләкин ҡатындарҙың шул ҡылығын
Ике енәйәткә тиңләйем.

Беренсеһе -
донъя көтөр саҡта
Ир биографияһын бысратыу.
Мөлдөрәмә тулы наҙың булып,
Йотомона уны сарсатыу.

Икенсеһе -
ҡыҙ алаһы егет
Еңел мөхәббәттән иҫереү.
Тотҡарланды хәҙер уның өсөн
Тәбиғилек менән иҫ кереү.
Шулмы тағы яңы тормош башлау?
Был, минеңсә, яңынан иҫкереү.

...Әйтер инем тағы ла бик күпте -
Ул күп һүҙҙәр хәжәт түгелдәр.
Сөнки улар гелән онотола.
Карауатта
Ирегән саҡта ғына күңелдәр.

***

Хәлемде һорап килмәгеҙ,-
Хәлдәрем әуәлгесә:
Баш ҡалҡытһам, ҡылыс төшә,
Эйелһәм, битем бешә.

Хәлемде һорап килмәгеҙ,-
Бирерлек хәлдәрем юҡ,
Юҡ һүҙ һөйләп ултырыуға
Күнерлек мәлдәрем юҡ.

Йөрөмәгеҙ хәл һорашып,
Былай ҙа эсем бошоҡ!
Теләһә кем инеп сығып
Күңелем тишек-тошоҡ...

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: